+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Май 2020, 13:09

ҠОЙОН. СӘСМӘ СЕРИАЛ. ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК.

Ул кис, хәҙер хәтерләүҙәренсә, Биләндә сит-ят кешеләр Рифат һәм Ләйсән менән генә сикләнмәй ине. Клубта кисен йәштәр байтаҡ. Үткер күҙлеләр унлап егеттең һәм өс ҡыҙҙың ситтән килгәнлегенә иғтибар итте. Араларында ауыл егеттәренең таныштары ла килеп сыҡты. Береһе ҡасандыр былар менән эшләгән, икенсеһе – армияла хеҙмәт иткән, ә ҡыҙҙарҙың береһенең апаһы Билән ауылында кейәүҙә икән. Ҡыҫҡаһы, дискотека башланғансы, ят ҡунаҡтарҙың ҡайһылыр бер көс структураларында эшләүе мәғлүм ине. Сит-ят егеттәр-ҡыҙҙар үҙҙәрен бик ябай һәм ауылса тоттолар. Ауыл егеттәр араһында улар менән тәмәке, хатта, бер ни тиклем шикләнеп ҡарағандан һуң, урында етештерелгән эсемлекте** уртаҡлашыусылар ҙа табылды. Тегеләре ныҡ ине. Тәмәкеләрен тарттылар, эсемлектәрен тәмләп ҡаранылар, ләкин үҙҙәренең бында ни өсөн килеүҙәрен тәки сисмәнеләр. Дискотека залына килеп ингән һәр кешегә ентекләп ҡарауҙары ғына бер аҙ көсөргәнешлекте арттырҙы, ләкин көс ҡулланыуға тиклем алып барып еткермәне. Ә был ваҡытта ҡыҙҙы, ҡайтырмы, тип көткәйнеләр, тәки ҡайта алманы. Нәсимәнең әсәһе, Заһира апай, өтәләнеп йөрөп, йәштәрҙе һыйланы. Ҡыҙ менән егет асыҡҡайны.

ҠОЙОН.
СӘСМӘ СЕРИАЛ.
ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК.
Алдағы бүлектәр:

– Иртәгә тауыҡ һуйып, аш бешерермен һеҙгә...
– Ә беҙҙең килеүҙә тауыҡтың ни ғәйебе бар? – тип шаяртты Рифат.
Шул ваҡыт Нәсимәнең әхирәте Зәлиә килеп инде.
– Ә мин, Нәсимә ҡайтҡан икән, тиһәм, – тип аптыранған булды ҡыҙ Ләйсән менән Рифатты күреп.
Ул оҙаҡ торманы, сығып та китте. Ҡыҙҙы, сығыуына, оператив төркөм етәксеһе Миңнуллин көтөп тора ине.
– Йә, нисек унда? – тине ул ҡырыҫ ҡына итеп.
– Икеһе лә – һеҙ фотола күрһәткән кешеләр – ҡыҙын мин электән беләм, Ләйсән исемле, Батыр ағайҙың ҡыҙы, элек ҡунаҡҡа килә торғайны...
– Ә егете, егете нисек?
– Егете – егет инде, – тине Зәлиә һәм иҫенә төштө, – алдында хәнйәр ята ине.
– Хәнйәр? – Миңнуллин һиҫкәнде. – Ниндәй хәнйәр?
– Шундайҙы юл буйында, Эҫемдәге “Шанхай”ҙа һатҡандарын күргәнем бар. Шунда һатып алғандыр.
– Тимәк, ҡоралланған. – Миңнуллин ҡыҙҙы киҫәтте, – Был хаҡта берәү ҙә белергә тейеш түгел.
Зәлиә клубҡа ингәс, шунда уҡ иғтибар итте: бында ят егеттәр күп ине. Аптыранып, ҡыҙҙарҙан кемдәр икәнлеген һорашты.
– Әллә нимә һөйләйҙәр, – тинеләр ҡыҙар. Кемделер тоталармы икән? Ҡоралдары ла күренә.
– Ә, беләм, күрҙем мин уларҙы, – тине Зәлиә, – Нәсимәләргә бер егет менән ҡыҙ килгән, шуларҙы аңдыйҙар, шикелле.
– Ҡыҙыҡ, атыш булырмы икән? – тип ҡыҙыҡһынды шундағы ҡыҙҙарҙың береһе.
Икеләргә тиклем бейештеләр, көттөләр, ләкин атышырға теләүсе хатта йоҙороҡ болғаусы ла тойолманы. Икеләрҙән һуң халыҡ иҫәнләй-иҫәнләй таралыша башланы. Клубта ситтән килгәндәр һәм уларҙың ваҡытлыса иғтибарына өмөт иткән ҡыҙ-ҡырҡын ғына ҡалды.
– Етте, таралдыҡ. Иртәгә лә клуб эшләйәсәк, – тип мөдир ҡыҙҙарға ҡайтырға ымланы, тегеләре, сит-ят егеттәргә күҙ һала-һала, күндәм генә таралды.
***
Заһира апай йәштәрҙән:
– Ҡайҙа йоҡларһығыҙ икән? – тип һораны.
– Ә беҙҙең һайлау мөмкинлеге бармы? – тип һораны Рифат.
– Өйҙә, бынауында, йә соланда йоҡларға мөмкин.
Йәштәр тышта ла түгел, эстә лә түгел – бесәнлек эргәһендә йоҡларға булды. Эргәлә генә – баҡса, баҡса эргәһенән шишмә аға, һандауғастар һайрауы ла ишетелә башланы. Ләйсән йоҡларға ятҡас:
– Һин нисек уйлайһың, атайым ни өсөн олатай менән өләсәйҙең вафат булыуын әйтмәне икән? – тип һораны.
– Атайың һине ярата, ҡайғы-хәсрәт менән борсорға теләмәй. Шуға күрә, үҙе генә ҡайтып, ерләп килеүҙе кәрәк, тип тапҡан. Һәм дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым. Ҡайғы-хәсрәт, мәрхүмдәрҙе ерләү ҡатын-ҡыҙ эше түгел. Мин дә һине һаҡлап ҡына йөрөтөрмөн.
Ләйсән атаһын иҫкә төшөрөргә тырышты. Ҡайһылай ныҡ кеше икән! Атаһы менән әсәһенең үлеүен бер ишара менән дә һиҙҙәрмәне. Барыһын да йөрәгенә йыйып, күңеленә һалып йөрөй икән. Ҡыҙыҡ, Рифат та шулай булырмы икән? Уның нимә уйлағанын, нимә эшләгәнен дә белмәй йөрөрмөнмө икән, тип уйланды ҡыҙ.
Урамдан машина үтеп китте. Йөк тейәгән, тиһәң, еңел автомобилгә оҡшаған, аҡрын ғына үтте. Уларҙың бында икәнлеген беләләрме икән? Белһәләр, нимә булған? Енәйәт ҡылып, урлашып, йорт талап йөрөмәйҙәр. Иртәгә – һуңғы көн...
Шул ваҡыт ҡапыл ел күтәрелде, эргәләге йорттоң тимер ҡыйығы дөбөрләне, нимәлер осоп китте һәм эре ямғыр тамсылары ерҙе дөмбәҫләй башланы. “Бынау ҡойон, – тип уйланы Рәфат. –Әллә беҙгә эйәреп йөрөй инде?”.
Заһира апайҙың тиҙ генә йүгереп сығып, киптерергә элгән кейемдәрен йыйғаны ишетелде. Ямғыр көсәйгәнән-көсәйҙе. Күк күкрәне, йәшен ялтланы, эргәлә ҡайһылыр бағананы йәшен атты, бөтә донъяла ут һүнде һәм Билән тулыһынса ҡараңғылыҡҡа күмелде.
** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлек ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы һәм башҡа алама ғәҙәттәр менән мауығыуҙы хупламай.

Алдағы бүлектәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: