+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Май 2020, 10:43

Ҡойон. Сәсмә сериал. Унынсы бүлек.

Рифат менән Ләйсән тын да алмай, ҡуҙғалмай ҙа йоҡлайҙар. Ә Зәлиә апайҙың өйөн төрлө мөйөштән уратып баҫҡан билдәһеҙ егеттәр һәм өс ҡыҙ, егет менән ҡыҙҙы ҡулға алыр өсөн, әмер көтә.

Ҡойон.
Сәсмә сериал.
Унынсы бүлек.
Алдағы бүлектәр:
Рифат менән Ләйсән тын да алмай, ҡуҙғалмай ҙа йоҡлайҙар. Ә Зәлиә апайҙың өйөн төрлө мөйөштән уратып баҫҡан билдәһеҙ егеттәр һәм өс ҡыҙ, егет менән ҡыҙҙы ҡулға алыр өсөн, әмер көтә. Төндә үк кереп, баҫырға, егетте, беләҙектәр кейҙереп, ҡыҙҙы айырып ҡуйып, ишек алдында үҫкән үлән араһына һалып ҡуйырға тейештәр ине. Тәүҙә ямғыр яуҙы, ышыҡ урын эҙләй торғас, таралып киттеләр. Аҙаҡ Миңнуллинға үҙенә йөрөп, йыйырға тура килде. Клуб эсендә ҡулдан ғына һыҙылған планға ярашлы, ҡыҙ менән егет йоҡлаған бесәнлекте төрлө яҡтан уратып алдылар. Миңнуллин: “Ҡыҙ менән бик ипле эш итергә! Егет – ҡоралланған, уны бер аҙ шаңғытып алғанда ла, артыҡ булмаҫ. Һәр хәлдә, бөгөн беҙ операцияны ҡон ҡойошһоҙ үткәрергә тейешбеҙ”, – тип, һәр һүҙенә баҫым яһап, һәр хеҙмәткәрен берәмләп, киҫәтеп әйтте. Егет спорт менән етди шөғөлләнә, тигән мәғлүмәт билдәле. Уның бысаҡлы булыуы йәштәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Аҡрынлап, таң ата башланы, тау артындағы ағастар араһынан ҡояш та күтәрелде. Ул арала булмай, ҡара болоттар тағы ла ҡуйырып, офоҡтан-офоҡҡа тиклем күк йөҙөн ҡаплап алды һәм тағы ла ямғыр көҫәй башланы. Ара-тирә ялт-йолт итеп, ялағай уйнаны, аҙағынан күк күкрәп ҡуйҙы. Егеттәр әмер көтөп арыны. Улар ҡыҙ менән егет йоҡлаған бесәнлекте баҫып алырға күптән әҙер. Хатта был һөжүмдән уларҙы ямғыр ҙа туҡтата алмаҫ һымаҡ.
Алыҫта аңлайышһыҙ геүләү ишетелде, егеттәрҙең тәжрибәлерәге ҡулын болғап күрһәтте. Йәнәһе, вертолёт оса. Вертолёт ауылды бер уратып сығыуға, ҡыҙ менән егет уянды.
– Беҙҙе алырға вертолёт килде, – тине Рифат Ләйсәнгә йылмайып ҡарап.
– Вертолёт? Ә кемдең вертолёты?
– Кемдеке булһын? Атайыңдыҡылыр. Батыр Ғарифовичтыҡы, – тине егет. – Ә бынан ни бары 2 сәғәт осорға.
– Ысынлап та, атайыммы, һин беләһеңме?
– Юҡ, белмәйем. Атайың икәнлеген белмәйем, ләкин ул икәнлегенә шикләнмәйем. Бәлки минең атайҙы ла ултыртып алғандыр әле... Ну, бөгөн беҙҙе тәрбиәләйәсәктәр!
Миңнуллин нимә әйәтергә лә белмәне, сөнки вертолёт тураһында уға берәү ҙә әйтмәне һәм ул үҙе өсөн дөрөҫ тип иҫәпләгән берҙән-бер ҡарарҙы ҡабул итте: вертолёт һөжүмен кире ҡағырға, ә бындағы егет менән ҡыҙҙы бер нисек тә бирмәҫкә.
Вертолёт Зәлиә апайҙың өйө тәңгәлендә буш урында яйлап ҡына түбәнәйә башланы. Баш осонда ғына вертолёт гөжләп торғанда, нисек түҙеп ятаһың? Егет менән ҡыҙ, тора һалып, кейенделәр. Ҡыҙ 20-30 метрҙа ғына түбәнәйгән вертолёт тәҙрәһенән атаһын күреп ҡалды:
– Атай, атай! Атайым килгән икән! – Ләйсән, ҡысҡыра-ҡысҡыра, вертолёт яғына йүгерҙе. Уны туҡтатырға теләп, артынан Рифат уҡталды. Ҡыҙ ҡыуана-ҡыуана, ҡулдарын күтәреп: “Атай, атайым килгән!” – тип һаман йүгерә, егет уны туҡтатырға теләп, асарғанып, нимәлер ҡысҡыра. Рифат ҡойма эргәһенән үтеп барғанда, уның артында ышыҡанлып торған егетте күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды һәм, бынау ямғырлы көндә ул бында ни эшләп йөрөй ул, тип аптыранды. Егеттең бар маҡсаты – һөйгәнен туҡтатырға, уны ҡотҡарырға! Ярамай, вертолёт туҡтамайынса, уға барырға ярамай!..
Ә ҡыҙ менән егетте аңдып йөрөүселәр, быларҙы вертолёт ҡотҡарырға килгән, тип аңланы. Ҡойма артында йәшенеп торған егет ике генә һикерҙе һәм Ләйсән артынан йүгергән Рифатты, күҫәге менән елкәһенә бер биреүҙә, һуҙып һалды һәм икенсе ҡулы менән ҡыҙҙың оҙон сәстәренә йәбеште. Вертолётта килгәндәр был ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улар, вертолёттан төшөү менән, ҡыҙ менән егет ятҡан ергә йүгерҙе.
---------------------
Хөрмәтле уҡыусылар! Бына беҙҙең был әҫәребеҙ ҙә тамамланды һәм нөктә ҡуябыҙ. Кемдәр уҡыған, иғтибар иткән, беҙҙең ижадыбыҙҙы баһалаған, рәхмәт әйтәбеҙ.
Февраль айынан бирле, беҙ “Һәнәк” сайтын популярлаштырыу өсөн байтаҡ эшләнек, хәҙер уҡыусыларыбыҙ һаны мең ярымға етеп килә. Һеҙҙең менән артабан да эшләргә теләк бар. Бынан тыш, “Һәнәк” журналының ҡағыҙ форматы ла сығыуын дауам итә, әйҙәгеҙ, киләсәктә лә бергә булайыҡ!

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Редакция.
Читайте нас: