+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Май 2020, 10:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Бишенсе бүлек.

Урамдың яҡтырғаны тойола, өйҙә – тып-тын. Хатта атаһының хырылдағаны ла ишетелмәй. Шомло тынлыҡ малайҙы һиҫкәндерҙе. Ул һикереп торҙо ла, атаһы менән әсәһе ятҡан бүләмә үтте. Әсәһе тыныс ҡына йоҡлай, ә атаһы – юҡ. Ни эшләп юҡ ул? Ҡайҙа булған? Малай, йүгереп, бүлмәһенә үтте, юрғанын ҡутарып ҡараны, матрацты һелкетте, ләкин уның курткаһы, яңы ғына алынған, тәмле еҫле куртҡаһы, Гөлнурҙың атаһы Әхмәт ағай бүләк иткән куртка – урынында юҡ ине. Малай көсһөҙлөктән өр-яңы кейемдән мәхрүм ҡалыуҙан рәнйеп, илап ебәрҙе. – Атай, атай, ни эшләп курткамды тартып алдың? Мин бит уны бер тапҡыр ҙа кейеп ҡараманым. – Малай иланы ла, иланы.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...

Хикәйә.
Бишенсе бүлек.
Ринат ҡустыһы менән йылы юрған аҫтында. Малай баш вата: нисек, ҡайҙа йәшерергә икән? Атаһы барыбер һатып эсәсәк, шуға нимә эшләргә лә белмәй. Ярай, бөгөн куртканы кире бирҙе. Ниңә кире бирҙе? Быныһы ла – сер. Ҡулына эләгеү менән, йүгереп сығырға һәм юғалырға тейеш ине. Өйҙә ултырған телевизорға тиклем һатҡан кешенән нимә көтәһең? Яйы сығыу менән кейемдәрҙе аласаҡ һәм һатып эсәсәк. Һатып алыусыһы ла табыласаҡ.

Малай ишек эргәһенә килеп, атаһы ятҡан карауатҡа күҙ һалды. Уныһы туҡтауһыҙ хырылдай, ауыҙын сәпелдәтеп ҡуя. Баҙға төшөрөргә мөмкин, ләкин унда, ҡышҡылыҡҡа, тип һалынған дүрт тоҡ картуф ултыра. Картуфтты ла һатыуы бик ихтимал. Хәйер, әлегә уныһының хаҡы бик юҡ. Баҙ менән иҙән араһында бер урын бар, унда көҙөн сысҡан ҡыштырҙағаны ишетелә. Улары тишеп ҡуйыуы ла ихтимал. Һарайҙа йәшерергә була, төпкө бүлмәлә, иген һала торған йәшник бар, бәлки, шунда йәшергәндә? Юҡ, унда ла сысҡан күренә. Ярай, үҙенекен йәшерҙе, ти, ә Азаттыҡын ҡайҙа ҡуйырға? Ҡустыһы кейемдәргә бигерәк ҡыуанғайны бит әле. Ринат ҡустыһын иҫкә төшөрөп, өҫтөндәге юрғанын ҡымтып ҡуйҙы. Дүрт йыл күрмәгәндәрен, бер кистә күреп ҡайтты инде ҡустыһы. Юҡ, бында, өйҙә, йәшерерлек урын юҡ. Хәҙер, ҙур пакетҡа һалып, барыһын да мәктәпкә тотоп барһынмы инде? Вәт, аптыраған баш. Ринат төрлөсә уйлай, ләкин кейемдәрҙе ҡайҙа ҡалдырып китергә икәнлеген хәл итә алмай. Нимә эшләргә? Нимә эшләргә? Ул куртканы матур ғына итеп төрөп, баш осона һалды, үҙенән тәмле генә еҫ килә икән. Әхмәт ағай ҡайһы магазиндан һатып алды икән? Ринат йоҡлап китте. Таң алдынан, бышлығып, һаташып, уянып китте. Төнө буйы әллә ниндәй төштәр күрҙе: бер заман өйҙәренә әлеге Марат килеп инде.
– Ә һиңә минең курткамды бүләк иткәндәр, – тине ул оятһыҙ рәүештә. – Белеп тор: бындай куртка һиңә тейеш түгел. Һиңә бынау аламаң да бик таман. Ә, ғөмүмән алғанда, һин мәктәпкә йөрөргә тейеш түгелһең! Һинең яҡшы уҡыуыңдан ни файҙа? Йәнәһе, берәү математиканан мәсьәлә сисә икән! Ана, мин, ҡабатлау таблицаһын белмәһәм дә, атайымдың ике магазины бар, шуларҙың береһе минеке буласаҡ. Ә һин минең магазиныма әйбер һатып алырға киләсәкһең. Ә мин һиңә бер ни ҙә һатмаясаҡмын. Сөнки һин Гөлнур менән бергә ултыраһың. Ә Гөлнур менән ултырған кеше – минең дошманым! Ә хәҙер былай һөйләшәбеҙ: һин Гөлнур эргәһенән китәһең, ә курткаңды мин һинән ҡиммәт хаҡҡа һатып алам. Килештекме?
– Юҡ, килешмәнек! – тине Ринат ҡыйыу ғына. – Мин мәктәпте уҡып бөткәнсе, Гөлнур менән бергә ултырасаҡмын!
Шул ваҡыт Мараттың атаһы килеп сыҡты.
– Атай, ул Гөлнурҙың эргәһенән китергә теләмәй, – тип ямаҡ итеп илап ебәрҙе Марат.
– Йәгеҙ әле, кем минең улымды рәнйетә? – тине тегенең атаһы ҡаты тауыш сығарып. – Күрмәйем, ниндәй малай? – тип тирә-яҡҡа ҡаранған булды.
– Атай, бына тора ул...
– Ошо йолҡошмо? Теге алкаш Хәмиттең малайымы? Атайыңдың миңә бирәсәге бар. Тәүҙә килтерһен, ике йөҙ алып торҙо ла, ҡасып йөрөй. Килтер бында куртканы!
– Бирмәйем, алырға хаҡығыҙ юҡ, – тине Ринат һәм уянып китте...
Урамдың яҡтырғаны тойола, өйҙә – тып-тын. Хатта атаһының хырылдағаны ла ишетелмәй. Шомло тынлыҡ малайҙы һиҫкәндерҙе. Ул һикереп торҙо ла, атаһы менән әсәһе ятҡан бүләмә үтте. Әсәһе тыныс ҡына йоҡлай, ә атаһы – юҡ. Ни эшләп юҡ ул? Ҡайҙа булған? Малай, йүгереп, бүлмәһенә үтте, юрғанын ҡутарып ҡараны, матрацты һелкетте, ләкин уның курткаһы, яңы ғына алынған, тәмле еҫле куртҡаһы, Гөлнурҙың атаһы Әхмәт ағай бүләк иткән куртка – урынында юҡ ине.
Малай көсһөҙлөктән өр-яңы кейемдән мәхрүм ҡалыуҙан рәнйеп, илап ебәрҙе.
– Атай, атай, ни эшләп курткамды тартып алдың? Мин бит уны бер тапҡыр ҙа кейеп ҡараманым. – Малай иланы ла, иланы. Хатта әсәһе уянды.
– Ринат, нимә булды? – тине ул көс-хәл менән.
– Атайым курткамды алып киткән.
– Куртка? Ниндәй куртка? Һинең курткаң бар ҙа инде.
– Кисә Әхмәт ағай өр-яңы куртка бүләк иткәйне, шуны атайым урлаған.
– Кит, бушты һөйләмә, һиңә кем куртка бүләк итһен? Анау, арғы остағы бизнесмен Әхмәтте әйттәһеңме? Булмаҫ, осраған бер кешенгә куртка бүләк итеп йөрөһөн! Минең менән бер осор уҡыны ул, Һиңә ни эшләп бүләк итәлер ул? – тип аптыранды әсәһе.
Малай һикереп торҙо, иҫке курткаһын кейҙе лә, урамға сыҡты. Урамдан һирәк-мирәк машиналар үтеп китә. Атаһы бер ҡайҙа ла күренмәй. Мәктәпкә барыр ваҡыт та етеп килә. Малай битен йыуҙы, яңы кейемдәрен барланы, иҫке курткаһын кейҙе, ҡустыһына икмәк тотторҙо ла, мәктәпкә ыңғайланы. Мәктәпкә килеп инеү менән, күҙенә маһайып, һауалы ҡарап торған Марат салынды. Уның өҫтөндә өр-яңы куртка ине. Күренеп тора, Маратҡа бәләкәйерәк, шуға ла ул йоп-йоморо һымаҡ. Малай класҡа инде, Гөлнур – урынында ултыра. Ул Ринатҡа күҙ ташлап ҡуйҙы.
– Ә ниңә яңы курткаңды кеймәнең? – тине ул шым ғына.
Нимә тип әйтһен, ниндәй яуап бирһен? “Атайым курткамды урланы, һатып киткән, ана, хәҙер уны Марат кейеп, кинәнә”, – тип әйтһенме? Шулай тип әйтһә, нимә булыр? Әллә “Куртка бәләкәй булды, миңә ҙурҙы аласаҡтар”, – тиһенме?
– Әхмәт ағайға әйт, – тине малай ҡырыҫ ҡына итеп. – Миңә башҡа куртка килтермәһен. Атайым асыулана: “Беҙ, кешенән әйбер йыйырға, хәйерсе түгел”, – ти.
– Ҡайҙа, бир әле сумкаңды? – тине Гөлнур. – Ярай, өҫтөңдә курткаң бар, ҡышҡа тағы берәй нәмә булыр әле. Ә бына минән һиңә сюрприз!
– Ниндәй сюрприз? – малай уйлап өлгөргәнсе, ҡыҙыҡай уның сумкаһына төргәк һалып ҡуйҙы.
– Ә был нимә?
– Нимә булһын? Кеҫә телефоны!
– Оһо! Кеҫә телефоны! Ҡараһам, яраймы?
– Әлбиттә, ярай, тик әле түгел, өйөңә ҡайтҡас. Мәктәптә уҡырға кәрәк, – тине ҡыҙыҡай.
– Ярай, мин уны ҡарап ҡына йөрөтөрмөн! Рәхмәт һиңә, Гөлнур!
Гөлнур, ярамай, ти, ә ҡулдары һаман телефонға үрелә. Ниндәй икән? Күргеһе, уйнатҡыһы, кемгәлер шылтыратҡыһы килә. Туҡта, туҡта, ә телефон нимә өсөн миңә?
– Ә һин, Гөлнур, телефонды миңә нимә өсөн бүләк итәһең? Әсәйең менән атайың асыуланмаҫмы?
– Әсәйем – белә, атайым – һатып алды. Бына – ҡағыҙҙары. Минеке бар бит, һинеке лә булырға тейеш.
– Ә миңә ни өсөн бүләк итәләр?
– Миңә дәрестә ярҙам иткәнең өсөн.
– Ә мин һиңә ярҙам иттемме?
– Әлбиттә. Әгәр һин ярҙам итмәһәң, мәсьәләләр сисергә өйрәтмәһәң... Ал, ал, ул – һинеке.
– Рәхмәт! Рәхмәт, Гөлнур! Мин уны алам. Мин телефон тураһында күптән хыяллана инем.
– Номеры нисек?
– Унда бөтәһе лә яҙылған.
– Ә һинең номерың бармы?
– Әлбиттә! Иң тәүҙә яҙылып ҡуйылған.
– Һиңә шылтыратһам яраймы?
– Һорайһың тағы. Мин һинең шылтыратҡаныңды көтәсәкмен. Көн һайын. Әгәр һин шылтыратмаһаң, мин һиңә шылтыратһам, яраймы? – тине ҡыҙыҡай.
– Мин һинең шылтыратҡаныңды көтәсәкмен.
– Ысынлапмы?
– Ысынлап.

Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: