(Роман түгел, повестан бәләкәй, хикәйәнән ҙур. Сатыры әҙерәк, йомороһо ҙурыраҡ)
Сәфәргә оҡшаны бында инеү – 30 минут урынына, 45 минут ятты ла ҡуйҙы. Таң атҡансы ятыр ине, әгәр ҡатыны шылтыратмаһа. Зифаһы теүәл, уның һәр минуты иҫәптә.
– Нимә? – тине ул. – Әллә сыға алмай ятаһыңмы?
– Хәҙер, хәҙер! – тип һиҫкәнде ир. – Йылыға иҙрәп, йоҡлап киткәнмен.
Ҡайтыуына мунса төбөндә серле генә йылмайып ҡатыны көтөп тора. Сәфәр нисә көн инде белә алмай: ҡатынына нимәлер кәрәк. Шәшке тунды былтыр ғына алып бирҙе, яңыртырға иртәрәк. Ләүкәгә һуҙып һалды. Тәүҙә быуға күмелделәр, һөйәктәрҙе йылыттылар, шунан һуң Зифа иренең өҫтөнә менеп ултырҙы ла, әйҙә, тотондо һылап-һыйпап массаж яһарға. Уй, рәхәтлеккәйҙәре ни тора! Ир тамам йомшаны, ирене, осоп китте. Тот, Зифа, нимә ҡарап ятаһың? Ярай түшәм ныҡ, ир остом ғына, тигәндә, ҡатыны һөйрәп, ләүкәгә һуҙып һалды.
– Әйт, һиңә нимә кәрәк? – тине тамам ирегән ир.
Бисә мунсаны яңғыратып көлдө.
– Ошо һорауыңды өс-дүрт көн көтәм бит. Үҙең беләһең бит инде, минең туным бар, итектәрем бер нисәү. Беләһеңме, миңә нимә кәрәк? Миңә автоматлы автомобиль кәрәк!
Ир, ниңә мине талайһың, тигән һымаҡ ыңғырашыу сығарҙы.
– Ыңғырашма! – тине ҡатын ҡәтғи рәүештә. – Стәрле баҙарында белешкәндәр, тотонолғаны – 250 тәңкә.
– Эйе, 250 мең “быушный”.
– Уны ни эшләтмәк булаһың?
– Беҙ һинең менән эште киңәйтәбеҙ, – тине Зифа. – Ниңә беҙгә бер-беребеҙҙе һаҡлап йөрөргә? Мин – һиңә тоғро, һин – миңә ышанаһың.
Сәфәр бер ҡулы менән өҫтөнән бисәһен һыпырыып төшөрҙө лә:
Ҡыҙыҡлы фекер, – тине. – Гөлбикә инәй нимә тип әйтер?
Зифа ләүкә аҫтынан ике ҡағыҙ һөйрәп сығарҙы.
– Бына, ҡара, тиреңде тамыҙма түлкә. Бына беренсе проект: Салауат баҙарында беҙ икәүләп һатабыҙ. Көнөнә 15-20 мең һум. Ә Стәрлетамаҡ баҙарында һин һатһаң, көнөнә – 30-40.
Ир таҫтамал алып, битен һөрттө, ҡағыҙға тағы эйелде.
– Һин дөрөҫ әйтәһең ул, – тине Сәфәр. – Әсәйем әйтмешләй, табылмаған табыш күп ул. Сама белергә, шөкөр итергә кәрәк.
– Эй, бынауыны, – тигән булды Зифаһы, – беҙме һуң инде артығын эләктергәндәр? Былай ҙа кешенән ҡалғанды йыйып ҡына йөрөйбөҙ.
Шулай килештеләр: әле йыйылған аҡсаға автоматлы иномарка алалар һәм киләһе йәкшәмбенән үк ике ҡала баҙарын яулауҙы башлайҙар.
Иртәгәһен ауыл хакимиәте башлығы Әшрәф кереп сыҡты. Уныһының күҙенә иң тәүҙә Фариза салынды.
– Хәбәрсе әллә бында көн һайын йөрөй инде ул? – тине ул күҙҙәрен майландырып.
–Минең эшем шул, ошонда булырға тейешмен. Минең һеҙгә һорауым бар, Әшрәф Шәһиғәлиевич.
– Ябай һорауҙарҙы телдән, ҡатмарлыларҙы – яҙып бирегеҙ.
– Яҙма булһа ла, телдән булһа ла, бер һорау: район гәзитенә мәрхәмәтлек ойошмалары тураһында мәҡәлә әҙерләйбеҙ.
– Бик шәп, – тине Әшрәф хәбәрсегә ентекләп ҡарап.
– Һеҙҙең ауыл биләмәһе ошо йәһәттән өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, Ленин ордены кавалеры Йәнғәле Мырҙағәле улы, оҙон ғүмерле булғыры, үҙенең пенсияһын тулыһынса ауыл биләмәһенә ҡулланырға биргән икән. Халыҡ белергә теләй: ошо аҡсалар нисек тотонола икән?
– Борсолма, бик шәп тотонола, – тине Әшрәф тирә-яҡҡа ҡараш ташлап. Һәм ҡыҙҙың ҡолағына эйелде. – Әллә берәй ялыу-мәҙәр бармы? Дөрөҫөн әйт, кем яҙған?
Әшрәф ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды һәм бороп, үҙенең яғына ҡаратып, күҙҙәренә ҡараны.
– Бер ниндәй ҙә ялыу юҡ, – тине хәбәрсе ҡыҙ тамам ҡаушап. – Хәйер, яҙмаһалар, яҙырҙар.
– Яҙғыстарын өҙөп алмаһаммы! – тип Әшрәф эстән генә һүгенә-һүгенә хәбәрсе ҡыҙҙы ҡулынан ысҡындырҙы.
– Шунан һуң, шунан һуң, – тине Фариза хужаға ҡарап. – Мин Йәнғәле бабайҙың үҙе менән осрашып, һөйләшергә ине, мөмкин булһа.
Әшрәф тағы ла тирә-йүнде байҡаны.
– Саҡ ҡына иртәрәк килһәң, үҙен күреп ҡала инең. Әле генә ҡалаға сығып китте.
– Нисәләрҙә ҡайтыр икән? – тип ҡыҙыҡһынды һаман ҡыҙ. Әшрәф сәғәтенә күҙ һалды:
– Моғайын, 12-ләрҙән дә ҡалмаҫ.
Хәбәрсе ҡыуанып, сәпәкәй итте:
– Ура, ниһайәт, бабайҙы күрәм! 40 минуттан бында ҡайтып етәсәк.
– Ниндәй ҡырҡ минут? 40 минут та, 12 сәғәттән – төнгө 12-ләргә ҡайтасаҡ.
– Ҡыҙҙың шунда уҡ кәйефе төштө. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ бабай булып сыҡты. Иртә киләһең – сығып киткән, кис киләһең – ҡайтып етмәгән.
– Ә һеҙ уның барлығына ышанаһығыҙмы, Әшрәф ағай? – тине ҡыҙ.
– Нисек ышанмай, ул мине етәкләп йөрөтә торғайны. Бәләкәйҙән беләм мин уны. Мин һиңә уның тураһында,иптәш хәбәрсе, сәғәттәр буйы һөйләй алам. Ул шул тиклем һәйбәт кеше ине... Ай-ай, юҡ, юҡ, кеше. Урамға килеп сыға, малай-шалай көтөп тора. Ул һуғышта ҡатнашҡан, шул хаҡта һөйләй. Беҙ, уға оҡшап, батыр булырға хыялланабыҙ. Ул беҙҙе тырышып эшләргә өйрәтте. Беҙҙән, һеҙ кем тип һораһалар, “Беҙ – Йәнғәле Мырҙағәлеевичтың бөркөттәре!” – тип йөрөтәбеҙ үҙебеҙҙе.
Ул арала булмай, Ғәбдүк менән Әғлүш килеп сыҡты.
– Ғәфү ит, иптәш хәбәрсе, – тине хакимиәт башлығы, – мин һеҙгә Йәнғәле ағай тураһында һөйләп тә, йырлап та, бейеп тә күрһәтермен, әлегә эш күп, бына егеттәрҙең хәлен белерә кәрәк.
Күрештеләр, арлы-бирле хәл белештеләр.
– Нисек унда хәлдәр, егеттәр? – тип һораны Әшрәф теге икәүҙән.
– Эштәр геүләп бара, – тине Әғлүш тиреҫ өйөмөнә күҙ ташлап. – Ана, күрәһеңме, өйөм һелкенеп тора!
– Ярай, – тине Әшрәф ҡәнәғәт ҡиәфәт менән. – Бөгөнгә бер ун литр әҙерләп ҡуйығыҙ. Ҡара уны, саманы юғалтып ҡуймағыҙ!
– Юҡ, юҡ, – тине Ғәбдүк. – беҙ тәмләп кенә ҡарарбыҙ.
– Беләм мин һеҙҙең күпме тәмләрегеҙҙе. Өйөңә ултыртып тор, кис кереп алырмын. Кеше-мәҙәр күрмәһен, теләһә-нәмә һөйләп сығарырҙар.