ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Ә Гөлнур Ринат менән бер партала ултыра. Ни өсөн ултыра? Сөнки ул математиканан бик алдыра алмай. Әйттек бит уны Вундеркинд тип, мәктәптә уға еткән уҡыусы юҡ. Бишенселә Ринат иң көслө уҡыусы иҫәпләнә. Гөлнурҙың дәфтәренә бер генә күҙ ташлау менән, шунда уҡ хатаһын табып та бирә. Ә бығаса Ринат партала бер үҙе ултыра ине. Эй, алама кейенгән малай менән кемдең ултырғыһы килһен инде? Ә Гөлнур улай түгел.
– Мөмкинме, мин һинең эргәңә ултырам? – тип килде лә, ултырҙы. Бөтә класс шаҡ ҡатты. – Ә беҙ һинең менән һабаҡташтар булырбыҙ, – тине Гөлнур Ринаттың туҙған сәстәрен тағы ла туҙҙырыбыраҡ.
Гөлнурҙы әйтә, бер ҙә Марат эргәһенә ултырманы. Марат үҙе көс-хәл менән өслөгә уҡып йөрөй. Атаһы ҡасабала ике магазин тота, шуға ғына “икеле” ҡуймайҙар, тиҙәр. Ә уҡытыусы апай Маратты: “Һинең мейеңде май баҫҡан. Һиңә бер аҙ ябығырға кәрәк!” – тип әрләй. Ысынлап та, шулайҙыр, Марат бит оҙонса туп һымаҡ. “Икеле”ләрҙе көн һайын сүпләй генә. Эйе, Гөлнур бер ҙә Марат эргәһенә ултырманы. Шуның өсөн Марат Ринатты яратмай, осраған һайын, көлөргә, төрткөләргә, этеп ебәрергә тора. Ни өсөн яратмай? Сөнки ул Гөлнур менән ултырырға теләй. Гөлнур уны өнәмәй, эй, ошо ҡабартманы, тип кенә ебәрә. Хатта бер тапҡыр ҡараңғы коридорҙа Марат Ринатты эләктереп алды ла:
– Гөлнур эргәһенән тай! – тип ыҫылданы.
– Тәүҙә “икеле”ләреңде төҙәт, шунан һуң минең менән һөйләшерһең, – тине Ринат, бирешеп торманы.
Ә бер тапҡыр Марат ике дуҫы менән Ринатты урамда көтөп торҙо. Ринат бер ҙә бирешмәне. Уларға үс итеп, Гөлнурҙы көтөп торҙо ла:
– Гөлнур, һине оҙатып ҡуйһам буламы? – тип һораны.
Тегеһе лә яуабын әҙерләп ҡуйған:
– Мин был хаҡта тыуғандан бирле хыялланам, ә һин килмәйһең дә, килмәйһең, – тип әйтмеһенме!
Билләһи, Ринатҡа оҡшаны яуап. Ул Мараттың эргәһенә килеп:
– Марат, дуҫ, ишеттеңме? – тип әйтергә мәжбүр булды.
Шунан бирле, Марат Ринатҡа бәйләнмәй башланы.
Ә Ринаттың Гөлнурҙы оҙатҡыһы килеп кенә тора. Гөлнур тупһаға сығып баҫа ла:
– Ҡайҙа минең батырым? – тип өндәшһә, ҡыҙҙарҙың күҙе шарҙай булып асыла, ә малайҙарҙың ҡулдарынан портфелдәре төшөп китә.
Тәүге дәрес – башҡорт теле. Уҡытыусы апай диктант яҙҙырҙы. Ринат хәйләләргә белә инде. Диктантын Гөлнур яғынараҡ күсереп һалып, терәлеп ултырып яҙа. Яҙып бөткәс, хаталарҙы тикшергәндә, малай, ҡарап та торманы, ҡыҙ яғына этте лә ҡуйҙы. Ҡараһын, тикшерһен, сағыштырһын. Йә, инде, бынау Мараттан һис ҡотолор әмәл юҡ. Күреп ҡалыу менән:
– Апай, апай, Ринат күршеһенә күсертә, – тип ошаҡлап та өлгөрҙө.
– Күсерергә лә, һөйләшергә лә, ошаҡлашырға ла ярамай! – тип уҡытыусы апай тиҙ генә диктанттарҙы йыйып алды һәм яңы дәрес аңлата башланы. Малай менән ҡыҙ бер-береһенә терәлеп ултырғандар ҙа, шым ғына һөйләшәләр.
– Бөгөн клубта цирк була, киләһеңме? – тип һорай ҡыҙ. – Маймылдары бар, имеш, тиҙәр.
Малай, аптыранып, яурындарын һикертте. Нисек барһын? Кейенергә – кәрәк, аҡса – кәрәк...
– Белмәйем, – тине малай.
– Ҡустыңды ла алып кил, – тип һаман ныҡыша ҡыҙыҡай.
– Азатты ла, тиһеңме? Ул бит йөрөмәй, уны нисек алып килмәк кәрәк?
– Киләһеңме? – тип ирендәре менән генә өндәшә ҡыҙыҡай малайҙаң һоро күҙҙәренә ҡарап.
Эх, бик барыр ине... Азатты ла ҡалдырғыһы килмәй. Уның бит, өйҙән башҡа, бер нимә лә күргәне юҡ.
– Киләһеңме? – тип ныҡыша һаман да ҡыҙыҡай.
– Юҡ, бармайым, – тип яуаплай малай шым ғына. – Ҡустымды ҡарарға кәрәк.
– Ҡустыңды ла алып кил, кескәйҙәр өсөн бит ул.
Эх, ҡустыһының аяғына берәй нәмә булһа, бәлки, анау иҫке арбаһына ултыртып, һөйрәр ине, барып та килер ине, аяҡ кейеме юҡ шул, булмаҫ.
– Теләйһеңме, беҙ һине килеп алабыҙ? Атайыма әйтәм дә.
– Анау аҡ, ҙур машина менәнме?
Арттан Мараттың һөрәнләгәне ишетелде:
– Апай, Ринат һөйләшеп ултыра, мин бер нимә лә ишетмәйем.
– Ринат, таҡтаға сыҡ әле, бынау ҡағиҙәне яҙып күрһәт, – тип уҡытыусы малайҙы таҡтаға саҡырҙы.
Уның нимәһе бар, Ринат һөйләмде яҙҙы ла, төшөндөрҙө лә бирҙе.
– Маладис, Ринат, үҙләштергәнһең. Тик һөйләшеп ултырма, иптәштәреңә ҡамасаулайһың.
Ул арала ҡыңғырау шылтыраны.