+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Май 2020, 10:00

Ҡойон. Сәсмә сериал. Һигеҙенсе бүлек.

Ҡыҙ менән егет район үҙәгенең көнсығышындағы ҡалҡыулыҡта ағастар араһына кереп ултырҙы. Рифат шуға иғтибар итте: Ләйсәндең кәйефе һәйбәт, хатта шат һәм уйнағыһы, шаярғыһы килеп тора. Рифат баш осона сумкаһын һалып, күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды. Ара-тирә район үҙәгенә күҙ ташлап ала. Ә унда тормош ҡайнай. Ана, урау юлдан бер-бер артлы полицейскийҙарҙы ултыртҡан машиналар үтеп китте. – Күрәһеңме, – егет ҡыҙҙың иғтибарын зәңгәр машиналарға йүнәлтте. – Күрәм, күрәм, – тип һикерәнләне ҡыҙ машиналарға ҡул болғап. – Ә-ә-й! Беҙ – бында! Килегеҙ! Беҙҙе тотоғоҙ, – тип икәүләшеп, машиналарҙың артынан ҡысҡырышып ҡалдылар.

Ҡойон.
Сәсмә сериал.
Һигеҙенсе бүлек.
Алдағы бүлектәр:
Ҡыҙ менән егет район үҙәгенең көнсығышындағы ҡалҡыулыҡта ағастар араһына кереп ултырҙы. Рифат шуға иғтибар итте: Ләйсәндең кәйефе һәйбәт, хатта шат һәм уйнағыһы, шаярғыһы килеп тора. Рифат баш осона сумкаһын һалып, күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды. Ара-тирә район үҙәгенә күҙ ташлап ала. Ә унда тормош ҡайнай. Ана, урау юлдан бер-бер артлы полицейскийҙарҙы ултыртҡан машиналар үтеп китте.
– Күрәһеңме, – егет ҡыҙҙың иғтибарын зәңгәр машиналарға йүнәлтте.
– Күрәм, күрәм, – тип һикерәнләне ҡыҙ машиналарға ҡул болғап.
– Ә-ә-й! Беҙ – бында! Килегеҙ! Беҙҙе тотоғоҙ, – тип икәүләшеп, машиналарҙың артынан ҡысҡырышып ҡалдылар.
Бер әбей менән бабай төшөп килә ине, улар, туҡталып, йәштәргә аптырашып, ҡарап торҙолар һәм ары киттеләр. Оҙаҡламай, ике полицейский машинаһы ла кире әйләнеп, юл сатында туҡтаны һәм хеҙмәткәрҙәр, үткән бер машинаны туҡтатып, документтарын тикшерергә тотондолар.
Барыһы ла ус төбөндә генә һымаҡ. Хатта полицейскийҙарҙың үҙ-ара ҡысҡырышып һөйләшкәне лә ишетелә.
– Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде, кешегә эш яһап, – тине Рифат.
– Әллә төшәйек тә, юл һорашып,ары китәйекме? – тине Ләйсән.
– Ҡуй, ошонда ял итәйек әле, арыттырҙы, – тине Рифат битараф ҡына. – Кәрәк булһа, үҙҙәре килерҙәр әле.
– Әйҙә, ҡыҙыҡ булһын, эргәләренән үтеп китәйек, – тине Ләйсән, көлөп.
– Шул ваҡыт, көтмәгәндә, уҡытыусыларына эйәреп, башланғыс класс уҡыусылары килеп сыҡты. Улар ҙа арыған икән. Ләйсәндең уҡытыусыларынан, район үҙәгендә ҡунаҡхана бармы ул, тип һорауы булды, туҡтай һалып, теҙелешеп, ултырҙылар.
– Ҡунаҡхана юҡ, ләкин ауыл ситендәге өйҙәрҙең теләгәненә кереп, ҡунырға һорап була икән. Әллә ни күп аҡса ла һорамайҙар, әгәр өҫтәп түләһәң, ашатыуҙары ла бар.
– Һеҙҙең балаларығыҙ һыуһаған бит, – тине Ләйсән уҡытыусыға ҡарап.
– Иртән үк сығып киткәйнек, көнө буйы йөрөнөк, – тине уҡытыусы.
– Мәгеҙ, мин һеҙгә аҡса бирәм, балаларығыҙға һут эсерегеҙ, – тип ҡыҙ уҡытыусыға 500 һум аҡса тотторҙо.
– Һораманыҡ та, ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды уҡытыусы.
– Беҙгә Биләнгә барырға кәрәк, – тине Рифат, – тик машинабыҙ ватылды ла, кире ҡайттыҡ.
Шул ваҡыт уҡытыусы:
– Ә мин һеҙгә ярҙам итә алам. Минең атайым менән әсәйем икәү генә йәшәйҙәр, шуларҙа ҡунырһығыҙ, улар һеҙҙе ашатыр, ә иртәнсәк һеҙҙе иртүк машина алып китер.
Рифат менән Ләйсән шунда уҡ риза булды һәм улар күмәкләшеп, уҡыусыларҙы етәкләп, полицейскийҙар постының эргәһенән генә үтеп киттеләр. Быларға иғтибар итеүсе лә булманы. Уҡытыусының атаһы менән әсәһе бик һәйбәт кешеләр икән. Картуф ҡурҙылар, ҡайммаҡлап сәй эсерҙеләр. Ә үҙҙәре һораша ла, һораша, белгеләре килә: ҡайҙа йәшәйһегеҙ, Биләндә кемде беләһегеҙ, нисә көн булаһығыҙ, һ.б.
Иртән уларҙы эҙләп, еңел автомобиль килде һәм йәштәр Биләнгә ҡуҙғалды. Иртүк торғас, йоҡолары туймағайны, автомобилгә кереп ултырғас та, ойоп кителәр. Байтаҡ барғас, Рифат уянды һәм тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Алда, юл ситендә, полиция “уаз”игы тора. Туҡтатырҙармы, юҡмы? Рифат, тын алырға ла ҡурҡып, “уаз”икты ҡарай. Ә уның эсендә ике полицейский, икеһе ике яҡҡа баштарын терәп, һелкенмәй ҙә йоҡлайҙар. Рифат кисәге һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: йөрөйбөҙ инде... Машина ары китте. Биләнгә килеп еткәс, ауыл осонда уҡ төшөп ҡалдылар. Эргәлә генә, ағастар араһында, бик матур сабынлыҡ бар икән. Шунда кереп йәшенделәр. Полиция машиналары күренерме икән? Шунда ял итә торғас, тағы ла йоҡлап киттеләр.
***
Әнүәр эш өҫтәле артында ултыра һәм документтар барлай. Шул ваҡыт секретаршаһы хәбәр итте:
– Әнүәр Әхмәт улы, һеҙгә Мусин килгән.
Әнүәр, үҙе лә һиҙмәҫтән, һикереп торҙо:
– Ниндәй Мусин?
– Мусин Батыр Ғарифович.
– Саҡырығыҙ, керһен.
Батыр килеп керҙе лә:
– Әгәр Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәттең үҙенә килә, – тине лә, һабыр ғына көлөп ҡуйҙы.
– Үтегеҙ... Бына, көтмәгәндә...
Әнүәр икеһенә лә сәй индерергә ҡушты. Батыр арыған ҡиәфәт менән, нимәлер көткән һымаҡ, Әнүәргә ҡараны. Әнүәр түҙмәне:
– Йә, һеҙҙә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип һораны.
– Яңылыҡтар көн һайын килеп тора. Сәғәт һайын ваҡиғалар үҙгәрә, – тине Батыр күңелһеҙ генә. Иң мөһиме шул – улар иҫән-һау. Шуны әйтә алам, минең ҡыҙымдың егете бик тәүәккәл һәм ҡурҡмай эш итә. Хәҙерге йәштәр шулай етеҙҙер, тип уйламағайным.
– Мин инде, һеҙ тотонғас, һеҙҙең мөмкинлектәрҙе һәм көстө беләм, тип кинәйәләне Әнүәр, ҡыҫылып тормаҫҡа булдым. Йә, ҡамасаулап ҡуйырмын. Минең мөмкинлектәр сикләнгән, шулай ҙа, үҙем өсөн асыш яһаным – хәҙерге йәштәрҙе генә түгел, мин үҙемдең улымды ла белмәйем икән. Шуға, миңә аптырамағыҙ, Батыр Ғарифович, иң мөһиме – балалар иҫән-һау булһын. Уларға әле еңел түгел. Һәр хәлдә, улар ҡайтҡас, һөйләшербеҙ, уртаҡ тел табырбыҙ, тип өмөт итәм.
– Минең һорауым шул, – тине Мусин Әнүәргә туп-тура ҡарап, – һеҙҙең вазифанан баш тартыуығыҙ көсөндә ҡаламы?
– Юҡ, мин был хаҡта хәҙер уйламайым да. Сөнки үҙемдә шик тә бар, бәлки эшләй алмаһам, кешеләрҙең ышанысын аҡламаһам, миңә ҡыйыныраҡ булыр, тим. Үҙем дә һиҙеп торам: минең кимәл – әлеге урыным. Юғары вазифа ымһындырмай. Айырыуса, кешеләр менән генә түгел, үҙемдең яҡындарым, хатта улым менән уртаҡ тел таба алмауымды аңлағас... Ә һеҙ, Батыр Ғарифович, миңә әйтә алаһығыҙмы, йәштәр ни хәлдә?
– Уларҙан бик шәп партизандар сығасаҡ. Балаҡатайҙың үҙендә генә икеме, өсмө тапҡыр эҙ яҙлыҡтырҙылар. Әллә бесәй менән сысҡан булып уйнайҙар – барыбер, аңламаным.
– Туҡмап һалмаҫтармы? – тине Әнүәр. – Беҙҙекеләрҙе белеп булмай, асыуҙарына тейһәң, уларҙы ғына ҡуш.
– Ҡат-ҡат әйтелгән – әгәр бер сәс бөртөгө ҡойолһа ла, яуап бирәсәктәр.
– Ә һеҙ уларға ышанаһығыҙмы? – тине Әнүәр сәй эскәндә.
– Белмәйем инде, күңелем һиҙә, улар әле Биләндә булырға тейеш. Иртәгә мин вертолетҡа заказ бирҙем, бер сәғәт тә, егерме минут осорға. Теләһәгеҙ, барып киләбеҙ.
– Тә-ә-ә-к, иртәгә нисә көн була әле?..
– Минең иҫәп буйынса, 5 көн булырға тейеш. Әгәр тойомлауым алдамаһа, тағы ике көн беҙҙең башты әйләндерәсәктәр әле. Мин бөгөн кискә, йә иртәгә иртән хәбәр көтәм, – тине Батыр ышаныслы итеп. – Вертолет экипажы, беҙ вертолетҡа ултырыу менән, төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә осасаҡ.
***
Ҡараңғы төшкәс, егет менән ҡыҙ ауыл буйлап киттеләр.
– Ҡайһылай тыныс, хатта эт өргәне лә ишетелмәй бит әле, – тине Ләйсән егетенә һыйынып.
– Ауыл бит, эттәр көнө буйына йүгереп арыған да, хәҙер ял итә.
Ҡаршыларына ике егет осраны. Рифат уларҙан: Мусин Ғариф олатайҙың өйө ҡайҙа икән? – тип һораны.
– Мы сами приезжие, не знаем никого, – тине улар. Ауыл уртаһындараҡ һыйыр ҡыуалап килгән өлкән генә апай осраны. Ләйсән апайҙан:
– Мусин Ғариф олатайҙың өйө ҡайҙа ул? – тип һораны.
Апай туҡтаны:
– Ә һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
– Беҙ Өфөнән килдек. Мин – уның ейенсәре, Батырҙың ҡыҙы.
– Бәй, Ләйсән, ҡыҙым, һинме? Һин мине таныйһыңмы, онотманыңмы? Мин бит Нәсимәнең әсәһе.
– Ә Нәсимә ҡайҙа? Эйе, мин – Ләйсән.
– Нәсимә Екатеринбургта уҡый. Тегенсе булырға теләй. Ә һин нисек килеп сыҡтың бында?
– Ә мин олатайымды һағындым. Олатай менән өләсәй өйҙәме икән?
– Эй, ҡыҙым, – тине апай Ләйсәнде ҡосаҡлап алып. – Атайың әйтмәнеме ни, былтыр тәүҙә – олатайың, шунан, ике-өс ай үткәс, өләсәйең... үлделәр...
– Нисек үлделәр?
– Бәй, ҡыҙым, улар ҡарт ине бит инде, улар ҡарт ине. Олатайың 95-кә етте, өләсәйең – 87-гә... Матур йәшәнеләр. Атайың, Батырҙы әйтәм, ерләргә ҡайтты, икеһенә лә һарыҡ һуйҙы, хәйерҙе килеп мул өләште. Миңә күберәк бирҙе: “Ҡәберҙәрен ҡараштырып тор, апай”, – тине. Беренсе майға барып, бер тырманым, сәскә ултыртҡайным, бәлки сыҡҡандыр әле, барып ҡарарһығыҙ иртәгә.
Ҡыҙ, шаңғып, туҡтап ҡалды. Атаһы ниңә әйтмәне икән? Хәҙер улар ҡайҙа барыр? Бына, олатайға – хәнйәр, өләсәйгә – һауыт-һаба. Уларҙы ҡайҙа ҡуйырға?

Алдағы бүлектәр (баҫһағыҙ, туп-тура яҙмаларға барып сығырһығыҙ):



"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


Читайте нас: