0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Апрель 2020, 10:25

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ Беренсе бүлек

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ Беренсе бүлек (Роман түгел. Повестан бәләкәй, хикәйәнән ҙур. "Сатыры" – әҙерәк, "йомор"оһо – ҙурыраҡ) Беҙҙең Ҡушбаш ауылын ишеткәнегеҙ барҙыр инде. Заманында гөрләп торған колхоз ине. Кешеләре егәрле, хужалары ғәҙел. Ҡушбашта шундай халыҡ йәшәне – ниндәй эш ҡушһаң да, ең һыҙғанып йәбешәләр. Рәйестәре, Йәнғәле бабайҙы әйтәм, Ленин Ордены кавалеры, “Волга”ла ғына елдерә торғайны. Геройҙы алырға йыйынып ҡына бөткәйне, хатта костюмын да ҡараштырып ҡуйғайны, донъя емерелеп төшкән һымаҡ СССР тарҡалды ла ҡуйҙы. СССР-ҙың тарҡалыуы “Мәңгелек еңеүгә” колхозына иң тәүҙә килтереп һуҡты. Ленин бабайҙы түшенә тағып йөрөй, бына-бына герой була, мал-тыуары күп, ҡап-ҡара “Волга”һы бар, тип торманылар, колхозды төрлө яҡҡа тартҡылай башланылар. “Эх, тип әйткән Йәнғәле бабай. – Ауылдаштарым алдында һүҙемде үтәй алманым – газ үткәреп булманы”, – тигән. Ә газ беҙҙең яҡта кәрәк, сөнки урман юҡ. Большевиктар властҡа килгәс, ерҙәрҙе межалағанда урмандар күрше районда тороп ҡалған. Ул райондың сыуаштары беҙҙең урмандарҙы әле лә “Ҡушбаш урмандары” тип йөрөтә. Ә нимә яғып өйҙәрегеҙҙе йылытаһығыҙ? – тип һорарһығыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был хаҡта һеҙгә һөйләргә лә оялам. Беҙ батша ваҡытынан уҡ тиҙәк яғабыҙ. Был хаҡта һеҙгә нисек аңлатырға икән?

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ
Беренсе бүлек
(Роман түгел. Повестан бәләкәй, хикәйәнән ҙур. "Сатыры" – әҙерәк, "йомор"оһо – ҙурыраҡ)
Беҙҙең Ҡушбаш ауылын ишеткәнегеҙ барҙыр инде. Заманында гөрләп торған колхоз ине. Кешеләре егәрле, хужалары ғәҙел. Ҡушбашта шундай халыҡ йәшәне – ниндәй эш ҡушһаң да, ең һыҙғанып йәбешәләр. Рәйестәре, Йәнғәле бабайҙы әйтәм, Ленин Ордены кавалеры, “Волга”ла ғына елдерә торғайны. Геройҙы алырға йыйынып ҡына бөткәйне, хатта костюмын да ҡараштырып ҡуйғайны, донъя емерелеп төшкән һымаҡ СССР тарҡалды ла ҡуйҙы. СССР-ҙың тарҡалыуы “Мәңгелек еңеүгә” колхозына иң тәүҙә килтереп һуҡты. Ленин бабайҙы түшенә тағып йөрөй, бына-бына герой була, мал-тыуары күп, ҡап-ҡара “Волга”һы бар, тип торманылар, колхозды төрлө яҡҡа тартҡылай башланылар. “Эх, тип әйткән Йәнғәле бабай. – Ауылдаштарым алдында һүҙемде үтәй алманым – газ үткәреп булманы”, – тигән. Ә газ беҙҙең яҡта кәрәк, сөнки урман юҡ. Большевиктар властҡа килгәс, ерҙәрҙе межалағанда урмандар күрше районда тороп ҡалған. Ул райондың сыуаштары беҙҙең урмандарҙы әле лә “Ҡушбаш урмандары” тип йөрөтә.
Ә нимә яғып өйҙәрегеҙҙе йылытаһығыҙ? – тип һорарһығыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был хаҡта һеҙгә һөйләргә лә оялам. Беҙ батша ваҡытынан уҡ тиҙәк яғабыҙ. Был хаҡта һеҙгә нисек аңлатырға икән?
Бынан байтаҡ йылдар элек институтҡа уҡырға ингәс Баймаҡтан бер егет минең ҡайһы райондан һәм ҡайһы ауылдан икәнлегемде белеп ҡалғас, мине ниндәйҙер уңайһыҙ, хатта әҙәпһеҙ енәйәт өҫтөндә тотҡан һымаҡ: “Күрҙем мин һинең ауылыңды, һеҙҙең ауылда һаман да тиҙәк яғалармы?” – тип матур-матур ҡыҙҙар алдында оятҡа ҡалдырғайны. Беҙҙең ауылға килен булып төшкән кәләштәрҙе ауылға газ үткән, асфальт түшәлгән, һыуҙы бороп ҡына алырға, тип алдыштырып килтерәләр. Ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа шулай тип уйлай. Ә һеҙ беләһегеҙме ул тиҙәк һуғыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген? Бының өсөн ҡыш буйына мал-тыуарҙан ҡалған тиреҫте өйәләр һәм йылыталар. Үҙенән-үҙе янып ята. Ул ғына етмәй, колхоз фермаларынан 5-6 трактор арбаһы килтереп бушаталар. Шунан һуң беҙҙең ише малай-шалай ҡулалмаш өмә ойоштороп, бер-береһенә тиҙәк һуғалар. Ә һеҙ беҙҙең тиҙәк һуға торған станокты күргәнегеҙ бармы? Күрмәһәгеҙ күрһәтәм. Ҡул ярҙамында әйләндерелгән ит турағыс станогығыҙ бармы? Тап шуның һымаҡ. “Ока” машинаһы хәтле булыр, ит турағыстың алдынан трактор әйләндерә, мөшкәһенән тиҙәк тултыралар, ә теге башынан шаҡмаҡ ҡына булып кирбес һымаҡ тиҙәк сыға. Ә беҙ, 20-30-лап малай, кем уҙарҙан шул тиҙәкте ташып, теҙеп сығабыҙ. Шулай итеп, көн һайын 3-4 кешегә тиҙәк һуға торғас, йәй үтеп тә китә. Ә ҡышын йылынырға, ҡышларға кәрәк бит. Йәнғәле бабай, ярай, тине. Газ үткәреү хәҙер ҡиммәт, йәшәһен үҙебеҙҙең, ғәфү итегеҙ, нисек йомшағыраҡ әйтергә, тиреҫебеҙ, тине. Ә элегерәк трактор эшләй башлағансы тиҙәкте апайҙар һәм еңгәләр һуға торғайны. Уларҙың ике кирбес ҙурлығы ағас ҡалыптары була, шуны тултырып ала ла, тигеҙләп һалып сыға. Тиҙәктәр йәй буйы кибә, ә ҡыш буйы беҙҙе йылыта.
Ә был кем, тиһегеҙме? Гөлбикә инәй үҙе инде, Йәнғәле бабайҙың әбейе. Гөлбикә инәй әйтә. Нимә ти инде? Беҙҙең турала китап яҙ, нисәмә йыл гәзиттә эшләйһең, беҙгә иғтибар ҙа иткәнең юҡ, юғиһә, ауылыбыҙҙың тарихын белмәйҙәр.
Мин әйтәм:
– Гөлбикә инәй, Йәнғәле бабай менән һөйләшәйек, – тинем.
– Бабайың арыған, ял итә, аяҡтары ла насар йөрөй, уны мәшәҡәтләмә, – тип инәй ҡаршы төштө.
Мин һеҙгә бер сер асам, Йәнғәле бабайҙы йылдан ашыу инде берәү ҙә күргәне юҡ. Уның хаҡында, шунда барған, ауыл башлығы Әшрәфте шелтәләп киткән, район башлығы Кәрим Мусаевичты әрләгән, тигән һымағыраҡ хәбәрҙәр генә ишетелеп ҡала. Өфөгә барып, Рәхимовтың үҙе менән дә һөйләшкән, колхозды яңынан ойошторорға вәғәҙә иткән. Гөлбикә инәй үҙе килеп сыҡты тағы ла. Мин әйтәм:
– Миңә Йәнғәле бабай кәрәк. Ул булмаһа, уның менән һөйләшмәһәм, китапты башлай алмайым, тинем.
– Ярай, – тине әбей. – Мин уға әйтермен, ул һине бик хөрмәт итә, моғайын, ҡабул итер, – тине. Мин әйтәм:
– Улай булғас, Йәнғәле бабайҙың Ленин орденын булһа ла күрһәт. Ундай орденды тотоп ҡарағаным юҡ, – тинем. Инәйем кеткелдәп көлдө лә, беләһегеҙме, нимә тине?
– Әгәр ул орден булһа, мин һиңә уны, рәхәтен күр, тип тағыр ҙа ебәрер инем. Юҡ шул, әллә ун, әллә егерме йыл элек бер хәбәрсе килгәйне, ыҫпай, әҙәпле генә кешегә оҡшағайны. Бабайҙы ултыртып та төшөрҙө, баҫтырып та төшөрҙө, орденды ла төшөрҙө, һуңынан икеһенә бер литр “төшөрҙөләр”. Хәбәрсенең ҡайһы гәзиттән икәнен дә һорамағанбыҙ, китте лә юғалды, онотолдо. Бер ун йыл элек бабайымды Өфөгә саҡырҙылар, суверенитет байрамына. Шунда орденын тағып барһа, Ғилман тигән дуҫы күреп ҡалған. Тимерен тотоп ҡараған да: “Был ҡалайҙы ни эшләп тағып йөрөйһөң?”– тигән. Бабайың тотоп ҡараһа, сәй ҡурғашы һымаҡ тимерҙән сүкеп, ысынын алып, быныһын ҡалдырып киткәндәр. Бабайың ул яҡҡа ныҡ бит, кеше көлдөрмәйем, тип ырғытып киткән. Ярай әле, пенсия иҫәпләгәндә орден таныҡлығы һаҡланған.
– Ә пенсияһы күпме? – тип һорайым.
– Пенсияһы күп түгел – бигерәк күп – айына 55 мең сыға.
– Оһо! – тинем мин. Китапты яҙһам, тимәк, заказ биреүсенең түләү мөмкинлеге бар.
Инәй мине йөрөтөп донъяһын күрһәтте. Күренеп тора, Йәнғәле Мырҙағәлеевич ныҡ кеше икән. Өйөн кирбестән төҙөгән, тимер ҡойма менән уратып алған. Хужа кешенең донъяһы шулай булырға тейеш – башҡаларға өлгө күрһәтә.
– Бабайыңдың аҡсаһы етерлек, – тине Гөлбикә инәй. – Пенсияһын бына тулыһынса силсәүит мәшәҡәттәренә биреп бара. Шуның иҫәбенә ауылда башланғыс мәктәпте тоталар.
– Йәнғәле бабай бигерәк йомарт икән, – тинем мин. – Ярай, беҙҙең бабайҙар араһынан да шундай кешеләр сыҡһын әле.
Йәнғәле бабай менән һөйләшербеҙ, әлегә мине донъяһы менән Гөлбикә инәй таныштыра. Ниһәйәт, беҙҙең халыҡҡа ла етеш йәшәү өсөн мөмкинлектәр асылды, тип ҡыуанам. Әллә ике-өс ҡатлы мал аҙбары тора, унда бабай менән әбейҙең хеҙмәтселәре йөрөп ята. Өсәү-дүртәү күренеп ҡалдылар. Мин ауылға һирәк ҡайтҡас, күбеһен танып та бөтмәйем. Юҡ, бында китап яҙырлыҡ эштәр бар! Уҡыусыларға оҡшарына шигем юҡ. Ошондайыраҡ бер әҫәр хаҡында күптән хыялланып йөрөй инем, ниһәйәт, хыялым тормошҡа аша. Гөлбикә инәй миңә баштан уҡ бер шарт ҡуйҙы. Мин яҙғанда нисек бар, шулай яҙырға тейешмен. Шыттырыу-фәстереү өсөн яҙылмай китап. Гәзитсәрәк әйтһәк, ул халыҡтың тормошон сағылдырырға, башҡаларға феһем бирергә, йәшәргә өйрәтергә тейеш.
Мин килештем. Ә ниңә мах биреп тороға әле? Әйҙә, нимә бар, шуны яҙайыҡ. Килер быуындар уҡып, тәжрибә алһындар. Әтеү, ауыл бөтә лә, бөтә, тип зарланалар. Бөтөрмәһәгеҙ, бөтмәҫ.

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: