-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Апрель 2020, 10:22

ТӨНДӘЛЕКТӘР... УҪАЛ ҒАФФАР.

Булыр-булыр ҙа, Ғаффар ағай һымаҡ уҫал кеше булмаҫ! Ағай урамдан үткән саҡта, кешеләрҙең эттәре, ҡойроҡтарын бот араһына ҡыҫтырып, ҡойма-кәртә артына кереп ҡаса һәм ул юғалмайынса, сыҡмай торғайны. Урамынан тороп, ҡатлап-ҡатлап бер һүгенһә, ҡурҡыштарынан ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, һыйырҙар мөңрәп ҡуя, яңғыҙ тороп ҡалған бала-саға илашып, өйҙәренә йүгергәне хәтерҙә ҡалған. Эсеп алһа, боларыуынан ауыл дер ҡалтырап тора ине.

Булыр-булыр ҙа, Ғаффар ағай һымаҡ уҫал кеше булмаҫ! Ағай урамдан үткән саҡта, кешеләрҙең эттәре, ҡойроҡтарын бот араһына ҡыҫтырып, ҡойма-кәртә артына кереп ҡаса һәм ул юғалмайынса, сыҡмай торғайны. Урамынан тороп, ҡатлап-ҡатлап бер һүгенһә, ҡурҡыштарынан ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, һыйырҙар мөңрәп ҡуя, яңғыҙ тороп ҡалған бала-саға илашып, өйҙәренә йүгергәне хәтерҙә ҡалған. Эсеп алһа, боларыуынан ауыл дер ҡалтырап тора ине.
Беҙҙең атай – тыныс кеше. Беҙҙе бер ваҡытта ла өйҙән ҡыуманы, әсәйгә ғүмерҙә ҡул күтәрмәне. Ә Ғаффар ағайҙың ғаиләһе, ул ҡайтып боларған һайын, ҡайҙа барһын, беҙгә килеп тула ине. Ни өсөн ҡышҡы һалҡында ла ялан аяҡлап беҙгә йүгерә? Сөнки беҙҙең атай – силсәүит, ә бындай боларыуҙарҙы силсәүит тәрбиәләргә тейеш. Үҙебеҙ 6 бала, Ғаффар ағайҙың 8 балаһы килеп ҡушылһа, өйҙә ултырып ҡына йоҡларлыҡ була торғайны.
Әле лә күҙ алдымда, кинолағы һымаҡ бер ғибрәтле эпизод, балалар әсәләре Миңлегөл еңгә менән кереп өлгөрмәне, тәҙрәнең өҫкө өлгөһөн ватып, әйләнә-әйләнә өйгә балта килеп инде. Ғәжәп хәл – берәүгә лә эләкмәне. Әсәйем ҙур мендәрҙе тығып ҡуйҙы ла, утты һүндереп, яттыҡ та йоҡланыҡ. Икенсе көнөнә атайым балтаһын тотоп, Ғаффар ағайға китте. Уятҡан, балтаһын кире биргән. Һөйләшеү нисек булғандыр, белмәйем, атайымдың батырлығына шунда хайран ҡалғайным. Ғаффар һынлы Ғаффарға барып, балтаһын тоттор әле! Ул ғына түгел, бер сәғәт тә үтмәне, балта оҫтаһы Гәрәй ағайҙы эйәртеп, быяла тотоп, килеп тә етте. Теге ҡойолған өлгөләрҙе ҡуйырға.
Бер көҙ Ғаффар ағайҙың ҡотороуы һуңғы сигенә етте. Өйҙән бөтәһен дә ҡыуып сығарған да, һарайына ут төрткән, кешеләр йыйыла башлағас, кеҫәһенән бысағын сығарған, салынған һәм шунда ҡолаған. Берәүҙәр аһ та оһ, килеп, ут һүндерә, икенселәре бының муйынын бәйләй, районға оҙатыуҙы хәстәрләй. Үҙем күрҙем, Сәғиҙә инәй эргәһенә килеп:
– Дөмөгөп ят! – тип өндәшкәйне, күҙҙәрен асып:
– Кит, юҡты һөйләмә! – тип екерҙе.
Нисә көн үткәндер, Ғаффар ағай, муйынын аҡ марля менән бәйләп, ҡайтып та төштө. Кеше араһына сыҡҡас, минең атайым, шаян ғына кеше, былай тип өндәшкән:
– Нимә, Ғаффар, бысағыңды үткерләмәгәйнеңме ни? – тип һораған.
Был хаҡта ауылда әле лә көлөшөп, иҫкә алалар. Ғаффар ағай нимә тип яуап биргән?
– Уны үткәрләргә бер ваҡытта ла һуң түгел, – тигән.
Шунан атайым кинәйәне аңлаған:
– Мин һуғышта разведчик булдым. Командир, бысағыбыҙ үткер булмаһа, алыштырырға ҡуша торғайны. Борсолма, мин бер ваҡытта ла, һинең һымаҡ, бысаҡ үткерләп ултырмаясаҡмын, – тигән.
Йылдар үтте, Ғаффарҙың шуҡлыҡтары хәҙер онотолоп бөтөп бара, тип әйтерлек. Аҙаҡҡы йылдарҙа кәре бик ныҡ ҡайтҡайны. Етмәһә, үҙе күренеү менән, һәр ҡапҡа аҫтынан сығып, эттәр өрөп ҡала. Беҙгә, күрше генә йәшәгәс, уларҙың донъяһы үтәнән-үтә күренеп тора. Кисен Миңлегөл еңгәгә күстәнәс ҡалдырып сыҡтым. Еңгә атлай алмай, инвалид арбаһында ултыра. Элеке һымаҡ, кеше менән һөйләшеп, аралашып бармай, “йыуаш килен” тигән ҡушаматын аҡлай инде. Балалары ла ҡайтмай икән.
Кисен, баҡсаның урам мөйөшөндә ҙур алмағас төбөнә балаҫ түшәп, шунда ултырабыҙ, сәй эстек. Барыһы ла кереп бөткәс, ҡолағыма кемдеңдер илағаны ишетелде. Тәүҙә ишетеләлер, йә берәй көсөк шыңшыймы әллә, тип уйлағайным.
– Эй, бәғеркәйем һин минең! Мин бит һинең алда мәңге ғәйеплемен! Мин, мин – йүнһеҙ бөтөрҙөм һинең һаулығыңды! Эй, хайуан бит мин, ни эшләп шул хәтле һине рәнйеттем икән? Уф, Хоҙайым, ни эшләп кенә ҡарайым, нисек кенә был ғазаптарҙан ҡотолайым икән?..
Күктә – тулған Ай, күршеләрҙең ишек алды яп-яҡты. Ана, коляскала еңгә ултыра.
– Ни эшләп кенә һине рәнйеттем икән? Һин бит минең менән мәңге ғазапланып йәшәнең. Ни эшләп мин шулай уҫал булдым икән? Кем өйрәтте мине шул хәтле уҫал булырға? Бына хәҙер һин минең арҡала ғазапланып ултыраһың...
Ғаффар ағайҙың үҙен ҡәһәрләүен тыңлауы ауыр. Ә үҙе ҡайҙа һуң ул? Бәй, еңгәмдең аяҡ осонда, ҡатынының аяҡтарын үбеп, күҙ йәштәре менән илап ята түгелме һуң?
– Юҡ, юҡ, ғәфү итеү миңә юҡ! Бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкһең. Ғәфү итмә, мин һинең тырнағыңа ла тормайым. Мин бит һиңә бер изгелек тә күрһәтмәнем. Бер яулыҡ та алып бирә алманым. Һин ғүмер буйы эшләнең, ә мин эсеп, боларып, һеҙҙе рәнйетеп йәшәнем. Эх, һин, Ғаффар!.. Һин бит кеше түгел – эт һин, эт! Кеше дөрөҫ әйтә, уҫал Ғаффар тип. Уҫал Ғаффарҙы күрмәҫ өсөн, балалары хәҙер өйгә лә ҡайтмай. Улар һиңә ниңә ҡайтһын? Һин бит уларҙы балта менән баҫтырып йөрөнөң! Үҙеңдең хәҙер “уҫал Ғаффар” тигән ҡушаматың ғына ҡала. Эх, эх... Мин берәүгә лә кәрәкмәйем һинән башҡа, Миңлегөлөм! Әлдә генә һин барһың!..
Ҡатынының мөңгөрҙәгәне ишетелде:
– Йә, етәр, юҡты һөйләмә. Һин инде шаштырып ебәрә торған. Кеше араһында һөйләп йөрө тағы! Беҙ һинең менән бына тигән йәшәнек! Ана, күпме балалар үҫтерҙек. Ниңә ҡайтһын улар? Улар бит ҡалаға өйрәнгән. Үҙеңде һөйләмә, мин ғәйепле. Ана, аяҡтарым ауырта. Етәр, шыңшып ятма. Кеше араһында һөйләнмә, тинем.
Кем белә, бәлки уларҙың, ысынлап та, мөхәббәте шулайҙыр. Ундай изге тойғо һәр кем өсөн хас түгел шул.
Мин кереп киттем, улар мөңгөрҙәшеп ҡалды.

----
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Беҙҙең проекттар:
Читайте нас: