+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Май 2020, 10:00

ҠОЙОН. Сәсмә сериал. Өсөнсө бүлек.

Бер нисә көн үткәс, Әнүәр кабинетына килеп ултырыуға, телефон шылтыраны һәм үҙен Кәбиров, тип таныштырған берәү: “Беҙгә бөгөн осрашып алыу кәрәк ине”, – тине. – Бөгөн минең көн бик тығыҙ. Сәғәт нисәлә? – Көндөҙгө сәғәт өстә “Батыр”ҙа көтәбеҙ, – тине Кәбиров. – О, юҡ, ғәфү итегеҙ, – тине Әнүәр. Сәғәт өскә мине министр саҡырта. – Ә һеҙҙең осрашыу буламы? Ышанаһығыҙмы? – тип һораны ят кеше. – Белмәйем. Ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар, – тине Әнүәр нимәлер һиҙемләп. – Ярай, барығыҙ, мин ҡаршы түгел, – тине Кәбиров кинәйәле генә итеп һәм, – шуны белегеҙ, осрашыуығыҙ булмаһа, мин һеҙҙе көтәм, – тип трубканы һалып та ҡуйҙы.

ҠОЙОН.
Сәсмә сериал.
Өсөнсө бүлек.
Алдағы бүлектәр:

Бер нисә көн үткәс, Әнүәр кабинетына килеп ултырыуға, телефон шылтыраны һәм үҙен Кәбиров, тип таныштырған берәү: “Беҙгә бөгөн осрашып алыу кәрәк ине”, – тине.
– Бөгөн минең көн бик тығыҙ. Сәғәт нисәлә?
– Көндөҙгө сәғәт өстә “Батыр”ҙа көтәбеҙ, – тине Кәбиров.
– О, юҡ, ғәфү итегеҙ, – тине Әнүәр. Сәғәт өскә мине министр саҡырта.
– Ә һеҙҙең осрашыу буламы? Ышанаһығыҙмы? – тип һораны ят кеше.
– Белмәйем. Ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар, – тине Әнүәр нимәлер һиҙемләп.
– Ярай, барығыҙ, мин ҡаршы түгел, – тине Кәбиров кинәйәле генә итеп, – шуны белегеҙ, осрашыуығыҙ булмаһа, мин һеҙҙе көтәм, – тип трубканы һалып та ҡуйҙы.
Бер сәғәт тә үтмәне, “Һеҙҙең министр менән осрашыуығыҙ билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә”, – тип хәбәр иттеләр.
Юғары даирәләрҙә аппарат уйындарын аҙмы-күпме тойомлаған Әнүәр Нәғимов һиҙенде: уның яҙмышын бөгөн министр түгел, бөтөнләй башҡа, күҙгә күренмәгән көстәр хәл итә. Уларҙы белеп булмай һәм был осраҡта һиңә берәү ҙә ярҙам итмәйәсәк. Нәғимовтың күҙ алдынан Мусиндың мәғәнәле ҡарашы үтеп киткәндәй тойолдо. Кем белә, бәлки ошонда шым ғына ултырыу яҡшыраҡтыр? Улай тиһәң, тәҡдимде үҙҙәре яһаны. Әнүәрҙең бер сараһы ла ҡалманы, ул Кәбировҡа өскә килергә йыйыныуы хаҡында әйтеп шылтыратты.
– Беләбеҙ... Көтәбеҙ... – тине тегеһе тантаналы рәүештә.
Кәбиров менән Нәғимов тәүҙә юҡ-бар хаҡында һөйләштеләр. Икеһе лә эҫе көндәрҙе яратмайҙар, балыҡҡа йөрөгә әүәҫтәр икән.
– Йә, мине ниңә саҡырҙығыҙ? – тине Әнүәр Кәбировҡа ҡарап.
– Һеҙҙең улығыҙ – Рифат Нәғимов – Медицина университетында уҡый һәм Ләйсән Мусина менән мөнәсәбәттәр ҡорған икән. Мин һеҙҙе киҫәтмәйем, әйтеп кенә ҡуям: әгәр торомошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булһа, сәбәптәрен ошо мөнәсәбәт сиктәрендә эҙләгеҙ. Тик мин һеҙгә был хаҡта әйтмәнем. Өскә саҡырғандар, осрашыуҙы кисектергәндәр – фажиғә яһамағыҙ, быны төҙәтеп була...
– Мине ғәфү итегеҙ, – тине Әнүәр, – тимәк, хужа беҙҙең ҡоҙалашыуыбыҙға ҡаршы...
– Эйе, мин дә шулай тип аңланым. Һеҙҙең улығыҙға бик үк ыңғай булмаған характеристика килгән. Ә хужа бындай мәсьәләләргә бик сетерекле ҡарай. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, уның ҡыҙы – берҙән-бер вариҫы. Был миллиардтарҙы уның хужаһы теләһә кемгә ҡалдырмай. Төшөндөгөҙмө, әллә төшөндөрә белмәнемме?
– Төшөндөм, – тине Әнүәр. – Ә мин был хаҡта уйламағайным да. Миллиардерға әйләнеүемде һиҙмәй ҙә ҡалаһым булған икән...
Икәүләп көлөштөләр.
– Йә, минән нимә талап ителә? Ҡайҙа ҡул ҡуяйым?
– Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең улығыҙ ҡыҙҙан баш тарта һәм бер аҙна эсендә армияға китә.
Әнүәр һикереп торҙо:
– Армияға китә?
– Нимәһе бар уның? Ватан алдында үҙенең бурысын үтәй. Юғиһә, ул сессияһын тапшыра алмаясаҡ. Ә һеҙгә, хөрмәтле Әнүәр Әхмәт улы, ҡала кимәлендәге вазифаны түгел, хәҙергеһен дә юғалтырға тура килмәгәйе. Һәр хәлдә, бындай киҫкен сараларға барырбыҙ, тип уйламайым.
– Аңлашылды, – тине Әнүәр. – Юғиһә, миңә тын алырға ла ирек булмай икән.
– Эйе, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, – тине Кәбиров. – Әйткәндәй, һеҙ үҙегеҙҙе балыҡсы, тигәс, шунда уҡ төшөндөм: беҙ уртаҡ тел табасаҡбыҙ. Сөнки балыҡсылар бик түҙемле, көтә белә торған халыҡ. Тәүлектәр буйына ҡалҡыуысҡа ҡарап ултырырлыҡ башҡа кешене табыуы ҡыйын. Ышанығыҙ миңә. Һеҙ дөрөҫ тактика һайланығыҙ, һеҙҙең күптән көткән вазифағыҙ буласаҡ, улығыҙ хеҙмәт иткән һымаҡ итеп йөрөп ҡайтасаҡ, ә бер нисә йылдан был ваҡиға тураһында һеҙ бөтөнләй онотасаҡһығыҙ.
– Ә һеҙ миңә уйларға ваҡыт бирәһегеҙме? – тине Әнүәр төшөнкө тауыш менән.
– Ваҡыт юҡ, – тине ҡәтғи төҫтә Кәбиров.
– Ә ҡыҙҙың яҙмышы нисек хәл ителәсәк?
– Уның өсөн борсолмағыҙ. Ул һеҙҙең мәшәҡәт түгел. Әйттем бит, һеҙ уны онотоғоҙ. Ишетеп кенә ҡалдым, ул – әллә Англияламы, Францияламы – уҡыуын дауам итәсәк. Бындағы шарттар уның статусына яуап бирмәй. Әгәр риза булһағыҙ, бына бер нисә ҡағыҙ, ентекләп танышығыҙ. Әйткәндәй, улығыҙ өсөн дә ҡултамға ҡуяһығыҙ. Һеҙҙең осраҡта рөхсәт ителә. Улығыҙ өсөн һеҙ яуап бирәһегеҙ. Ә уның тыңлашып ҡына йөрөүе һеҙҙең мәнфәғәттәргә яуап бирә.
Әнүәр көс-хәл менән сығып, машинаһына ултырып, ҡайтып китте. Фатирына ҡайтҡас, асҡысын таба алмай йонсоно. Ишекте тибеп ҡараһа, улы Рифат килеп асты.
– Атай, һиңә нимә булды? Бәлки “Тиҙ ярҙам” саҡырырғалыр?
– Эштәр насар, улым, – тине ул көс-хәл менән. – Мусин һиңә ҡыҙын бирергә риза түгел.
– Ә уның ризалығы беҙгә нимәгә кәрәк? Ҡыҙ риза бит, шул еткән.
– Һин нимә һөйләйһең? – Әнүәр улына киҙәнде. – Мәсьәлә ябылды. Мин ризалыҡ бирҙем, һин өйләнмәйһең.
– Нисек өйләнмәйем, атай? Минең балам тыуасаҡ...
– Ул бала хәҙер һинеке түгел. Ул тыуамы, юҡмы – уныһы ла билдәһеҙ...
– Атай, нимә һөйләйһең һин? Ләйсән баланы көтә...
– Улым, элегерәк уйларға кәрәк ине. Һиңә бай балаларынан тыш ҡыҙ бөткәнме ни?
– Атай, беләһеңме, ул миңә үҙе килде. Мин уға иғтибар ҙа итмәй инем. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, яраттым да ҡуйҙым. Юҡ, атай, былай дөрөҫ түгел.
– Улым, бөгөн кис һиңә повестка килтерәләр. Ике көндән һине армияға алалар. Ырымбур өлкәһендә һине көтәләр.
Рифат диванға ултыра төштө.
– Армияға китәм? Үҙем беләһең, атай, мин армиянан бер ваҡытта ла баш тартманым, хеҙмәт итерлекмен. Ләкин бындай шарттарҙа түгел. Уҡып бөтһәм, алһындар. Ватанды һаҡларбыҙ. Минән генә ҡалған эш түгел.
Рифат ҡыҙып-ҡыҙып кейенә башланы.
– Ҡайҙа бараһың?
– Сығам.
– Улым, зинһар, ипләп йөрө! Хәҙер ваҡиғаларға мин хужа түгел.
– Атай, һин һаман элеккесә фекер йөрөтәһең. Хәҙер көсләп өйләндереү, көсләп кейәүгә биреү йәки тыйыу юҡ. Мин үҙемдең хоҡуҡтарымды беләм. Ә һиңә, атай, нимәлер булған. Кемдер ҡурҡытҡан һине. Шуны бел, атай: мин ҡурҡып тормаясаҡмын! Мин үҙемдең мөхәббәтем өсөн көрәшәсәкмен! Йәнә шул: ул мине ярата, ә мин уны ташламаясамын.
Кисен Батыр ҡыҙының бүлмәһенә тағы ла керҙе һәм бер ҡарауҙа үҙгәрештәрҙе һиҙҙе. Ҡыҙы нимәгәлер борсола. Тимәк, егете шылтыратып өлгөргән...
– Минең ҡыҙыма нимә булған ул? – тип борсолғандай итте атаһы. – Уға борсолорға ярамай. Ул тыныс ҡына, ипле генә булырға тейеш.
Ҡыҙы атаһын ҡосаҡлап алды:
– Әй, атайым! Һин генә ҡотҡара алаһың!
– Ә нимә булды, ҡыҙым?
– Һин беләһең, атай, хәлемде, беләһең. Ниңә өндәшмәйһең?
– Юҡ, ҡыҙым, бер нимә лә белмәйем, сөнки һин миңә бер нимә лә әйтмәнең.
– Йә, атай, белмәмеш булма. Минең егетем бар, Рифат исемле.
– Шунан? Ҡыҙҙарҙың егете була инде ул. Киноға, театрға бергә йөрөйҙәр. Әйткәндәй, түңәрәккә бергә йөрөйҙәр...
– Атай, һин бит беләһең, мин – ауырлы...
– Ә, шулаймы ни? Бер хәбәр ишетеп ҡалғайным шул. Тимәк, был хәбәр дөрөҫ?
– Дөрөҫ шул...
– Бөгөн табипта булдығыҙмы?
– Булдыҡ, атайым...
– Яҡшы, – тине атаһы. – Ярай, ҡыҙым, мин һиңә шунда уҡ әйтеп ҡуям: ул егет миңә оҡшамай.
– Нисек оҡшамай, атай? Мин уны яратам!..
– Мин һинең тормош иптәшеңде – үҙемдең кейәүемде – икенсе төрлө итеп күҙ алдыма килтерәм. Бөтөнләй икенсе. Бының һымаҡ түгел.
– Атай, атайым! Ул миңә оҡшай, мин уны яратам!
– Әле һиңә ни бары 18 йәш, ҡыҙым. Тормош юлын яңы башлап тораһың. Ул – һинең тәүге егетең. Киләсәктә тағы ла булыр, яҡшырағы булыр, алдамай торғаны...
Һуңғы һүҙҙәр Ләйсәнде аптыратты.
– Нисек, атайым, алдамай торғаны?
– Ә был һорауҙы, ҡыҙым, егеткә бирергә кәрәк. Ул һиңә тулы итеп яуап бирер. Әгәр кәрәк тип тапһа, әлбиттә. Ҡыҙым, һин иртәгә тағы табипҡа бараһың, ул һиңә бөтәһен дә әйтер. Һөйләштекме?
– Ярай, атай, һөйләштек.

Алдағы бүлектәр:


"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Беҙҙең проекттар:
Читайте нас: