0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2020, 11:01

Һине бәхетле иткем килә – 2. Хикәйә.

– Ә һеҙҙең кискә нисек ваҡытығыҙ? – тип уңайһыҙланып ҡына өндәште Радмир, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап. Ниндәй мәғәнәлә? – тип аптыранды директор. – Әгәр мөмкин булһа, һеҙҙе театрға саҡырырға ине... – Театрға? Йөҙ йыл булғаным юҡ. – Ярай, улайһа, борсоуым өсөн ғәфү итегеҙ, – тине Радмир. – Юҡ, юҡ, мин бит баш тартмайым. Опера театрында премьера икән, шунда барырға килештеләр. Әсмә, мәғариф идаралығына барып киләм, тигән һылтау менән эштән иртәрәк китте. Өйөнән уны Радмир “Porsche” менән килеп алды.

Һине бәхетле иткем килә – 2.
Хикәйә.

Алдағы бүлек:

– Ә һеҙҙең кискә нисек ваҡытығыҙ? – тип уңайһыҙланып ҡына өндәште Радмир, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап.
Ниндәй мәғәнәлә? – тип аптыранды директор.
– Әгәр мөмкин булһа, һеҙҙе театрға саҡырырға ине...
– Театрға? Йөҙ йыл булғаным юҡ.
– Ярай, улайһа, борсоуым өсөн ғәфү итегеҙ, – тине Радмир.
– Юҡ, юҡ, мин бит баш тартмайым.
Опера театрында премьера икән, шунда барырға килештеләр.
Әсмә, мәғариф идаралығына барып киләм, тигән һылтау менән эштән иртәрәк китте. Өйөнән уны Радмир “Porsche” менән килеп алды. Үҙенең улы Мәскәүҙә йәшәй һәм “Toyota” менән йөрөгәнен белә, шуға күрә Радмирҙың кимәлен бик юғары баһаланы. Театр бик оҡшаны, оҡшамай, ҡаланың бөтә элитаһы йыйылған. Ҡайҙа ҡарама, таныштар. Таныйҙар, йылмаялар. Радмирҙың яңғыҙ икәнлеге дөрөҫ икән. Ул үҙе лә бик баҫалҡы ғына итеп урынында ултырҙы, ҡайтышлай, төнгө клубҡа кереп сыҡтылар. Быныһы инде – бөтөнләй икенсе донъя. Радмир һүҙ араһында ғына: “Фатирҙа ремонт башлағайным, төҙөүселәр китә лә, юғала, һаман бөтөрә алмайҙар, – тип зарланып алды. Был һүҙ Әсмәнең ҡолағы эргәһенән үтеп китте, ләкин әллә ни йоғонтоһо булманы. Тота килеп, ике-өс тапҡыр осрашҡан иргә: “Мин яңғыҙым йәшәп ятам, миңә күсеп кил”, – тип әйтә алмай бит инде.
Тағы бер осрашыуҙа төнгө клубта Радмир бер йөҙ грамм эсте** һәм үкенес белдерҙе: “Юҡҡа эстем, бөгөн гаишниктар күп. Ярай, машинаны ошонда ҡалдырам инде, һаҡсылар менән һөйләшермен, тине.
Төнгө клубта парк аша йәйәү ҡайтырға тура килде. Әсмә был хаҡта күптән хыяллана ине, шатланып риза булды. Паркта кеше әллә ни күп түгел, ләкин шәмбе булғанғамы икән, иҫеректәр йыш осрай башланы. Бөтәһе лә бер иштән кейенгән һымаҡ, тегеләй ҙә бәрелеп үтәләр, ҡаршыға ла килеп сығалар.
– Уф, әллә уҡыусылар ҙа күренә инде? – Әсмәнең ҡото ҡалманы. Ул ни, өй–машина-мәктәп маршрутында тыныс ҡына йөрөп өйрәнгән ҡатын, төнгө тормошто бөтөнләй белмәй икән дәһә.
Ана, тағы өсәү килеп сыҡты ла, бер һүҙ өндәшмәй, арттарынан эйәреп тик киләләр. Әсмә Радмирға нығыраҡ һыйынды, ҡалтырана башланы.
– Нимә булды, әллә борсолаһыңмы? – тип һораны ир ҡатындан.
– Ана бит, күрмәйһеңме ни? – тине ҡалтыранған ҡатын ҡараңғыла шәүлә булып торған теге өсәүгә күрһәтеп.
– Кемдәрҙе әйтәһең? – тип төпсөштө ир һаман да тегеләрҙе күрмәмеш булып.
– Ҡара, әллә таяҡ тотҡандар инде?
– Ә, ошолармы ни? Хәҙер мин уларҙы, таяҡтарын ҡосаҡлатып, ҡайтарып ебәрәм, – тип тегеләргә ҡарап, бер-ике аҙым атлағайны, өсөһө лә ҡараңғылыҡҡа һеңделәр ҙә ҡуйҙылар.
– Йә, нисек? – тип көлдө ир.
– Бигерәк батыр икәнһең! Һис көтмәгәйнем, – тип ҡыуанды ҡатын.
Ҡайтырға сыҡҡайнылар, теге өсәү тағы ҡыуып етте.
– Эх, егеттәр... Бер ҙә һуғышмам, тигәйнем, һорайһығыҙ бит, – тине ир. Береһен һелтәп осорҙо, икенсеһен тәгәрәтә һуҡты, өсөнсөһөн, елкәһенән тотоп: “Һиңә лә кәрәкме?” –тип һорағайны, тегеһе, курткаһынан ысҡынып, сыҡты ла, ҡасты. Кейемде юлда ятҡандарҙың береһенең өҫтөнә һалып китергә тура килде.
Шул ваҡыт ҡайҙалыр һыҙғырҙылар, ниндәйҙер сигнал бирҙеләр.
– Йыйыла башланылар, – тине ҡото осоп ҡатын.
– Ярай, минең өсәүһен “уҡытыуым” да еткән, ҡалғанын полиция тәрбиәләһен, – тип Радмир Әсмә йәшәгән фатирҙың подъезына керергә риза булды. Ҡатынға, үҙенең ҡурҡыуын күрһәтеү өсөн, хатта уфылдап алырға тура килде.
Икенсе көнөнә инде, Радмирға, береһенән-береһе бәләкәйерәк ике сумаҙанын тотоп, күсенеп килеүҙән башҡа сара ҡалмағайны.
Ә ир ҡул эшенә оҫта ине. Әллә ҡайһы арала һелкенгән ишек тотҡаларын, тыпылдап торған кранды йүнәтеп сыҡты, хатта диван менән өҫтәлдең урындарын алыштырғайны, тар ғына зал иркенәйеп ҡалғандай тойолдо. Үҙе спорт менән шөғөлләнә, тәмәке тартмай, артыҡ эскәне тойолмай. Шундай ҙа ир булыр икән. Ир түгел – бер хазина инде, аяҡлы хазина! Һәм шулай булып сыҡты ла. Әсмәнең иғтибарына тағы ла нимә салынды – ифрат һаҡсыл икән. Юҡ, юҡ, ҡомһоҙ түгел. Һаран кеше улай моңһоу ҡарашлы булмай. Хатта, ваҡыты менән, урынына ҡарап, аҡсаға битараф һымаҡ.
Дауамы бар.
Дауамын бөгөн үк уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә күсегеҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: