+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Май 2020, 21:15

БЫЛ КЕМДЕҢ БИТЛЕГЕ? Скетч

Иртәнге мәл, шығырым тулы маршрутка, бөтәһе лә битлектән, алғы рәттә икәү ултыра. Береһе – оҙон, береһе – ҡыҫҡа, ләкин йыуан. Оҙон, ҡапыл боролоп, Йыуанға ҡарай, тәҙрәгә аңшая, тағы ла күршеһенә текәлә. Оҙон: Ғәфү итегеҙ, беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме?Йыуан: Ғәфү итәм, ләкин мин һеҙҙе күргәнем юҡ.Оҙон: Шулай, шул. Тауышығыҙ ҙа таныш түгел, күҙегеҙҙе лә күргәнем юҡ... Тағы бер һорау мөмкинме? Һеҙ ҡайҙалыр эшләйһегеҙме?Йыуан: Мин эшләмәйем, мин – сауҙа итәм.Оҙон: Сауҙағыҙҙа уңыштар теләйем! Бәлки, ғәфү итегеҙ, һеҙ минең ҡатынымды беләһегеҙҙер?..

БЫЛ КЕМДЕҢ БИТЛЕГЕ?
Скетч
Иртәнге мәл, шығырым тулы маршрутка, бөтәһе лә битлектән, алғы рәттә икәү ултыра. Береһе – оҙон, береһе – ҡыҫҡа, ләкин йыуан. Оҙон, ҡапыл боролоп, Йыуанға ҡарай, тәҙрәгә аңшая, тағы ла күршеһенә текәлә.
Оҙон: Ғәфү итегеҙ, беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме?
Йыуан: Ғәфү итәм, ләкин мин һеҙҙе күргәнем юҡ.
Оҙон: Шулай, шул. Тауышығыҙ ҙа таныш түгел, күҙегеҙҙе лә күргәнем юҡ... Тағы бер һорау мөмкинме? Һеҙ ҡайҙалыр эшләйһегеҙме?
Йыуан: Мин эшләмәйем, мин – сауҙа итәм.
Оҙон: Сауҙағыҙҙа уңыштар теләйем! Бәлки, ғәфү итегеҙ, һеҙ минең ҡатынымды беләһегеҙҙер?
Йыуан: Мин һеҙҙең ҡатынығыҙҙы ҡайҙан беләйем?
Оҙон: Нисек белмәйһегеҙ? Сауҙа итәм, тинегеҙ. Ул да сауҙала эшләй. Бәлки һеҙ минең ҡатыным менән бер маршруткала ҡайтып йөрөйһөгөҙҙөр?
Йыуан: Ярай. Һеҙ бик ныҡытҡас, ризалашам. Мин уның менән ҡайтҡылап йөрөйөмдөр. Шунан, нимә булған?
Оҙон: Мин дә шуны һөйләп торам! Һеҙҙең битлегегеҙ миңә таныш...
Йыуан: Мин уны һеҙгә бүләк итергә лә риза булыр инем, әгәр тағы бер битлегем булһа. Мә, тотоп ҡарағыҙ. Бәлки таныштыр, ысынлап та. (Оҙон битлекте һыйпап ҡарай).
Оҙон: Юҡ! Шундай таныш – йомшаҡ, ҡытыршы ғына..
Йыуан: Һеҙ, мине йонсоттом, тип уйламайһығыҙмы?
Оҙон: Нисек йонсоттом? Һеҙ үҙегеҙ һыйпап ҡарарға рөхсәт иттегеҙ.
Йыуан: Боғаҙҙан алып талап иткәс, рөхсәт итмәй, ҡайҙа барайым? Ысынлап, танышмы?
Оҙон: Бик таныш. Кисә генә күргән һымаҡмын. Уның эсендә элек нимә булды икән? Белмәйһегеҙме?
Йыуан: Нисек, нимә булды икән? Һеҙ нимәгә ишаралайһығыҙ?
Оҙон: Ну, минең ҡатынымдыҡы ошондай материал ине.
Йыуан: Ошондай материал?
Оҙон: Эйе, тап ошондай материал ине, ул һуңынан юғалды. Мин уны ошолайтып, ошолайып, һыйпап ятырға ярата инем. Ә уның эсендә нимә ине?
Йыуан: Һеҙ нисек беренсе күргән кешегә ундай әҙәпһеҙ һорауҙар бирәһегеҙ? Һеҙгә оят түгелме?
Оҙон: Һеҙҙең битлегегеҙҙең минең ҡатыныма мөнәсәбәте бар икән, мин ни эшләп һорамаҫҡа тейешмен, ә һеҙ ниңә йәшерергә тейешһегеҙ?
Йыуан: Юҡ, мин һиңә хәҙер битлегемде тоттороп ҡына китәм!
Оҙон: Хәҙер беҙ бергәләп минең ҡатын эшләгән ергә барабыҙ, мин һеҙҙе күҙләштерәм, мин һеҙҙе фашлайым! Һеҙ һатыусы ғына түгел, һеҙ – аҙғын, тәртипһеҙ кеше!
Йыуан: Халыҡ, ҡарағыҙ әле, нимә һөйләй ул? Һеҙ берәй нимә аңлайһығыҙмы, юҡмы?
Тауыш: Һеҙҙең бәхәсте бер литрһыҙ хәл итеп булмай.
Йыуан: Мин уға бер литрҙы түгел, буш шешәһен дә бирмәйем! Бының өсөн тәүҙә әйтһен, мине нимәлә ғәйепләргә итә?
Оҙон (аяҡ үрә баҫа): Билләһи, ант итәм, бына был әфәнденең битлеге минең егерме йыл бергә йәшәгән бисәмдекенә оҡшаған.
Тауыш: Әйтегеҙ, нимәһенә оҡшаған?
Оҙон: Һуң, нимәһенә оҡшаған – ыштанына оҡшаған!
Йыуан (һикереп тора): Йәмәғәт ишеттегеҙме, ул миңә нахаҡ бәлә яға! Мин үҙ ғүмеремдә, үҙ ғүмеремдә, ант итеп әйтәм, кеше бисәһенең ыштанын кейеп ҡайтҡаным булманы. Улай булһа, миңә әйт: һинең хәләл ефетеңдең ыштаны нисәнсе размер ине?
Оҙон (ҡулдарын йәйә лә, аҡрынлап, тарайта һәм күрһәтә): Ошо сама булыр.
Йыуан: Һинең был нәмәң иң күбе 40-45-се размер. Ә һин ентекләп ҡара, тотоп ҡара, һинең бисәңдеке минең бер ботома саҡ һыя. Минең бында (янбаштарына һуғып күрһәтә) – 80-се размер!
Оҙон: Ә әгәр минең бисә икене юғалтҡан булһа?
Йыуан: Нисек икене? Нисек икене? Һеҙҙең бисәгеҙ икәүме ни?
Оҙон: Юҡ, берәү генә. Әйтәйек, тәүге көндә – берҙе, икенсе көнөнә – тағы берәүҙе! Һуң, үҙең әйттең бит, һинең бисәнең минең бер ботома саҡ-саҡ һыя, тип. Халыҡ, ишеттегеҙме, әйттеме шулай тип?
Тауыштар: Әйтте, әйтте.
Оҙон: Улайһа, әйт, һинең битлегең элек нимә булып хеҙмәт итә ине?
Йыуан: Һуң, туған, ҡайҙан беләйем мин уны? Иртән бисә әйтте: “Бына һиңә – битлек, урамда кейеп йөрө! Полиция штраф һала, эштән ҡыҫҡарталар, штраф түләргә аҡса юҡ”, – тине.
Оҙон: Бына, бына, осо сыға башланы! Ҡара, һин бит тартышаһың! Тимәк, ҡурҡаһың. Ҡурҡһаң, тимәк, ғәйебең бар. Минең бер таныш бар – Ғәрәфи – шул алдаһа, ҡурҡһа, тартыша башлай.
Йыуан (һикереп тора): Мин бит ул – Ғәрәфи! Ә һин кем?
Оҙон: Сәләхи.
Йыуан: Һуң, Сәләхи, ниңә уны шунда уҡ әйтмәнең?
Оҙон: Мин һиңә әйтмәнемме?
Йыуан: Эйе, әйтмәнең. Шулай ҙа, бисәңдән һораш әле, был битлекте ҡайҙан алды икән?
Читайте нас: