-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Апрель 2020, 11:15

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 4. Хикәйә

...– Үкенәһегеҙме? – тине ир. – Ә үкенеп, ҡайҙа бараһың? Әлеге лә баяғы, күнәһең инде. Күрше бүлмәлә тағы дөбөрләгән тауыш ишетелде. Хужаның нимәлер тип ҡысҡырғаны тойолдо. – Мөмкин булһа, мин ҡарап киләйем, – тине лә Марат, түҙмәйенсә урынынан торҙо. Сәриә нығыраҡ көлдө: – Ҡарағыҙ әле, һеҙ бит уны 20 йыл күргәнем юҡ. Ә мин 20 йыл, 12 ай, 56 аҙна, һәр йыл – 365-366 көн шуны күрәм һәм түҙәм. Ә һеҙ – ҡарағыҙ, барып ҡарағыҙ...

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 4.
Хикәйә
Башы:

Хужа һелкетә баҫып сығып китте, уның гөрһөлдәп ауғаны ишетелде. Кеше йәнле бәндә, Марат, урынынан һикереп торҙо: “Бәлки ярҙам кәрәктер?” Хужабикә көлөп ҡуйҙы һәм ҡул һелтәне:
– Ҡуйығыҙсы, борсолмағыҙ, уға нимә булһын?
– Нисек нимә булһын? Бәлки имгәнеп ҡуйыр? – тине ҡунаҡ Сәриәнең битарафлығына ғәжәпләнеп.
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ бит, беренсе тапҡыр түгел. Иртәгә иртәнсәк, бер нәмә лә булмағандай, килеп торасаҡ та, күтәреп, бер шешә һалҡын һыу эсәсәк тә, эшкә китәсәк. Тынысланығыҙ, беренсе тапҡыр түгел, – тине Сәриә ҡунаҡҡа туп-тура ҡарап.
– Ғәжәп, ғәжәп... – тине Марат ишек яғын тағы ла бер байҡап. – Ул хәтлем дөбөрҙәүгә ҡотом ҡалманы, берәй урыны имгәнгәндер, тип уйлағайным.
Ҡатын тағы ла көлөп ҡуйҙы:
– Йөҙ килограмм килеп төшһөн әле!
– Уның менән нисек йәшәйһең ул? – тип аптыраны Марат.
– Йәшәмәй, ҡайҙа бараһың инде, – тип күңелһеҙ генә йылмайҙы Сәриә. – Мин күндем инде.
– Һуң, ғәфү итегеҙ, кисә генә уға берәр урын кәрәк, тип әйткән һымаҡ булғайнығыҙ, – тип ныҡышты ир.
– Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламағанһығыҙ. Мин һеҙгә берәй урын табылмаҫмы, тип әйтмәнем. Мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ: “Һеҙ бергә уҡығанһығыҙ, шуға берәй арыуыраҡ урын табығыҙ әле”, – тип һораным. Эйе, йоҡларға ярата, ялҡаулығы ла бар. Шуға ҡарамаҫтан, һораным. Бәлки үҙенә яуаплылыҡ алыр, эшкә тотонор, үҙен күрһәтер. Әлбиттә, тәүге торошона ҡарап, мин уны берәй председатель, йә совхоз директорының улылыр, тип уйлағайным, хаталанғанмын. Ул бригадирҙың малайы булып сыҡты.
– Үкенәһегеҙме? – тине ир.
– Ә үкенеп, ҡайҙа бараһың? Әлеге лә баяғы, күнәһең инде.
Күрше бүлмәлә тағы дөбөрләгән тауыш ишетелде. Хужаның нимәлер тип ҡысҡырғаны тойолдо.
– Мөмкин булһа, мин ҡарап киләйем, – тине лә Марат, түҙмәйенсә урынынан торҙо.
Сәриә нығыраҡ көлдө:
– Ҡарағыҙ әле, һеҙ бит уны 20 йыл күргәнем юҡ. Ә мин 20 йыл, 12 ай, 56 аҙна, һәр йыл – 365-366 көн шуны күрәм һәм түҙәм. Ә һеҙ – ҡарағыҙ, барып ҡарағыҙ.
Марат урынынан торҙо, иң тәүҙә “мөхәббәт бүлмәһе”нә кереп, һабаҡташына күҙ һалды: йоҡлай, хырылдай-хырылдай йоҡлай. Шул тиклем дә бешеккән кеше булыр икән! Ай-һай! Ныҡлығына хайран ҡалырһың! Бүлмәне тултырып, хырылдай, ара-тирә кинәнес менән ауыҙын сәпелдәтеп ҡуя. Иҫенә төштө: уҡығанда ла шулай ине. Хырылдай һәм ауыҙын сәпелдәтә ине. Ғәҙәтен ташламаған икән. Биш йыл буйына түҙҙе бит, түҙмәй, ҡайҙа барһын. Бригадир малайы! Мараттың атаһы, ҡайтҡан һайын: “Дуҫыңды ҡара, дуҫыңды ҡара, бесән кәрәк – ат кәрәк, утын кәрәк – ат кәрәк”, – тип таҫылдай торғайны. Ярай, йоҡлаһын. Уға ла ҡайтырға ваҡыт инде. Марат ишекккә сығырға йүнәлде һәм ишек төбөндә уны Сәриә ҡосаҡлап алды.
– Ә мин һине 20 йыл көттөм...
– Ҡабаланма, – тине Сәриә. – Саҡ ҡына көт. Бер өн дә сығарма...
Залға сығып ултырҙылар. Марат үҙенең нимә ҡылғанын әле аңламай ине әле.
– Һин уны йоҡлай, тип уйлайһыңмы? – тине ул.
– Әлбиттә, мин уға, әйтһәм, әйтәйем, йоҡо дарыуы тамыҙҙым. Юғиһә, һиңә лә, миңә лә тынғы булмаясаҡ.
Бына нисек... Марат үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Тимәк, барыһын да алдан хәл итеп эшләгән.
– Ә һин мине көтә инеңме? – тине ир ҡатынға туп-тура ҡарап.
– Көтә инеңме?.. Көтмәй, ҡайҙа барайым, көн һайын кис ҡайта ла, уфтанып, һине һөйләй: “Шунда барған, бында барған, шуны күргән, былай тип әйткән...” Шунан, мин әйтәм: “Һылтыу тап та, үҙең дә бар. Кешеләр һине яманлап һөйләп бөтөрҙәр. Бар ҙа, үҙеңдең проблемаларыңды һөйләп бир. Ана, беҙҙең баш табип, ике көн дә үтмәне, пакет тотоп, кереп тә сыҡҡан”, – тим.
– Баш врач? Пакет тотоп миңә килдеме? – Марат аптыранды. Эйе, главбух әйтә. Шуны, шуны алаһығыҙ, тип исемлек төҙөп бирҙе. Супермаркетҡа кереп, үҙем һайлап алдым, ти.
Марат урынынан тороп китте:
– Һин ниндәй пакет һөйләйһең? Был бит хакимиәт, унда пакет менән кереп булмай! Кешеләр ҡайһылай оҫта файҙалана икән!Иртәгә үк тикшертәм!
– Тикшерт, конечно! Ҡайҙа ул пакет, ни эшләп миңә килеп етмәгән, кем ашаған, кем эскән? Тип әйтегеҙ. Главбух – һин иртәгә эштән алырға тейеш Насировтың килене. Ул барлыҡ Бишөйлөнө тултырасаҡ: “Быны кемдәндер, моғайын, Сәриәнән ишеткәндер, үҙенә килеп эләкмәгән пакетты юллап йөрөй. Әһә, аңлашылды, ирен урынбаҫар итә, ә ҡатынын... Ҡатынын баш табип урынына тәғәйенләй”, – тигән хәбәр таратасаҡ. Әйткәндәй, мин уйланым да, Фәрит урынбаҫар була икән, ә ниңә миңә баш табип урынынан баш тартырға? Ана, проекттарҙы тормошҡа ашырырға нисәмә миллион аҡса бүләләр. Беҙ уларҙы ирем менән үҙләштерергә ярҙам итер инек, – тип ҡулын ыуғыланы ҡатын.
Икәүләшеп көлөштөләр. Ә күрше бүлмәнән хужаның нимәлер тип һөрәнләгәне ишетелде.
– Ана, ишетәһеңме, ул риза, – тип көлдө Сәриә, йоҡо бүлмәһе яғына ишаралап.
Марат аҡрынлап шуға төшөндө: ул бигерәк ҙур, яуаплы вазифаға килгән. Бында эшләүе һис тә еңел булмаясаҡ. Ә шулай ҙа бер һорау уны борсой:
– Фәритте әйтәм, шулай власть яратамы?
– Ә кем власть яратмай? – тине Сәриә. Шул арала сәй яһап килтерҙе. – Һин власть яратмаған кешене беләһеңме?
– Былтыр көҙ булдымы икән, Аҡҡуянда участка дауаханаһына барып килгәйнем, оло юлдан дауахана яғына боролһам, машиналар тығында ултыра. Мигалканы тоҡандырып ебәргәйнек, юл бирҙеләр. Килеп етһәм, бер гаишник менән минең ир, эйе, минең ир, теге бүлмәлә йоҡлап ятҡан Фәрит, шоферҙарҙы туҡтатып, таныҡлыҡтарын алып торалар. Күҙемә күренә, тип торам. Тегеләренең сығарып биреүен әйт, ул бит гаишник түгел! Нимәгә праволарын ала, тиһең инде? Бында бер ун биш-егерме метрҙа юл насар ине, йәй буйы һөйләнем инде, шунда асфальт түшә, асфальт түшә, тип. Знак ҡуйғандар, урап үтергә юл яһамаған, машиналар тура үткән. Ә был шуны күреп, власть күрһәтә инде, йәнәһе. Праволарын тартып алып тора. Эргәһенә туҡтаным да: “Фәрит Сәхиевич! Әллә эш урынығыҙҙы алыштырҙығыҙмы?” – тип һораным. Ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Етмәһә, ҡайтҡас, үпкәләй: “Һин минең намыҫыма тейҙең”, – ти...
– Рәнйетмәйме? – тип һораны Марат.
– Рәнйетеп ҡараһын! Ҡурҡаҡ бит ул...
...Ошо ике сәғәт эсендә булған ваҡиғалар Мараттың күҙ алдынан кино һымаҡ үтеп китте һәм һабаҡташы: “Әйҙә, миңә барайыҡ!” – тип урынынан һиклереп торғас, тәүҙә һиҫкәнеп ҡуйҙы һәм енткеләберәк ҡарағас, иғтибар итте: Фәриттең йөҙө асылды, түше кирелде, күҙҙәре нығыраҡ ялтырай башланы. Белә Марат, байтаҡ күрҙе ни сәбәптән был күҙҙәрҙең ялтырағанын. Тышҡа сыҡтылар. Хакимиәт алдында тағы бер-ике фекер алаштылар.
– Бишөйлө ҙур түгел, – тина Марат тирә-яғына күҙ ташлап. Һиңә һабаҡташ, дуҫ, ауылдаш, тип кереп сыҡҡанда ла булыр ине. Әле беҙҙең алда Насировтан ҡотолоу бурысы тора. Ваҡыты етер, үҙем һөйләшермен, һеҙҙең өйҙө лә барып күрербеҙ. Ә әлегә хушлашабыҙ, – тине Фәриттең күҙҙәренә ҡарап. Бая ғына ялтырап торған күҙҙәр тоноғайып ҡалды.
– Юҡҡа баш тартаһығыҙ, Марат Вафич! Сәриә әҙерләнгән булғайны...
Улар әлегә хушлашты.
---------
Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: