+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Апрель 2020, 10:51

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ Икенсе бүлек

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ Икенсе бүлек (Роман түгел, повестан бәләкәй, хикәйәнән ҙур. Сатыры әҙерәк, йомороһо ҙурыраҡ) Сәфәр икеләнә. Эх, бөгөн башлағанда, шәп булыр ине! Былай бил өҙөлөп бара инде, өҙөлөп бара! Ир ауылса фекер йөрөттө һәм ҡабаланмаҫҡа булды: – Кеше алдында уңайһыҙ, әллә нимә һөйләп сығарырҙар, – тип мөңгөрәне. – Мин дә шулай уйлап торам, – тине ҡарсыҡ. – Беҙҙең халыҡ, ҡулынан эш килмәһә, ғәйбәт һөйләргә эшкинә инде. – Ярай! – тип тәүәккәлләне Сәфәр. – Мин бөгөн башлайым. – Төштән һуңмы, әллә кискәме? – Юҡ! – тине Сәфәр. – Мөмкин булһа, мин төнөн килермен. – Нисек төнөн? – тип ғәжәпләнде ҡарсыҡ. – Минең бында кругом видеокамералар, хәҙер ут ялпылдай башлаясаҡ. – Ә мин бына, арт яҡтан килермен... ... Мал аҙбары яғынан килеп сығыуҙарына, Сәфәр менән Гөлбикә ҡарсыҡты Ғәбдүк менән Әғлүш көтөп торалар ине. Улар бер-береһенә ҡарашты: – Был ни эш? Еңгә, был нисек була инде? – тип һөжүмгә көсте Ғәбүк улар күренеү менән. – Мин дә шуны һөйләп торам, – тине Әғлүш. – Нимә булды? Нимә булды? – тине Гөлбикә ҡарсыҡ. – Ҡабарындығыҙ ҙа киттегеҙ. – Ошо көнгә тиклем беҙгә вәғәҙә итеп йөрөнөң, хәҙер килеп, Сапыйға күрһәтеп йөрөйһөң. – Нимә күрһәтеп йөрөйөм? Мин бында хужа! – тине Гөлбикә ҡарсыҡ...

– Йә, Фариза ҡыҙым, башлайбыҙмы? – тине Гөлбикә инәй мине етәкләп алып. – Ҡурҡып торма, ҡыйыу бул, һин бит хәбәрсе. Нимә ҡыҙыҡһындыра, шуны һора. Бына тигән китап сығырға тейеш. Батыр бул, һин бит хәбәрсе. Бүрене аяҡтары ашатҡан һымаҡ, һине лә, хәбәрсене, яҙғандары ашатырға тейеш. Алға, Фариза!
Мин иң тәүҙә Гөлбикә инәй менән Йәнғәле бабайҙың донъялары менән танышып сыҡтым. Бөтә эште Гөлбикә инәй бер үҙе алып бара. Ә Йәнғәле бабай һаман ҡаҙна эшенән бушамай икән. Гөлбикә әбейҙең уңғанлығына ғәжәпләнерһең! Иртәнән алып, кискә тиклем мин унан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйәсәкмен һәм вис кенәһен яҙасаҡмын. 70-те үтһә лә, биш һыйыр, унлап башмаҡ, егермеләп кәзә киң донъяһына һыймай йөрөп яталар. Ә умарталары күпме? Ҡарсыҡтың кинәнеп йөрөүенә һәм хөр йәшәүенә хайран ҡалырһың. “Минең заман килде!” – тип ҡулдарын болғап һөйләй. Яйы сыҡҡан һайын: “Олатайымды “кулак”, тип Себер ҡыуғандар, хәҙер шуның ҡоһорон ҡайтарам”, – ти. Әбейҙең бөтәһе лә яйға һалынған. Үҙе йыл әйләнәһенә бармаҡ та һелкетмәй, тип әйтерлек. Барыһын да ялсылары ғына эшләй. Бына Ғәбдүк менән Әғләм кемдән артыҡ? “Әбей, ниндәй эшең бар?”, – тип көтөп кенә йөрөйҙәр. Капитализм шулай була шул. Эшләүсеһе булғас, тимәк, ашатыусыһы ла бар. Ана, 40 умартаһы ултыра. Әгәр күршеһе Сәфәр булмаһа, уныһына өлгөрмәҫ ине. Сәфәр менән Зифа бер эшенән дә ҡалмай. Күберәге Әғләм-Әғлүш менән Ғәбдүк йонсой инде. Улары ҡара эшкә шәп: картуфын ултырталар, утайҙар, көҙгөһөн – ҡаҙып алалар. Быны икәүләшеп, эшен көтөп кенә ултырлалар. Кеҫә телефонынан шылтыратыу етә, йүгерешеп, Гөлбикә әбейҙең утарына киләләр.
Бөгөн күршеһе Сәфәр әбейҙе эҙләп, ике тапҡыр керҙе. Ишеге асыҡ, үҙе юҡ, эте лә өрмәй. Өсөнсөгә кергәнендә Гөлбикә әбейҙең мал аҙбаны яғынан килгәне күренде.
– Сәфәр, әллә сирләп тораһыңмы? – тине Гөлбикә. – Йонсоғанһың һымаҡ.
– Бил менән интегәм, – тине күршеһе. – Уң яҡ ҡулбаш та ауыртып тора. Әллә артрит, әллә остеохондроз, – тип күршеһе зарланып алды.
– Әллә ел һуҡтымы икән? – тине Гөлбикә. – Сәфәр ҡустым, һиңә дауаланырға кәрәк!
– Нисек өлгөрәһең, донъяны кемгә ташлап китәйем? – тине Сәфәр.
Үҙе лә ныҡ эшләй шул. Мал-тыуары күп, донъя көтмәйенсә, булмай. Заманса әйтһәк, Гөлбикә менән Сәфәрҙең икеһенә бер кооперация. Сәфәрҙең машинаһы бар, итен, һөтөн, ҡаймағын, балын ул һатып бирә. Ҡарсыҡҡа килемде теркәп барырға ғына ҡала.
– Ярай, – тине Гөлбикә. – Мин һине дауалайым.
– Нисек итеп дауалайһың?
– Эх, ҡустым, һин бит әле йәш, ҡул-аяҡһыҙ ҡалһаң, ни эшләрһең?
– Балнисына барһаң, ятып буламы, беҙҙең һымаҡты һалып та бармайҙар, – тип зарланды Сәфәр.
– Әйҙә, ҡустыҡайым, күрһәтәйем. Был әбей нисек көн һайын йүгереп йөрөй икән, тип аптырайһыңдыр әле.
Гөлбикә әбей Сәфәрҙе мал аҙбары эргәһендәге ҙур тиреҫ өйөмөнә алып килде. Өйөмдөң көньяғында йәтеш кенә урын бар икән, еңел генә итеп бер ҡапҡасты алды.
– Һинең бил булғас, мәтрүшкә, меңъяпраҡ төнәтмәһе өҫтәрмен, ҡомалаҡ һалырмын. Тик кешегә өндәшмә! Һалым таптыра башлайҙар.
Гөлбикә әбей үҙе эсенә кереп, ултырып күрһәтте. Бая Сәфәр эҙләгән сағында ошонда ултырған икән. Әбей хаҡлы ялға сыҡҡансы, ауылдағы ФАП-та шәфҡәт туташы булып эшләгәйне.
– Башың ауыртмаймы, ҡолағың шауламаймы, температураң юҡмы? – тип һорашып алды.
Сәфәр тәүәккәлләне. Анһат ҡына итеп өңгә кереп ултырҙы. Танауына еңел генә итеп сәскәләр, гөл-баҡса һәм тиреҫ еҫе килеп бәрелде.
– Сәскә еҫенә түҙерлек, әбей, ә һуңынан минән тиреҫ еҫе аңҡып тормаҫмы?
– Үҙең ҡара, процедуранан һуң йыуына алаһың.
– Нисәшәр минут ултырырға?
– Оҡшаһа, көнө буйына ултыра алаһың, көн һайын.
– Юҡ, улай булмай, ул сағында эште кем эшләй?
– Улай булһа, ярты сәғәттән башла, бер сәғәт тамам булыр.
– Күп ултырһаң, файҙаһы ла шул хәтле, зыяны – бөтөнләй юҡ.
– Ҡасан башлайым?
– Ваҡытың булһа, хәҙер үк.
– Көпә-көндөҙмө?
– Эйе, көпә-көндөҙ. Нимәһе бар, хилаф эш ҡылмайһың.
Сәфәр ентекләп тирә-яҡты байҡаны. Ауыл халҡын, үҙең беләһең, теләһә-нимә һөйләп сығарырға ғына торалар. Көлөрҙәр, интернетҡа яҙырҙар. Әле Зифаһы нимә әйтер әле... Сәфәр – һәр мәсьәләне ентекләп, уйлап хәл итеп өйрәнгән кеше.
– Йә, Сәфәр, ултыраһыңмы, әллә ябайыммы?
Сәфәр икеләнә. Эх, бөгөн башлағанда, шәп булыр ине! Былай бил өҙөлөп бара инде, өҙөлөп бара! Ир ауылса фекер йөрөттө һәм ҡабаланмаҫҡа булды:
– Кеше алдында уңайһыҙ, әллә нимә һөйләп сығарырҙар, – тип мөңгөрәне.
– Мин дә шулай уйлап торам, – тине ҡарсыҡ. – Беҙҙең халыҡ, ҡулынан эш килмәһә, ғәйбәт һөйләргә эшкинә инде.
– Ярай! – тип тәүәккәлләне Сәфәр. – Мин бөгөн башлайым.
– Төштән һуңмы, әллә кискәме?
– Юҡ! – тине Сәфәр. – Мөмкин булһа, мин төнөн килермен.
– Нисек төнөн? – тип ғәжәпләнде ҡарсыҡ. – Минең бында кругом видеокамералар, хәҙер ут ялпылдай башлаясаҡ.
– Ә мин бына, арт яҡтан килермен.
– Бында камералар юҡлығын, юҡ та ул.
– Тиреҫтең был яғы өйөңә күренмәй. Мин шым ғына үтәм дә, кереп ултырам. Берәү ҙә күрмәй.
– Һин еңел генә уйлайһың, Сәфәр туғаным, – тине Гөлбикә. – Бөгөн кискә ҡыҙым ҡайта, улдарым да көн аралаш ошонда, тигән һымаҡ. Сигнализация эшләп ҡуйыр, берсә – бер-бер хәл булыр.
– Тәүге сеанс нисә көнлөк?
– Әйттем бит, йәй буйы ятһаң да, зыяны юҡ, кәмендә ун-ун ике тапҡыр булырға кәрәк.
– Ярай, – тине Сәфәр. Ҡайтып һөйләшәм дә, апай, һеҙгә әйтермен.
Мал аҙбары яғынан килеп сығыуҙарына, Сәфәр менән Гөлбикә ҡарсыҡты Ғәбдүк менән Әғлүш көтөп торалар ине. Улар бер-береһенә ҡарашты:
– Был ни эш? Еңгә, был нисек була инде? – тип һөжүмгә көсте Ғәбүк улар күренеү менән.
– Мин дә шуны һөйләп торам, – тине Әғлүш.
– Нимә булды? Нимә булды? – тине Гөлбикә ҡарсыҡ. – Ҡабарындығыҙ ҙа киттегеҙ.
– Ошо көнгә тиклем беҙгә вәғәҙә итеп йөрөнөң, хәҙер килеп, Сапыйға күрһәтеп йөрөйһөң.
– Нимә күрһәтеп йөрөйөм? Мин бында хужа! – тине Гөлбикә ҡарсыҡ.
– Ә, нимә, тиреҫте беҙҙән сығарттырмайһыңмы ни?
– Ну, егеттәр, һеҙ минең ҡәҙерҙе ебәрмәгеҙ инде, – тигән булды Сәфәр. – Үҙемдең тиреҫ сығарылмаған әле.
– Ярай, улайһа, беҙ сығарып бирербеҙ, – тине Ғәбдүк.
– Рәхмәт! Үҙемдең ҡулымдан килә әле, – тине Сәфәр. Баяраҡ Сапый тигән һүҙгә үпкәләй биреп ҡуйғайны.
– Сеү-сеү, сеүегеҙ! – тине Гөлбикә ҡарсыҡ. – Аллаға шөкөр, барығыҙға ла эш етә.
Ғәбдүк менән Әғлүш күҙ алдында тынысланды.
– Еңгә, – тине Әғләм, – ярылған утынды ҡайҙа өйөргә?
– Эй, минең уңғандарым, үҫкәндәрем, – тип ҡыуанды Гөлбикә әбей. – һеҙгә эш түҙәме һуң инде! Ҡуй инде, рәхмәт яуғырҙар, эш еткереп булмай!
Егеттәр һарай эргәһендәге бәләкәй бүлмәгә утын ташый башланы һәм күҙ ҡырыйы менән генә тиреҫ өйөмөнә күҙ ташланылар. Ябай өйөм түгел был, йәй буйы уларҙың күңелен йылытҡан, өмөтләндереп тотҡан өйөм. Әгәр барлай башлаһаң, был өйөмдән күпме файҙа күрҙе улар. Тиреҫ түгел, хазина инде, хазина! Тик тотона ғына бел. Хәҙер нисәмә йыл хеҙмәт итә, тағы нисә йыл файҙаһын күрәсәктәр әле.
Ә был минуттарҙа Сәфәр тирләп-бешеп Зифаһына Гөлбикә ҡарсыҡтың тиреҫ өйөмө, шундағы өң, сәскәләр хаҡында бик ентекләп һөйләй ине. Зифа тыңлай, хәйер, тыңламай, уның, иренең, күҙҙәренә туп-тура ҡарап, ентекләп, өнһөҙ генә һорау ала ине.
– Гөлбикә еңгә шулай тине.
– Кисә массаж яһатыуың ярҙам итмәнеме? – тине ҡатыны.
– Кистән еңеләйгән һымаҡ ине, иртән тағы ҡуҙғата алманым.
– Унда бер үҙең булаһыңмы? – тине Зифа, тағы ла тишеберәк.
– Ярай, һине саҡырам, һаҡлап ултырырһың.
– Һин нимә, мине кемгә һанайһың? Һинең тиреҫкә күмелеп ятҡаныңды мин һаҡлап ултырырға тейешме?
– Һуң, үҙең ныҡытҡанға әйтеүем, – тине Сәфәр аҡланғандай.
– Ярай, һинеңсә булһын. Тәүге көндө – 30 минут, ҡалған көндәрҙә – 1-әр сәғәт, йәғни, 60-ар минут, – тип ризалашты Зифаһы. – Ҡара уны, үҙеңде килеп, тикшереп йөрөйөсөкмен! Әгәр эргәңдә берәйһе булһа, йә әгәр үҙең юғалһаң, бер яҡшылыҡ та көтмә!
– Уф, ҡатыһың, ҡатыһың! – тип ыңғырашты Сәфәре.
– Ә һинең менән башҡаса мөмкин түгел! – тине Зифа.
– Туҡта! Тиреҫ араһынан сыҡҡас, еҫе сыҡмаһын өсөн мунсала арҡаңды үҙем ышҡып йыуам. Ризаһыңмы? – тине Зифаһы.
– Риза, риза булмаған ҡайҙа? – тине ир күндәм генә тауыш менән ҡатынының мут күҙҙәренә ҡарап.
Уф, тип өҙгөләнде эстән генә ир. Быға тағы нимә кәрәк икән?

-----------
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: