+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май 2020, 10:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Дүртенсе бүлек.

Бер заман тышта автомобиль пипелдәткәне ишетелде. Тәҙрәгә ҡараһа, ишек алдында ап-аҡ, ҙур машина тора! Унан теге ваҡыт ҡул болғаған ағай килеп төштө һәм: “Әйҙә!” – тип саҡырҙы. Тәҙрә тупһаһына тотоноп, Азат килеп менде. Ул арала булмай, атаһы менән ҡыҙы ишек яғына үттеләр һәм, килеп, ишек шаҡығандары ишетелде. – Кем бар? Кем килде? – тине әсәһе әүеш-тәүеш итеп. – Әсәй, миңә килгәндәр, мин циркка барам! – Ниндәй цирк? Минең аҡсам юҡ, аҡса һорап йөрөмә! – тине әсәһе шунда уҡ. – Һуңғы йөҙ һумды атайың тартып алды.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Хикәйә.
Дүртенсе бүлек.
Ә Ринат ҡыҙыҡайҙың ҡайҙа йәшәгәнен белә. Уларҙың ике ҡатлы кирбес йорто – арғы оста. Былтыр шул яҡҡа барып сыҡҡайны, Гөлнурҙың әхирәттәре менән уйнап йөрөгәнен күрҙе.

– Ә, Ринат килгән, минең дуҫым! – тип ҡыҙыҡай малайҙы ҡосаҡлап уҡ алды.
Гөлнур уны бер нисә тапҡыр өйөнә саҡырғайны, мәсьәлә сисергә ярҙам ит, тип. Ринат барманы, баш тартты. Иҫке кейемдәре, тишек ойоғо менән индермәҫтәр, тип ҡурҡты. Әллә шаяртты инде, бөгөн циркка саҡыра бит әле. Малай тиҙ генә дәрестәрен ҡарап, иртәгәһе эштәрен эшләп ҡуйҙы. Ҡустыһы менән дә уйнап алырға өлгөрҙө. Ана, сәғәт биш тулып килә, әле халыҡ циркка йыйылалыр инде.
Бер заман тышта автомобиль пипелдәткәне ишетелде. Тәҙрәгә ҡараһа, ишек алдында ап-аҡ, ҙур машина тора! Унан теге ваҡыт ҡул болғаған ағай килеп төштө һәм: “Әйҙә!” – тип саҡырҙы. Тәҙрә тупһаһына тотоноп, Азат килеп менде. Ул арала булмай, атаһы менән ҡыҙы ишек яғына үттеләр һәм, килеп, ишек шаҡығандары ишетелде.
– Кем бар? Кем килде? – тине әсәһе әүеш-тәүеш итеп.
– Әсәй, миңә килгәндәр, мин циркка барам!
– Ниндәй цирк? Минең аҡсам юҡ, аҡса һорап йөрөмә! – тине әсәһе шунда уҡ. – Һуңғы йөҙ һумды атайың тартып алды.
Ул арала булмай, ҡыҙы менән атаһы ла килеп инде.
– Әйҙә, Ринат, бараһығыҙмы? – тине олпат ир, Әхмәт ағай, өй эсен күҙҙәре менән бер ҡарауҙа баһалап.
– Мин – барам! – тине Ринат.
– Ә ҡустың ҡайҙа? Ул бармаймы ни? – тине Гөлнур төп яҡҡа ҡарап.
– Ул бара алмай шул, атламай, – тине уңайһыҙланған малай.
– Ҡалмаһын, беҙ уны күтәреп алабыҙ, – тине Әхмәт ағай, – ҡайҙа ул батыр егет?
Азат – бына ғына, ана, дүрт аяҡлап, килеп тә сыҡты.
– Әйҙә, уны ҡалдырмайбыҙ, – тип ир малайҙы күтәреп үк алды. – Нисә йәштә?
– Дүрт йәш була, – тине Ринат.
– Әйҙә, беҙҙең машинала арба бар, арбаға ултыртабыҙ ҙа беҙ уны, донъя күрһәтеп, алып ҡайтабыҙ, – тина Әхмәт ағай Азаттың арҡаһынан тупылдатып, һөйөп.
Клуб эсе тулы халыҡты күргәс, Азат тәүҙә ҡурҡып ҡалғайны, аҙаҡ өйрәнде лә китте, бөтәһенең ыңғайына сәпәкәй итеп, хатта күңелле ултырҙы. Аҙаҡтан концертты алып барыусы апай, иң шәп тамашасы, тип уйынсыҡ бүләк итте. Аҙаҡ, клубтың бер мөйөшөндә сәй эсерәләр икән, Әхмәт ағай өсөһөн дә шунда саҡырҙы. Шунда кәтлит менән картуф бирҙеләр, тәмлекәстәр менән сәй эсерҙеләр.
Ҡайтырға сыҡтылар. Ағай йомарт икән, арбаны Азатҡа ҡалдырҙы. Шунан һуң бер ҙур пакет эсендә байтаҡ ҡына кейем-һалым икән, өйгә алып кереп, ике малайға ла берәм-берәм кроссивки, спорт кейеме, футболка, йылы куртка тотторҙо.
– Туҡта, туҡта, һин ни эшләйһең бында? – тип иҫерек атаһы килеп сыҡты.
– Ә, хужа өйҙә икән, күрмәй ҙә торабыҙ, – тип ғәфү үтенде Гөлнурҙың атаһы. Бына, малайҙар менән циркка барып килдек.
– Ниндәй цирк? Кем аҡса бирҙе? Циркты мин көн һайын үҙем күрһәтәм, – тип аталары кейемдәрҙе барлай башланы. – Ә быларҙы кем килтерҙе? Былар ни хаҡ?
– Юҡ, юҡ, былар – бүләк, – тип аҡлана башланы Әхмәт ағай. – һеҙҙең малайҙарға – беҙҙән бүләк.
– Нисә һум тора инде улар?
– Һуң, әйттем бит, буш.
– Нисек буш? Буштың атаһы күптәр үлгән. Һуңынан, аҡса нитеп йөрөһәләр... Минән һорап йөрөмәйһең, брат. Минең күргән-белгән кешем түгелһең. Ҡасаба ҙур, бында әллә кемдәр йәшәй.
– Берәү ҙә отчет талап итмәйәсәк, – тип ышандырҙы Гөлнурҙың атаһы.
– Мынау машина һинекеме? Нимәгә ул хәтле ҙур? Автобус хәтле, бензинды күп ашай. Хәҙер солярка ҡиммәт.
Гөлнур менән атаһы хушлашып, сығып киттеләр.
Ринат менән Азат шунда уҡ сағыу-сағыу кейемдәрен кейеп алдылар. Аталары һаман тынманы.
– Юҡ, был хәтле һеҙгә күп була. Туҙҙырып бөтөрһөгөҙ. Бысратһағыҙ, кем йыуа уны, әсәйең, ана, саҡ ята.
– Мин үҙем йыуам, – тина Ринат кейемдәрҙе үҙенең яғына тартып.
– Йыуырһың һин! Һыйырға ашарға һалдыңмы әле?
Ринат бер күнәк һыу тотоп, һарай яғына сыҡты. Әлдә, ошо һәүкәшкәй бар. Бына, яҙға быҙаулап ебәрһә, һөтө лә булыр әле. Малай бесәнгә һалам бутап, һәүкәштең алдына һалды. Һыйыр, “ошо ғынамы”, тип малай яғына боролоуға, Ринат ауыҙына бер һыныҡ икмәк ҡаптырҙы. Ҡытыршы теле менән бер генә ялап алды һыйырҡай.
Өйгә ингәс, Азат менән үҙенең яңы кейемдәрен барланы. Әхмәт ағай ҙур ғына ҡышҡы куртка алып килгәйне, уныһы ҡайҙа? Бәй, күренмәй ҙә инде?
– Атайым ҡайҙа?
– Мин бында, тағы нимә кәрәк?
– Атай, куртканы бир.
– Ниндәй куртканы һөйләйһең? Ана, өйөлөп ята, теләгәнеңде ал. Бына ята, бына ята, вис ҡарап ал. Һинекенә тейергә яҙмаһын инде.
– Атай, курткамды бир.
– Һаман куртка һөйләйһең! Юҡ ул куртка.
Иҫерек ир малайға, киҙәнеп, һуғып ебәрҙе. Малай, ҡауырһын һымаҡ ҡына, осоп барып ятты.
– Атай, курткамды бир! Миңә ул куртканы бүләк иттеләр!
– Бына ята бөтә әйберең. Аба! Игелекһеҙ малай, кемгә оҡшаған?! Бер курткаға йәнең ингән икән. Мин һинең атайың бит!
– Курткамды бир, атай! Мин куртканы кейәм!
Ир киҙәнеп, малайға тағы бер һуҡты. Ринат күҙ йәштәре аша илай-илай:
– Атай, курткамды бир! – тип атаһына йәбеште.
– Ана ята, тышта, мөйөштәге тоҡ аҫтында!
Малай йүгереп сыҡты ла, пакетҡа төрөп һалынған куртканы тотоп, өйгә инде.
– Атай, минең курткаға теймә, Азаттыҡы ла ятһын!
– Өйрәтмә, өйрәтмә, атайыңды өйрәтергә, йәшһең әле.
Йорт хужаһы малайҙары тураһында түгел, иртәгә нимә һатып, нимә табып эсергә икәнлеге хаҡында баш вата ине.
Кисен Гөлнурҙың атаһы менән әсәһе араһында һөйләшеү булды.
– Йә, бик кәйефле ҡайттығыҙ, юлдарығыҙ уңған, ахыры, – тине әсәһе ҡыҙы менән ирен ҡаршылап.
– Әсәй, юҡҡа барманың. Һиңә лә оҡшар ине, – тип ҡыуанып яуап бирҙе Гөлнур.
– Ә мин бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдым, – тине атаһы. – Бик һәйбәт, ҡыҙыҡлы осрашыу булды.
– Ринатҡа ла, Азатҡа ла бик оҡшаны, – тине Гөлнур тәьҫораттарынан арынып бөтә алмай.
– Йә, нисек? – тине ҡатын иренең күҙҙәрендә күңелһеҙләнеү һәм аптырау тойғоһо төҫмөрләп.
– Эх, әсәһе, беҙ тормоштоң ҡәҙерен белмәйбеҙ икән. Шул хәтле фәҡир йәшәйҙәр, һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, күрергә кәрәк.
– Шулай уҡмы?
– Төрлө донъя күргәнем бар, кешеләр менән осраштым, ләкин бындай фәҡирлекте беренсе тапҡыр күрәм. Ә малайҙары, Ринатты әйтәм, бик аҡыллы. Тик унда тейешле тәрбиә алырмы икән? Сүп-сар һәм көл араһынан шытып сыҡҡан ике сәскә һымаҡ, береһе зәғиф кенә.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: