+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2020, 11:30

ӘҘӘБИӘТ ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ИҒТИБАРЫНА!!!

Тормош дауам итә, һуңғы йылдарҙағы әҙәби-мәҙәни күренештәргә йомғаҡ яһап, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының сираттағы дәғүәселәрен һәм еңеүселәрен билдәләр ваҡыт етеп килә.

Тормош дауам итә, һуңғы йылдарҙағы әҙәби-мәҙәни күренештәргә йомғаҡ яһап, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының сираттағы дәғүәселәрен һәм еңеүселәрен билдәләр ваҡыт етеп килә.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы менән берлектә “Һәнәк” (“Вилы”) журналы сайтының “абруй-рейтинг” ижади төркөмө иң яҡшы тип иҫәпләнгән китаптарҙы һәм әҫәрҙәрҙе социаль селтәрҙәрҙә билдәләү буйынса эш башлай. Ошо юҫыҡта редакцияның һәм сайттың үҙенең ҙур ғына пландары һәм маҡсаттары бар. Артабанғы эшмәкәрлегебеҙҙә БР Яҙыусылар союзы идараһы, әҙәбиәт һөйөүселәр менән бергә республикабыҙҙа барған ижтимағи, мәҙәни һәм әҙәби ваҡиғаларға баһа биреп, йыл һайын төрлө номинациларҙа иң-иңдәрҙе билдәләп, уларҙың иң лайыҡлы тип табылғандарын, әлбиттә, әҙәбиәт һөйөүселәр ярҙамында, билдәләп, дәртләндерергә теләгебеҙ ҙур.
Кемдәр беҙҙең сайт менән таныш, былтыр “Ағиҙел” журналы менән берлектә ошондай йүнәлештә маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырып ҡарағайныҡ, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, хуплау һүҙҙәрен дә, тәнҡит тә байтаҡ ишеттек һәм үҙебеҙҙең дөрөҫ юлда икәнлегебеҙгә инандыҡ.
Әлегә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙе бергәләп барлайыҡ! Беҙҙең һүҙебеҙ тәҡдим итеү көсөнә эйә, ә һуңғы баһаны премияны тапшырыу буйынса дәүләт комиссияһы хәл итә.
Читайте нас: