-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Май 2020, 10:00

Һине бәхетле иткем килә. Хикәйә.

Баш ҡаланың иң ҙур мәктәптәренең береһенең директоры Әсмә Хәлил ҡыҙы ваҡ-төйәк эштәр менән булып, бизнес-тренер Радмир Тамир улына ун икегә ваҡыт билдәләүен дә онотҡайны. Секретарь кереп, ошо хаҡта иҫенә төшөрҙө. Үткәнендә ҡала мәғариф идаралығында танышҡайнылар. Радмир – үҙе моңһоу ҡарашлы, ипле генә, тыныс кешегә оҡшаған – мәктәптәренә килергә һәм сығарылыш класы уҡыусылары менән эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре хаҡында әңгәмә ойошторорға теләк белдерҙе. Заманса кейенеүенә ҡарағанда, уңышлы ғына бизнесмен һыҙаттары төҫмөрләнә. Ҡатындың күҙенән ирҙең текә телефоны ла, ҙур ғына гәүһәрле балдағы ла, сәғәте лә ситтә ҡалманы. Ҡыҙыҡһыныуы еңде, мәктәп директоры үҙе лә яңы танышының беренсе дәресенә инеп ултырырға булды. Ҡырҡты яңы уҙған яңғыҙ ҡатын өсөн был осрашыу артыҡ бер нимә лә вәғәҙә итмәһә лә, ниндәйҙер эске тойомлауы еңде Әсмә Хәлил ҡыҙының тартыныуын. “Ярай, төшкө аш иҫәбенә булыр”, тип осрашыуға эшҡыуарҙы үҙе алып китте.

Һине бәхетле иткем килә.
Хикәйә.
Баш ҡаланың иң ҙур мәктәптәренең береһенең директоры Әсмә Хәлил ҡыҙы ваҡ-төйәк эштәр менән булып, бизнес-тренер Радмир Тамир улына ун икегә ваҡыт билдәләүен дә онотҡайны. Секретарь кереп, ошо хаҡта иҫенә төшөрҙө.
Үткәнендә ҡала мәғариф идаралығында танышҡайнылар. Радмир – үҙе моңһоу ҡарашлы, ипле генә, тыныс кешегә оҡшаған – мәктәптәренә килергә һәм сығарылыш класы уҡыусылары менән эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре хаҡында әңгәмә ойошторорға теләк белдерҙе. Заманса кейенеүенә ҡарағанда, уңышлы ғына бизнесмен һыҙаттары төҫмөрләнә. Ҡатындың күҙенән ирҙең текә телефоны ла, ҙур ғына гәүһәрле балдағы ла, сәғәте лә ситтә ҡалманы. Ҡыҙыҡһыныуы еңде, мәктәп директоры үҙе лә яңы танышының беренсе дәресенә инеп ултырырға булды. Ҡырҡты яңы уҙған яңғыҙ ҡатын өсөн был осрашыу артыҡ бер нимә лә вәғәҙә итмәһә лә, ниндәйҙер эске тойомлауы еңде Әсмә Хәлил ҡыҙының тартыныуын. “Ярай, төшкө аш иҫәбенә булыр”, тип осрашыуға эшҡыуарҙы үҙе алып китте.
Кем әйтмешләй, ну, тел тиһәң, телә инде! Һөйләй – фекер артынан – фекер! Һис маҡтанмай, үҙен дә иҫкә алып китә, донъя кимәлендә фекер йөрөтә, уҡыусылар тын да алмай тыңланылар. Аҙаҡ килештеләр: мөмкинлек бар ваҡытта, уҡыу йылы яңы башланып тора, айына ике тапҡыр бизнес-осрашыуҙар үткәрергә, хатта уның эшләгән еренә барырға, яңылыҡты ныҡлап индерергә ҡарар иттеләр. Уҡыусылар үҙҙәре лә – билдәле эшҡыуарҙарҙың балалары – Радмирҙың эргәһенә килеп, һорашып, ҡыҙыҡһынып торҙолар һәм бик ҡәнәғәт таралдылар. Әсмә Хәлиловнаға ла оҡшаны Радмирҙы тыңлау. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, төпкө бүлмәһенә сәйгә саҡырҙы.
Силәбенән күсеп килгән, бында хәҙер дүрт йылдан артыҡ йәшәй икән. Ҡапыл килеүенең сәбәбе лә етди – ҡатыны улы, ҡыҙы менән аварияла һәләк булған. Шуларҙы онотоу, тормошон яңынан башлау теләге менән Өфөлә туҡталған икән.
– Силәбелә аҙым һайын таныштар, осраған береһе ҡайғыңды уртаҡлашып, йәлләп, көн һайын иҫкә төшөрөп торалар, – тип башланы һүҙен Радмир Тамир улы. – Бында килеп төпләнгәйнем, бер аҙ тынысланғандай булдым. Минең ҡайғымды белгән кеше юҡ. Хатта тәүге осор сәйер тойолғайны, аҙаҡ күндем. Ә ниңә иҫке яраларҙы көн һайын хәтергә төшөрөп, ялап торорға? Ялаһаң, яра бер ваҡыттта ла уңалмай, ҡанһырай һәм һәр ваҡыт ауыртып тора. Әлбиттә, беләм, онотоп булмаясаҡ, ләкин миңә бит, барыбер, йәшәргә, тормошто яңынан башларға кәрәк. Фатир һатып алдым, миңә оҡшай, ләкин әлеге, яңғыҙмын, шул мәсьәләне хәл итә алмайым. Бәлки һеҙҙең танышығыҙ булыр? – тигәс, Әсмә ҡыҙарынып ҡуйҙы.
– Әллә тағы, былай, мин дә өйҙә генә ултырам, әллә ни аралашҡан кешеләр юҡ. Бәлки өндәшермен, табылыр. Миллиондан артыҡ кеше йәшәгән ҡалала берәй яңғыҙ ҡатын булыр әле...
– Көндәр үтә ул, төндәрҙе үткәреүе ҡыйын, – тине Радмир ситкә ҡарап.
Хушлаштылар. Әсмә, көнө буйы, эш менән булып, был осрашыу хаҡында кискә генә иҫкә төшөҙө. Яңғыҙ ҡалһа, ҡатын-ҡыҙға ҡыйын, ир-атҡа ифрат ауырҙыр инде. Кем көтөп тора, кем ашарға бешерә? Һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, телефонын асҡайны, Радмирҙың һандары килеп сыҡты. Бая, хушлашыр алдынан, алышҡайнылар. Үҙе лә һиҙмәҫтән, тотто ла, СМС-ка ебәрҙе: “Тыныс йоҡо!” Үҙенең был холҡон бик оҡшатманы. Әллә нимә уйлап ҡуйыуы бар. Бына, биш йылдан артыҡ инде, иренән айырылғаны бирле, яңы тормош башлау тураһында уйлағаны юҡ. Ҡайҙан уйлаһын, директорҙың эшен, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел. Икенсе көнөнә эшкә барғанда Радмир хаҡында тағы уйлап ҡуйҙы. Сәләмен алдымы, нимә уйланы икән? Ләкин бер яуап та булманы.
Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндәр ҙә шулай үтеп китте. Көн һайын яңы мәшәҡәт, Әсмә Радмирҙы онота башлағайны инде. Билдәләнгән көндө түңәрәк үткәрергә килеүе хаҡында осраҡлы ғына белде. Үҙенә уҡыусылар менән эшләү өсөн кис көнө айырым бүлмә беркетеүҙәрен һорап, Радмир үҙе керҙе. Ошонда уҡ эшҡыуар кабинеты ойошторорға ла теләге бар икән. Бына, проектын төҙөгән, үҙ аҡсаһын һалырға әҙер, директорҙың ризалығы ғына кәрәк.
Бәй, был бит яңы эш, өр-яңы, киләсәге ҙур йүнәлеш! Бындай яңылыҡ менән мәктәп башҡа көндәштәрен бер кимәлгә үтеп китәсәк! Тиҙ арала кабинеты ла табылды, ике-өс ай эсендә йыһазландырырға, яңы йылға бөтә ҡаланың директорҙарын йыйып, презенация үткәрергә ҡарар иттеләр.
– Ә һеҙҙең кискә нисек ваҡытығыҙ? – тип уңайһыҙланып ҡына өндәште Радмир, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап.
Ниндәй мәғәнәлә, – тип аптыранды директор.
– Әгәр мөмкин булһа, һеҙҙе театрға саҡырырға ине...

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"



Читайте нас: