+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Май 2020, 10:00

ҺИНЕ БӘХЕТЛЕ ИТКЕМ КИЛӘ – 3. Хикәйә.

Бәхеткә уның да хаҡы бар. Ана бит, ир генәһе киләһе йылға, йәйгә, йәмле ваҡытта, ти бит әле, ЗАГС-ҡа барыу, туй үткәреү, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ағай-энеләрҙе йыйып алыу хаҡында , һис юғы, Мальдив утрауҙарына барып, “баллы ай” үткәреү тураһында һөйләй. Эйе, хыялланмай – һөйләй. Хатта күпмегә төшөрөн самалап, хаҡын да ишеттерә. Аҡсаһын әйткәс, Төркиәнән алыҫ китмәгән Әсмәнең сәстәре үрә тора яҙҙы.– Юллама хаҡы икебеҙгә – миллион һум? Һин нимә, Радмир, ҡайҙан ул аҡса?– Нисек ҡайҙан?Беҙ икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Шунан һуң, юллама тулыһынса минең иҫәптән, минең һиңә бүләгем. Ә һин үҙеңде бындай бүләккә лайыҡ түгелмендер, тип уйламайһыңдыр?

ҺИНЕ БӘХЕТЛЕ ИТКЕМ КИЛӘ – 3.
Хикәйә.
Алдағы бүлектәр:

Ҡатын-ҡыҙҙан йәшереп буламы ни инде, эштә Әсмәнең йәшәреп китеүенә иғтибар иттеләр. Коллективта яраталар үҙен, сөнки һәр ваҡыт уҡытыусылар мәнфәғәтен ҡайғырта, эшендә теүәл, талапсан һәм ғәҙел. ”Бер нисә тапҡыр, йәшәреп киттегеҙ, тип өндәшкәс, ә миңә йәшәрергә ярамаймы ни?, – тип әйтергә мәжбүр булды. Шулай, тағы ла күпмелер ваҡыт үтте. Әсмә үҙе өсөн шундай асыш яһаны: ғүмер баҡый яңғыҙ йәшәп булмай. Ир менән йәшәүгә етмәй икән шул. Ул бит ҡатын кеше. Ә улар кемделер хәстәрләргә, ҡайғыртырға, ирҙәр өсөн борсолорға өйрәнгәндәр. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ булһа, әгәр йүнле-башлы ир таба алмаһа, эт, йәки бесәй булһа ла, ала. Хәйер, быныһы – икенсе тема. Әсмә Хәлиловнаға бындай сағыштырыу, ғөмүмән, оҡшамай. Бәхеткә уның да хаҡы бар. Ана бит, ир генәһе киләһе йылға, йәйгә, йәмле ваҡытта, ти бит әле, ЗАГС-ҡа барыу, туй үткәреү, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ағай-энеләрҙе йыйып алыу хаҡында , һис юғы, Мальдив утрауҙарына барып, “баллы ай” үткәреү тураһында һөйләй. Эйе, хыялланмай – һөйләй. Хатта күпмегә төшөрөн самалап, хаҡын да ишеттерә. Аҡсаһын әйткәс, Төркиәнән алыҫ китмәгән Әсмәнең сәстәре үрә тора яҙҙы.
– Юллама хаҡы икебеҙгә – миллион һум? Һин нимә, Радмир, ҡайҙан ул аҡса?
– Нисек ҡайҙан?Беҙ икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Шунан һуң, юллама тулыһынса минең иҫәптән, минең һиңә бүләгем. Ә һин үҙеңде бындай бүләккә лайыҡ түгелмендер, тип уйламайһыңдыр?
Шулай килештеләр, даталарын билдәләнеләр. Радмир ошо уңайҙан фатирын ремонтлатыуҙы әлегә ҡалдырып торорға булды.
– Мөһимерәк эштәр күп – мәктәптәге эшҡыуарлыҡ кабинетын йыһазландырырырға кәрәк.
Әсмә үҙе лә кереп ҡараны кабинетын. Эштәр аҡрын бара, ләкин, Радмирҙың һөйләүенә ҡарағанда, бик шәп килеп сыҡмаҡсы. Һәр хәлдә, Мәскәүҙә бындай кабинеттар бик һирәк.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Радмир һаҡал үҫтерә башланы. Һаҡал – һаҡал инде... Әсмәнең бер холҡо бар – ул һаҡал яратамай, шуға, уңайһыҙ булһа ла, ошо хаҡта әйтергә мәжбүр булды.
– Ҡыш, һыуыҡ, етмәһә, ҡайһы ваҡыт мин көнөнә икешәр тапҡыр ҡырынам, бит тиреһенә кире тәьҫире бар. Был оҙаҡҡа түгел, бер 3-4 айға. Мин уны һуңынан ҡырып ташлаясаҡмын, – тигәс, ҡатын ризалашаһы итте. Хатта һаҡал бер заман оҡшай ҙа башланы. Шундай олпат, батыр ир ҡиәфәте инде Радмирға. Кешеләрҙең дә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәргән һымаҡ тойолдо.
– Эх, – тип әйтте бер көн ҡайтҡас Радмир. – Бер таныш коттеджын һата. Үҙемдең фатирҙы һатырға һөйләштем, ну етмәй инде, тағы кәрәк, тип, үҙ алдына әйткән һымаҡ булды.
Аһ, коттедж! Айырым йорт! Кемдең генә хыялы түгел икән? Әсмә үҙе был хаҡта күптән уйлап йөрөй ине. Коллегалары араһында айырым йортта йәшәгәндәр бар Уларҙың һөйләүенә ҡарағанда, ожмах инде, ожмах!
Әйҙә, миңә күрһәт әле коттеджыңды, – тине. Радмирҙың хатта ифрат моңһоу йөҙө асылып киткән һымаҡ булды.
– Ҡәҙерлем, һин дә күрергә теләйһеңме? Ҡаланың ситендә генә, 10-15 минутлыҡ юл, шундай уңайлы айырым йорттар ҡаласығы. Урындағы “Рублевка”, тип йөрөтәләр икән. Бизнесмендар, завод директорҙары йәшәгән, ҡойма менән уратып алынған, ингән ерҙә тәүлек әйләнәһенә һаҡ тора. Радмир бик йылғыр булып сыҡты. Үҙенең фатирын һатыуға ҡуйған, һатып алыусыһы ла төҫмөрләнә икән.
– Бына, кредит менән килеп сыҡһа, бәлки ипотека ла булыр.
Әсмә үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
– Әйҙә, минекен дә ҡуша һатайыҡ, – тине.
– Ошо фатирыңдымы? Һин нимә, ғүмер буйы айырым йортта йәшәрмен, тиһеңме? Уйлама ла, рөхсәт итмәйем!
– Бәлки кредитты бергәләп алырға кәрәктер, – тине тик тормаҫ теле.
– Әсмә, әгәр һин мине коттедж һатып алырлыҡ түгел, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Һәм миңә башҡа ундай һүҙҙәр һөйләмә. Ҡабул ителмәй. Әгәр тағы һүҙ башлаһаң, үпкәләйәсәкмен, – тине лә, – әйҙә, туй мәсьәләһен ҡараштырайыҡ, кемдәрҙе саҡырайыҡ?
Әсмәнең исемлеге бер ай элек әҙер ине.
– Ун бишләп кеше булыр, ахыры, – тине.
– Ун биш? Ун биш кеше? Ошо Башҡортостанда йәшәп, 15 кенә кешең бармы?
– Ә нисәү кәрәк һуң?
– Мин иң кәмендә һинең яҡтан 50 кешегә иҫәп тотам. Туй булғас, туйлайыҡ, өйләнгәс, өйләнешәйек. Минең яҡтан илле кеше килә Һин, ошонда йәшәп, 50 кеше тапмаһаң, инде.
Әсмәгә тағы ла бер ултырып, яҡын ҡоҙаларҙы, алыҫтағы туғандарҙы иҫкә төршөрөргә тура килде. Ниңә, килһендәр, күреп ҡайтырҙар, тип тынысландырҙы ул үҙен исемлекте тултыра-тултыра. Өйҙә Әсмәне тағы бер ҡыуаныслы хәбәр көтә ине. Радмир “Икенсе бейеклек – ҡаланың иң ҙур ял итеү үҙәге менән килешеү төҙөгән, хатта 300 мең аванс индереп ҡуйған.
Һаҡсыл, аҡсаны иҫәпләргә өйрәнгән ҡатындың сәстәре үрә торҙо:
– Аванс ҡына – 300 мең?
– Эйе, – тине ир күҙен дә йомай. Көндөҙгө 12-нән киске унға тиклем байрам итәбеҙ. 100 кеше саҡырыла, унар меңдән иҫәпләп ҡара.
Ҡатындың тәне ҡыҫылды.
– 30 процент аванс. Шулай бит?
Ир кем менәндер телефондан һөйләште.
– Һиңә күпме кәрәк? – тип һораны ул. Бер лимон? Бер лимон булды. Иртәгә реквизиттарыңды ебәр, күсереп ҡуйырҙар. Тик һин миңә әлегә биш лимон биреп тораһың. Һиңә һөйләнем, шикелле. Коттедж алып йөрөйөм. Ярай, һөйләштек. Бер аҙнанан көтәм. Аҙна-ун көн үткәс, теге лимондарҙың бер аҙ һуңлаясағы билдәле булды һәм Әсмә, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ошо фатир туйҙырҙы. Һатып ҡына ҡотолмаһам”, – тип ысҡындырҙы.
– Ярай, – тине ир үҙенә ҙур яуаплылыҡ алған һымаҡ. – Алыусыһы тиҙ булһын, тиһәң, бер аҙға хаҡын төшөрөргә тура киләсәк. 4 миллион ярымға бөгөндән алыусы бар.
– Мин – риза! – тине ҡатын.
Ял көндәрендә хатта ваҡ-төйәк әйберҙәрен төйнәштерә лә башланы. Мәшәҡәт күп. Әсмәгә күңелле ине. Мәшәҡәт, тип, ифрат күңелле мәшәҡәттәр. Ул көн һайын үҙен туй кейемендә күҙ алдына килтерә һәм бер ҡыуанып, бер аптыранып ҡуя.
Ә Радмир ҙа бик шат йөрөй. Өлгәрмәй, ваҡыт юҡлығына зарлана. Туй күлдәге һайлауҙы бер тапҡыр кисектерҙеләр.
Күңелле генә әҙерлек бара ине, бер көн Әсмәне урындағы хакимиәткә саҡыртып алдылар. Ике ипле генә егет уның менән әңгәмәләшергә теләк белдерҙе. Беренсе һорау уҡ Әсмәнең башына күҫәк менән һуҡҡан һымаҡ булды.
Дауамы бар.
Дауамын бөгөн үк уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә күсегеҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: