+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Май 2020, 10:00

ҠОЙОН. Сәсмә сериал. Икенсе бүлек.

Рифат менән Ләйсән һуңғы лекциянан сыҡты. Ләйсән ике ҡуллап егетен ҡултыҡлаған. – Әйҙә, тиҙерәк, хәҙер ямғыр яуырға тора, – тип ҡабаландырҙы ҡыҙ. – Оһо! Болоттар ҡуйыра, – тине Рифат күккә ҡарап. Ҡапыл ел сыҡты. Реклама ҡоролмалары һелкенде, саң күтәрелде. Рифат туҡтаны: – Ә ҡайҙа һинең машинаң? Шул ваҡыт эргәләге “Тойота”нан бер кеше сыҡты. – Оһо! Рушан ағай үҙе килгән, – тине Ләйсән атаһының һаҡ хеҙмәте етәксеһен күреп. – Йәштәргә сәләм! – һаҡсы ҡыҙ менән егет эргәһенә килде. – Һеҙ хәҙер ҡайҙа?.. – Беҙ – Химиктар мәҙәниәт һарайына. – Унда ни эшләйбеҙ?.. – Рушан ағай, беҙ унда Рифат менән түңәрәккә йөрөйбөҙ. Ә мин ниңә һеҙгә аңлатма биреп торам? Ҡайҙа элекке һаҡсы менән водитель?

ҠОЙОН.
Сәсмә сериал.
Икенсе бүлек.
Рифат менән Ләйсән һуңғы лекциянан сыҡты. Ләйсән ике ҡуллап егетен ҡултыҡлаған.
– Әйҙә, тиҙерәк, хәҙер ямғыр яуырға тора, – тип ҡабаландырҙы ҡыҙ.
– Оһо! Болоттар ҡуйыра, – тине Рифат күккә ҡарап.
Ҡапыл ел сыҡты. Реклама ҡоролмалары һелкенде, саң күтәрелде. Рифат туҡтаны:
– Ә ҡайҙа һинең машинаң?
Шул ваҡыт эргәләге “Тойота”нан бер кеше сыҡты.
– Оһо! Рушан ағай үҙе килгән, – тине Ләйсән атаһының һаҡ хеҙмәте етәксеһен күреп.
– Йәштәргә сәләм! – һаҡсы ҡыҙ менән егет эргәһенә килде. – Һеҙ хәҙер ҡайҙа?..
– Беҙ – Химиктар мәҙәниәт һарайына.
– Унда ни эшләйбеҙ?..
– Рушан ағай, беҙ унда Рифат менән түңәрәккә йөрөйбөҙ. Ә мин ниңә һеҙгә аңлатма биреп торам? Ҡайҙа элекке һаҡсы менән водитель?
– Улар икенсе урынға күсте, хәҙер мин һеҙҙе хеҙмәтләндерәм.
Ләйсән көлөп, Рифатҡа һиҙҙермәй генә төртөп алды:
– Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ!
Биш-алты минут үттеме, юҡмы, автомобиль мәҙәниәт һарайы алдында ине. Ләйсән:
– Рушан ағай, беҙ ике-өс сәғәттән сығабыҙ. Һеҙ көтөп тора алаһығыҙ, теләһәгеҙ, ҡала буйлап йөрөгөҙ. Сәғәт биштә ошонда осрашабыҙ,– тине ҡыҙ һәм йәштәр йүгерә-атлай мәҙәниәт һарайына инеп китте.
“Яҡшы, – тине Рушан һәм шым ғына водителгә өндәште, – Мәҙәниәт һарайының теге яғына сығып, көтөп тор”.
Водитель барып еткәнсе, ҡыҙ менән егет запас ишектән күңелле генә итеп килеп сыҡтылар ҙа, эргәләге биш ҡатлы йорттоң тәүге подъезына кереп тә юғалдылар. Өйгә кергәс, Рифат ҡыҙҙы ҡосаҡланы ла:
– Ә һин һаҡсының һәм водителдең алышыныуын беҙҙең арҡала, тип иҫәпләмәйһеңме?– тине.
– Атайға ышанһаң, ул барыһын да ҡыуып сығарыр. Ул һаҡсыларҙы нимәгә тоталыр? Тәүге йылдарҙа көн һайын берәү алышына торғайны.
– Шулайҙыр, – тип ризалашты Рифат. – Ә һин мин кисә атай менән әсәйҙән өйләнергә рөхсәт итеүҙәрен һораным.
– Әрләмәнеләрме?
– Юҡ. Сөнки әрләй торған ерен атайға ғына әйттем.
Ҡыҙ урынында һикереп ҡуйҙы.
– Ура! Ура! Беҙ һеҙҙе олатай һәм өләсәй итәбеҙ! Ҡыуанығыҙ! Әлегә ул минең бынау еремдә! Һеҙгә һигеҙ ай көтөргә генә ҡала!
Улар икәүләшеп балалар һымаҡ уйнап алдылар.
Ә был ваҡытта подъезд алдында эскәмйәлә ултырған әбей, Ләйсәндең водителе һуҙған 500 тәңкәне күреү менән, ҡыуана-ҡыуана уға барыһын да һөйләп бирҙе. Егет ошонда фатир яллаған, ҡыҙы менән аҙнаһына ике-өс тапҡыр көндөҙгө икенән бишкә тиклем ошонда була. Водитель адресты яҙып алды һәм кире Рушан эргәһенә китте.
– Тиҙ сығалармы? – тине Рушан.
– Бынау биш ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында бер бүлмәле фатирҙа.
– Дә, был ҡыҙ менән егет шефттың башын ҡатыра икән! Сергейҙы ярты йыл буйы алдатып йөрөткәндәр. Түңәрәккә, тип кереп китәләр ҙә, теге яҡтан сығалар...
Бер аҙҙан Рушанға Батыр үҙе шылтыратты.
– Тыңлайым һеҙҙе, Батыр Ғарифович!
– Нисек унда?
– Бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә, Батыр Ғарифович, – түңәрәккә кереп киттеләр. Теге яҡтан килеп сыҡтылар һәм өсөнсө ҡатҡа кереп баттылар.
– Да, Рушан, һин мине подвел... – тине етәксе.
– Ә мин егеттәремә ышандым, – тине Рушан.
– Егете нисек?
– “Мажор” тип әйтеп булмаҫ, былай етди егеткә оҡшаған...
– Ҡасан сығалар?
– Биштәрҙә көтәбеҙ.
– Фотоға төшөрөргә онотмағыҙ, алтыла мин һеҙҙе көтәм.
Ҡыҙ менән егет йоҡомһорап, арыған ҡиәфәт менән, ләкин бик ҡәнәғәт килеп сыҡтылар. Уларҙы Рушан машинаға ултыртып алғас:
– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
– Мөмкин булһа, мин – өйгә.
– Мин дә – өйгә.
Батыр үҙенең ҙур, уңайлы кабинетында уйға батып ултыра. Ә бит киҫәткәйнеләр, ҡыҙ бала – малай-шалай түгел, иғтибар талап итә. Ҡулдан ысҡындырып ҡуйма, тигәйнеләр. Хәҙер ысҡындыраһы юҡ, олатай булырға ғына ҡала. Ҡыҙыҡ, ә ҡыҙы яуаплылыҡты тоямы икән? Нимә эшләргә тейешлеген беләме? Ул сабыйҙы бит хәҙер тәүлек әйләнәһенә ҡарарға кәрәк. Уҡыуын ҡалдырырмы икән? Ә туй мәсьәләһе нисек тора? Таныштары аша Әнүәр Нәғимов тураһында белеште. Былай яманлаған кеше булманы. Ауылдан килгән, үҙ көсө менән карьера яһаған. Һуңыраҡ тағы бер мәғлүмәт килде: ошо көндәрҙә ҡала кимәлендә шундай уҡ вазифа биләргә тейеш икән. Да, ҡоҙа үҫә. Батыр бая уның юғалып ҡалған ҡиәфәтен күҙ алдына килтерҙе һәм үҙенсә һөйләнеп ҡуйҙы: “Ҡоҙаның эше күп, вазифала үрләргә, малайҙы өйләндерергә, туй үткәрергә кәрәк уға...”
Батыр үҙенең егеттәре менән кәңәшләште. Хәлде ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе. Ул арала булмай, фотографияларҙы тотоп, Рушан да килеп керҙе. Компьютерға һалып ҡаранылар. Шул, әлеге ғәҙәттәге ҡала егете. Ябай ғына кейенгән. Әлбиттә, үҙ йәшенән өлкәнерәк булып күренергә тырыша. Ни эшләтәйек? – тине Батыр егеткә күрһәтеп.
– Мин әйтә алмайым, Батыр Ғарифович, – тине Рушан, – һеҙгә хәл итергә. Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы өҫтәл аҫтында йөрөгән сағынан белгәс, әйтәм: ул хәҙер ҙур, өгөт-нәсихәт урынһыҙ. Бында мөхәббәт хужа.
– Бер ҡаршылығым да юҡ, – тине Батыр, теш араһынан тигәндәй, ҡыҫып сығарып. – Шуны минең менән һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләп булмай инеме икән?
– Ә улар һеҙгә нимә тип әйтһен?
Рушандың был һүҙҙәренән Батыр үҙе лә көлөп ебәрҙе.
– Шулай шул, йәштәр, мөхәббәт... Үҙҙәре хәл итә. Тәк, ярай, – тине Батыр. – Мин ҡабаланмайым. Иртәгә хәл итербеҙ.
Өйгә ҡайтҡас, Батыр ҡыҙының бүлмәһенә кереп, хәлен белеп сыҡты.
– Оһо, минең ҡыҙым үҫә! Атайҙы ҡыуандырып, һәйбәт итеп уҡый. Минең ҡыҙым афарин! – тип арҡаһынан һөйҙө. – Әйткәндәй, һин, ҡыҙым быйыл ҡайҙа ял итергә барғаныңды әйтмәнең.
– Мин уйлайым, – тине Ләйсән.
– Ҡыҙым, ә һинең миңә әйтер һүҙең юҡмы? – тине атаһы Ләйсәндең күҙҙәренә туп-тура, яғымлы ҡарап.
– Юҡсы, атайым. Әллә мин берәй һүҙ әйтергә тейеш инемме?
– Белмәйем, һин бит хәҙер ҙурһың, – тине Батыр ҡыҙының арҡаһынан йомшаҡ ҡына итеп һөйөп. – беҙ бит бик һирәк аралашабыҙ.
– Эйе, атайым, һин үҙең дә үткәнендә шул хаҡта һөйләгәйнең: эшең күп, бушамайһың.
– Ниңә һорайым, – Батыр уйланды. – Миңә һин бер егет менән һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөй, тинеләр.
– Эйе, бар ундай түңәрәк, беҙҙең төркөмдән бер егет минең менән шунда йөрөй, ул да һүрәт төшөрә.
– Ә ул... һүрәт төшөрөү һеҙгә... бик кәрәкме?
– Бик кәрәк, атайым, беләһеңме ни өсөн?
– Беҙ бит табиплыҡҡа уҡыйбыҙ, ә табип кеше һәр аҙымын, хәрәкәтен үлсәп кенә эшләргә тейеш. Айырыуса, хирургтар һүрәт төшөрөргә ярата. Атайым, һиңә бер нисә һүрәтемде алып ҡайтайыммы?
– Әлбиттә! Мин уны бик ентекләп ҡарармын.
Шул ваҡыт Батырҙың телефоны шылтыраны. Руслан шылтырата. Тимәк, тағы ла нимәлер бар.
– Тыңлайым, – тине Батыр.
– Батыр Ғарифович! Теге егет, Ләйсәндең һабаҡташы, бер ҡатын менән теге фатирға инеп китте.
– Бүлмә эсен видеоға төшөрөп буламы?
– Яҡын барырлыҡ түгел. Шаршау тығыҙ. Тәҙрә шаршауы ныҡ ҡапланған. Бер нимә лә күренмәй.
– Ярай, – тине Батыр телефонын ныҡ итеп тотоп.

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Беҙҙең проекттар:
Читайте нас: