+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Апрель 2020, 12:33

MADE BY ӘБЕЙҮШКӘ Дүртенсе бүлек

Зифа Сәфәрҙе процедураға әҙерләй. Кәйефе күтәренке, Стәрлеләге ҡәйнештәр уға, еңгәгә, “автомат” эҙләй. Еңгәнең талаптар ҙа тос шул, буялмаған-ҡыйралмаған, ап-аҡ булырға тейеш. Берәүҙе табып, интернет аша фотоһын һалғайнылар, оҡшатманы, кире ҡаҡты. Ә Сәфәр 12 тулғанын көтә. – Әллә үҙем дә һинең менән барайыммы, батырым, – тине Зифа, йоҡомһорап ултырған иренә һыйынып, Бөркөтө кәйефенең һәйбәт икәнен күрһәтеп, нимәлер мөңгөрҙәне. Бисәһе аңлап тора бит әле. – Ярай, үҙең генә бар, тип ризалашты. Нимәһен оҙатып торорға. Араһы 100 метр ҙа түгел, бараһың да, сумаһың бер сәғәткә. Сәфәр ҡәнәғәт. Кисә ятып сығыуы шыпа файҙаға булды. Кәүҙәһе йомшарып, һөйәктәре яҙылып ҡалды. Эх, бер ун биш көн ятып сыҡҡанда... Әллә ҡайҙа бараһы түгел, эш араһында ғына дауахана,. – Ярай, – тине Сәфәр сәғәткә күҙ һалып. – Шылтыратып аҙапланма, үҙем ҡайтырмын. Ишек алдына сыҡтылар, шул саҡ Зифа, уф, онотҡанмын, тип өйгә кереп китте. – Мә, кәрәк булыр... – Нимә ул? Ҡараһа, травматик пистолет. Дүрт пуляһы бар икән, запаста – һигеҙ. – Быныһы нимәгә? Һуң, донъя хәлен белеп булмай. Йә, берәй яуыз кеше килеп сығыр. – Кем йөрөһөн беҙҙең төпкөлдә? – тине ир пистолетты кире һоноп. – Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлармын, тигән, артыҡ булмаҫ. Сәфәр күнде, пистолетты кобураһы менән тағып алды. – Ярай, яуға киткән һымаҡ итеп оҙатаһың, – тине. Ә үҙе эстән ҡәнәғәт ине. Ҡәҙерең булһа, ҡайһылай йәтеш.

Зифа Сәфәрҙе процедураға әҙерләй. Кәйефе күтәренке, Стәрлеләге ҡәйнештәр уға, еңгәгә, “автомат” эҙләй. Еңгәнең талаптар ҙа тос шул, буялмаған-ҡыйралмаған, ап-аҡ булырға тейеш. Берәүҙе табып, интернет аша фотоһын һалғайнылар, оҡшатманы, кире ҡаҡты. Ә Сәфәр 12 тулғанын көтә.
– Әллә үҙем дә һинең менән барайыммы, батырым, – тине Зифа, йоҡомһорап ултырған иренә һыйынып,
Бөркөтө кәйефенең һәйбәт икәнен күрһәтеп, нимәлер мөңгөрҙәне. Бисәһе аңлап тора бит әле.
– Ярай, үҙең генә бар, тип ризалашты. Нимәһен оҙатып торорға. Араһы 100 метр ҙа түгел, бараһың да, сумаһың бер сәғәткә.
Сәфәр ҡәнәғәт. Кисә ятып сығыуы шыпа файҙаға булды. Кәүҙәһе йомшарып, һөйәктәре яҙылып ҡалды. Эх, бер ун биш көн ятып сыҡҡанда... Әллә ҡайҙа бараһы түгел, эш араһында ғына дауахана,.
– Ярай, – тине Сәфәр сәғәткә күҙ һалып. – Шылтыратып аҙапланма, үҙем ҡайтырмын.
Ишек алдына сыҡтылар, шул саҡ Зифа, уф, онотҡанмын, тип өйгә кереп китте.
– Мә, кәрәк булыр...
– Нимә ул?
Ҡараһа, травматик пистолет. Дүрт пуляһы бар икән, запаста – һигеҙ.
– Быныһы нимәгә? Һуң, донъя хәлен белеп булмай. Йә, берәй яуыз кеше килеп сығыр.
– Кем йөрөһөн беҙҙең төпкөлдә? – тине ир пистолетты кире һоноп.
– Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлармын, тигән, артыҡ булмаҫ. Сәфәр күнде, пистолетты кобураһы менән тағып алды.
– Ярай, яуға киткән һымаҡ итеп оҙатаһың, – тине. Ә үҙе эстән ҡәнәғәт ине. Ҡәҙерең булһа, ҡайһылай йәтеш.
Иң тәүҙә Сәфәр тегеләй үтте, былай үтте, сығып киткән булды, өң эргәһенән тағы бер үтте, быныһын һаҡланыу сараларын Сәфәр борон, иҫән ваҡытта олатаһынан ишеткәйне. Йәнәһе, айыу ҡышҡылыҡҡа өңгә ятыр алдынан шулай эҙ яҙлыҡтырып йөрөй. Тәүҙә бер үтә, шунан икенсегә эҙе буйлап артҡа атлап, кире үтә, көтмәгәндә ситкә һикерә һәм өңөнә кереп ята. Сәфәр үҙе лә һунарсы булғас, айыуҙың ни өсөн улай мәшәҡәтләнеүен дә аңлай – эҙ яҙлыҡтыра. Ни өсөн яҙлыҡтыра? Башҡа ҙурыраҡ айыу өңөнә килеп, йоҡлап ятҡанда ашап китмәһен өсөн.
Сәфәр кире килде, өйөм төбөнә һикерҙе һәм шым ғына өңгә кереп ятты һәм тирә-йүнде байҡап алды. Шөкөр, шым, шикелле.
Сәфәр ипләп кенә травматикты ҡулына алды.
Эҫе быуға кәүҙәһенең йылына барыуын тойҙо, йоҡоһо килде, тауыш-тын сығармай ғына иҫәнләп ҡуйҙы. Кәүҙәһе еңеләйгән һайын, йоҡо ла нығыраҡ баҫа башланы. Ойоған күҙҙәренә ҡойма артында ике кешенең шәп-шәп атлап үтеп китеүе салынып ҡалды. “Йөрөйҙәр бит тәки, йоҡлаһалар ни булған?” – тип иҫәнләргә ауыҙын ғына асҡайны, теге икәүҙең береһе ҡойма аша һикерҙе һәм “гөрҫ” итеп был яҡҡа төштө. Ул арала булмай, быныһы икенсеһен һөйрәп алды. Ҡараңғы, ләкин Сәфәр уларҙың нимә хаҡындалыр мөңгөрләшкәнен ишетерлек хәлдә ине әле. Тегеләрҙең береһе икенсеһенә:
– Алдыңмы? – тип мөңгөрҙәне.
– Алдым.
– Күпме алдың?
– 20 литр.
– Ниндәйҙе?
– Шишмәнеке. Ҡайнаттым, һыуыттым, тағы ла йылыттым.
– Таралар әҙерме?
– Әҙер.
Ә бында, бында һуң Сәфәр көсөргәнешле баш вата. Зифаһына шылтыратһа, килеп етмәйәсәк, былары ишетеп ҡалыуы ла бар. Шунан, ниңә бисәһен борсоп торорға, бәлки бер үҙенең дә ҡулынан килер. Юҡ, былар мыҡты күренә, бер үҙенә ҡыйын буласаҡ. Ул арала булмай, икәүҙең береһе өйөм эргәһенә килде һәм оҙон таяҡ менән шығырҙатып, тишкеләй башланы.
Башы саҡ ҡына күренеп ятҡан Сәфәр һаман төшөнмәй: былар нимә эҙләй ул? Әллә уны үлтерергә килделәрме икән? Сәфәр үҙенең һуңғы минуттарын нисек үткәрергә белмәй баш вата. Бына уны үлтереп һалғандар, бисәһе, яҡындары илашып ултыра. Бәй, уны ниңә үлтерергә, уның бер гонаһы да юҡ! Ә, былар бит Гөлбикә инәйҙе таларға килгән! Ә ниңә инәйҙең тиреҫен урлайҙар? Йәнғәле бабай менән Гөлбикә инәйҙең тиреҫтән башҡа байлығы ла етерлек. Ана, бабай, Ленин орденына ҡуша бирелгән пенсияһын дәүләттән ала ла, дәүләткә кире һала ла ҡуя. Йә инде, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән кешеләр ҙә булыр икән. Пенсияһы әллә 40, әллә 50 мең тиҙәр? Һин нимә аҡса уйлап ултыраһың? Һинең һуңғы минуттарың етеп килә, һинән метр ярымда ғына тора. Ҡулында әллә һөңгө, әллә лом. О, йәлләт, кеше үлтереп өйрәнгән икән! Шығырҙатып, өйөмгә тығыуын әйт! Ҡурҡыуынан түгел, аптырауҙан һыны ҡатҡан Сәфәр үҙе лә һиҙмәҫтән травматикты килтереп сығарҙы. Теге бәндәләрҙең береһе нимәлер ҡыштырҙауын ишетеп, туҡтап ҡалды, зыңлап, тимергә-тимер сыйылғаны ишетелде. Бында нимәлер бар. Сәфәр эргәһендәге кешегә травматикты тоҫҡаны һәм тәтегә баҫты.
Лом тотҡан әҙәм, ҡырҡылған һымаҡ, урынында ауҙы. Икенсеһе ике генә һикерҙе лә, ҡойма артында юҡ булды. Сәфәр, өңдән сыҡты, телефонын тоҡандырып, аяҡ аҫтында ятҡан кешене ҡараны. Бәй, был бит Әғлүш ята ла инде! Бәй, Әғләм бында ҡайҙан килеп сыҡҡан ул? Сәфәр уны һелкетеп ҡараны, юҡ, тын алғаны тойолмай. Йә, Хоҙай, ужас! Һин бит кеше үлтерҙең! Бер ғәйепһеҙ, кешегә ярҙам итеүҙән юашҡа бер нимә лә белмәгән Әғләмде атып үлтерҙең бит, хайуан!
Ул арала булмай, өйҙән аптыранып Гөлбикә инәй сыҡты.
– Нимә булды ул, кем атты? – тип Зифа килеп етте.
Белмәмеш була бит әле, үҙе пистолет тоттороп ебәрҙе лә.
– Нимә булды, ни эшләнегеҙ?
Сәфәр тиреҫкә ҡоланы һәм илап ебәрҙе.
– Шылтыратығыҙ, килһендәр!
– Кемгә шылтыратырға?
– Полицияға.
– Ниңә илайһың? Аңлатып һөйлә, нимә булды?
– Мин бит кеше үлтерҙем.
– Ҡасан?
– Әле генә.
– Ой, балаҡай, – тине Гөлбикә инәй нимә әйтергә белмәйенсә. – Күрмәй ҡалдыңмы ни?
– Уф, ҡайҙан ошо пистолетты бирҙем, – тине Зифаһы. – Миңә бит уны кешене үлтермәй, шаңғытып ҡына һала, тинеләр.
Алдағы өлөштәре:
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: