+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Апрель 2020, 11:05

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 5. Хикәйә

Хәҙер ауыр һәм мәшәҡәтле һөйләшеү көтә. Ун икегә Насиров килергә тейеш. Хәбир Ғиниәтович... Ун биш йыллап урынбаҫар булып эшләгән. Ошонда карьера төҙөгән, ихтирам яулаған кеше. Төҙөлөш, ремонт өсөн байтаҡ аҡса килә, шуларҙы оҫта ғына итеп тейешле кешеләргә йүнәлтеү юлдарын хәл иткән. Һөҙөмтәлә, төҙөлгән объекттарҙың сифаты насар, ә аҡса – тотонолған. Эшенән ебәрергә тура килә. Әлбиттә, ул үҙенең түбәнәйтелеүенә риза түгел. Эргәләге ҡаланың фирмаларының береһенә, әлбиттә, үҙенекелер инде, урынлашырға теләге бар. Тик ул осраҡта райондағы объекттарын юғалтыуы ихтимал... Ауыр атлап керҙе Хәбир Ғиниәтович. Күренеп тора: кәйефе юҡ. Бәхәсләшергә лә теләге тойолмай. Кереп ултырғас, бер нисә секунд бер-береһенә ҡарашып ултырҙылар. – Ни өсөн саҡырғанымды аңлайһығыҙҙыр, Хәбир Ғиниәтович? – тине етәксе. – Беләм, – тине ул күндәм генә. Шунан стенала эленеп торған портреттарға ҡараны. – Өҫтә беләләрме? – тине ул, йәнәһе, кемгә һонолғаныңды аңлайһыңмы, тиеүелер.

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ...” – 5.
Хикәйә
Башы:
Иртәнге мәл. Тышта һалҡын. Ҡар шығырҙай. Марат эшкә китеп бара. Хәйер, китеп бара, тип кенә әйтеү аҙ булыр. Ул осоп, ҡыуанып, дәртәлеп, эшкә китеп бара. Әле ара-тирә, яйы сыҡһа, нисәмә йылдар элек таныштары, яҡташтары уның Бишөйлөнән сыҡҡанлығын хәтергә төшөрөп, сираттағы етәксегә танышырға тәҡдим итәләр ине. Тегеләре ябай ғына итеп: “Ҡайтып йөрө, ҡайтҡан сағыңда кермәй үтмә, һөйләшеп ултырырбыҙ”, – тип йылы ғына тәҡдим яһай торғайнылар. Үткән йылдар эсендә өсмө-дүртме етәксе алышынды, Марат бик уҡталһа ла, район үҙәгенең уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы һәм ике байраҡлы йортҡа кереп сыға алғаны булманы.
Инеп сыҡ, кереп сыҡ – ошо яҡтың һөйләше инде. Инһә, керһә, сыҡмай буламы һуң инде...
Электән традиция булып ҡалған бер ғәҙелһеҙлек ғүмер буйы провинцияның һәм унда йәшәүсе түрә-ҡараның үҙәгенә үтте. Ул да булһа, һыйлау. Баш ҡаланан вәкил килһә лә, һыйлайһың... Теге ҡәнәғәт, рәхмәттәр әйтеп, ҡайтып китә. Баш ҡалаға килгәс, тағы үҙең һыйлайһың. Рәхмәттәр әйтеп, тороп ҡалалар. Марат Вафичты ошо вазифаға тәҡдим иткәс, министрлыҡта матур ғына өҫтәл ҡороп, үҙенә яҡын булғандарға өндәште. Ете-һигеҙ кеше ине, байтаҡ ултырҙылар. Хатта министр ҙа кереп, уңыш теләне. Һуңынан: “Әҙерлән, һиңә ҡунаҡҡа килербеҙ”, – тип, ҡулын ҡыҫып, сығып китте...
Марат олпат, тыныс аҙымдар менән кабинетына инде. Иртәнге дежур секретарь көтөп тора икән. Күрһәтмәне үтәгән – сәй, ваҡ бәлеш алған, бер-ике пирожкийы күренә, һөт тә бар... Сәй яһағас, уныһы әсегән икәнлеге асыҡланды. Марат уфтанып ҡуйҙы: йә инде, баш ҡалала өйрәнгән йәшәү рәүешен ҡалдырып, ошонда килеп, мажараларға тарып, эшләп йөрө инде! Эшләмәй, ҡайҙа бараһың, әгәр эшләйһең икән, тимәк, һиңә ышаналар. Ә эштәр бында көнө-төнө сүпләһәң дә, бөтөрлөк түгел икән.
Иртәнге сәй эсеп алғас, бөгөнгө көн тәртибенә күҙ һалды: малсылыҡ буйынса бәләкәй генә кәңәшмә, газ үткәреү, һыу үткәреү тураһында ағымдағы эштәрҙе көйләү, мәктәптәрҙә сантехника үткәреү. О, быларын да ул йырып сығырға тейешме? Ул арала булмай, көндәлек секретарь Лиза эшкә килгән икән. Ул һағайыулы һәм һынсыл ҡараш менән:
– Куратор шылтырата – Риф Мансурович, – тине.
Марат шунда уҡ трубканы алды.
– Һаумыһығыҙ, Марат Вафич! Хәлдәр нисек? – тине Богданов.
– Түҙерлек, Риф Мансурович! Эшләйбеҙ! Бөгөн – кәңәшмә, һәм башҡалар...
– Һине ҡотлайым! – тине куратор рәсми тонда...
Ҡыҫҡа ғына тынлыҡ ваҡытында Марат: “Куратор нимә менән ҡотлай тағы? Эшләй башлауына бер ай ҙа булманы бит...”, тип уйлап алды һәм:
– Рәхмәт, – тине яуап урынына. Еңелсә көлөп ҡуйҙы, тегеһе лә ҡушылып көлдө:
– Йә, ярай, һинең папкаға беренсе “ҡарлуғас” осоп килеп ҡунды.
Сәмиғуллин һиҫкәнде. Аңлашылды. Ҡалынмы?
– 3-4 күнәк булыр. Көлә-көлә сүпләнек...
(Әҙәмсәгә тәржемә итһәк, йөкмәткеһе былай: “Һиңә тәүге ялыу килде, 3-4 бит булыр, йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡ...”)
– Яҡшы! – тине Марат. Тимәк, эшләй башлағанымды күргәндәр. Минең ҡайтҡан һайын, элекке глава менән ашап-эсеп, ҡунаҡ булыуымды яҙғандармы?
– Әлбиттә! Оноталар буламы һуң инде? Ә, теге, нимә әле, КТЖХ-мы, Жилколхозмы, унда һинең дуҫың эшләй...
– Фәрит Сәхиевич?
– Мин дә беләм уны, шутник инде, шутник, бик шаян кеше. Уны зам итеп алырға вәғәҙә иткәнһең, етмәһә, бисәһенә – баш табип урыны. Һин 3-4 йылдан Өфөгә ҡайтаһың икән, әлбиттә, министр булып. Ә теге шутник һинең урынға ҡаласаҡ, имеш. Әйткәндәй, һин уның өйөндә ҡунаҡ булырға өлгөрҙөңмө әле?
– Юҡ, кисә саҡырғайны, барманым...
– Кисә саҡырғайны? Бына һиңә мә! Әллә һинең арттан күҙәтеп йөрөйҙәрме?
– Белмәйем, белмәйем... – тип көлөп ебәрҙе Марат.
– Кисә төштән һуң ғына, “Ышан, ләкин тикшер!” системаһы аша килде. Кешеләрҙең өмөтөн аҡла, ҡунаҡҡа бармағанһың, ә һине яҙғандар. Тимәк, барырға булған! Ғаиләң күсеп килдеме әле?
– Юҡ.
– Оҙаҡ... Бер ай булып килә, һаман күсермәгәнһең.
– Төйнәлә, гәлсәрҙәрен төрөп ултыра ине.
– Нығыраҡ төрһөн! Юл насар. Юғиһә, ватылып ҡуйыр!
Марат тәүге ялыуҙан күңеле төшһә лә, Богданов менән һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалды. Юморҙы аңлай торған кеше менән эш итеү еңелерәк шул. Байтаҡ һөйләштеләр эш хаҡында. Район әллә ни ҙур түгел, ләкин һәр ауыл, һәр кеше үҙенә күрә иғтибар талап итә. Күберәк мәғлүмәт сараларына таянырға тура килә.
Бына күрше өлкәнән хәбәр: “Фәлән райондың фәлән районында яңғыҙ көн итеүсе ҡарсыҡ һалҡын өйҙә ас ятҡан”. Шунда уҡ урынбаҫарына шылтыратып, күрһәтмә бирҙе: барлағыҙ, ауыл һайын тикшерегеҙ, исемлек төҙөгөҙ, ауыр хәлдә ҡалған, ас ултырған кеше булырға тейеш түгел!
Бына шуның һымаҡ ваҡ-төйәк тойолған ләкин мөһим эштәр яуаплы кешегә тын алырға ла ирек бирмәй. Улары – ағымдағы мәсьәләләр. Иртәгә нимә эшләргә? Иртәгә һуң – улары ла аныҡ билдәле булырға тейеш. Хәҙер ауыр һәм мәшәҡәтле һөйләшеү көтә. Ун икегә Насиров килергә тейеш. Хәбир Ғиниәтович... Ун биш йыллап урынбаҫар булып эшләгән. Ошонда карьера төҙөгән, ихтирам яулаған кеше. Төҙөлөш, ремонт өсөн байтаҡ аҡса килә, шуларҙы оҫта ғына итеп тейешле кешеләргә йүнәлтеү юлдарын хәл иткән. Һөҙөмтәлә, төҙөлгән объекттарҙың сифаты насар, ә аҡса – тотонолған. Эшенән ебәрергә тура килә. Әлбиттә, ул үҙенең түбәнәйтелеүенә риза түгел. Эргәләге ҡаланың фирмаларының береһенә, әлбиттә, үҙенекелер инде, урынлашырға теләге бар. Тик ул осраҡта райондағы объекттарын юғалтыуы ихтимал...
Ауыр атлап керҙе Хәбир Ғиниәтович. Күренеп тора: кәйефе юҡ. Бәхәсләшергә лә теләге тойолмай. Кереп ултырғас, бер нисә секунд бер-береһенә ҡарашып ултырҙылар.
– Ни өсөн саҡырғанымды аңлайһығыҙҙыр, Хәбир Ғиниәтович? – тине етәксе.
– Беләм, – тине ул күндәм генә. Шунан стенала эленеп торған портреттарға ҡараны. – Өҫтә беләләрме? – тине ул, йәнәһе, кемгә һонолғаныңды аңлайһыңмы, тиеүелер.
– Һәр мәсьәлә менән иң юғарыла шөғөлләнмәйҙәр. Мәсьәләне хәл итеү миңә тапшырылған. Шулай булғас, бында һатыулашыу урынһыҙ.
– Ярай, – тине Насиров, бер аҙ тын торғандан һуң. – Минең урынға кем килә? Ғәлиевмы?
– Мин әлегә һеҙгә уны әйтә алмайым, – тине Марат йәне көйөп.
– Әллә, был хәбәрҙе хәҙер бер ай һөйләйҙәр инде, – тине Насиров.
– Бер ай? – тип аптыранды Марат. – Минең эшләй башлауыма – 27 көн. – Шунан көлөп ебәрҙе. – Ә, атыу теге ялыуҙы һинекеләр әтмәләгән инде?!
– Ниндәй ялыу? – Насиров һиҫкәнде. – Минең бер ниндәй ҙә ялыу яҙғаным юҡ.
– “Ышан, ләкин тикшер!” системаһына ялыу яҙғандар инде ошо хаҡта.
– Да... Бында шулай ул, – тине Насиров. – Үпкәләмәгеҙ, Марат Вафич, бындағы халыҡ, күп тапҡыр иғтибар иткәнем бар, бер-ике аҙнаға, һис юғы 2-3 көнгә алдараҡ йәшәй. Имәнйортта мәктәп ремонтлауға аҡса килде. Әле конкурс юҡ, тендер үтмәгән, министрлыҡтан аңлатма һорайҙар. Аҡсаны Насиров менән “Батыр” фирмаһы бүлешә, тип... Бына шулай, миңә пенсияға ике-өс йыл ҡалды, быға тиклем эшләнем бит, сығарып ебәреүҙәренә күңелем төштө. Ә бит ул күрә, белә ине. – Насиров портретҡа күҙ ташлап алды. – Түрәләр алышына, ә мин һаман эшләйем.
Яңынан портретҡа күҙ ташлап:
– Үткән йәй килгәнендә хәлемде һорашып торҙо. “Бындағылар алышынып тора, ә һеҙ – һаман эшләйһегеҙ. Маладис!” – тип әйтте.
Мараттың үҙенә лә уңайһыҙ булып китте.
– Былай һөйләшәйек, – тине ул. – Һеҙҙең ике айлыҡ отпкускығыҙ бар икән. Һеҙгә ярашлы берәй эш ҡарарбыҙ, үҙем һөйләшермен.
Насировтың кәйефе күтәрелеп китте.
– Рәхмәт, Марат Вафич! Миңә бит күп кәрәкмәй, ике йыл да, ике ай...
Бына уртаҡ тел дә таптылар һымаҡ.
– Ә һеҙҙең урынға кеше кәрәк бит, – тине Марат Насировтың күҙҙәренә ҡарап.
– Район ҙур түгел, кешеләр әҙ, бәлки ситтән йәлеп итерһегеҙ?
– Ә Фәрит Сәхиевичҡа нисек ҡарайһығыҙ? – тине етәксе.
Насиров йылмайып ҡуйҙы:
– Ну, Фәрит Сәхиевич үҙе бер легенда инде ул, ныҡ кеше. Беләһегеҙме, унда миңә нимә оҡшай? Ул танк һымаҡ... Юҡ, юҡ, танк бында урынһыҙ. Үгеҙ һымаҡ. Башын эйеп, күҙенең ағын әйләндерә лә, алға бара ла, бара. Ғәфү итегеҙ, һеҙ уның менән бергә уҡыманығыҙмы?
– Ә ҡайҙан беләһегеҙ?
– Ҡайҙан беләһегеҙ, тип... Бер ауылданһығыҙ, бер осор вузда уҡығанһығыҙ. Бында һуҡыр күрәҙә булыу кәрәкмәй.
– Шулай шул, донъя ҡыҫынҡы, тиҙәр, – тип Марат та көлөп ҡуйҙы. – Нисек уйлайһығыҙ, эшләй алырмы?
– Әйтә алмайым, – тине Насиров ҡулын йөрәгенә ҡуйып. – Был бик ауыр тармаҡ. Бында саҡ ҡына берәй етешһеҙлеккә юл ҡуйһаң, төҙөлөш талаптарын боҙһаң, аҙағы бик насар бөтәсәге билдәле. Мин һәр объектты үтәнән-үтә ҡарап, тикшерә торғайным. Ғәлиев быны эшләй алырмы икән? Подрядчик ул – бик хәйләкәр. Уның маҡсаты – төҙөлөш объектын эләктереү һәм иң кәм сығымдар менән объектты файҙаланыуға тапшырыу.
Ә ул – урынбаҫар – район мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ булырға тейеш. Миңә ниндәй генә ғәйеп яҡмаһындар, мин – яҡланым. Әгәр минең фекер кәрәкһә, мин Фәрит Сәхиевичты алырға кәңәш итәм. Сөнки ул – һеҙҙең кеше. Ә был урында һеҙ үҙегеҙҙең кешегеҙҙе күрергә теләйһегеҙ. Тимәк, һеҙ уға ышанаһығыҙ. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Совет осоронан ҡалған бер ҡағиҙә йәшәй – хеҙмәткәр үҙенән юғары торған түрәнең йомшаҡ булыуына өҫтөнлөк бирә. Шуның өсөн “урта ҡул” беренсе секретарҙар Брежневтың эш стилен үҙләштерҙе һәм вазифаларын оҙаҡ биләне.
Икенсе ҡағиҙә. Киткән кеше үҙенең урынына һәр ваҡыт “йомшаҡ” кешене ҡалдырырға тырыша. Сөнки ул үҙенән алдағы етәксене уҙып китергә тейеш түгел. Фәрит Сәхиевич менән тап шулай булыуы ла ихтимал. Ләкин уның бер өҫтөнлөгө бар: ул аҡса һанай белә.
Һөйләшеү шуның менән ыңғай юҫыҡта тамамланды.
Марат төшкө аштан һуң кабинетына үткәйне, “смс”-ка килде. “Мин һеҙҙе киске ашҡа саҡырам. Һеҙҙең йәштә ас йөрөү зыянлы”. Марат йылмайып ҡуйҙы. Дөрөҫ яҙа бит...

Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: