-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Май 2020, 10:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Икенсе бүлек.

Ҡаҡса, елберҙәп торған малай, елгә арҡаһын ҡуйып, атлап, аҙаплана, яңылыш баҫып, ҡолап та китә. Ҡоламай, хәле юҡ шул, нисә көн инде, өйҙә, иртәле-кисле – икмәк тә, һалҡын һыу ғына. Ана, мәктәп тора, ана, хәҙер барып етә. Ҡайһылай уттары ҡайнар яна, үҙенә саҡырған һымаҡ... Мәктәпкә! Мәктәпкә! Эләгә-тәгәрәй, мәктәпкә барыуының төп сәбәбе шул – мәктәптә көн һайын, ике дәрестән һуң, ашаталар. Ә, беләһегеҙме, мәктәп бутҡаһының нисек тәмле икәнлеген! Ә шәкәрле сәй!? Ә ҡайһы ваҡыт – йогурт!? Ә кисә берәр алма тотторҙолар! Ышанаһығыҙмы, ҡайһы ваҡыт әфлисун, йә мандарин эләгә! Ә һеҙ, Ринат уларҙы шунда уҡ ашап бөтә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, Ринат үҙен түгел, ҡустыһын уйлай. Ҡустыһы уны тәҙрә төбөндә көтөп тора. Ағаһын күреү менән, һелкенергә, тәҙрәһен төйөргә тотона. Үҙе генә аңлаған ниндәйҙер өн-ауаздар сығара. Ә ҡайһы ваҡыт, өҫтәп, кәнфит, йә прәник тоторалар. Тамаҡ туйғас, дәрестәр ҙә күңеле үтә. Ә, шунан һуң, Ринат өйгә ҡайта һәм ишек төбөндә ҡаршы алған ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Белә, Азаттың нимә көткәнен, белә! “Хәҙер, ҡустым”, – ти ул һәм кеҫәһенән, йә алма, йә прәник, йә әфлисун сығарып, тоттора. Күрәһеңме, ҡустым, ағайың һине нисек ярата!

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...

Хикәйә.
Икенсе бүлек.
Ринат ҡалтыранып, өшөп уянды. Өй эсендә шул хәтлем һыуыҡ! Арғы мөйөштә атаһының хырылдағаны ишетелә. Малай өшөй, хатта торғоһо, боҙ иҙәнгә баҫҡыһы ла килмәй. “Әллә мәктәпкә бармаҫҡа инде? Юрған аҫтында шундай йылы, йылы өйҙә нисек була икән ул”, тип баш вата. Ә ниңә өйҙәре һыуыҡ һуң? Сөнки мейесте яғырға утын кәрәк. Ә утын юҡ. Башҡа кешеләрҙең өйҙәре йылы, улар газ үткәргән. Был урамда бөтәһенең дә газ менән йылытыла өйө, уларҙыҡы ғына, торбаһы һалынып тора. Газ үткәрергә аҡса кәрәк, аҡса күп кәрәк. Әсәһе – сирләй, атаһы – эсә, икәүләшеп, аҙналар буйы көнө-төнө айнымайҙар. Атаһы әйтә: “Колхоз барҙа, мин эсеп йөрөмәнем, мин – эшләнем”, – ти. “Ә ниңә, “пожарка”ға эшкә алынғас, ҡыуылып ҡайттың һуң? – Әсәһе дөрөҫ әйтә, – эш булғас, йәбешеп ятырға кәрәк, ә ул эсеп барған”. Ринат шул хаҡта уйлай: “Эх, атай ниңә эсте икән? Утынлыҡ булһа ла, аҡса алып ҡайтыр ине”.
Ә бит ҡасандыр атаһы ҡыш көнө – шофер, йәй көнө – комбайнер, ә әсәһе егәрле һауынсы инеләр, әсәһе һөт, он алып ҡайта, себештәрҙе ашата. Өләсәһе килгән һайын, ҡыуанып ҡайта торғайны...
Ә, һеҙ белмәйһегеҙҙер әле, ул ваҡытта өләсәй иҫән ине. Шундай тормош булдымы икән? Бәлки төш кенә күргәндер? Ни эшләп төштәр шул хәтле матур була ул, ә тормошта барыһы ла насар? Эх, ғүмер буйы төштә генә йәшәһәң ине!.. Өләсәй ҙә иҫән булһа, көн һайын килеп, күстәнәс ҡалдырһа, әсәй ҙә эсмәҫ, ҡустымды балнисҡа йөрөтөр ине. Бергәләп, беҙ әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөп торор инек.
Ҡуй инде, ниндәй уңған, егәрле кешеләр ине! Үҙҙәре – ярҙамсылдар, икеһе лә йырлайҙар. Концерт булһа, сәхнәгә сыҡмай, ҡалмайҙар. Хәҙер улар яғына ҡарамай кешеләр, төкөрөнөп, үтеп китәләр. Эскеселәр менән кемдең аралашҡыһы килһен инде?..
Ринат үҙенең бәләкәй аҡылы менән иҫенә төшөрөргә тырыша: “Ҡасан башланған был мәхшәр? Әллә өләсәй үлеп киткәндән һуңмы? Ринат өлкәндәрҙең араҡы эскәнен белә, хатта бер тапҡыр, күрһәтмәй генә, үҙе лә тәмләп ҡараны**. Әсе, һаҫыҡ бер нәмә икән. Ауыҙын яндыра яҙҙы! Ошо нәмәне лә эсерҙәр икән!”
Ринат, теләр-теләмәҫ кенә, юрған аҫтынан сыҡты һәм, башын ҡалҡытып, донъяны байҡаны. Тар бүлмә иркенәйеп ҡалған һымаҡ. Ни өсөн иркенәйҙе? Сөнки кисә шифоньер менән шкафты һатып ебәрҙеләр. Ни өсөн һатып ебәрҙеләр? Сөнки эсенә ҡуйырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Әсәһе лә шулай тине: “Эсенә ҡуйырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Бында урын алып ултыра”, – тине. Ә ни өсөн бер нимә лә юҡ? Сөнки кейем-һалымды һатып, эсеп бөттөк, тип әйтмәне. Ринат эргәһендә мышнап йоҡлап ятҡан ҡустыһын ҡараны. Ҡайһылай рәхәтләнеп йоҡлай! Малай ҡустыһының өҫтөнә юрғанды рәтләп япты. Өшөп ҡуймаһын, тағы.
Бәй, ни эшләп ята ул? Ринат һикереп торҙо. Уға бит мәктәпкә барырға! Малай тиҙ генә кейенә һалды, кисәгенән ҙур ғына киҫәк икмәк ҡалған икән. Шуны ике өлөшкә бүлде лә, ҙурырағын ҡустыһына тоттороп, өҫтөнә юрғанын япты. Азат икмәкте түшенә терәп, ағаһына ҡарап бер йылмайҙы ла, тағы ла күҙҙәрен йомдо. Йоҡлаһын. Ринат үҙе икмәк ашай, һалҡын һыу менән баҫтырып ҡуя, бер ыңғай кейемдәрен барлай. Мәктәпкә! Мәктәпкә! Унда – ҡыҙҙар, малайҙар! Унда Ринатты Гөлнур көтә!
Ринат иҫке генә пальтоһын кейҙе, бүреген эләктерҙе. Бына һиңә мә, тышта һыуыҡ икән! Һыуыҡ булмай, ҡыш етеп килә бит. Ярай, шуныһы яҡшы, мәктәптәре йыраҡ түгел. Урамда һыуыҡ, өләсәһе, ҡар һыуығы, тип әйтә торғайны. Әле лә шулдыр инде. Атаһы әйтмешләй, нисауа, прорвемся! Уның ҡарауы, мәктәптә – йылы! Мәктәптә уны Гөлнур көтә! Ни өсөн көтә? Хәҙер беләһегеҙ, хәҙер беләһегеҙ!..
Ҡаҡса, елберҙәп торған малай, елгә арҡаһын ҡуйып, атлап, аҙаплана, яңылыш баҫып, ҡолап та китә. Ҡоламай, хәле юҡ шул, нисә көн инде, өйҙә, иртәле-кисле – икмәк тә, һалҡын һыу ғына. Ана, мәктәп тора, ана, хәҙер барып етә. Ҡайһылай уттары ҡайнар яна, үҙенә саҡырған һымаҡ... Мәктәпкә! Мәктәпкә! Эләгә-тәгәрәй, мәктәпкә барыуының төп сәбәбе шул – мәктәптә көн һайын, ике дәрестән һуң, ашаталар. Ә, беләһегеҙме, мәктәп бутҡаһының нисек тәмле икәнлеген! Ә шәкәрле сәй!? Ә ҡайһы ваҡыт – йогурт!? Ә кисә берәр алма тотторҙолар! Ышанаһығыҙмы, ҡайһы ваҡыт әфлисун, йә мандарин эләгә! Ә һеҙ, Ринат уларҙы шунда уҡ ашап бөтә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, Ринат үҙен түгел, ҡустыһын уйлай. Ҡустыһы уны тәҙрә төбөндә көтөп тора. Ағаһын күреү менән, һелкенергә, тәҙрәһен төйөргә тотона. Үҙе генә аңлаған ниндәйҙер өн-ауаздар сығара. Ә ҡайһы ваҡыт, өҫтәп, кәнфит, йә прәник тоторалар. Тамаҡ туйғас, дәрестәр ҙә күңеле үтә. Ә, шунан һуң, Ринат өйгә ҡайта һәм ишек төбөндә ҡаршы алған ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Белә, Азаттың нимә көткәнен, белә! “Хәҙер, ҡустым”, – ти ул һәм кеҫәһенән, йә алма, йә прәник, йә әфлисун сығарып, тоттора. Күрәһеңме, ҡустым, ағайың һине нисек ярата!
Ә әлегә Ринат мәктәпкә йүгерә. Мәктәптә йылы, мәктәптә күңелле! Ринат бик шәп уҡый. Уҡытыусылар үҙҙәре лә аптырай: ҡауырһын һымаҡ, нескә генә малай, мәктәпкә килгәндә үк, уҡый, алыуҙы-ҡушыуҙы, ҡабатлау таблицаһын белә ине. Класташтары уны ярата, сөнки ул һәр ваҡыт ярҙам итә, класта унан да шәберәк мәсьәлә сискән кеше юҡ. Уның менән бер партала ултырырға теләүселәр күп. Ана, математиканан уҡытыусы апай бер: “Ринат – беҙҙең вундеркинд!” – тип әйтте. Ринат вундеркиндтың нимә икәнлеген әле белмәй. Яҡшы уҡыусы икәнлеген генә аңлай.
Атаһы ғына һис дәрес уҡығанын яратмай. “Уҡының ни, суҡының ни, барыбер, ошонда көтөү көтөп, трактор ремонтлап, батҡаҡҡа батып йөрөйәсәкһең. Минең һине уҡытырлыҡ та, ҡалаға барырлыҡ та аҡсам да, теләгем дә юҡ. Бер ҡайҙа ла китмәйһең! Ошонда беҙҙе ҡараясаҡһың!” – тип ныҡ тора. Өләсәһе әйтте лә ул: “Уҡы, Ринат, уҡы, һинең олатайың уҡымышлы ине”, – тине. Их, кешеләрҙең олатаһы ла, өләсәһе лә бар, эсмәйҙәр, балаларын ҡарашалар. Ә беҙҙең – эскесе атай менән ауырыған әсәй генә...
Ринат мәктәпкә керҙе, кейемен гардеробта ҡалдырҙы һәм, йөҙөнә етди ҡиәфәт биреп, партаһы артына барып ултырҙы. Ә эргәһендә кем, тиһегеҙме? Шуны ла белмәйһегеҙме? Шуны ла белмәйһегеҙме? Әлбиттә, Гөлнур! Кластың иң матур, иң көләс ҡыҙыҡайы! Сәстәре – ҡылған һымаҡ, күҙҙәре – зәп-зәңгәр! Ә үҙе шул хәтле матур кейенеп йөрөй, ҡурсаҡ һымаҡ инде, ҡурсаҡ!
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

** “Һәнәк” журналы редакцияһы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хупламай.
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: