+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Апрель 2020, 10:50

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ – 7” Хикәйә

Марат сығып өлгөрмәне, Сәриәнең телефонға тотонғанын күреп, уның йөҙөнә иғтибар итте. Нимәгәлер бик борсолғайны. Шунан һуң ул хәсрәтле төҫ менән Марат эргәһенә килде лә: – Ғәфү итегеҙ, Марат Вафич, әле генә дауахананан шылтыраттылар... Марат ултыра төштө лә ҡуйҙы.

"Һеҙ бергә уҡынығыҙ-7"
Хикәйә
Башы:


Марат Сәмиғуллин иртән иртүк эшкә килһә, ҡабул итеү бүлмәһендә бер ҡатын ултыра. Тәүҙәрәк танымай торҙо. Аҙаҡ иҫенә төштө: был ҡатын мәҙәниәт идаралығы начальнигы булырға тейеш. Иҫәнләшкәндән һуң хәлен белешкәс, ҡылт итеп хәтеренә төштө: эшләй башлауының иң тәүге көндәрендә отпускыға ғариза яҙып ҡалдырып киткәйне. Алдан уҡ ял һорап, һөйләшеп йөрөгән икән. Кабинетына инеп ултырғас, эшкә күмелеп, начальник хаҡында бөтөнләй онотҡан. Етмәһә, сәғәт унға төҙөлөш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә тәғәйенләнгән. Бер ингәнендә секретаршаһы иҫенә төшөрҙө:
– Һеҙ Зарипованы саҡырғанһығыҙ икән, – тине.
– Кем ул Зарипова? Мин уны саҡырманым.
– Мәҙәниәт идаралығы начальнигы.
– Ә, иртән килеп ултырғайны, иҫемә төштө.
– Ике-өс минуттан бер-нисә минутҡа ғына керһен.
Был ҡатын хаҡында, элекке башлыҡтың фавориткаһы булған икән, тигән хәбәр ҡолағына ҡайҙалыр ишетелеп ҡалғайны. Бына ул тыҡылдата баҫып килеп керҙе лә, аяҡтарын үреп, яҡындағы ултырғысҡа ултырҙы.
– Бына мин эшкә сыҡтым, – тине ул күҙҙәрен уйнатып.
– Яҡшы! Эшегеҙҙе башҡарығыҙ. Әллә берәй проблема бармы?
– Мин... Нисек әйтергә... Мәҙәниәт һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы, тип һорарға теләгәйнем, – тине ҡатын көтмәгәндә.
– Нисек ҡыҙыҡһындырмаһын? Мәҙәниәт – беҙҙең рухи донъябыҙ. Өфөлә йәшәгәндә бер концертты ла, премьераны ла ҡалдырмай торғаным. Мәктәптә уҡығанда бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, кәрәкһә, йырлап та күрһәтә алам, – тип яуап бирҙе Марат.
– Ә бөгөн үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең сираттағы концерты була, беҙ һеҙҙе саҡырабыҙ.
– Сәғәт нисәлә?
– Киске етелә.
– Ваҡытты ҡарармын, һуғылырға тырышырмын.
Шуның менән һөйләшеү бөттө.
Кәңәшмәлә ул Фәрит Сәхиевичты төҙөүселәр менән таныштырғандай итте.
– Таныш булығыҙ, тиһәм, бик үк дөрөҫ булмаҫ, уны барыһы ла белә. Һеҙҙә яңы етәксе – Фәрит Сәхиевич Ғәлиев. Һеҙгә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтелеүен һанап китеү урынһыҙ, тип иҫәпләйем. Асыҡлыҡ индереп китәйем: Насиров Хәбир Ғиниәтович беҙҙең командала ҡала. Уның тәжрибәһе, эшлекле сифаттары беҙгә кәрәк буласаҡ әле. Беҙ әлегә уның менән хушлашмайбыҙ. Хәбир Ғиниәтович ике ай ял итәсәк. Һуңынан, уның тәжрибәһенә ярашлы, эш тәҡдим итербеҙ. Ә хәҙер, Хәбир Ғиниәтович, һеҙгә хакимиәттең рәхмәт хатын тапшырырға рөхсәт итегеҙ!
Халыҡ Мараттың Насиров хаҡында һөйләгәнен бик һаҡ, хатта һалҡын тыңлаған һымаҡ булғайны. Рәхмәт хаты тураһында ишеткәс, гөрләтеп ҡул саптылар.
– Кешенең ерҙә төҙөгән объекттары ҡала, – тина Марат Насировҡа хатты тапшырғанда. – Һеҙҙең 15 йыл ғүмерегеҙ район менән бәйләнгән. Был – йөҙҙәрсә объект, тигән һүҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Беҙгә һеҙҙең кәңәшегеҙ кәрәк буласаҡ әле.
Һөйләшеү оҙаҡ барманы. Күберәк төҙөлә башлаған объекттар тураһында һүҙ барҙы.
Аҙаҡ, иҫенә төшкән һымаҡ, Насиров та ҡалҡынды.
– Саҡ иҫемә килдем, егеттәр, – тине ул тулҡындланып. – Рәхмәт һеҙгә, Марат Вафич! Һис көтмәгәйнем. Ошо рәхмәт хаты миңә барлыҡ наградаларҙан да ҡәҙерлерәк! Сөнки мин уны үҙемдең тормошомда бик ҡатмарлы ваҡытта алам. Интернетҡа, юғарыға күпме яҙҙылар... 90 проценттан ашыуы – ялған ине. Бәлки ҡалғанын үҙем дә хаталанғанмындыр. Кемделер рәнйетһәм, егеттәр, ғәфү итегеҙ... Егеттәр, күрәһегеҙме, яңы етәксе килде. Ул беҙҙе кешеләрсә аңлай белә. Әйҙәгеҙ, уға ярҙам итәйек, бергәләп күтәрәйек районды! Бына әле Марат Вафич әйтеп китте – йөҙҙәрсә объект, күпме коммуникациялар. Һыу, йылы, электр... Уларҙың мин барыһын да беләм, һәр бина аҫтынан ҡайҙан үткәнен хәтерләйем. Теләгән ваҡытта, төн уртаһында килегеҙ – мин һеҙгә ярҙам итермен. Кешеләрсә ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Марат Вафич!
Кәңәшмәнән һуң Марат Ғәлиев менән Насировҡа китмәҫкә, аҫҡа төшөп, сәй эсергә тәҡдим итте. Эштәр идарасыһы, эсергә нимә алайыҡ, тип ауыҙын асҡайны: “Кәрәкмәй”, – тип бүлдерҙе Марат.
Өсәүләп төшөп, тыныс ҡына ултырып ашанылар. Фәриттең тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡһа ла, үҙен тыныс тоторға тырыша. Ашап ултырған ерҙән ҡапыл тынып ҡала. “Әле үҙенә төшкән яуаплылыҡ хаҡында уйлай, – тип һығымта яһаны Марат. – Тәбиғи хәл. Ана, Насировты егеттәр нисек йылы тәбрикләне”. Күңелле генә итеп һөйләшә-һөйләшә ашап алғас, бында ике тулғансы ултырҙылар. Элекке заманда бында бильярд та булған, аҙаҡ кабинет итеп бүлгеләгәндәр.
Кисен Марат кабинет тәҙрәһенән урамға ҡарағайны, мәҙәниәт һарайы алдында йәнлелек күреп, үҙешмәкәрҙәр концертына саҡырыуҙары иҫенә төштө. Бәлки барып килергәлер? Мәҙниәт һарайына ыңғайланы. Фойеҙа кешеләр байтаҡ ҡына. Алдан киҫәтеп тормағас, ҡаршылаусы-маҙар юҡ. Уны әле күптәр танып та бөтмәй, шуға ябай халыҡ ыңғайына сиратта тороп, өҫ кейемен сисергә һәм зал яғына үтергә тура килде. Алдынан ғына, мәҙәниәт йорто директоры булды, ахыры, күҙе аларып, ҡайҙалыр сығып йүүгерҙе. Мараттың күҙенә бер ҡыҙыҡай салынды. Моғайын, мәҙәниәт идаралығынандыр.
– Һеҙ бында эшләйһегеҙме? – тип һораны ул ҡыҙҙан.
– Эйе, идаралыҡта эшләйем.
– Бөгөн кемдәр концерт ҡуя?
– Полицейскийҙар һәм врачтар. Ә һеҙ кем?
– Мин – саҡырылған ҡунаҡ, – тине лә Марат, зал эсенә үтеп китте. Мәҙәниәт һарайының залы тулы ине, тип әйтерлек.
Шул ваҡыт бая алдынан ғына сығып йүгергән ир:
– Ғәфү итегеҙ, Марат Вафич! Мин һеҙҙе күрмәй ҡалғанмын. Әйҙәгеҙ, иң тәүҙә миңә үтәйек! Кейемегеҙ ҡайҙа? – тип һораны.
– Гардеробта.
– Уф, гардеробта юғалтып ҡуйһалар... Унда бит номерҙар ҙа юҡ...Тунығыҙ ниндәй төҫтә?
Башлыҡ туҡтаны ла, уға ҡарап:
– Ә, минең туным ниндәй төҫтә ул? Минең тунмы? Минең тун Өфөлә.Ә мин бында зәңгәр куртка менән. Шәшке бүрек.
– Табырбыҙ, табырбыҙ. Әйҙәгеҙ, минең кабинетҡа.
Ҙур кабинеттың бер мөйөшөнә өҫтәл ҡорғандар. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре кейемендә ике кеше һәм Сәриә Ғафуровна, шунда уҡ сәй эсеп ултыралар. Башлыҡты күргәс, һикереп тороуҙарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Берәр сынаяҡ сәй эсеүгә, ете лә тулды. Концерт башланды. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған концерт икән. Мараттың янында бер яҡтан – мәҙәниәт бүлеге начальнигы, икенсе яҡтан – социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар ултырҙылар. Бер сәғәттән һуң тәнәфес иғлан иттеләр. Сәй эскәндә, һиҙелеп тора, һәр береһе башлыҡтың фекерен белгеһе килә.
– Йәш саҡтар иҫкә төштө, – тине ул. Ауылда ла, институтта ла үҙешмәкәр булып байтаҡ йөрөлдө. Миңә оҡшай. Беренсе бүлектән һуң китермен, тигәйнем, ҡарап бөтөргә теләк бар.
– Икенсе өлөшө матурыраҡ буласаҡ, сөнки табиптар сығыш яһай, – тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
– Шулай ҙа, һеҙгә һорауым бар, – тине Марат начальникка ҡарап. – Инзирә Фуатовна, үҙегеҙ ялда булдығыҙ, ә концертты кем ойошторҙо?
– Үҙҙәре. Бер ҡыҫылышыбыҙ ҙа булманы, үҙҙәре эшләне. Ысын йөрәктән эшләнеләр.
– Һәйбәт! Үҙҙәре тотонғас, бигерәк тә һәйбәт! Мин дә шуға иғтибар иттем: һеҙҙең эшегеҙ тойолмай (Начальник сынаяғын түгә яҙып, кире өҫтәлгә ултыртты). Күренеп тора, режессура юҡ. Үҙешмәкәрҙәргә ошо ла ярай, тигәнһегеҙҙер. Музыкаль яҡтан биҙәү миңә оҡшаманы. Башлағанда һуҙып, берәүһе ҡурайҙа уйнап, йәм өҫтәп ебәрһә, ҡайһылай һәйбәт булыр ине! Көслө ҡурайсыларығыҙ бар бит.
Марат начальниктың бармаҡтарына иғтибар итте. Оҙон, ап-аҡ, эш күрмәгән бармаҡтар еңелсә ҡалтырана ине. Һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, ниндәй һүҙҙәр әйтеүен аңғарып, һөйләшеүҙе ҡырҡа бороп ебәрҙе.
– Ә үҙегеҙ ҡатнашмайынса, ситтән тороп шундай концерт ойошторғанһығыҙ икән, молодец, хуплайым! Тимәк, һеҙҙә был эш һәйбәт ҡуйылған.
Концерттан һуң шунда уҡ тағы ла сәй эстеләр. Тағы ла эсергәме**, эсмәҫкәме, тигән һүҙ сыҡты. Һәм бөтәһе лә өмөтләнеп башлыҡҡа ҡараны.
Ни өсөн беҙ бер эште лә эсеүһеҙ башҡара алмайбыҙ ул? – тигән һорау шаңғытты Маратты.
Мотлаҡ эсергә кәрәкме ни? Һуң, концерт булды, кешеләр ҡәнәғәт! Шуны араҡы менән раҫлап ҡуйыу мотлаҡмы? Үҙе лә аңлай Марат: уның ҡулында ике фарман: рөхсәт итһә, бөтәһе лә ҡыуанасаҡ, ул һәйбәт булып күренәсәк. Рөхсәт итмәһә, яңыса һеперә был, тип йәндәре көйөүселәр ҙә табылыр. Был осраҡта нимә эшләргә?
– Миңә эшкә керергә кәрәк, һеҙ үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тине ул.
Шулай ҙа, ултырып, бер-ике шәшке сәй эсергә ваҡыт тапты. Ул барҙа араҡы шешәһенә ҡағылманылар. Бәлки икенсе ваҡыт талапсаныраҡ булырға һәм ҡәтғи рәүештә тыйырға кәрәктер. Белмәйем, белмәйем, Марат, көсөң етерме икән?
Марат сығып өлгөрмәне, Сәриәнең телефонға тотонғанын күреп, уның йөҙөнә иғтибар итте. Нимәгәлер бик борсолғайны. Шунан һуң ул хәсрәтле төҫ менән Марат эргәһенә килде лә:
– Ғәфү итегеҙ, Марат Вафич, дауахананан шылтыраттылар. Әле генә Насиров Хәбир Ғиниәтович вафат булған.
Марат ултыра төштө лә ҡуйҙы.
– Нисек? Әле генә?
Үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Ҡойоғоҙ әле миңә берәрҙе** – тине. – Миңә водитель керһен. Адресын белегеҙ, мин өйөнә барып киләм, – тип кенә әйтә алды.
Эй, кешенең ғүмер генәһе! Күпме ҡайғыларға, бәләләргә бирешмәй йөрөй ҙә, бер шатлыҡты, ҡыуанысты күтәрмәй бөгөлә лә төшә. Ул бит кеше. Ярай, аҡылы етеп, йылы мөнәсәбәт ҡороп, үҙенә кешесә өндәшеп, бәләкәй генә булһа ла рәхмәт хаты тоттора белде. Иртәгә сыға торған гәзиткә урынбаҫарҙы фотоһы менән сығарырға ҡушҡайны. Үтәһәләр, ярар ине. Башҡа ваҡыт булһа, иғтибар ҙа итмәҫ ине. Ә әле ул бик мөһим. Насиров өсөн түгел – уның ғаиләһе өсөн, ҡатыны өсөн кәрәк.
Марат Насировтың өйөнә ауыр атлап, көс-хәл менән керергә мәжбүр итте үҙен. Үҙе лә белә, аңлай, Марат Насиров менән бергә эшләмәне, ул уны эштән ебәрмәне, ялға сығарҙы. Бергә эшләмәгәс, уның килеүе лә мотлаҡ түгел һымаҡ. Ләкин Марат уныһын яҡшы аңлай: Насиров уның һымаҡ уҡ кеше – системаға, властҡа, халыҡҡа, районға бар һаулығын, ғүмерен бағышлаған. Өй эсендә әле ҡайғы-хәсрәт килеп етһә лә, уның кешене шаңғыта һуға торған көсөн әле татып өлгөрмәгәндәр. Марат көс-хәл менән кереп, хужабикәнең ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Эй, ҡыуанып ҡайтҡайны, рәхмәт хатын тотҡайны. Күҙ менән ҡаш араһында ошонда ғына ултырҙы, ошонда ғына... Бына, хатын тотоп, йығылды ла ҡуйҙы.
Марат ҡайтҡанда ла шул хаҡта уйлап ҡайтты: кеше ғүмере бигерәк нескә, ҡаты бәрелергә, өмөтөн өҙөргә ярамай. Кеше менән эшләргә өйрәтмәйҙәр шул. Рәхмәт хатын әҙерләгәндә лә кемеһелер: “Уға нимәгә кәрәк инде, алырын алып бөттө бит”, – тип ауыр һүҙ өндәште. Эш алып бөтөүҙә генә булһа икән! Ҡасан бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға өйрәнербеҙ икән?
** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хупламай.
Дауамы бар.

Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: