ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Беҙҙең алдан ғына йүгерешеп, үтеп киттеләр. Үҙҙәре, килеп, матур кейенгән! Йөҙҙәре туҡ, кәйефтәре күтәренке! Ҡыҙҙары – алтау, малайҙары – бишәү. Ә ни эшләп ҡыҙҙары күберәк, малайҙары әҙерәк икән? Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа, бер-береһен етәкләп, сумкаларын тотошоп, һаман йүгерәләр...
Ә статистика улар хаҡында нимә һөйләй һуң? Тәүге 10-15 йылда 10 ҡыҙға 11 малай тура килә һәм ошо нисбәт аҙмы-күпме һаҡлана. 20 йәштә улар 1:1 тигеҙләшә, ә артабан инде, көслө зат кәмегәндән-кәмей барып, 80-90 йәштәргә 75 әбейгә 25 кенә бабай тура килә. Ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да бында ғәйебе юҡ. Әлегә улар үҫә, көс туплай, йәшәргә өйрәнә, ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа үҙҙәрен алда нимә көтөрөн белмәй. Кем белә, белһәләр, бәлки был донъяға килеп тә тормаҫтар ине. Хәйер, бушты һөйләйем. Ҡайҙа барһындар инде, малайҙар һәм ҡыҙҙар был тормошта йәшәйәсәк. Беҙ күрәсәк, әлеге генә әйттек бит, 6 малай, 5 ҡыҙ, тип, тағы бер малай сыға алманы, өйҙә ауырыу әсәһен һәм ҡустыһын ҡарай. Малай тигәнбеҙ – Ринат булыр, ҡусты тигәне – Азат. Ринаттың сығырлығы юҡ шул, ҡустыһы атламай. Бына, 3 йәш тулып үтте, үҙе атлай алмай ҙа ҡуя. Әсәһе айныҡ сағында тегендә-бында йөрөткөләне лә ул, аҙаҡ ҡул һелтәне. Тегендә барырға, бында барырға, билет алырға, дарыу алырға, тинеләр. Ундай мөмкинлеге юҡ ғаиләнең. Улар бигерәк фәҡир йәшәй. Ауылса әйтһәк, тәртәлеләр урамындағы хәйерселәр. Исеме ҡайһылай яңғырауыҡлы бит әле: тәртәлеләр урамындағылар!
Ринат иғтибарлап тәҙрәнән ҡарап ҡалды. Ана, Гөлнур, ҡыҙыллы-зәңгәрле рюкзагын систе лә, Ринат яғына ҡарап, оҙаҡ итеп ҡулын болғаны. Ринат та ҡул болғағандай итте. “Күрҙе! Күрҙе, тағы болғаны. Ә был “бүкән”е, Маратты әйтә, ҡара, килеп тороп, арты менән туйтаңлап торған була, үҙенсә үсекләй инде. Кәрәгең бар ине, “бүкән”! Ана, мине Гөлнур үҙе сәләмләй”, – тип уйланы Ринат.
Шул ваҡыт ап-аҡ, ҙур, автобус ҙурлығы, джип килеп туҡтаны. Ринат белә кем икәнлеген – Гөлнурҙың атаһы. Атаһы төштө, ҡыҙҙар, малайҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләште, шунан Гөлнур атаһының ҡолағына үрелеп, нимәлер әйтте. Бына, икәүләп, тороп, Ринатҡа ҡул болғанылар. Ә ни өсөн ҡул болғағандарын Ринат, шулай уҡ, белә. Шуның өсөн дә болғап тормаһалар инде...
Шунан һуң, Гөлнурҙың атаһы, Әхмәт ағай, нимә тип әйткән? “Киләһе йәй, Алла бойорһа, ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы Яусапҡан яланына сәфәргә саҡырам! Беҙ унда ҡуна ятасаҡбыҙ, мин уларға әкиәттәр һөйләйәсәкмен. Төрлө уйындар ойошторам, математиканан бәйге ҡорам. Ә иң көслө уҡыусыға кеҫә телефоны бүләк итәм”, – тип вәғәҙә биргән.
Ринатты кеҫә телефоны ҡыҙыҡһындыра, класта бөтәһенеке лә – бар. Кемдеке – яңы, кемдеке – иҫке. Ә Ринаттыҡы – юҡ. Уға, иҫке булһа ла, ярар ине. Юҡ икән, юҡ инде, бөтә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа телефонлы, уныҡы ғына – юҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар йүгерешеп үтеп ките. Ринат үҙенең тормошон күҙ алдынан үткәрә.
Кисә генә уның тыуған көнө булды. Ярай, Гөлнур ҡотланы һәм ҡолағына ғына: “Мин һиңә, оҙаҡламай, ҙур бүләк эшләсәкәмен”, – тип вәғәҙә итте. Белергә ине, ниндәй бүләк икән? Уға ул бүләк тейешме икән? Әгәр ата-әсәһе рөхсәт итмәй ҡуйһа? Ҡара, ҡайһылай күңелле итеп ҡул болғанылар уға? Их, шул малайҙар, ҡыҙҙар һымаҡ, матур итеп кейенеп, уларға эйәреп йөрөһәң ине. Әлегә, булмаҫ шул...
Ринаттың тиҙ үҫкеһе килә. Тиҙ үҫеп, ҡайҙалыр эшләп, аҡсалы булып, үҙенә оҡшаған, үҙе теләгән әйберҙе һатып алыр ине. Юҡ, үҙенә түгел, ҡустыһына бәләкәй машина алып бирер ине. Юғиһә, ул көндәр буйы өйҙә ултыра, йә, ҡулдарына таянып, шыуышып килә лә, болдорҙа ҡояшҡа ҡойона. Юҡ, ҡустыһы ла көтөп торор, әсәһенә дарыу һатып алыр ине. Әсәһе берәмләп-берәмләп дарыуҙы эсер ҙә, ауырымай-һыҙланмай, терелеп, эшкә барыр ине. Ул әйтте: “Улыҡайым! Әгәр терелеп, аяҡҡа баҫһам, тамсы ғына ла эсмәҫ инем”, – тине, шулай тип әйтте. Эсмәҫ ине шул, ул бит элек эсмәй ине...
Атаһы ҡайтып керҙе. Ҡулына бер шешә тотҡан, уға эйәреп, күрше ағай менән апай килеп инде, улар бер шешә ултыртты. Атаһы, исмаһам, Азат ҡустың ашанымы, үҙең ашаныңмы, тип тә һораманы, эсергә тотондолар. Бөгөнгә ас ятырға тура килә инде. Ә тегеләр геүләшә. Ана, көс-хәл менән тороп, әсәһе килеп ҡушылды. Һыҙланалыр инде әсәһе, һыҙланмаһа, араҡыға үрелмәҫ ине. Нисек икән, әгәр эсһәң, ауыртыныуы бөтәме икән? Юҡ, файҙаһы барҙыр. Ана бит, бая ғына ыңғырашып ята ине, әле шыпа көлөп, таҡмаҡ әйтеп ебәрҙе. Әсәһе генә иҫән-һау булһын инде! Әсәй булмаһа, беҙ нисек йәшәрбеҙ? Ана, атаһы ҡысҡыра: “Ринат, йүнһеҙ малай, кил әле бында, кил! Ашамағанһыңдыр әле, ҡустыңды ла ашатмағанһыңдыр. Бар, икмәк алып кил, бар!”.
Ринат икмәк алырға, магазинға йүгерҙе. Атаһы ҡайһылай йомарт! Улдарын онотманы бит әле, икмәккә аҡса бирҙе. Бына, бәхет килһә, бер килә бит! Малайҙың кәйефе шыпа күтәрелде. Баяраҡ Гөлнур менән атаһының килеп, уны сәләмләп тороуҙарына ҡыуанғайны, әле, бына, атаһы икмәккә аҡса тоттороп, ҡыуандырҙы. Магазин да ябылмаған икән. Кереп, икмәк алды, саҡ ҡына аҡсаһы артҡайны, ҡустыһына чупа-чупс булды. Ярай, ҡалһа, үҙенә лә ялатыр әле. Малай, хәле бөтөп, йүгереп, өйөнә ҡайтып инеүгә, ишек төбөнә сығып, атаһы көтөп тора.
– Ҡайҙа йөрөйһөң? Ниңә оҙаҡлайһың? Беҙ – ас. Ҡустыңды ниңә ҡарамайһың, вәт, шельма малай!
Еңелсә һелтәп ебәрҙе, ярай, туҡмаманы. Ринат икмәкте телеп, һалыуға, умырып, ике киҫәген эләктереп ҡалды, береһен ҡустыһына һондо, кеҫәһенә чупа-тупс тыҡты. Азаттың ҡыуаныуын күрһәгеҙ!
Көнө буйы йөрөп арыған Ринат, баш терәү менән, йоҡлап китте һәм төш күрә: Гөлнурҙың атаһының ап-аҡ машинаһында улар – ҡустыһы Азат, Гөлнур менән – ҡайҙалыр китеп баралар. Артта – Марат, Регина һәм башҡа ҡыҙҙар-малайҙар.
– Йә, ҡыҙҙар, малайҙар, – ти Гөлнурҙың атаһы. – Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп барабыҙ?
– Яусапҡан яланына, – тине ҡыҙҙар-малайҙар бер тауыштан.
– Ә беҙ унда нимә эшлйәбеҙ?
– Ә беҙ унда уйнайбыҙ, аш бешерәбеҙ, шишмәнең сылтырап аҡҡанын тыңлайбыҙ, – ти малайҙар менән ҡыҙҙар хор менән. Машина геүләп, әллә алға бара, әллә оса. Күңелле...