+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Апрель 2020, 14:08

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” Хикәйә

Алтынсы яртыларҙа Марат “уазик” менән дауахана эргәһен ҡыҙыра башланы һәм поликлиникаға яҡыныраҡ урында туҡтаны, шым ғына көтә башланы: килерме, юҡмы? Марат өсөн барыбер ине, килһә лә, килмәһә лә, борсолмай. Бөгөн килмәһә, иртәгә килер, иртәгә лә килмәһә, икенсеһе килер. Шул ваҡыт эргәлә тәҙрәгә һуҡҡан һымаҡ булдылар. Ҡараһа, Сәриә тора. Былай, ҡараңғы булғас, тойолмай – үҙгәргәнме икән, юҡмы. Марат тиҙ генә төшөп, ишекте асып, ҡатынды артҡы рәткә ултыртты һәм аҡрын ғына ҡуҙғалып китте. Шөкөр, берәү ҙә күрмәне, шикелле.

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...”
Хикәйә
Бишөйлө районы һуңғы ун йылда бер ҙә етәксенән уңманы. Төрлөһөн килтереп ҡуйып ҡаранылар. Бына бер заман Марат Сәмиғуллинға ла сират етте. Министр урынбаҫары булып эшләп йөрөгән еренән һыпыра тартып алдылар ҙа, ике-өс көн эсендә райондың иң юғары етәксе вазифаһына ултыртып та ҡуйҙылар. Марат үҙе менән бергә уҡыған Фәриттең бында эшләгәнен белә ине. Колхоздар бөткәнсе экономист булып йөрөнө, аҙаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығына начальник итеп ҡуйғандар. Марат Фәриттең ойоштороу ултырышында иң артҡы рәттәрҙең береһендә ултырғанын күреп ҡалды. Тәки бергә уҡыныҡ, тип Мараттың эргәһенә килмәне, шылтыратманы, ҡотламаны. Марат урынбаҫарынан: “Ғәлиев нисек эшләй?” – тип кенә һораны. “Ҡушһаң, эшләй, ҡыуһаң, китә”, – тип яуап бирҙеләр.
Эйе, Марат менән Фәрит бергә уҡыны. Улар уҡығанда Аграр вуз студенттары мединститут студенттары менән берлектә кисә үткәрә торғайны. Йәнәһе, студенттар менән студенткалар кисәлә таныша ла, ҡыҙҙар егеттәргә кейәүгә сығып, ауылға китә. Икәүләшеп, шунда Сәриәне беренсе тапҡыр күрҙеләр, икеһе лә оҡшатты, ләкин Фәрит йылғырыраҡ булып сыҡты. Марат быға иғтибар ҙа итмәҫ ине, әгәр был хәл беренсе тапҡыр һәм осраҡлы булһа. Ауылда саҡта ла икәүләшеп колхоз рәйесенең ҡыҙын оҙатырға йөрөй торғайнылар. Хужаның ҡыҙы уларҙы һанға һуғамы инде? Фәритте әүрәтеп йөрөгән булды ла, Мәскәүгә уҡырға китте һәм шунда тороп ҡалды. Марат, Фәрит Сәриә менән кисәләрҙә байтаҡ осраштылар әле. Марат үҙен рәнйетелгән һымаҡ тойҙо. Әйтерһең, бик кәрәкле, матур уйынсығын тартып алдылар. Яҙа-йоҙа һораштырып, улар хаҡында ҡыҙыҡһынып йөрөнө. Ни әйтһәң дә, Фәрит – дуҫы, класташы, ауылдашы. Бына бит, юлдар тағы киҫеште. Ана, Фәрит район үҙәгендә бәҙрәф таҙарта, ә Марат уның ҡолағын бора. Әлбиттә, насар эшләгәне өсөн.
Фәрит бер яҡшылыҡ та көтмәне, күрәһең, бер тапҡыр ҙа килмәне, тимәк, үҙен ғорур һанай, баш эйгеһе килмәй. Ул Сәриәнең баш табип урынбаҫары булып эшләүен белә ине. Уның хаҡында ла һорашты. “Һәйбәт эшләй, етешһеҙлектәргә, низағтарға эләккәне юҡ”, – тинеләр. Бер көн Марат тотто ла, үҙе шылтыратты. Сәриә тулҡынланды, ҡаушап ҡалды, байтаҡ ҡына һөйләшеп, элекке таныштарҙы хәтергә төшөрөп, хәл-әхүәл белештеләр. Һүҙ араһында Фәритте лә иҫкә төшөрҙөләр.
– Марат Вафич, шуға берәй урын бирер инегеҙ, – тине көтмәгәндә Сәриә. – Һеҙ бит бергә уҡынығыҙ, һеҙҙе ул бик хөрмәт итә.
– Әгәр хөрмәт итһә, исмаһам, бер килер ине, – тип әйтеп ҡуйҙы Марат.
– Әйттем, әйттем мин уға – уңайһыҙлана. Ауылдашы, класташы, һабаҡташы килеп тә еткән, тиер, тине.
– Ярай, һөйләшербеҙ, – тине Марат. – Миңә һинең үҙеңде күререгә ине. Күптән осрашҡаныбыҙ юҡ.
– Мине күр-гегеҙ киләме? – ҡатын тотлоҡто. – Нисек булыр? Килешерме икән?
– Ни эшләп килешмәһен? Мин вазифам буйынса дауахана эшмәкәрлеге менән таныша алам, бер ыңғай үҙеңде лә күрермен. Белә инең, мин һине ныҡ оҡшата инем...
– Ҡуйығыҙ инде, Марат Вафич.
– Әйҙә, бер йәшлеккә әйләнеп ҡайтайыҡ. Иртәгә биштәргә һеҙҙең яҡҡа киләм, мин “уазик”та булырмын. Номеры – өс дүртле.
– Ярай, – тип килеште ҡатын төшөнкө генә. – Иртәгә ҡарарбыҙ.
Киске эңер тиҙ төшә. Декабрь айы булғас, 5 тулыу менән, ҡараңғылана ла башланы. Марат “уазигы”нан сығып, тәүҙә район үҙәге буйлап урамдарҙы барлап сыҡты. Ҡарҙы насар көрәйҙәр икән, юлдар ҙа бик тигеҙ түгел. Быларға, әлбиттә, Фәриттең мөнәсәбәте юҡ, уның башҡа эше лә етерлек. Марат үҙенең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған секретаршаға шылтыратты.
– Ғәлиевты табығыҙ, киске алтыға килеп ултырһын әле, мине көтһөн.
Ун минут та үтмәне, секратарша яңынан шылтыратты:
– Ғәлиев Фәрит алтыға килеп торасаҡ.
Алтынсы яртыларҙа Марат “уазик” менән дауахана эргәһен ҡыҙыра башланы һәм поликлиникаға яҡыныраҡ урында туҡтаны, шым ғына көтә башланы: килерме, юҡмы? Марат өсөн барыбер ине, килһә лә, килмәһә лә, борсолмай. Бөгөн килмәһә, иртәгә килер, иртәгә лә килмәһә, икенсеһе килер. Шул ваҡыт эргәлә тәҙрәгә һуҡҡан һымаҡ булдылар. Ҡараһа, Сәриә тора. Былай, ҡараңғы булғас, тойолмай – үҙгәргәнме икән, юҡмы. Марат тиҙ генә төшөп, ишекте асып, ҡатынды артҡы рәткә ултыртты һәм аҡрын ғына ҡуҙғалып китте. Шөкөр, берәү ҙә күрмәне, шикелле.
– Йә, Сәриә, һаумы, хәлдәрегеҙ нисек? – тине Марат.
– Ой, Марат Вафич, ҡурҡыуымды белһәгеҙ... – шәшке кәпәсен систе, ҡаушағандыр, тунының һиҙәптәрен ысҡындырып өлгөрҙө. – Туҡта, һеҙ мине ҡайҙа алып киттегеҙ?
– Ә мин Бишөйлөнө бер аҙ беләм, анау урамдың сатында бер матур ғына сквер бар.
– Юҡ, юҡ, юҡ... ҡатын тертләне. – Скверҙа йөрөйһөбөҙ юҡ, кеше күреп ҡалыр. Фәрит көнләшә, беҙҙең главврачтан да көнләшеп, эт була.
– Мине бында ҡуйғас, ҡыуанғандыр, тип уйлағайным, – тине Марат.
– Ҡыуана һиңә. Улмы һуң инде ҡыуана белә торған кеше?
– Ҡайғырҙымы?
– Уфтанды ла, уфтанды. Яратмайым шул мыжыҡ, ҡалтыранып торған ирҙәрҙе. Һеҙҙе етәксе итеп ҡуйғандан, донъя емерелеп төшмәй бит. Бында эштәр насар. Көслө, һеҙҙең һымаҡ етәксе кәрәк.
– Ярай, эш хаҡында һуңынан һөйләшербеҙ, – тип Марат бүлдерҙе.
Машинаһын ағастар араһына туҡтатты. Үҙе артҡы рәткә төшөп ултырып, шунда уҡ ҡатындың ҡулынан тотто. Тегеһе ҡулын алырға иткән һымаҡ булды ла, күнде, күрәһең, өндәшмәне.
– Ә ниңә, мине күрергә теләмәйһеңме ни? – тине Марат ҡыйыу ғына.
– Әллә, гәзит уҡыйбыҙ, телевизорҙан күрәбеҙ, һеҙҙең уңыштарығыҙға ҡыуанып йәшәйбеҙ инде, – тип көлөп ебәрҙе Сәриә.
– Поликлиникала үҙеңдең эштәрең нисек? Һин начмед булып эшләйһең икән...
– Беҙҙең эш инде көйләнгән, эш хаҡы бирһәләр, проблемалар хәл ителә. Көн һайын әле береһе, әле икенсеһе табылып тора инде.
Сәриә ҡабалана, үҙе ҡурҡа, туҡтауһыҙ сәғәтенә ҡарай.
– Ҡабаланаһыңмы? – тип һораны Марат.
– Фәрит көн һайын 6 сәғәт 15 минутта мине килеп ала, саҡ ҡына һуңлаһам, ҡайтып китә. Шунан мин машина эҙләп йөрөйөм, ҡайтырға, тип. Көтһә була бит инде, – тип зарланып алды Сәриә.
– Бәлки һине баш врач итергәлер? – тип үҙе лә һиҙмәҫтән әйтеп ҡуйҙы Марат. Сәриә көлөп ебәрҙе. Тимәк, оҡшаны был тәҡдим.
– Ой, Марат Вафич! Унда эштең күплеге!.. Ир-ат ҡына күтәрә торған эш ул. Һеҙ, әгәр мөмкин булһа, класташығыҙҙы ҡарағыҙ. Фәриткә лә хәҙер 40 булды, ә бер йүнле эштә эшләгәне юҡ. Бәлки үҙе асылып китер.
– Беләм мин уны, – тине Марат. – Сәғәт 9-ҙа эшкә килеп, 6:15-тә ҡайтҡан кешенән бер яҡшылыҡ та көтөп булмай.
– Уҡығанда ла шулай булдымы ул? – тип һораны Сәриә.
– Уҡығанда ла шулайыраҡ булды шул. Мин уға аптырай торғайным: беҙ уҡыуға китәбеҙ, ә ул – йоҡлап ҡала.
– О, йоҡларға ул әле лә ярата, – тине ҡатыны. – Ирек кенә бир. Шәмбе-йәкшәмбе, эш булмаһа, төшкә тиклем уятып булмай.
– Әллә уға кейәүгә сыҡҡаныңа үкенәһеңме, – тип Марат ҡатындың икенсе ҡулынан да тотто , ҡосаҡланы һәм һаҡ ҡына ирендәренән үпте. – Миңә Бишөйлө нимәгә кәрәк, һин булмаһаң, ҡайтып та тормаҫ инем, – тине Марат Сәриәне ҡосағына нығыраҡ алып.
– Ысынлап әйтәһегеҙме? Ә теге ваҡыт, институтта уҡығанда һеҙ күрмәгәндә оҙаҡ ҡына ҡарап торғайным мин һеҙгә. Ниңәлер йыуаш һымаҡ тойолдоғоҙ. Үҙем дә белмәйем, нисек Фәритте һайлағанмындыр инде. Ярай, ҡайтайыҡ, булмаһа. Беҙҙең яҡҡараҡ алып барһағыҙ, – тине Сәриә. Үҙе Маратҡа нығыраҡ һыйынғандай булды.
– Мин Фәритте көтәһеңдер, тип уйлайым.
– Уны көтә башлаһаң... Кисә лә ҡалдырып ҡайтып киткән. Ун биш минут көтә алмаған. Ҡатынға хөрмәтте шул күрһәтә инде. Бәлки бөгөн алып ҡайтыр.
– Әле ҡайҙа икәнен беләһеңме?
– Белмәй, һуң, хужа саҡыртты, уф, ни эшләйем икән, ни эшләтер икән, тип ҡалтырана башлағайны инде. Әле лә ни үле, ни тере ултыралыр инде. Ә беҙ бында һинең менән икәүләп йәшлекте иҫкә төшөрөп ултырабыҙ.
– Фәритте әйтәм, ысынлап тулҡынланамы икән?
– Тулҡынланыу ғына тиһеңме, дер ҡалтырап, хәле бөткәндер инде.
– Фәриткә шылтырат әле, керҙеңме, тип һораған бул. Шылтырат, шылтырат...
– Ҡатын йылмайып ҡуйҙы ла, телефондан иренә шылтыратты.
– Йә нисек, кереп сыҡтыңмы? Һөйләштеңме?
– Юҡ, тип кемдеңдер мөңгөрҙәгәне ишетелде телефондан. – Өфөнән шылтыратҡандарын көтә икән. Ваҡыты булмағас, ниңә саҡырғандыр инде?
– Көтәһеңме? – тип һөйләндерҙе һаман ҡатын.
– Мин начальник – һин дүрәк, һин начальник – мин дүрәк. Көтөргә тура килә инде дүрәкте, – тине тегеһе бөтә салонға ишеттереп. Марат көлөп ебәрә яҙҙы. Ярай, Сәриә ауыҙын ҡаплап, туҡтатып торҙо.
– Ярай, көтһөн, – тине аҙаҡ.
– Уны ни эшләтергә уйлайһың инде? – тине Сәриә.
– Эштән ҡыуып булмай бит инде бергә уҡыған һабаҡташты. Бында урынбаҫар вазифаһы бар ул, Насировты эштән ебәреү ҡурҡынысы янай.
– Марат Вафич, шунда ҡуйһағыҙ, тырышып ҡына эшәмәҫме икән? – тип уйлайым.
– Үҙенән тора, – тине Марат кинәйәле генә итеп. – Үҙе эшләһә, ҡулынан килһә, ҡуйырға мөмкин. Һәм... һинән тора, – тине ул ҡатынды ҡыҫып ҡосаҡлап.
Ҡатын өндәшмәне.
– Һәр хәлдә, мин һине уға рәнйетергә ирек бирмәйәсәкмен.
– Ә ҡатынығыҙ киләме? – тип һораны Сәриә.
– Ул минең ҡайтыуыма бик ҡаршы ине, әле эшләгән урыны бик һәйбәт, шуға уның бында күсенеп килерен бик күҙ алдына килтерә алмайым. Өлкән ҡыҙыбыҙ ике йылдан 11-ҙе бөтә, уҡырға индерергә кәрәк, уҡытырға кәрәк.
Бындай саҡта ваҡыт тиҙ үтә бит. Хушлашыр алдынан ҡатын тамам Маратҡа һыйынып ултырғайны.
– Хәҙер ни эшләйһең? – тине Сәриә.
– Әгәр теләһәң, мин һине өйөңә илтеп ҡуям. Шунан һуң Фәрит Сәхиевич менән һөйләшәм.
Ҡатын тағы пырхылдап көлөп ебәрҙе. Тимәк, бөгөнгө осрашыуҙан ҡәнәғәт. Ә үҙе һаман төҫ ташламаған – матур, яғымлы, һөйләшеүе лә ябай.
– Ғаиләңде килтерәһеңме? – тип һаман ныҡышты Сәриә.
– Бишөйлө менән Өфө араһы алыҫ түгел, ике-өс сәғәтлек юл, бында ҡунып йөрөргә урын да бар. Ярай, мин һине оҙатып ҡуяйым булмаһа.
“Уазик” район үҙәге яғына ыңғайланы. Улар икеһе лә ҡәнәғәт ине. Ир шуға төшөндө – ул бында дәртләнеп, шатланып эшләйәсәк, үҙенең тыуған яғы бит. Ә ҡатын һаман да ирен генә уйлай ине...
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


Читайте нас: