+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2020, 12:04

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ – 6” Хикәйә

Эш урынына килеп еткәс, машинаһын гаражға ҡуйҙы ла, икенсе ҡатҡа күтәрелде. Кейемен сисеп, мониторға күҙ һалғайны, һабаҡташын күрҙе. Элекке һымаҡ, бөршәйеп кенә ултырмай бөгөн. Уртала ҡабарып, ҡулдарын болғай-болғай секретарға нимәлер һөйләй. Белһәң ине, нимә һөйләгән була икән? Ҡара, ҡара, тегеһенең йығылып ятып тыңлауын әйт әле, башҡа эше бөткәнме икән ни? Икәүләшеп, митингы ҡороп ултырмаһалар бында. Сәғәтенә ҡараны, 7-се киткән. Марат үҙенең Фәриткә булған мөнәсәбәтен асыҡларға теләне. Кисә уның менән аралашыу, өйөнә барыу менән бәйле төрлө фараздарҙы эшкә ҡушып ҡарағайны, һөҙөмтәлә, бер яҡшылыҡ та килеп сыҡманы. Бөгөн, ана, тағы “смс”-ка ҡуҙғатып ебәргән һымаҡ булды. Үҙеңдең ни өсөн барыуыңды аҡларға кәрәк бит. Ә сәбәп бар – ул үҙенә урынбаҫар тәғәйенләргә теләй. Ябай урынбаҫар түгел, төп мәсьәләләрҙең хәл ителеше уның ҡулында. Әгәр Фәрит Сәхиевичтың донъяһы насар, ҡоймаһы емерек, ишеге ҡыйыш икән, унан ниндәй урынбаҫар сығыуы мөмкин? Хәҙер кешеләр өйҙәрҙе зиннәтле һарайҙар һымаҡ ҡойоп ҡуялар. Шунан һуң, унда Сәриә лә бар бит әле, урынбаҫарҙың ҡатыны ғына түгел, үҙе лә дауаханала төп урындарҙың береһен биләй. – Ғәлиев бындамы? – Бында ул, Марат Вафич, һеҙҙе көтә. – Бында керһен.

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ – 6”
Хикәйә
Башы:
Төштән һуң етәксе көньяҡ йүнәлештәге хужалыҡтарға сығып килде, юлдарҙы ҡараны, урындағы етәкселәргә алдан шылтыратып торманы. Улары был хәлде үҙҙәре лә белмәй ҡалды, шикелле. Ҡарағайлыны үткәндә хакимиәт алдында бер “Нива” ултыра ине, туҡтарға ла теләгәйне, ләкин үтеп китте.
Күңеле бер төштө, бер мәл күтәрелгән һымаҡ та булды. Ғөмүмән, халыҡ йәшәргә тырышып ята. Өйҙәр, ҡоймалар ҡараулы. Хәҙер күбеһенеке тимерҙән яңыртылған. Шифер түбәлеләр ҙә байтаҡ. Бында килеп, халыҡ менән осрашып, артабан нисек йәшәү тураһында уйларға кәрәк булыр. Сөнки элекке фермалар яғына хатта юл да ярмағандар. Шәхси хужалыҡтарҙың кәртәләрендә һыйыр малының һәм йылҡының күплеген күреп ҡыуанды. Шул кешеләр менән осрашҡыһы, уларҙың хәлдәрен белгеһе килде. Былай, еңелсә үтеп-һүтеп, машинанан ғына бөтәһен дә күреп-белеп булмай шул. Хәҙер яйға һалырға кәрәк – көн һайын бер хужалыҡ менән танышыуға өс-дүрт сәғәт ваҡытын бүлергә тейеш.
Ҡайтырға сыҡҡас, үҙенең ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратты: “Сәғәт алтыға Фәрит Сәхиевич килһен”.
Район үҙәгенә кергәс, аҡрынлап ҡына ҙур урамдар, тыҡрыҡтар яғын ҡарап сыҡты. Юҡ, бында юлдарҙы ҡараулы, тип әйтеп булмай. Әйткәнде, ҡушҡанды эшләргә күнеккәндәрҙер, ләкин яуаплылыҡ, кешегә хөрмәт тигән нәмә бында юҡ. Бына шуның һымаҡ ваҡ-төйәктән башлана инде кешегә мөнәсәбәт. Әгәр кешеләр тыҡрыҡтан йәйәүләп тә үтә алмай икән, улар ниңә һалым түләй һәм ни өсөн был власты аҫырай?
Район үҙәгенә халыҡты йыйып алырға кәрәк булыр. Бынау “Ышан, ләкин тикшер!” системаһы байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе хәл итегә мөмкинлек бирә, “ҡарлуғас”тарҙы кәметә. Урындағы гәзит менән телевидение ла күңелле ваҡиғаларҙан алыҫ китә алмай.
Эш урынына килеп еткәс, машинаһын гаражға ҡуйҙы ла, икенсе ҡатҡа күтәрелде. Кейемен сисеп, мониторға күҙ һалғайны, һабаҡташын күрҙе. Элекке һымаҡ, бөршәйеп кенә ултырмай бөгөн. Уртала ҡабарып, ҡулдарын болғай-болғай секретарға нимәлер һөйләй. Белһәң ине, нимә һөйләгән була икән? Ҡара, ҡара, тегеһенең йығылып ятып тыңлауын әйт әле, башҡа эше бөткәнме икән ни? Икәүләшеп, митингы ҡороп ултырмаһалар бында. Сәғәтенә ҡараны, 7-се киткән.
Марат үҙенең Фәриткә булған мөнәсәбәтен асыҡларға теләне. Кисә уның менән аралашыу, өйөнә барыу менән бәйле төрлө фараздарҙы эшкә ҡушып ҡарағайны, һөҙөмтәлә, бер яҡшылыҡ та килеп сыҡманы. Бөгөн, ана, тағы “смс”-ка ҡуҙғатып ебәргән һымаҡ булды. Үҙеңдең ни өсөн барыуыңды аҡларға кәрәк бит. Ә сәбәп бар – ул үҙенә урынбаҫар тәғәйенләргә теләй. Ябай урынбаҫар түгел, төп мәсьәләләрҙең хәл ителеше уның ҡулында. Әгәр Фәрит Сәхиевичтың донъяһы насар, ҡоймаһы емерек, ишеге ҡыйыш икән, унан ниндәй урынбаҫар сығыуы мөмкин? Хәҙер кешеләр өйҙәрҙе зиннәтле һарайҙар һымаҡ ҡойоп ҡуялар. Шунан һуң, унда Сәриә лә бар бит әле, урынбаҫарҙың ҡатыны ғына түгел, үҙе лә дауаханала төп урындарҙың береһен биләй.
– Ғәлиев бындамы?
– Бында ул, Марат Вафич, һеҙҙе көтә.
– Бында керһен.
Етәксе ишек алдына уҡ килеп, көтөп тороп, ауылдашын ҡаршыланы, икәүләп өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙылар, эш тураһында һөйләштеләр.
– Бер мәшәҡәт тә юҡ, Хәбир Ғиниәтович менән һөйләштем, ул хәҙер отпускыһын ала, һин юридик процедураны беләһең бит инде, әлегә башҡарыусы вазифаһын үтәйәсәкһең. Уныһы еңел-елпе йөрөүҙе аңлатмай. Һин ең һыҙғанып эшләргә, был урында осраҡлы кеше түгел икәнлегеңде раҫларға тейешһең. Үҙеңдең көсөңә ышанаһыңмы? – тине ул һабаҡташының күҙҙәренә ҡарап.
– Былай тип яуап бирәм: мин быға тиклем төрлө урында эшләнем, бер ҡайҙа ла насар эшләмәнем. Эшен дә эшләнем, ялыуын да яҙҙылар, ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрем дә булды. Әгәр ышанып тапшыраһығыҙ икән, мин эшләргә әҙер. Урыҫ әйтмешләй, көршәкте бит Аллаһы Тәғәлә яндырмай. Минән шикләнәһегеҙ шикелле, Марат Вафич, – тине һабаҡташ күҙҙәрен ситкә алып.
– Бер шигем дә юҡ, – тине кабинет хужаһы. Сөнки мин һине хәҙер ҡырҡ йылдан артыҡ беләм. Бергә үҫтек, институтта иң яҡшы студенттарҙың береһе булдың, атайың менән әсәйең һәйбәт кешеләр ине. Ярай, тағы ла һөйләшербеҙ, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ.
– Киске аш мәле, – тип уңайһыҙланып ҡына башланы Фәрит. – Бәлки беҙгә генә барып ашарбыҙ? Кисә лә тартындың. Сәриә бик әҙерләнеп көткәйне. Бөгөн дә иртәрәк ҡайтып тотондо. Ул бит кухня тирәһендә булышырға ярата.
– Барайыҡ, булмаһа, – тип урынынан ҡалҡты Марат.
Әлбиттә, был хаҡта һүҙ буласаҡ, кураторға ла барып етеүе ихтимал. Әйтер, бергә уҡыныҡ, белергә теләнем, донъяһы нисек икән, төҙөк йәшәйме...
Ярты сәғәт тә үтмәне, һабаҡташтың йорто алдында туҡтанылар. Бер төймәгә баҫыу менән, автомат ҡапҡа күтәрелде. Бейек, иркен гараж, брезент ябылған бер машина ултыра. Йорт хужаһы Мараттың ҡарашын күреп, ҡул һелтәне:
– Малайҙың машинаһы, былтыр бәрҙергәйне. Әле ремонтлатманым, йәйәү йөрөп өйрәнһен әле.
Өйкә үттеләр. Иркен, төҙөк, әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ түгел, ябай ғына, зауыҡ менән төҙөлгән. Бәлки шулай булырға тейештер ҙә.
Йүгереп килеп, хужабикә ҡаршы алды:
– Әйҙә, керегеҙ, кер. Көтәбеҙ. Рәхим итегеҙ!
Залға үттеләр. Әллә ни ҙур түгел, ләкин, һәр хәлдә, Мараттың үҙенә оҡшаны. Шаштырып, донъяның артына тибеп йәшәй торғандарҙан түгел икән былар. Атаһы үҙе лә шулайыраҡ кеше ине, тимәк, малайын да хәләл аҡсаның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәткән. Хәйер, барыһын да хәләл тип кенә әйтеп булмайҙыр инде. Залдың был яҡ стенаһында төрлө йылдарҙа төрлө урындарҙа төшкән фотолар тора. Бергә танышҡан осорҙары, туй фотолары. Йорт хужаһы төртөп күрһәтте:
– Ә бына, бынау егетте таныйһығыҙмы?
Марат үҙен сырамытты. Эйе, бында уның да фотоһы бар икән, туйҙа ҡатнашҡайны. Хәтеренә төштө. Хәстәрләгән, тапҡан, рамы өр-яңы. Кисә булмаһа, бөгөн, төшкө аш ваҡытында ғына килтереп элгәндер. Ҡайһы бер рамдар урындары буш, тимәк, алып та ҡуйғандыр. Алһын, хужа кеше үҙе белә, үҙенә нисек кәрәк тип тапһа, шулай эшләй. Ә бына балары – яңы фотолар. Төркиә, Мысыр, Кипр, Греция...
Ошо урында Марат үҙен уйлап ҡуйҙы. Кешеләр йыл һайын ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй, Ҡаф тау артына бер-ике тапҡыр барҙы ла, ҡул һелтәне. Шул да булған ял! Ватандаштарыңдың көн һайын эсеп-иҫергәнен ҡарап, ваҡыт үткәрергә белмәй тик ятыуҙы ла ялға иҫәпләп буламы икән? Ял булғас, бына ошолай булырға тейештер ул. Бына – Испания. Күренеп тора, хәлле кешеләр ял итә. Айырым вилла яллағандар. Кем әйтә һиңә яллағандар тип? Бәлки ул үҙҙәренекелер? Декларацияһын да ҡарарбыҙ әле, нимәләр бар икән? Әгәр үҙенең исемендә икән, һорауҙар бик етди буласаҡ. Айырыуса, хәҙерге заманда. Марат иғтибар итте – был виллала төрлө йылдарҙа төрлө кешеләр менән ял иткәндәр. Тимәк, йә үҙенеке, йә берәй дуҫыныҡы. Марат төртөп күрәһтте лә:
– Ә мине ҡасан саҡыраһың? – тине.
– Ҡасан теләйһегеҙ? – тип тегеһе шаяртыуын күтәреп тә алды. – Ҡасан теләйһегеҙ, шунда киләһегеҙ. Асҡыс уң яҡта келәм аҫтында. Идарасы менеджер бар.
– Ысынлап әйтәһеңме?
– Ниңә, мин шаяртҡанға оҡшағанмынмы ни? – тине Фәрит ысынлап үпкәләп.
Сәриә кереп, өҫтәлгә саҡырҙы. Ыҡсым ғына өҫтәл. Аш-һыуға оҫта икән ҡатыны. Бөтәһе лә үҙ урынында, тәмле һәм зауыҡлы. Марат үҙенең, асығыуҙан бигерәк, өйҙә бешерелгән аш-һыуҙы һағыныуына төшөндө. Ентекләп, үҙ-ара һөйләшеп, матур ғына итеп ашанылар. Бер аҙ ултырғас, Фәрит ҡаты ғына итеп ҡатынына өндәште:
– Ә өҫтәлдең төп биҙәге ҡайҙа?
– Ә нимә эсәһегеҙ? Араҡы яраймы?
– Һеҙ бигерәк, Сәриә Ғафуровна. Кисә мин виски эсеп ҡараным. Хужаның үҙ ҡулынан.
– Араҡы менән сикләнәйек, – тине Марат.
– Араҡы икән, араҡы.
Марат ентекләп Фәриттең күҙҙәренә ҡараны. Эсемлек сығарғанда күҙҙәре кисәге һымаҡ, биҙгәк тотҡандай, ялтырармы икән? Ныҡ ҡараны, күрергә тырышты, һәр хәрәкәтен күҙенән ысҡындырмаҫҡа, баһаларға теләне. Ә шулай ҙа кисә ниңә күҙҙәре ул хәтле янып торҙо икән?
Марат төрлө кешеләр менән беренсе йыл аралашмай. Үткәнендә, ике ай самаһы элек, министр саҡыртып алды ла, бер йәш егет менән таныштырҙы. Фамилияһын әйтте. Иң алдынғы тип иҫәпләнгән райондарҙың береһендә эшләй егеттең атаһы. Бик хөрмәтле башлыҡ. Кәңәш, ярҙам кәрәкһә барыһы ла уға бара. Нәҙершиндың өлкән улы икән. 24 йәштә. Егеттең күҙҙәре биҙгәкләгән кеүек, янып-янып китә. Ә бындай яныуҙың сәбәбе бер генә: ул да булһа, эскелек. Эсеп, инде үҙен шул яғыулыҡҡа көйләгән кеше, әгәр саҡ ҡына эсеүҙән мәхрүм ҡалһа, күҙҙәре яна башлай. Сөнки күҙҙәр – эске кисерештең көҙгөһө, йәки, бер түгел, ике телевизор һымаҡ, бөтәһен дә һөйләп, күрһәтеп тора.
Эскән кешеләрҙе байтаҡ күрҙе Марат. Араларында ифрат талантлы, көслө ойоштороусылар бар**. Ләкин саҡ ҡына эсеү уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа сафтан сығара һәм кешелек сифаттарын юғалттыра. Үҙе, ғөмүмән, шайтан һыуына битараф булғас, эскәндәрҙе аңламай һәм яратмай. Тәүге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Фәрит эш урынында төрлө кампанияларҙа эсмәй. Ләкин бер шик бар: өйҙә шым ғына кешенән ҡасып, һылтау табып, эсеп ятмаймы икән? Марат шуны белергә теләй: эсергә ярамағанлығын аңлаймы икән? 40-45 йәштән һуң кешене тәрбиәләү мөмкин түгел. Шулай булғас, хәҙерге табын хәл иткес әһәмиәткә эйә. Тәүгеһен Марат ауыҙ иткәндәй генә булды һәм ашына йомолдо. Һурпа. Ысын һөйәк һурпаһы. Йә инде, шул тиклем дә тәмле бешерер икән, эсеп туйғыһыҙ! Ә бит ул ҡатынын барыбер һөйәк һалырға, һурпа бешерергә өйрәтә алманы. Йә инде, хәҙер кеше ҡатынының бешергәненә күҙең ҡыҙып, көнләшеп ултырсы. Тирләп сыҡты, пинжәген систе, галстугын ысҡындырҙы.
– Ҡайһылай бәхетле һин! – тине ул Фәрит Сәхиевичҡа ҡарап. – Һеҙҙе көн һайын шулай итеп һурпа менән генә һыйлайҙармы?
– Көн һайын. Һурпа ғына, – тине йорт хужаһы.
– Бәхетле кешеләр була бит!
– Эйе, әгәр һурпа булһа, минән бәхетле кеше юҡ, – тип яңғыратып көлөп алды Фәрит.
Сәриәһе өндәшмәне. Ул аш өсөн борсола, ә маҡтауҙарынан уңайһыҙлана ине.
– Ә ҡайҙа ашап йөрөйһөгөҙ, Марат Вафич? – тине Сәриә уңайһыҙланып ҡына.
– Ул мәсьәлә әле хәл ителеп бөтмәгән, – тине Марат асыҡтан-асыҡ. – Һурпалыла – бер көн, өйрәлелә – ике көн тигән һымаҡ, үҙемде тибендәге ат һымаҡ итеп тоям. Эләккәндә, эләгә, эләкмәгәндә – юҡ. Ғөмүмән, үҙем ашауға битарафмын, ләкин һеҙҙең һурпағыҙ алдында, Сәриә Ғафуровна, башымды эйәм. Кистәрен ас ҡорһаҡҡа йоҡларға ятҡанда хәтергә төшөп, йонсотмаһын өсөн, мөмкин булһа, рөхсәт итһәгеҙ, тағы ла бер тәрилкә мөмкинме?
– Бәй, бәй, мөмкин әлбиттә, мөмкин! – тине хужабикә.
Тағы бер рюмка** ҡойҙолар. Ошо урында Марат Фәриттең рюмкаһына тағы бер күҙ ташланы. Тәүге көндө үк эсеп-иҫереп, былағайланһа, мәрәкә булыр ине, буғай. О, уҡыған саҡта бер эсеп, өлкәнерәк курс егеттәренән туҡмалып ҡуйғайны. Эсмәй, тимәк, үҙен тота белә. Шулай булһын.
Марат был киске ашты бик оҙаҡ күңелендә һаҡлаясаҡ. Асыҡҡан сағында ғына түгел, ҡасандыр үҙенең күңелен арбаған, хәтеренең иң төбөндә бер яҡты мәл һымаҡ байтаҡ үҙен иләҫләндереп торасаҡ әле. Бына өйөн күрҙе, ғөмүмән, ҡәнәғәт ҡалды. Әлегә һабаҡташ башҡарыусы вазифаһында йөрөп торһон, уныһын да үтергә кәрәк. Һынауҙы күтәрә алмағандар ҙа осрай. Ә бының теләк ҙур һымаҡ.
Марат аҡрын ғына ашай һәм ара-тирә йорт хужаһының һүҙҙәренә ҡолаҡ һала, яуап бирә һәм уның үҙ-үҙен тотошон өйрәнә. Иң мөһиме, ашай белә. Сөнки ул егәкселек итәсәк тармаҡтың күпселек мәсьәләре, ҡағиҙә булараҡ, өҫтәл артында хәл ителә. Хәҙер элеке һымаҡ түгел – мәжбүр итеп эсереү, ҡолатырға тырышыу юҡ, сөнки эш күп, һәр һүҙең өсөн генә түгел, артыҡ эсеүең өсөн дә яуап бирергә тура килә.
Бына, Сәриәһен дә күрҙе. Уныһы ла, уңайһыҙланған һымаҡ, ике ир араһына ултырып алған да, көнсығыш ҡатындарына хас күндәмлек менән өндәшмәй, ҡыҫылмай тыңлай. Ә бит, былай ҡараһаң, баш табип урынбаҫары бит! Эшенә дәғүә юҡ, тинеләр. Булмаһын. Күпме кешенең яҙмышын хәл итергә, һаулығын хәстәрләргә тура килә бит уға.
Ярай, иртәгә Фәрит Сәхиевичтың яҙмышын тулыһынса хәл итеп ҡуйырға тура килер...
** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хупламай.

Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: