+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Май 2020, 12:07

Һине бәхетле иткем килә – 4. Хикәйә.

Бер көн Әсмәне урындағы хакимиәткә саҡыртып алдылар. Ике ипле генә егет уның менән әңгәмәләшергә теләк белдерҙе. Беренсе һорау уҡ Әсмәнең башына күҫәк менән һуҡҡан һымаҡ булды. Ул телһеҙ ҡалды, башы әйләнде, ҡан баҫымы күтәрелде. Нашатырь спирты еҫкәтеп, арлы-бирле итеп, саҡ кеше итеп алдылар. Егеттәрҙең береһе, Әсмәнең аңлауынса, етәксе, ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе: – Һеҙҙең менән йәшәгән ир илдә билдәле никах аферистарының береһе. Ул бер нисә ҡалала йәшәп, ышанысҡа инеп, яңғыҙ ҡатындарҙың фатирҙарын һаттырып, аҡсаларын үҙләштереп, ҡасҡан. Әле Өфөгә шундай уҡ эш менән килгән. Һеҙ уның беренсе ҡорбаны түгел. Һеҙ уға ышаныс ҡағыҙы яҙҙығыҙмы?

Һине бәхетле иткем килә – 4.
Хикәйә.
(Аҙағы)

Алдағы бүлектәр:
Ул телһеҙ ҡалды, башы әйләнде, ҡан баҫымы күтәрелде. Нашатырь спирты еҫкәтеп, арлы-бирле итеп, саҡ кеше итеп алдылар. Егеттәрҙең береһе, Әсмәнең аңлауынса, етәксе, ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе:
– Һеҙҙең менән йәшәгән ир илдә билдәле никах аферистарының береһе. Ул бер нисә ҡалала йәшәп, ышанысҡа инеп, яңғыҙ ҡатындарҙың фатирҙарын һаттырып, аҡсаларын үҙләштереп, ҡасҡан. Әле Өфөгә шундай уҡ эш менән килгән. Һеҙ уның беренсе ҡорбаны түгел. Һеҙ уға ышаныс ҡағыҙы яҙҙығыҙмы?
– Яҙҙым, тине Әсмә ҡалтырана-ҡалтырана.
– Килешеүгә ҡул ҡуйҙығыҙмы?
– Ҡуйҙым.
– Яҡшы, – тине егеттәрҙең Григорий Иванович тигәне.
– Нимәһе яҡшы булһын,– тине Әсмә, – мине күрәләтә таларға торалар.
– Бөтәһе лә шул килеш барырға тейеш, - тине егеттәрҙең икенсеһе, үҙен Самат Ғайсарович тип таныштырғаны. – Беҙ уның ҡойроғона баҫтыҡ. Беҙҙән һеҙгә үтенес: ошо көндәрҙә һаҡ булығыҙ, ул иртәгә фатирығыҙ өсөн аҡса алырға тейеш. Сөнки ул үҙенең ялған паспортына Өфө-Красноярск маршрутына билет алды. Һеҙ бер нәмә лә һиҙҙерергә тейеш түгелһегеҙ. Сөнки уның ҡапыл да эҙһеҙ юғалыуы ихтималлығы бар, әгәр һеҙҙең һиҙенгәнегеҙҙе тойһа. Һәм беҙгә уны мотлаҡ ҡасҡан сағында тоторға кәрәк. Мәҫәлән, аэропортта, ялған паспорт менән.
– Самолеты нисәлә? – тине көс-хәл менән ҡатын.
– Иртәгә һуң, – тине Самат Ғайсарович. – Әгәр һеҙҙең көсөгөҙ етмәһә, беҙ һеҙҙе дауаханаға һалып тора алабыҙ. Сөнки был операцияның яҙмышы бары тик һеҙҙең ҡулда.
Ҡатын бик оҙаҡ ҡына уйланды. Ул үҙенең ошондай оятһыҙлыҡ ҡорбаны булыуын әле булһа аңламай, зиһене быны ҡабул итергә риза түгел ине. Эшендә ҡағыҙҙарын барланы, Радмир менән үткәргән көндәрен хәтерләне. Оҙаҡлағас, аптыранған Радмир шылтыратты:
– Йәнем, ниңә оҙаҡлайһың? – тине ул аптыранып.
– Беҙгә тикшереү килде, – тине.
– Ә нимә тикшерәләр?
– Методик эштәрҙе, дәүләт стандарттарын нисек үтәйбеҙ, шуны ҡарайҙар, ҡайһы бер ҡағыҙҙарҙы үҙемә барларға тура килә. Һин мине көтмә, үҙең генә ултырып аша.
Сәғәт ундарҙа, ҡайтҡас, “һиңә нимәлер булған”, тип ир һиҙенде, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап. Әсмәгә уйынды бороп ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Тикшереү йомғаҡтары бик насар бара, мине эштән алыуҙары ихтимал. Шуға, ҡурҡыбыраҡ торам, туйҙы кисектерергә тура килерме икән?
– Юҡ, – тине ир ҡаты итеп. – Беҙҙең туйға һинең вазифаңдың бер мөнәсәбәте лә юҡ. Беҙ уны бына тигән итеп үткәрәсәкбеҙ.
– Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем, – тине ҡатын ирҙе ҡосаҡлап. – Әлдә һин бар. Бында миңә ярҙам итер, ҡотҡарыр өсөн генә килгәнһең икән.
– Һине бәхетле иткем килә, – тине ир уны нығыраҡ ҡосаҡлап.
Иртән Радмир өйҙә ҡалды, Әсмә, эшем күп, ҡағыҙҙарҙы рәткә килтерергә кәрәк, тигән һылтау менән иртәнге етенән үк ҡуҙғалды.
– Ниңә шул хәтлем эшең өсөн янаһың? – тип борсолдо Радмир ишек төбөндә ҡатынды оҙатып. – Эш хаҡың шулай ҙурмы ни? – тине.
– Әҙме икән, күпме икән, ай һайын 100 меңдән артыҡ сыға инде, – тине.
– Ҡуй инде, 100 мең өсөн көн-төн янып йөрөмәһәң шунда. Ярай, борсолма, туйҙан һуң мин һине үҙемә эшкә алам.
– Рәхмәт, һиндә генә бөтә ышаныс.
Эшенә көс-хәл менән барып етте ҡатын. Күҙе алдынан Радмирҙың моңһоу йөҙө үтмәй ҙә ҡуя. “Ошо гонаһһыҙ, ғәйепһеҙ күҙҙәре менән мине алдарға итәме икән?” – тип уйланы. Һуңынан яйлап, иҫкә төшөрҙө: ярты йыл бергә йәшәнеләр, тәүге осорҙо иҫәпкә алмағанда, нимә өсөн булһа ла аҡса сығарғаны, әйбер алғаны тойолманы. Ә теге сәфәр, туй сығымдары – барыһы ла хыял икенлеген ул белә.
Оперативниктар уны нотариустың ишек төбөндә тоторға тейештәр ине. Нотариус, ысынлап та, ялғанды һиҙеп ҡалды һәм Радмирға бер аҙ көтөп торорға ҡушты. Ә ҡалғанын инде, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре еренә еткереп ҡуйҙы. Шулай итеп, ялған никах оҫтаһы эш өҫтөндә ҡулға алынды.
Бынан һуң байтаҡ көндәр үтте әле. Тикшереү эштәре йылдан ашыу дауам итте. Судта Әсмә Хәлил ҡыҙына ла ҡатнашырға һәм иренә ҡаршы сығыш яһарға тура килде.
Әсмә рәшәткә артында ултырған Радмирға бер генә тапҡыр күҙ һалды. Бойоғоп, ҡартайып ҡалған ҡатынды Радмир ҙа күрҙе. Әсмә, бар көсөн йыйып, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Сөнки ирҙең ҡарашы тимер ситлеккә ябылған, ашатылмаған, тәрбиә күрмәгән йолҡош этте хәтерләтә ине.
Аҙаҡҡы һүҙ урынына.
Яҙмалар ысын барлыҡта булған мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙылды. Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар илебеҙҙә йыл һайын йөҙәрләп булып тора. Сайт үҙенең ҡулланыусыларын киҫәтә һәм һаҡ булырға саҡыра. Йортоғоҙға – именлек!

-----


“...Ҡаҡса, елберҙәп торған малай, елгә арҡаһын ҡуйып, атлап, аҙаплана, яңылыш баҫып, ҡолап та китә. Ҡоламай, хәле юҡ шул, нисә көн инде, өйҙә, иртәле-кисле – икмәк тә, һалҡын һыу ғына. Ана, мәктәп тора, ана, хәҙер барып етә. Ҡайһылай уттары ҡайнар яна, үҙенә саҡырған һымаҡ... Мәктәпкә! Мәктәпкә! Эләгә-тәгәрәй, мәктәпкә барыуының төп сәбәбе шул – мәктәптә көн һайын, ике дәрестән һуң, ашаталар. Ә, беләһегеҙме, мәктәп бутҡаһының нисек тәмле икәнлеген! Ә шәкәрле сәй!? Ә ҡайһы ваҡыт – йогурт!? Ә кисә берәр алма тотторҙолар! Ышанаһығыҙмы, ҡайһы ваҡыт әфлисун, йә мандарин эләгә! Ә һеҙ, Ринат уларҙы шунда уҡ ашап бөтә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, Ринат үҙен түгел, ҡустыһын уйлай. Ҡустыһы уны тәҙрә төбөндә көтөп тора. Ағаһын күреү менән, һелкенергә, тәҙрәһен төйөргә тотона. Үҙе генә аңлаған ниндәйҙер өн-ауаздар сығара. Ә ҡайһы ваҡыт, өҫтәп, кәнфит, йә прәник тоторалар. Тамаҡ туйғас, дәрестәр ҙә күңеле үтә. Ә, шунан һуң, Ринат өйгә ҡайта һәм ишек төбөндә ҡаршы алған ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Белә, Азаттың нимә көткәнен, белә! “Хәҙер, ҡустым”, – ти ул һәм кеҫәһенән, йә алма, йә прәник, йә әфлисун сығарып, тоттора. Күрәһеңме, ҡустым, ағайың һине нисек ярата!..” (“Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” – хикәйә. Ф.Ильясова.)
Иртәгәнән өр-яңы "ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА..." хикәйәләр циклын башлаясаҡбыҙ. Әгәр уның беренсе бүлеге менән бөгөн үк танышырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә күсегеҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: