+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Апрель 2020, 10:34

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 3 Хикәйә

Марат сығып барғанда шуға иғтибар итте – ҡунағының йөҙө асылды, түше кирелде, күҙҙәре нығыраҡ ялтырай башланы. Белә Марат, байтаҡ күрҙе ни сәбәптән был күҙҙәрҙең ялтырағанын. Ошо урында туҡталырға, баш тартырға, һабаҡташын үҙен генә ҡайтарып ебәрергә уйлағайны, ләкин ҡыҙыҡһыныуы еңде. Күңелендә 20 йыллап инде бер сибәр ҡыҙ һаҡлана. Хәҙер ул нисек йәшәй икән? Баяғы осрашыуы дәртләндереп ебәрҙе. Ниңә, барып күрһен әле. Нисек йәшәп ята икән уның мөхәббәте менән Мараттың һабаҡташы. Автомобилгә инеп ултырыу менән, Фәрит кеҫә телефонын алды һәм ҡыҫҡа ғына итеп күрһәтмә бирҙе: “Мин бер үҙем түгел, икәү. Әҙерлән!” – тип кенә әллә өндәште, әллә екерҙе, әллә мыңғырҙаны. Фәрит донъяһы менән таныштырып сыҡты. Мулдан, иркенләп файҙаланған үҙенең мөмкинлектәрен райондың баш дворнигы. Күренеп тора, был тиклем тимер, кирбес ҡайҙан килһен, әгәр оят белмәйенсә ташый алмаһаң. Уға шәп, быныһы бигерәк шәп, тип әйтеүҙән йәки хуплауҙан башҡа сара ҡалманы. – Һиңә лә төҙөйөм! – тине ул. – Мә, биште тот, минекенән шәберәк буласаҡ! Миңә министрҙар килеп йөрөй, кем белә, бәлки “бабай” ҙа ҡунып сығыр. Ошо урында Фәрит Маратты туҡтатып: – Күршеләрҙән оят, район үҙәгендә, исмаһам, “бабай”ҙы сәй эсереп сығарырлыҡ бер ашхана юҡ. Шуға ул беҙҙә сәй ҙә эсеп тормай, үтә лә китә. Белә ул ҡайҙа туҡтарға, кем менән сәй эсергә. Һиңә тиклемге бер “әртис” әҙерләтеп ҡарағайны, үҙем ишеттем, һиндә беҙ кереп сәй эсерлек урын бармы ни, тип көлдө лә ҡуйҙы ҡунағы, – тине. Марат һиҙҙе, был ваҡытты һуҙа... Йәнәһе, кереүенә Сәриәһе өҫтәлен ҡороп та ҡуясаҡ. Ултырып, ашап-эсергә генә ҡала. Белергә ине, белергә кәрәк... Кемдән һорарға, бының бит күҙҙәре бигерәк ныҡ ялтырай. Ә былай, уҡығанда, ундай етешһеҙлеге тойолманы. Дөрөҫ, бай булды, аҡсалы... Ҡаршы ултырып, уңлы-һуллы эсеп-аҙып йөрөгәне тойолманы. Икеһе ас та ултырманылар, кәрәк булһа, тимер юл вокзалына төшөп, вагон да бушаттылар... Өйгә инер алдынан Фәрит Маратты тағы туҡтатты: – Үҙең беләһең, кардон яғында бер-ике урын бар, мин һиңә тигән өйҙө шунда күрәм. Егеттәр ярҙам итер, теләһәң, ағастан, теләһәң, кирбестән... Ике ҡат, 400 метр һиңә тамам буласаҡ. Әгәр теләһәң, иртәгә, төштән һуң, барып ҡарап та киләбеҙ! Һөйләштек? – Ҡарарбыҙ, – тине Марат. Иртәгә кис түгел, бөгөн төндә нимә булырын ул әле белмәй ине.

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 3
Хикәйә
Башы:
Марат сығып барғанда шуға иғтибар итте – ҡунағының йөҙө асылды, түше кирелде, күҙҙәре нығыраҡ ялтырай башланы. Белә Марат, байтаҡ күрҙе ни сәбәптән был күҙҙәрҙең ялтырағанын. Ошо урында туҡталырға, баш тартырға, һабаҡташын үҙен генә ҡайтарып ебәрергә уйлағайны, ләкин ҡыҙыҡһыныуы еңде. Күңелендә 20 йыллап инде бер сибәр ҡыҙ һаҡлана. Хәҙер ул нисек йәшәй икән?
Баяғы осрашыуы дәртләндереп ебәрҙе. Ниңә, барып күрһен әле. Нисек йәшәп ята икән уның мөхәббәте менән Мараттың һабаҡташы.
Автомобилгә инеп ултырыу менән, Фәрит кеҫә телефонын алды һәм ҡыҫҡа ғына итеп күрһәтмә бирҙе: “Мин бер үҙем түгел, икәү. Әҙерлән!” – тип кенә әллә өндәште, әллә екерҙе, әллә мыңғырҙаны.
Фәрит донъяһы менән таныштырып сыҡты. Мулдан, иркенләп файҙаланған үҙенең мөмкинлектәрен райондың баш дворнигы. Күренеп тора, был тиклем тимер, кирбес ҡайҙан килһен, әгәр оят белмәйенсә ташый алмаһаң. Уға шәп, быныһы бигерәк шәп, тип әйтеүҙән йәки хуплауҙан башҡа сара ҡалманы.
– Һиңә лә төҙөйөм! – тине ул. – Мә, биште тот, минекенән шәберәк буласаҡ! Миңә министрҙар килеп йөрөй, кем белә, бәлки “бабай” ҙа ҡунып сығыр.
Ошо урында Фәрит Маратты туҡтатып:
– Күршеләрҙән оят, район үҙәгендә, исмаһам, “бабай”ҙы сәй эсереп сығарырлыҡ бер ашхана юҡ. Шуға ул беҙҙә сәй ҙә эсеп тормай, үтә лә китә. Белә ул ҡайҙа туҡтарға, кем менән сәй эсергә. Һиңә тиклемге бер “әртис” әҙерләтеп ҡарағайны, үҙем ишеттем, һиндә беҙ кереп сәй эсерлек урын бармы ни, тип көлдө лә ҡуйҙы ҡунағы, – тине.
Марат һиҙҙе, был ваҡытты һуҙа... Йәнәһе, кереүенә Сәриәһе өҫтәлен ҡороп та ҡуясаҡ. Ултырып, ашап-эсергә генә ҡала. Белергә ине, белергә кәрәк... Кемдән һорарға, бының бит күҙҙәре бигерәк ныҡ ялтырай. Ә былай, уҡығанда, ундай етешһеҙлеге тойолманы. Дөрөҫ, бай булды, аҡсалы... Ҡаршы ултырып, уңлы-һуллы эсеп-аҙып йөрөгәне тойолманы. Икеһе ас та ултырманылар, кәрәк булһа, тимер юл вокзалына төшөп, вагон да бушаттылар...
Өйгә инер алдынан Фәрит Маратты тағы туҡтатты:
– Үҙең беләһең, кордон яғында бер-ике урын бар, мин һиңә тигән өйҙө шунда күрәм. Егеттәр ярҙам итер, теләһәң, ағастан, теләһәң, кирбестән... Ике ҡат, 400 метр һиңә тамам буласаҡ. Әгәр теләһәң, иртәгә, төштән һуң, барып ҡарап та киләбеҙ! Һөйләштек?
– Ҡарарбыҙ, – тине Марат.
Иртәгә кис түгел, бөгөн төндә нимә булырын ул әле белмәй ине.
– Өйгә! – тип бойорҙо йорт хужаһы һәм ишекте тибеп тигәндәй асты ла, – Сәриә Ғафуровна, һеҙгә ике пациент, – тип өндәште, үҙенең шаяртыуынан хахылдап, көлөп ҡуйҙы.
Өйгә килеп инделәр.
– Рәхим итегеҙ, – тип, йүгереп, тигәндәй, хужабикә күренде.
Инделәр, залға үттеләр. Ҙур, иркен фатир, ләкин әллә ҡыш булғанға, әллә хужалар яңы эштән ҡайтҡанға, фатир бигерәк шыҡһыҙ һәм һалҡын ине. Фатирҙы йылытыр өсөн яғыу ғына етмәй шул, күңел йылыһы, ихласлыҡ, иң мөһиме, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡайнар булмаһа ла, йылы, хис-тойғоға бай булыуы кәрәк. Уҡығанда ла көс-хәл менән атаһының елкәһендә генә уҡып сыҡҡан Фәриттә ҡайҙан булһын күңел йылыһы? Атаһы һәр сессия алдынан иҫке “жигули”йына тейәнеп килеп ҡайта ла, шуның иҫәбенә уҡый торғайны. Хәйер, ул үҙе генә түгел ине. Күптәр уҡып бөтһә лә, эшләй алманы – һайланды, һөнәр алыштырҙы, эсте – юҡҡа сыҡты.
Ә Марат белә ине, белемең, мәғүмәтең етһә, эсмәһәң, абынмаһаң-йығылмаһаң, ышанысты аҡлаһаң, ундайҙарға ихтыяж бар – күтәреп алырға ғына торалар. Һәр хәлдә, уның биографияһында таплы урыны юҡ, тип әйтерлек. Бер нисә ваҡ-төйәкте иҫәпкә алмағанда. Ә бөгөн ул бында килмәҫкә тейеш ине. Ике аяғының береһен атламаҫ ине, әгәр ҡыҙыҡһыныуы көслө булмаһа. Фәрит лауылдап, фатиры менән таныштырҙы. Ҙур, иркен, тик, баяғы, йылы һәм яҡты етешмәй. Бер ишек алдында оҙағыраҡҡа туҡтаны.
– Бында һеҙгә, Марат Вафич, кереү мотлаҡ түгел, быныһы беҙҙең мөхәббәт бүлмәһе, – тип бышылданы һәм яңғыратып, әҙәпһеҙ көлөп ҡуйҙы.
Залға үттеләр. Бик матур табын ҡоролған. Ҡаҙ ите, өйрәк ите...
– Бына, әйттем бит, 60 минут! – тине йорт хужаһы сәғәтенә күрһәтеп. – Минең ҡатын мөғжизәләр яһарға оҫта. Әйҙә, ауыҙ итәйек! Шунан өҫтәлдең уртаһына күрһәтеп, ҡатынына уҫал итеп ҡараны: “
– Ә... Ҡайҙа?..”
Сәриә ярҙам эҙләгән һымаҡ, тәүҙә иренә, аҙаҡ өҫтәлгә һәм уңайһыҙланып ҡына ҡунаҡҡа ҡараны.
– Иртәгә эшкә булғас, килешерме икән?
– Как килешмәй!? Как килешмәй!? Бында мин хәл итәм! Килешмәһә, килештерәбеҙ! Сығар!
Марат ҡайҙа килеп эләгеүенә төшөнә башланы. Да, был “дворник”тың мәшәҡәттәре бар икән. Коньякты ҡулына алды. Марат эсеү яғына бик әүәҫ түгел, ләкин ҡайҙа нимә, кем менән, ни өсөн эсергә** икәнлеген белә. Һәр хәлдә, ялған даны сыҡҡан Ҡафтау аръяғы коньягын ғүмерендә лә эскәне юҡ. Ялған һәм суррогат булғаны өсөн түгел, үҙенә хөрмәт йөҙөнән.
– О, шәп коньяк, – тине ул шешәне ҡулына алып. – Но минең коньякка аллергия. Үҙем дә аңлата алмайым, ҡулдарым, битем тимгелләнә лә ҡуя, – тине ул аҡланған һымаҡ.
– Ә виски, әле генә виски йоттоң? – тине Фәрит.
– Виски бит ул – виски – аллалар эсемлеге**. Унда бөтәһе лә тәбиғи, таҙа продукция.
Хужа аптырап ҡалды, ләкин тиҙ арала:
– Сәриә, араҡы! – тип мөңгөрҙәне.
– Араҡымы? Уныһы, әлбиттә, үҙебеҙҙеке. Ярай.
Маратҡа ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ярай, тәмләп ҡараһын, күтәрелеп, осмаҫ әле. Быныһы Мараттың икенсе хатаһы булды.
– Дөрөҫ эшләйһең, – тип Фәрит Маратҡа күҙ ҡыҫты. – Үҙебеҙҙең араҡыға етмәй. Виски-миски, коньяк-моньяк тип юҡҡа алданабыҙ.
Берәрҙе тотҡас, мул ғына итеп ашап алдылар. Дворник умыра ғына, әллә сәйнәп тә тормай инде. Бер ҡулы менән өҫтәлдән ит алһа, икенсе ҡулы менән һөйәген мөнйөп бөтөр-бөтмәҫ, эргәләге тәрилкәгә ырғыта. Шул арала майлы ҡулдары менән кәсәгә йәбешергә, үҙенең рюмкаһына ҡойорға, түңкәреп ҡуйырға өлгөрә.
Ә Марат ҡабаланмай. Бер ыңғай һорауҙар биреп, Фәритте һөйләндерә, ул һөйләгән арала бынан мөмкин тиклем шымыраҡ сығыу юлдарын эҙләй һәм күҙҙәре, күңеле менән Сәриәгә һоҡлана ине. Сәриә, бына ғәжәп, үҙе лә күтәреп-күтәреп ҡуя икән. Бына йөҙҙәре алланып, күҙҙәре асылып ҡалды**. Ихлас йылмайғанда ике сикәһендәге соҡорҙары йөҙөн асып ебәргән һымаҡ.
– Аш! – тип бойорҙо йорт хужаһы.
– Марат Вафич, һеҙгә билмәнме, әллә туҡмасмы?
– Белмәйем, миңә – икеһен дә! – тине йорт хужаһы тешен соҡой-соҡой.
Туҡмас та килде, билмән дә булды, тағы күтәрҙеләр, уҡыған йылдарҙы иҫкә төшөрҙөләр. Нимәгә иғтибар итте Марат, һәр кем үҙ самаһын белеп эсте, бик ҡыҫтаманылар. Ә бына Фәрит хаҡында быны әйтеп булмай икән. Ҡатынының, Сәриәнең, арлы-бирле тотҡолауын иҫәпкә алмағанда, хужа кеше шешәне бер үҙе, тип әйтерлек, бушатты һәм: “Тағы сығар!” – тип бойорҙо.
– Һуң, Фәрит Сәхиевич, һиңә иртәгә эшкә бит.
– Ниндәй эш һөйләйһең? Мин эштән һуң, ял итәм. Миңә хужа килде, мин уны ҡунаҡ итергә тейеш! Етмәһә, беҙ 20 йыл осрашҡаныбыҙ юҡ.
Ошо урында Марат мәжлесте туҡтатырға, шешәне астырмаҫҡа, рәхмәт әйтергә һәм ҡайтырға тейеш ине, ләкин ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, өсөнсө хатаны ла ҡабатланы.
Икенсе шешә етдиерәк төҫ алды, ләкин бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй ине. Тағы берҙе күтәрҙеләр. Марат теш араһына ҡыҫтырып, аҙыраҡ йотоп ҡына ҡуйҙы.
Сәриә уңған икән. Кистәрен ҡунаҡханаға ҡайтҡас, ҡоро-һары менән генә сикләнергә тура килә. Былай Марат ас йөрөмәй, ни әйтһәң дә, хужа кеше бит. Иртәнсәк тә ашаталар, төшкөһөн дә. Кискеһен ас ятып йоҡлағаны юҡ әле. Уйланыуҙарын Фәриттең мөңгөрҙәүе боҙҙо.
– Марат Вафич, баянан бирле ҡарап ултырам, бер ҙә тотмайһың, әллә мине һынайһыңмы? – тине ул һөҙөп ҡарап. – Ҡунаҡханала ас ятмайһыңдыр, беләм, ашатып торалар, ә бына Сәриәнең бешергәнен беренсе тапҡыр ашайһың. Һин бит башлыҡ, хужа кеше, ас йөрөргә тейеш түгелһең. Әйт әле, быға тиклем ҡайҙа ашап йөрөнөң? Һин миңә килергә тейеш инең! Мин һине ҡарарға, мин һине ашатырға тейешмен!
– Ярай, килгән, килгән. Ас йоҡлағаным юҡ, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө. Тегеһе тупаҫ бүлдерҙе:
– Әле кем һине ас йөрөй, тине? Әҙәм көлөр, Бишөйлөнөң башлығы асҡа үлгән, тиерҙәр. Мәсхәрәһе үҙе ни тора!
– Төшөндөм, – тине Марат, тегенең һүҙен ыңғайына һыпырып.
– Күреп торам, һин мине һынап ултыраһың. Күпме эсер икән, эскәс, үҙен нисек тотор, нисә шешә эсә алыр, тип уйлайһыңдыр. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, эсеүгә әүәҫ түгелмен. Ә һин тәҡдим иткән урын, әйткәндәй, мин уны ҡабул иттем, ниндәй яғы менән ҡурҡыныс, беләһеңме?
– Әллә тағы, – тине Марат аптырап. – Бик яуаплы урын инде.
– Яуаплы ғына тиһеңме? – тине Фәрит. – Ул урында берәү ҙә оҙаҡ ултырмай. Ҡурҡыныс урын. Ни өсөн ҡурҡыныс? Хәҙер мин һиңә аңлатам. Сәриә, ҡунаҡ минең өйөмдә күңелһеҙләнеп ултырырға тейеш түгел, ҡара! – тине лә сығып китте.
** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хупламай.

---------
Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: