-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Апрель 2020, 12:56

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 2. Хикәйә

Марат машинаһын гаражға кертеп ҡуйҙы ла үҙе генә белгән ишектәр аша кабинетының артҡы ял бүлмәһенә үтте. Видеокамераларға тоташтырылған экранға ҡараны. Секретарь үҙенең эше менән мәшғүл, ә ишектең уң яғында бөршәйеп кенә Фәрит ултыра. Әле кем булып, ҡабарып йөрөй торғайны, бер метр ҙа һикһән сантиметрлы баһадир, тип һис кем уйламаҫ. Марат элекке дуҫына бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Элекке дуҫы? Ниңә әле элекке дуҫы? Ҡасан ул Мараттың дуҫы булды әле ул? Марат ябай колхозсы ғаиләһенән, ә Фәрит – бригадирҙың улы. Атаһы ауылды дер һелкетеп тота торғайны. Ә хәҙер улы бөршәйеп кенә мөйөштә ултыра. Хатта күренер-күренмәҫ кенә. Бына шулай, власть, әгәр теләһә, күтәрә, бәләкәй генә кешене лә ҙур итеп күрһәтә. Ә инде оҡшамаһа, баһадирҙы ла юҡҡа сығара. Фәрит Мараттан бер башҡа бейегерәк булды. Бейегерәктәр, ғәҙәттә, алдан атлай, улар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә бәләкәйҙәр – уларҙың ышығында. Уңайлы, әлбиттә, ләкин күренмәү ҙә насар. Ә Марат – күренде. Сөнки уның алдынан атлағандар үҙе менән бер сама ине. Сәй эсерергәме, коньяҡ ҡойорғамы икән был “дворник”ка? Ярай, ҡарарбыҙ, сәйе әҙер торор, коньягы – ҡул осонда ғына. Ә, туҡта әле, кем әле ул, бында тәүге кереүҙән үк хужа менән коньяк эсеп ултырырға? Юҡтыр, килешмәҫтер. Бик ябай булып күренмәһен әле. Марат йыбанып ҡына сәғәткә күҙ төшөрҙө. Ете тула. Бер сәғәт самаһы көтә был. Ул өҫ-башын һыйпаштырҙы, сәсен тараны, эш урынына барып ултырҙы. Секратарына өндәште: – Кем бар унда? – Ғәлиев алтыға саҡырылғайны... – Шулаймы? Үткәрегеҙ. Бына ишек шаҡынылар һәм унан бөкөрәйеп, Фәрит күренде. Мөмкинме, Марат... Марат Вафич! – Үт, үт, Фәрит!

"Һеҙ бергә уҡынығыҙ - 2"
Хикәйә
Марат машинаһын гаражға кертеп ҡуйҙы ла үҙе генә белгән ишектәр аша кабинетының артҡы ял бүлмәһенә үтте. Видеокамераларға тоташтырылған экранға ҡараны. Секретарь үҙенең эше менән мәшғүл, ә ишектең уң яғында бөршәйеп кенә Фәрит ултыра. Әле кем булып, ҡабарып йөрөй торғайны, бер метр ҙа һикһән сантиметрлы баһадир, тип һис кем уйламаҫ. Марат элекке дуҫына бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Элекке дуҫы? Ниңә әле элекке дуҫы? Ҡасан ул Мараттың дуҫы булды әле ул? Марат ябай колхозсы ғаиләһенән, ә Фәрит – бригадирҙың улы. Атаһы ауылды дер һелкетеп тота торғайны. Ә хәҙер улы бөршәйеп кенә мөйөштә ултыра. Хатта күренер-күренмәҫ кенә. Бына шулай, власть, әгәр теләһә, күтәрә, бәләкәй генә кешене лә ҙур итеп күрһәтә. Ә инде оҡшамаһа, баһадирҙы ла юҡҡа сығара. Фәрит Мараттан бер башҡа бейегерәк булды. Бейегерәктәр, ғәҙәттә, алдан атлай, улар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә бәләкәйҙәр – уларҙың ышығында. Уңайлы, әлбиттә, ләкин күренмәү ҙә насар. Ә Марат – күренде. Сөнки уның алдынан атлағандар үҙе менән бер сама ине.
Сәй эсерергәме, коньяҡ ҡойорғамы икән был “дворник”ка? Ярай, ҡарарбыҙ, сәйе әҙер торор, коньягы – ҡул осонда ғына. Ә, туҡта әле, кем әле ул, бында тәүге кереүҙән үк хужа менән коньяк эсеп ултырырға? Юҡтыр, килешмәҫтер. Бик ябай булып күренмәһен әле. Марат йыбанып ҡына сәғәткә күҙ төшөрҙө. Ете тула. Бер сәғәт самаһы көтә был. Ул өҫ-башын һыйпаштырҙы, сәсен тараны, эш урынына барып ултырҙы. Секратарына өндәште:
– Кем бар унда?
– Ғәлиев алтыға саҡырылғайны...
– Шулаймы? Үткәрегеҙ.
Бына ишек шаҡынылар һәм унан бөкөрәйеп, Фәрит күренде. Мөмкинме, Марат... Марат Вафич!
– Үт, үт, Фәрит!
Тегеһе мөмкин тиклем нығыраҡ баҫырға тырышып, кабинет хужаһы эргәһенә үтте һәм өҫтәл аша күрешергә ҡулын һондо. Өҫтәлгә ятып, тигәндәй, Мараттың ҡулын эләктерҙе.
Фәрит түрәләр араһында беренсе йыл йөрөмәй, шуға яҡшы белә: күрешеүҙең үҙ тәртибе бар. Әгәр һине саҡырған кеше саҡ ҡына булһа ла хөрмәт итһә, сығып, ҡабул итеү бүлмәһендә үк саҡыра, йә кабинет уртаһында көтөп тора. Ауылдаш, класташ, дуҫ көтмәне, ябай ғына итеп ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла, кире үҙенең креслоһына сумды.
Фәрит ҡапыл һиҫкәнде. Ул бит ҡотларға онотто! Матур ғына һүҙҙәр, йылы ғына теләктәр әҙерләп ҡуйғайны, теле тотлоҡто, бер һүҙ ҙә әйтә алманы ла ҡуйҙы. Ниңә әйтә алманы? Уны һауала яңы таралған нескә, күңелде дәртләндерерлек, кәйефте күтәрерлек хушбуй еҫе шаңғытты. Был еҫтән Фәритте алдап булмай. Ул был хушбуй еҫен тиҫтәләрсә еҫ араһынан танып тора. Ни өсөн таный? Сөнки күңелгә яҡын. Ул – уныҡы. Былтыр үҙе Анталья бутиктарының береһендә әллә күпме һатыулашып, һатып алғайны. Сөнки ҡатыны ошо хушбуйҙы ярата. Ә ул еҫ бында нисек килеп еткән? Ҡайһы арала? Шик-шөбһә Фәритте быуҙы, боғаҙынан алғандай булды. Тын алыуы ауырлашты. Был бит әле генә уның эргәһенән килгән! Ниндәй мәкерле әҙәм! Уҡығанда ла шулай ине, әле лә шул икән! Кабинет ҡунағы ҡан баҫымының күтәрелеүен, йөрәгенең дөпөлдәтеп һуғыуын ишетте. Ә үҙе ниндәй йылмайып, һин дә мин ултырған була.
Тимәк, ул Сәриә менән алдан һөйләшкән, үҙе бында саҡырырға ҡушҡан һәм Сәриә менән осрашырға киткән. Дә... Фәрит үҙе нимәлер булырын һиҙә ине, ләкин ул тәүге көндә үк булыр, тип көтмәгәйне. Тимәк, уның Марат бында тәғәйенләнгәс тә уйлаған фекере раҫҡа сыға. Ул бында һабаҡташының тормошон ҡыйратыр өсөн генә ҡайтҡан! Фәриттең эсендә ут дөрләп яна. Ә хужа ҡараштары менән быраулап, һауалы ултыра.
Марат Фәритең нимәләр кисергәнен тоя, быҫҡып түгел, дөрләп ут янғанын да күрә. Шуға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ кисерә ине. Йә инде, кем уйлаған уның ышанып йөрөгән дуҫы аҙаҡ сәләм дә бирмәгән дошманына әйләнерен, хәҙер уның аяҡ аҫтында мәсхәрәгә ҡалып ятыр, тип. Шулай ул донъя, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә, тип ҡәнәғәтләнеп уйланды Марат һәм тегеһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап һөйләй башланы:
– Ярай, дуҫ, – тине ул мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып. – Ихлас ҡотлауҙарың өсөн рәхмәт! Ошо райондан сыҡһам да, урындағы ваҡиғаларҙы бик насар беләм, беҙҙең район өсөн ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ хас, миңә Башлыҡ бөтәһен дә урынына ултыртырға ҡушты. Районда тәртип юҡ. Хәҙер бер ай көршәм, бер фәтеүә лә юҡ, сөнки мин бер үҙем, минең командам юҡ. Беҙ һинең менән бергә уҡыныҡ, дуҫ булдыҡ, икмәккә тиклем бүлешә торғайныҡ, хәтерләйһеңме? Иң беренсе һин килергә тейеш инең, мин һине бер ай көттөм. Һине үҙемдең командамда күрергә теләйем. Ни эшләп беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итә белмәйбеҙ? Миңә үҙем электән белгән, һинең һымаҡ ышаныслы урынбаҫарҙар кәрәк. Ишеткәнһеңдер, Насиров был аҙнала эшен ҡалдыра. Байтаҡ ҡына етешһеҙлектәргә юл ҡуйған. Уның урынында мин һине күрәм, йә уның урынына кеше табып бирәһең. Ул беҙ белгән, беҙҙең ышанысты аҡларлаҡ кеше булырға тейеш.
Бындай телмәрҙән һуң Фәрит шаңҡып ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, быуылғандай, тәрән итеп тын алды, теге хушбуйҙы юллағандай, еҫкәштереп ҡуйҙы. Бәй, тойолған ғына ла инде! Һин нимә бушты уйлап сығарып ултыраһың? Һинең бисәңдең хушбуйы бында ҡайҙан килеп сыҡһын? Хужа уны ҡайҙан белһен, ҡайҙан күрһен?
– Марат Вафич, – тине тулҡынланып Фәрит. – Ошондағы етешһеҙлектәр менән көрәшеп, сәсем ағарҙы. Инде бер подряд булһа, матур ғына итеп тендер үткәрәбеҙ тиһәк, йә Насировтың ҡоҙаһы, йә уның күршеһе килә лә сыға. Юҡ, бында ныҡлы тәртип урынлаштырырға кәрәк! Быны һин, ошонан сыҡҡан кеше генә, хәл итә алаһың. Мин инде төңөлөп, ҡул һелтәп бөткәйнем. Һинең ҡайтыуың бөтә районды күтәреп, уятып ебәргән һымаҡ булды.
Фәрит тағы әллә нимәләр һөйләне, мөмкин тиклем хужаның күҙҙәренә ҡарап, ул ышанырлыҡ итеп һөйләргә тырышты.
– Ярай, тине Марат арыған ҡарашын һабаҡташына төбәп. – Иртәгәгә тиклем уйла, мин һиңә урынбаҫар урынын тәҡдим итәм.
– Бында уйлап тораһы ла юҡ! – тине Фәрит. Еңдәрен һыҙғанған һымаҡ итте. – Ең һыҙғанырға ла, тотонорға кәрәк!
– Аңлашылды, – тине тегеһе. – Сәй эсәйек, бәлки урынды шул ыңғай йыуып та ҡуйырбыҙ. Йә, институтта уҡығанда ниндәй сәй ярата торғайныҡ? Тәки онотмаған, Грузинский инде! Ярты сәйнүк һыу ҡайнап сығыр алдынан ғына бер ус сәйҙе “борҫ” – 20 секундтан бынамын тигән сәй әҙер. Тәме әле лә ауыҙҙа тора.
Тиҙ арала сәй ойошторҙолар, өҫтәл уртаһына виски килеп ултырҙы.
Бер арала уҡыған осорҙо хәтергә төшөрөп, егеттәрҙе иҫкә алдылар. Улар менән бик һәйбәт егеттәр уҡығайны. Ваҡыт һынауын бөтәһе лә үтә алманы, береһе эсеп үлгән, икенсеһе эсеп, аварияға эләккән...
– Ә беҙ – иҫән-һау, – тине Марат тәүге рюмканы тултырғас. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең дәүләткә, халыҡҡа кәрәк икәнлегебеҙҙе беләбеҙ. Беҙҙең өсөн ғаилә ҡиммәттәре мөһимерәк. Әйткәндәй, ҡатыныңдың исеме нисек ине әле?
– Сәриә, начмед булып эшләй, – тине Фәрит Мараттың күҙҙәренә ҡарап.
– Ә, эйе, – тине Марат. – Балалар үҫәлер...
– Береһе медта уҡый, икенсеһе – нефтянойҙа...
Фәрит ҡапыл урынынан торҙо.
– Марат Вафич, һин бында бер үҙең, әйҙә, киске ашҡа беҙгә барайыҡ!
– Нисек барайыҡ?
– Сәриә аш һалғандыр. Эш менән булып, мин уны бөгөн барып алырға ла оноттом бит. Йә, инде, әрләнәм икән тағы. Юҡ, юҡ, миңә барабыҙ, донъямды күрһәтәм. Бәлки һиңә лә шул яҡта оҡшар.
Һабаҡташтар кейенә башланы.



---------

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


Читайте нас: