Әнүәр “Батыр” күп тармаҡлы етештереү компанияһының баш ҡаланың иң ҡиммәтле кварталының эсендә урын тапҡын офисы эргәһендә тора. Уның эргәһенә бер егет кеше сыҡты.
– Документығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Егет паспортты алды, Әнүәр менән сағыштырып ҡараны һәм кире һондо. Киҫкен генә: “Миңә эйәрегеҙ!” – тип күрһәтмә бирҙе. Күп ҡатлы офистың нисәнселер ҡатына күтәрелделәр, аҙаҡ ниңәлер икенсе лифт менән аҫҡа төштөләр һәм өс ҡат күтәрелеп, ҙур ҡабул итеү бүләһе эргәһенә сыҡтылар. “Ошонда көтөгөҙ”, – тине егет һәм эргәләге ишек артында юғалды.
Бер аҙ көттөргәндән һуң, ике кеше сыҡты һәм Әнүәрҙе күрше бүлмәгә саҡырҙы. Ниңәлер тағы бер тапҡыр документын үҙе менән сағыштырып ҡаранылар, телефондарын, асҡыстарын өҫтәлгә һалырға ҡуштылар. Әнүәрҙең аптыраулы ҡарашына: “Телефонығыҙ барыбер бында тотмай, сыҡҡанда кире алырһығыҙ”, – тип яуап бирҙеләр. Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Әнүәр аптырана башланы. Бер аҙҙан эргәһенә ябай ғына кейенгән бер кеше килде һәм киң йылмайып: “Мин булам инде һеҙ эҙләгән Мусин Батыр Ғарифович”, – тине. Әнүәр ентекләп Батырҙы ҡараны. Власть тирәһендә күпме өйөрөлә, һис күргән кешеһе түгел. Ҡабул итеү бүлмәһенең бер мөйөшөндә ике диван тора.
Әнүәр аптыранды. Ошонда кешеләр үтеп-һүтеп йөрөй, һөйләшеү булырмы икән? Әнүәр Батырға яҡыныраҡ ултырҙы һәм һүҙ башланы:
– Һеҙ, Батыр Ғарифович, мине ғәфү итегеҙ... Бик ашығыс эш килеп сыҡты...
– Һеҙ ҡаушайһығыҙ, – тине Мусин Әнүәргә тишерҙәй итеп ҡарап. – Һеҙҙең хәлегеҙҙе күреп, мин борсола башланым. Нимә әйтергә теләйһегеҙ? – тотлоҡмай, йәшермәй бөтәһен дә һөйләп бирегеҙ.
Әнүәр был һүҙҙәрҙән нығыраҡ ҡаушаны. Ҡыҙарынды, тирләп сыҡты. Тирләмәй ҡара. Ни әйтһәң дә, Әнүәр бит миллионлы баш ҡаланың йөҙөк ҡашы булған Салауат районының мәғариф идаралығы начальнигы, көн һайын йөҙҙәрсә кеше менән аралаша, ул бындай тонда һөйләшеүгә өйрәнмәгән...
– Беҙ икәү генә хәл итерлек ифрат мөһим мәсьәлә килеп сыҡты, – тине ул һаман да ни әйтергә белмәй.
– Сәйер хәл, – тине Мусин. – Һеҙ – мәғариф хеҙмәткәре, нисек әйтергә, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың етәксеһе, ә мин – бизнесмен. Минең эш – төҙөү, мәғрифәткә бер мөнәсәбәтем дә юҡ, тип әйтер инем, төҙөргә, ремонтларға, ну ҡайһы ваҡыт ярҙам итергә тура килә. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә һорауҙар бирәм, һеҙ – яуап бирегеҙ.
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй! Мин үҙем, – тине Әнүәр ҡаушауының сигенә сығып. Һәм көс-хәл менән: “Минең улым медицина университетының беренсе курсында уҡый”, – тип әйтте.
Батырҙың йөҙө шунда уҡ үҙгәрҙе:
– Минең ҡыҙым менән бер төркөмдәме? – тине.
– Эйе... – тине көс-хәл менән Әнүәр.
Батырҙың битараф йөҙө күҙ алдында ҡырыҫланды, хатта сикәләре уйнап ҡуйҙы.
– Аңлашылды... – тине ул асыулы төҫ менән. – Улар, ысынлап та, бер төркөмдәме?
– Эйе. Ҡарағыҙ әле, Батыр Ғарифович! Төшкө аш мәле, мин һеҙҙе ресторанға саҡырам. Ашайыҡ, эсәйек. Былай ҡоролай ғына хәл итә торған мәсьәлә түгел.
Батырҙың йөҙө һағайыулы һәм асыулы төҫ алды:
– Ошо бинала ресторан бар. Әйҙәгеҙ, шунда барып ашайыҡ. Аңлауымса, һеҙ саҡыраһығыҙ?
Батыр шунда уҡ урынынан торҙо, эргәһенә йүгереп, бер егет килде. “VIP зал... Ике кешелек өҫтәл...”, – тигән һүҙҙәр генә ишетелеп ҡалды.
– Бара тороғоҙ, һеҙҙе оҙатырҙар, – тине лә кабинетына үтеп китте.
Бер аҙҙан улар ҙур түңәрәк өҫтәлдең ике яғында ултыралар ине.
– Һеҙ саҡырҙығыҙ, мин ҡаршы түгел, – тине Батыр аптыранған һымаҡ.
Виски эсергә** булдылар. Официант ҡойҙо һәм сығып та юғалды.
– Йә, һөйләгеҙ, Әнүәр Әхмәтович, – тине Мусин.
– Әйҙә, танышыу хөрмәтенә тәүҙә эсеп ҡуяйыҡ!
– Танышыу хөрмәтенә мөмкин!
Күтәреп ҡуйҙылар. Әнүәр, ҡабул итергә ваҡыт тапҡаны өсөн Батыр Ғарифовичҡа рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ мине тамам аптыраттығыҙ, – тине ул ризаһыҙлығын йәшереп тормайынса. – бөгөн эшем күп ине. Хәҙер һеҙҙең менән баш ватып ултырырға мәжбүрмен. Әйтегеҙ, һеҙгә нимә кәрәк?
Әнүәр ҡаушаны, тамам тирләне. Етмәһә, эсәм, тип һыуҙы түгеп ебәрҙе.
– Батыр Ғарифович... Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: минең улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙ Ләйсән – бер-береһен ярата.
– Нисек ярата? Минең ҡыҙымдың йөрөгән егете юҡ! Беҙ уның менән бер йортта йәшәбеҙ, уның һәр сәғәте һанаулы, уға водитель һәм һаҡсы беркетелгән. Өйҙә уның менән даими шөғөлләнеүсе хеҙмәткәр бар. Мин һеҙҙең улығыҙҙы ҡыҙымдың тормошонда күрмәйем. Улығыҙҙы исеме нисек?
– Юҡ! Хәтерләмәйем, белмәйем, күргәнем юҡ, күҙ алдыма ла килтерә алмайым!
– Эйе, – тине Әнүәр тирә-яғына ҡаранып. – Ләкин минең әйтергә теләгән һүҙем бының менән генә бөтмәй.
– Мәсьәләне ябайлаштырам, – тине Әнүәр. – Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың ҡулын улыма һорайым. Ябай ғына итеп әйткәндә, уларҙы өйләндерергә кәрәк.
– Өйләндерергә? Һеҙ, улар бер-береһен ярата, тиһегеҙме?
– Эш яратыу менән генә бөтмәй шул, – тине Әнүәр, тәрән итеп тын алды. – уларҙың балаһы буласаҡ.
Мусин һиҫкәнде, ишек яғына ҡараны.
– Һеҙҙең хәбәрегеҙ дөрөҫмө? – тине Батыр Әнүәргә һынсыл ҡараш ташлап.
– Эйе, улым миңә барыһын да һөйләне. Улар Яңы йылдан бирле бергә...
– Аңлашылды, – тине. – Эштәр шулай тәрәнгә киткәнме? Ваҡыты күпме?
– Оҙаҡламай, бер ай була, – тине Әнүәр.
– Бер ай була? Һәм мин был хаҡта һуңғы булып ишетәмме? Йә, Хоҙай! Әйткәйнеләр миңә, киҫәткәйнеләр, әсәйһеҙ ҡыҙ бала үҫтереүе ҡыйын була, тип...
– Минең улым ҡаршы түгел, – тине Әнүәр. – Ул өйләнә, баш тартмай.
– Баш тартмай, тиһеңме? – тине Батыр ерәнес йөҙ менән. – Һеҙ, бәлки, Мусиндың кем икәнлеген белмәйһегеҙҙер. “Минең улым риза, баш тартмай”!.. Үҙегеҙ тураһында бик юғары фекерҙә икән! Һеҙ мине тамам шаңғыттығыҙ...
Әнүәр юғалып ҡалды. Һөйләшеү киҫкен булырын ул һиҙә ине. Ләкин бындай уҡ кимәлдә түгел. Әлбиттә, ҡала ҙур, кеше күп. Шулай ҙа Мусин кимәлендәге эшҡыуарҙар урам тулып, эркелеп йөрөмәй. Уларҙың күбеһенең эш менән генә мәшғүл булыуын да белә. Шәхси тормоштары ғөмүмән башҡаларға таныш түгел. Нимә генә әйтһәң дә, улар ҙа кеше бит. Әнүәр Мусинға ҡараны ла:
– Батыр Ғарифович! Туй үткәреп, йәштәрҙе үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырыуға беҙгә бер нимә лә ҡамасауламай.
Батыр тоҡанып киткән һымаҡ булды:
– Ә һеҙ әле минең ризалыҡты алдығыҙмы? Мин – атай кеше. Ҡыҙым өсөн мин яуап бирәм! Һеҙ мине риза булыр, тип уйлайһығыҙмы?
Әнүәр шаңғып ҡалды. Кисә ҡатыны менән был хаҡта һөйләшкәндә шикләнмәй ине. Был кеше бик ҡатмарлы икән. Тормош булғас, нимә генә булмай, осрашалар, танышалар. Йәштәр хәҙер бигерәк ҡабалана...
– Илсегә үлем юҡ, – тип йылмайҙы Әнүәр мөмкин тиклем тыныс тауыш менән, – бындай осраҡта мәсьәләне хәл итеүҙең бер генә юлы бар: йәштәрҙе өйләндерергә кәрәк! Әле һуң түгел. Әгәр риза булһағыҙ, киләһе шәмбе ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорап һеҙгә килергә теләйбеҙ.
– Ярай, уйларбыҙ, – тине Батыр, күнгән һымаҡ булды. – Төшкө аш өсөн һеҙ түләйһегеҙме? – тине ул тағы ла арыған ҡарашын Әнүәргә йүнәлтеп.
– Эйе, эйе, мин карта менән түләй алам.
– Мин һеҙгә шылтыратырмын. Һау булып тороғоҙ! – Батыр торҙо ла, арғы ишектәрҙең береһенән сығып та китте. Официант картаны алды һәм бер нисә минуттан карта менән чекты өҫтәлгә һалды. Әнүәр чектағы суммаға ҡарағайны, күҙлеге төшөп китә яҙҙы. Унда “34200 һум”, тип яҙылған ине. 34200 һум! Дә, күңелле башланды, – тине ул үҙен әрләй-әрләй. – Улыма кәләш алам, тип килеп, 30 кешелек ашап-эсеп сыҡ әле! Хәйер, анау виски** тос күренә ине, бер 30 меңлек булғандыр. Әнүәрҙе оҙатып сыҡҡан кеше ентекләп телефондарын яҙып алды, адресын белеште, өҫтәп ҡатынының, улының телефонын һораны. Ир ғәжәпләнде, ләкин йәшереп тормай, барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирҙе. Ул артабанғы һөйләшеүҙең нисек булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ине әле.
Әнүәрҙең – үҙ хәсрәте. Бынан ярты йыллап самаһы элек мәғариф министрлығында, аҙаҡ хакимиәттә үҙе менән һөйләшеү булғайны. Тәҡдим ябай: ҡала кимәлендә шундай уҡ вазифаны биләү. Коллегалары араһында иң йәше, районда эшләп күрһәтте, ҡаланы яҡшы белә.
Яңыраҡ ошо тәҡдимде тағы ҡабатланылар. Министр ҙа ҡаршы түгел. “Ҡалала проблемалар күп, уларҙы хәл итергә яңы кеше кәрәк, – тине министр бер аҙ уйлап торғандан һуң, – хәҙер заман үҙгәрҙе, кешеләр уҫалланды. Һаҡ булығыҙ, берәй мажараға юлығып ҡуймағыҙ”, – тине. Шуға ла әлеге төшкө аштан шикләнеберәк сыҡты Әнүәр. Улын да әрләп алды. Иң мәшәҡәтле ваҡытта һүҙ башлауын әйт. Ҡайтҡас, һөйләшеп алырға тура килер...
** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хупламай.