+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Апрель 2020, 10:42

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ – 8” Хикәйә

Бер-береһенә оҡшаған көндәр, вагондар һымаҡ, күҙ асып-йомғансы, үтә лә, үтә. Марат үҙенең көндәлек тормошон тәгәрмәс эсендә йүгергән тейен хәлендә күрә башланы. Тейен дә бит, йүгерә лә, йүгерә, ә үҙе һаман бер урында тора. Бер ҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙығырлыҡ та түгел. Барҙы, күрҙе, һөйләште, ҡатнашты, сығыш яһаны, осрашты – район гәзите һымаҡ, көн дә бер үк хәбәр. Аптырағас, Марат интернет аша табып, сит илдәрҙең муниципалитет башлыҡтары нисек эшләй икән, шуны өйрәнеп ҡараны. Уларҙа бөтөнләй икенсе тормош икән. Беҙҙәге һымаҡ аҡса эҙләп, мәшәҡәттәрҙе хәл итеү, осон-осҡа ялғау өсөн тырышыу һымаҡ проблемалар бөтөнләй ят. Уларҙа күбеһе шәхси ҡулдарҙа, үҙ иҫәбенә көн итә. Ә мохтаждарына аҡса бүленгән, барлыҡ мәсьәләләр хәл ителгән.

“ҺЕҘ БЕРГӘ УҠЫНЫҒЫҘ – 8”
Хикәйә
Башы:
Бер-береһенә оҡшаған көндәр, вагондар һымаҡ, күҙ асып-йомғансы, үтә лә, үтә. Марат үҙенең көндәлек тормошон тәгәрмәс эсендә йүгергән тейен хәлендә күрә башланы. Тейен дә бит, йүгерә лә, йүгерә, ә үҙе һаман бер урында тора. Бер ҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙығырлыҡ та түгел. Барҙы, күрҙе, һөйләште, ҡатнашты, сығыш яһаны, осрашты – район гәзите һымаҡ, көн дә бер үк хәбәр. Аптырағас, Марат интернет аша табып, сит илдәрҙең муниципалитет башлыҡтары нисек эшләй икән, шуны өйрәнеп ҡараны. Уларҙа бөтөнләй икенсе тормош икән. Беҙҙәге һымаҡ аҡса эҙләп, мәшәҡәттәрҙе хәл итеү, осон-осҡа ялғау өсөн тырышыу һымаҡ проблемалар бөтөнләй ят. Уларҙа күбеһе шәхси ҡулдарҙа, үҙ иҫәбенә көн итә. Ә мохтаждарына аҡса бүленгән, барлыҡ мәсьәләләр хәл ителгән.
Күрәһең, юл ярып атлағанда беҙҙә башҡаса мөмкин түгелдер. Кем белә, бәлки беҙҙә лә түләүле балалар баҡсалары, мәктәптәр барлыҡҡа килер. Быға тиклем әле бик алыҫ. Көн һайын үҙебеҙҙең шарттарға яраҡлашырға, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә, ни тиклем ялҡытҡыс һәм яңғырауыҡлы яңғырамаһын, халыҡ тормошон хәстәрләргә тура килә. Шуныһы өмөтләндерә – күпселек яңы шарттарға яраҡлаша. Шулай була күрһен инде. Эшкә килеп, ҡағыҙҙар барлай башлағайны, баш ҡаланан куратор шылтырата, тинеләр. Иҫәнлек-һаулыҡ белешкәс, Марат һүҙҙе үҙе башланы:
– Эшләй башлауыма оҙаҡламай өс ай була, тәүге айҙа бер «ҡарлуғас», икенсе, өсөнсө айҙа бер түгел, ике «ҡарлуғас», тип һөйләп өлгөрмәне, Богданов көлөп тә ебәрҙе.
– Һиндә аналитика көслө, Марат Вафич. Дөрөҫ әйтәһең – икәү, – тине һәм ҡағыҙҙарын ҡыштырҙата башлағайны, Марат уны туҡтатты.
– Көтөп тороғоҙ, Риф Мансурович, – тине Марат. – Ике «ҡарлуғас» та бер темаға, ләкин ҡапма-ҡаршылыҡлы.
– Быны ла дөрөҫ, – тип аптыранды Богданов.
– Риф Мансурович, артабан мөмкинме? – тине Марат. – береһендә «ҡарлуғас» мине ғәйепләй, икенсеһендә мәрхүмде ғәйепләй.
– Да, – тине оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң Богданов. – Аналитика ла көслө. Быға тиклем күпме «ҡарлуғас» осорҙолар, берәү ҙә алдан уҡ йөкмәткеһен белмәй торғайны.
– Һеҙҙең мәктәп, Риф Мансурович, – тине Марат, – һеҙ өйрәтәһегеҙ. Бына өс ай булыр-булмаҫ, мин инде үҙемә яурыныма осоп ҡунған «ҡарлуғас»тарҙың ҡаурыйҙарын һанап ултырам. Ҡыҫҡаһы, былай. Беренсеһе яҙа, нимә тип яҙа инде? Бына шулай, шулай, шундай кеше бар ине, урынынан ҡыуғайныдар. Ә етәксебеҙ Марат Сәмиғуллин ҡаҙна милкен таратыуҙа ғәйепләнеп, эштән ҡыуылған кешене ҙур хөрмәт менән ерләүҙе ойошторҙо. Етмәһә, закондан көлгән һымаҡ, үлере алдынан ғына рәхмәт хаты тотторған.
– Дөрөҫ, – тине Богданов. – 1:0!
– Ә икенсеһен, Риф Мансурович, алдан фаразлағым да килмәй. Үҙе бер ғәйепһеҙҙе төпәләгәндәр, хатта үлемендә ғәйепләгәндәр. Шулаймы?
– Шулай шул. 2:0! Һеҙҙең эш шулай инде, – тине Риф Мансурович. – Күңелеңде төшөрмә, ҡайтҡан сағыңда уҡ нимә көткәнен белә инең. Беҙ инде бүлектә егеттәр менән көлә-көлә уҡыныҡ. Төпкә төшөп ҡараһаң, көлөрлөк бер нимә лә юҡ. Насировты эштә ҡалдырырға тырышыуыңды, уға урын әҙерләүеңде, рәхмәт хаты тапшырыуыңды беҙ хупланыҡ. Кешеләрсә һуңғы юлға оҙатыуың да хуплауға лайыҡ... Ә былай, кем яҙғанын, бәлки әйтеп бирерһең?
– Юҡ инде Риф Мансурович, – тип баш тартты Марат. – Эҙләү, тикшереү эштәре менән башҡа органдар шөғөлләнһен. Ә мин үҙемдең эшмәкәрлегемдән сығып, фараздар ғына ҡылам. Мин элек эшләгән урында тыныс булған икән, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Унда ла шул уҡ хәл ине. Традициялар дауам итә. Ошондай юл менән кешене 30-сы йылдарҙа бер-береһен ҡырғандар. Совет дәүерендә шул хәл ҡабатланған. Был мөмкинлектән файҙаланыусылар әле лә бар. Былай, тыныс ҡарайым. Мине дүртенсе «ҡарлуғас» нығыраҡ уйландыра. Әйҙә, бәхәсләшәйек, нимә хаҡында булыр икән?
Богданов тын ҡалды, хатта көсөргәнешле уйлағаны һиҙелде.
– Ну, халыҡ фантазияһы сикһеҙ бит инде ул. – тине Риф Мансурович. – Һин унда власть вертикале нығытып бөтөп киләһең, район төрлө эштәргә байтаҡ ҡына финанс бүлдереүгә өлгәште. Бәлки шул тирәнән эҙләрбеҙ
– Юҡ. – Марат кире ҡаҡты. – Минеңсә, ялыуҙы ойоштороусылар ошо финанстарға иҫәп тотоусылар булыуы бик ихтимал. Улар көтәсәк, хата эҙләйәсәк. Әлеге «ҡарлуғас»тар – өйрәнсектәре генә. Уларҙың күләгәһендә... оҫталар күренә. Риф Мансурович, минме һуң инде һеҙҙе өйрәтә торған кеше? Һәр районда, һәр ҡалала бар ундай кешеләр. Һәр хәлдә, һиңә, миңә бында күңелле буласаҡ.
– Йә, әйт, дүртенсе «ҡарлуғас» нимә хаҡында? – тип ныҡышты Богданов.
– Нимә тип уйлайһығыҙ, – тине Марат. – Әлбиттә, мине сафтан сығарырға тырышасаҡтр һәм гүзәл зат темаһын башлаясаҡтар
– Эйе, – тине Риф һуҙып ҡына, – ҡатыныңдың барырға теләмәүе хаҡында ишеткәс, уйлап ҡуйғайным.
– Беҙҙең хәлдәр шулай, – тине Марат. – Мин һеҙҙән йәшереп тормайым.
– Беләбеҙ, – тине Риф Мансурович. – Һеҙгә дәғүә юҡ. Әлегә... Эшегеҙҙе белеп башҡараһығыҙ. Халыҡ менән йыш осрашаһығыҙ, үтенестәрен хәл итәһегеҙ. Етәксенән һәм халыҡтан тағы нимә кәрәк булһын? Үҙ-ара аңлашып эшләү.
Шуның менән һөйләшеү бөттө. Марат төпкө бүлмәгә үтеп, сәй ҡуйҙы һәм диванға ултырҙы. Бына, өс айҙа – өс «ҡарлуғас» һәм тәүге йылы һүҙ: “Кешеләр менән эшләйһең”. Артабан нисек булыр. Ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар.
– Бөгөн концерт була икән, һеҙҙе саҡыралар.
– Кемдәр ҡатнаша?
– Мәктәп менән район үҙәгендәге ауыл биләмәһе хакимиәте.
– Кем саҡыра?
– Инзирә Фуатовна – мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
– Ярай инде, ваҡыт юҡ, Инзирә Фуатовнан ғәфү үтенәм, – тип трубканы һалып ҡуйҙы.
Йомшаҡ ҡәнәфигә ултырҙы һәм күҙҙәрен йомдо. Ҡатыны, балалары өйҙәлер инде. Киске ашҡа әҙерләнәләр. Өс ай булды, өс кенә ҡайтып килде. Һуңғы ҡайтҡанында ҡатыны менән етди генә һөйләшеү булды. Марат бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты ла:
– Бәй, һеҙ һаман төйнәлмәнегеҙме ни? – тигәйне.
– Ә был хаҡта беҙ һөйләшмәнек тә инде, – тине ҡатыны күҙҙәрен ситкә алып...
Улар һөйләшеп ҡараны, ләкин аҙағы ике яҡ файҙаһына ла түгел ине...
Креслола йомшаҡ икән, ошолай ғына йоҡлап алғанда. Ҡунаҡханала уны тағы ла ҡасандыр бешкән ваҡ бәлеш һәм тағы ла әсегән һөт көтәме икән? Командировкала йөрөгән кешенең яҙмышы шул инде. Шул ваҡыт һул яҡтан йөрәк тәңгәлендә, “мин бында”, тигән һымаҡ, нимәлер сәнсеп ҡуйҙы. Юҡ, сәнсмәне, әле төртөп кенә алды. Үҙе хаҡында иҫкә төшөрәме икән? Һау-сәләмәт ир үҙ ғүмерендә бөгөн беренсе тапҡыр йөрәген хәтергә төшөрҙө. Бәй, шулай ҙа була икән, уң ҡулын йөрәге тәңгәленә килтереп, бер төймәһен ысҡындырып, күкрәген ыуып ҡараны. Ниңә ҡурҡаһың, тип үҙе менән һөйләште ул. Әле йөрәгең туҡтарлыҡ ниндәй эш ҡылдың? Әле ауыртамы? Тимәк, киҫәтә. Киләсәктә үҙеңдең ҡәҙереңде белергә яҡшыраҡ булыр. Аҙ ғына ойоп киткән һымаҡ булды. Ауыртыу ҙа баҫыла төштө. Белһәң ине, алда уны тағы нимәләр көтә икән? Сөнки киләсәктә ул кисерәсәк һынауҙар менән сағыштырғанда, йөрәктең һиҙелер-һиҙелмәҫ сәнсеүе ваҡ-төйәк һымаҡ ҡына булып тойолор ине.

Башы:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: