+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2020, 11:00

Ҡойон. Сәсмә сериал. Етенсе бүлек.

Рифат менән Ләйсән Эҫем баҙары эсендә кейем-һалым ҡараштырған арала, кешеләр ҙә йыйылып өлгөрҙө. Баҙары әллә ни ҙур түгел, ә Ҡытай тауарҙарының ниндәйе генә юҡ! Икәүләп, көлөшә-көлөшә кейем һайлап алдылар. Ваҡытлыса ғына кейем икәнлеген икеһе лә белә, шуға сифатына ҡараманылар, зауыҡ йәһәтенән һайланманылар. – Әйҙә, олатай менән өләсәйгә берәй нәмә алайыҡ, – тине Рифат төрлө ҡорал һатылған бүлекте күргәс. – Олатайың нимә ярата? – Белмәйем, белмәйем. Ул хәҙер ҡарт бит инде. Элек һунарсы булған. – Әйҙә, бер иҫтәлек булһын, матур ғына хәнйәр бүләк итәйек. Ә өләсәйгә – бынауы тутыҡмай торған һауыт-һабаны. – Оһо, ҡайһылай матур, – тине Ләйсән һауыт-һабаны тотоп-тотоп ҡарап.

Ҡойон.
Сәсмә сериал.
Етенсе бүлек.
Алдағы бүлектәр:
Рифат менән Ләйсән Эҫем баҙары эсендә кейем-һалым ҡараштырған арала, кешеләр ҙә йыйылып өлгөрҙө. Баҙары әллә ни ҙур түгел, ә Ҡытай тауарҙарының ниндәйе генә юҡ! Икәүләп, көлөшә-көлөшә кейем һайлап алдылар. Ваҡытлыса ғына кейем икәнлеген икеһе лә белә, шуға сифатына ҡараманылар, зауыҡ йәһәтенән һайланманылар.
– Әйҙә, олатай менән өләсәйгә берәй нәмә алайыҡ, – тине Рифат төрлө ҡорал һатылған бүлекте күргәс. – Олатайың нимә ярата?
– Белмәйем, белмәйем. Ул хәҙер ҡарт бит инде. Элек һунарсы булған.
– Әйҙә, бер иҫтәлек булһын, матур ғына хәнйәр бүләк итәйек. Ә өләсәйгә – бынауы тутыҡмай торған һауыт-һабаны.
– Оһо, ҡайһылай матур, – тине Ләйсән һауыт-һабаны тотоп-тотоп ҡарап.
Сығыуҙарына, машина эргәһендә бер полицейский тора һәм тирә-яғын байҡай ине. Тимәк, ҡыҙ менән егетте көтә. Шылтыратып өлгөрҙөмө икән, ул арала булмай, тағы береһе килеп етте. Ҡыҙ менән егет ситтән генә ҡарап торалар, артабан нисек булыр икән? Водитель күңелһеҙ генә тора. Автомобиленең берәй документы дөрөҫ булманымы? Ярай, барлыҡ әйберҙәрен үҙҙәре менән алғайнылар, документтары ла бында.
– Ни эшләйбеҙ? – тине Рифат Ләйсәнде етәкләп.
– Әгәр күренһәк, беҙҙе шунда уҡ ябып ҡуясаҡтар, – тине Ләйсән. – Беҙгә күренергә ярамай.
Рифат та аптыранды.
– Тағы ла ҡасырға тура килерме икән? Әгәр бында хәбәр итһәләр, тимәк, Балаҡатайға ла юл ябыҡ.
Егет менән ҡыҙ ҡасып йөрөүҙән тамам миктәгәйне. Эргәләрендә бер бала илап ебәргәйне, һиҫкәнеп, бер-береһенә тотондолар.
– Һин ошонда тор, – тина Рифат Ләйсәнгә. – Мин эргәһенә барып ҡарайым. Бәлки берәй ым-ишара бирер?
Егет автомобиль эргәһенә килгәс, водителдең күҙенә салынғайны, уныһы, килмәгеҙ, тигән һымаҡ, башын сайҡап ҡуйҙы. Тимәк, уларҙы бында ла эҙләйҙәр. Баҙар эргәһендә такси туҡталышы бар икән. Ҡыҙ менән егет тиҙ генә бер такси алдылар ҙа, ары ҡуҙғалдылар.
– Миңә уңайһыҙ, – тине Рифат. – Водителде ташлап ҡастыҡ бит...
– Әйҙә, уны әлегә онотайыҡ, – тине Ләйсән. – Имен-һау йөрөп ҡайтҡас, беҙ унан ғәфү үтенербеҙ, аҡса бирербеҙ.
Бер нисә сәғәттән улар Балаҡатайға килеп еттеләр.
Рифат район гәзитенә инеп сығырға булды.
– Мусиндар иң күбе ҡайҙа йәшәй, тип һорағас: “Биләндә. Биләнгә барығыҙ”, – тип яуап бирҙеләр.
Уныһы ла алыҫ, бер сәғәтлек юл икән. Водителде алып, ашханаға кереп, ашап сыҡтылар.
***
Батыр Ғарифовичтың кәйефе юҡ. Иртәнән бирле телефон аша кемдәрҙелер ҡабаландыра. Эргәһендә йөрөгәндәргә лә тынғы юҡ. Етмәһә, Рушан кереп, үҙенең ғәйебен таныны һәм ошо авантюраны ҡыҙҙы яҡлап сығыу өсөн, тип аңлатты.
– Хәҙер нимә эшләйһең? – тине Батыр төшөнкө тауыш менән.
Рушан өндәшмәй генә ғариза сығарып һалды.
– Ярай, әлегә эшләй тор, – тине Батыр. Ләйсән менән Рифат табылһа, һиңә нимә эшләргә икәнлеген әйтермен. Ни әйтһәң дә, беҙ һинең менән ун йылдан артыҡ бергәбеҙ. Һин мине шул тиклем уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙың. Дөрөҫөн әйткәндә, һин миңә хыянат иттең. Ә мин хыянатты бер ваҡытта ла ғәфү итмәйем. – Ул креслола ҡырын ятып, ситкә ҡарап, көлөмһөрәп әйтте был һүҙҙәрҙе.
Рушан эстән генә тертләп ҡуйҙы. Хыянатты ғәфү итмәйем, тине бит әле.
– Эйе, – тине уның һүҙҙәрен уҡыған һымаҡ кабинет хужаһы. – Мин хәҙер нисә көн, нисә төн йоҡлағаным юҡ, ҡыҙымды уйлайым. Һинең арҡала, донъяның аҫты өҫкә килгән һымаҡ булды. Шуға, йөрө, эшеңде башҡар, артабан – ҡарарбыҙ.
Рушан, шәүлә һымаҡ, шунда уҡ юҡ булды.
Батырға эске эштәр бүлегенән танышы шылтыратты: “Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә, Эҫем ҡалаһында, Башҡортостандан килгән водителде туҡтатҡандар. Бер ҡыҙ менән егетте алып килгән. Улары, кейем-һалым һатып алырға, урындағы баҙарға инеп киткән һәм юғалған”, – тине.
Ошо хәбәрҙе ишеткәс, Батыр тертләп ҡуйҙы. Тимәк, олатай менән өләсәйгә китеп баралар. Батыр уйға ҡалды. Уның тормошонда төрлө хәлдәр булды. Иң ауыр, ҡатмарлы мәлдәрендә ул тыуған ауылына ҡайтып китә лә, шунда ялан-һыуҙар кисеп, урманда йөрөп, тынысланып ҡайта торғайны. Ә ҡыҙы ниңә ул яҡҡа китергә булды икән? Шулай уҡ тыныслыҡ эҙләпме? Әллә үҙе ҡыҙына берәр тапҡыр һөйләндеме? Ҡыҙыҡ. Элек йыш ҡайта торғайны. Йыш, тиһә лә, шул – ике-өс айға бер. Хәҙер инде байтаҡтан бирле тыуған яғын күргәне юҡ. Ҡайтырлыҡ түгел шул. Бының үҙ сәбәптәре бар...
***
Машина ҡырсын түшәлгән юлдан саң туҙҙырып Билән яғына ынтыла. “Бигерәк ҡырыҫ яҡ икән шул. Әйтәм, атайым бик һирәк ҡайта торғайны, – тип уйланып килә Ләйсән, егетенә һыйынып. – Ҡайҙа ҡарама, ташландыҡ баҫыуҙар, анау бәләкәй ағастар, сәскәндәрме ни, ҡайһылай дәррәү үҫеп киләләр! Ер йөҙөндә урмандар шулай барлыҡҡа киләлер инде. Урмандар элек бында күп ине, хәҙер йырып сыҡҡыһыҙ икән”.
– Алда – ГАИ! – тип киҫәтте водитель. – Йәнәһе, проблемаларығыҙ юҡмы, тиҙер инде. – Ҡаршы яҡтан килгән машиналар, уттарын ялпылдатып, сигнал биреп үтәләр...
– Тимәк, унда беҙҙе көтәләр, – Рифат кире боролорға ҡушты. – Хәҙер кире Балаҡатайға барабыҙ. Бына һеҙгә аҡса, һөйләшкәнсә, хеҙмәтләндереү өсөн. Рәхмәт!..
Балаҡатайҙа егет менән ҡыҙ туҙып бөткән автовокзал эргәһенә килде. Бер нисә пассажирҙан һәм иҫкереп бөткән автобустан башҡа, бер нәмә лә юҡ. Хәҙер ҡайҙа барырға? Ҡыҙ менән егет уйға ҡалды. Эш ваҡыты булғас, урамда ла кешеләр күренмәй. Бәлки берәйһенә фатирға инеп ҡарарға кәрәктер? Рифат тиҙ генә банкоматҡа барып килде, балансты ҡараны. Теге ваҡыт, Ҡырмыҫҡалыла, аҡсаны алып бөтә яҙғайны, ә бөгөн, күңелде дәртләндереп, өмөтләндереп – 100 мең һум күренә. Рифат йылмайып ҡуйҙы: йөҙ мең һум! Ни өсөн йылмайҙы? Сөнки был аҡсаның юҡҡа һалынмағанын белә. Тимәк, Ләйсәндең атаһы уларға яҡшылыҡ теләй, ҡайтыуҙарын көтә, аслы-туҡлы йөрөмәһендәр, ти. Был – аҡса ғына түгел, был – ем. Хәҙер аҡсаны алһаң, 15-20 минуттан уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәле буласаҡ һәм туҙып бөткән вокзал полицейскийҙар менән мыжғып торған урынға әйләнәсәк. Рифат күҙҙәрен йомдо һәм төймәгә баҫты...

Дауамы бар.

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Беҙҙең проекттар:

Читайте нас: