ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Дәрестәр тамамланғандан һуң Ринатты, мәктәптән сығып барышлай, иҙән йыуыусы апай туҡтатты:
– Һин бит минең улым Рәйес менән бергә уҡыйһың, Ринатмы исемең? – тип һораны, – Ни эшләп яңы курткаңды кеймәйһең? Әхмәт ағайың, Гөлнурҙың атаһы, “һеҙҙең улығыҙ Ринат менән бергә уҡый, буйҙары ла бер сама, куртка алырға ине шул малайға”, тип минең улыма кейҙереп, ҡарап алғайны. Ниңә шул курткаңды кеймәйһең?
– Юҡ ул, – тине Ринат күңеһеҙ генә. – Кеймәйем.
– Кеймәйем? – тип аптыраны йыйыштырыусы апай. – Ана, Марат кейеп йөрөй хәҙер курткаңды. Атайың араҡыға алыштырып алған инде. Оялмай ҙа, балаһының берҙән-бер кейемен араҡыға алыштырған. Ә икенсеһе шуны улына кейҙереп тә ебәргән.
Ринат Мараттың гардеробта эленеп торған курткаһын ҡараны.
– Әлләсе, минеке лә һымаҡ...
– Ана, мәктәп директоры, Әнүр ағайҙың, үҙендә, кер ҙә, әйт, “курткаһыҙ ҡалдым, атайым курткамды һатып эскән”, тиген.
Ринат уйға ҡалды. Үҙ атаһын ошаҡлап йөрөһә, килешерме икән? Юҡ, атаһы, өйгә ҡайтһа, көн күрһәтмәҫ. Былай ҙа, һуҡҡыламаған көнө бик һирәк.
– Әтеү, үҙем әйтәм, – тине апай, – хәҙер керәм дә, әйтәм.
– Юҡ, юҡ, апай, әйтә күрмәгеҙ, ярамай, әсәйем ауырып ята, Азат ҡустым да атламай.
– Эй, бала, хәҙер атайыңды туҡтатмаһаң, арыу, әйберегеҙҙе вис һатып, эсеп бөтәсәк инде. Ҡустың да атламай икән... Ни эшләп больницаға йөрөтмәйһегеҙ?
Ринат, ҡустыһы иҫенә төшөү менән, өйгә ыңғайланы. Асыҡҡандыр, ағаһын көтәлер. Көтмәйме һуң инде, ана, тәҙрәнән сығырҙай булып, ҡулдарын болғап, нимәлер ҡысҡырып, көтөп тора. Ринат керҙе. Ана, атаһы, хырылдап, йоҡлап та ята. Эргәһендә араҡыһы ултыра, төбөндә генә ҡалған. Ринат сәй ҡайнатты, икмәк һалды, бөгөн банан биргәйнеләр, уны Азатҡа тотторҙо. Ҡустыһының тамағы туйғандай булды. Атаһының һөрәнләгәне ишетелде.
– Кем минең бындағы араҡыны эсеп бөттө? Ҡайһығыҙҙың эше, сабака малай!? Һин әллә минең өлөшкә керәһеңме?
– Нисек күрмәнем, нисек күрмәнем? Һин генә өйҙә, башҡа кеше юҡ.
– Әсәһе, был малай минең араҡыны эсә башлаған!
– Юҡты һөйләмә, ни эшләп эсһен? – тине әсәһе башын ҡалҡытып. – Үҙең эсеп бөткәнһеңдер, шул, тамағың туя белмәне бит...
– Махмурлап ятам бит мин, – тип илауланы атаһы. Бына, үлеп ятһам, белерһегеҙ әле. Уф, хәҙер нимә эшләйем инде, араҡымды эскәндәр! Ә-ә-ә-ә-ә...
Ринат атаһына ерәнеп ҡарап торҙо ла:
– Атай, мин һине директорға әйтәм! – тине тауышын ҡаты итеп сығарырға тырышып.
– Маңҡа, ҡара әле, директорға әйтәм тине! Мине ни эшләтә ул? Мин уның работнигы түгел, мин унда уҡытмайым да, уҡымайым да.
– Сөнки һин минең куртканы һатып, араҡы алғанһың.
– Ҡара, ҡара, ниндәй куртка һөйләйһең?
– Һин мине көн һайын туҡмайһың, уныһын да әйтәм...
– Мин һине туҡмайыммы? Һиңә туҡмау эләккәне юҡ әле! Мин, туҡмаһам, ҡанға бутап һалам!
– Мин беләм, атай, әгәр мин барып әйтһәм, беҙҙе детдомға алып китәләр. Унда беҙҙе ашаталар, кейендерәләр. Ә һеҙгә – аҡса булмаясаҡ. Булды, етәр! Курткамды алып ҡайтаһың, йә мин участковыйға барам!
Ринат тороп, кейенә башланы.
– Уй, ҡурҡытты, ҡурҡып ятам инде бына. Һин мине төрмәгә ултырт, лутсы. Мине лә шунда ашатһындар, кейендерһендәр. Телевизорҙа күргәнем бар. Ә әсәйеңде кем ҡарай? Детдомдан ҡайтып, һин ҡарайһыңмы? Ҡустыңды кем ҡарай? Бында бит һеҙ мин булғанға ғына йәшәйһегеҙ! Мин ҡарайым һеҙҙе! Ниндәй игелекһеҙ малай! Атайыңды төрмәгә ултыртырға, ошаҡларға итәһеңме? Ай, үләм, үләм бит...
Атаһы ҡолап китте, тартышты, иҙән буйлап тәгәрләп йөрөнө.
– Атай, атаҡайым, берәүгә лә әйтмәйем! Юҡ! Китегеҙ, мин атайымды яратам!
Ринат, үҙе лә һиҙмәҫтән, атаһын ҡосаҡлап алды, ул арала шыуышып, Азаты килеп сыҡты. Уныһы ла:
– Атай, атай, – тип атаһын ҡосаҡлап алды.
Шулай итеп, бер-береһен ҡосаҡлап, байтаҡ йылынып ултырҙылар.
– Эш юҡ бит, мин эшләгәндә ас ултырҙығыҙмы ни? – тине атаһы. Ҡасан ас ултырҙығыҙ? Йомортҡаһын булһа ла, ташыным, өҫтәлдән колбаса өҙөлмәне. Әйҙә, улым, картуф булһа ла, бешерәйек. Ашарға, барыбер, кәрәк бит.
– Атай, һин һүҙ бир! – тине Ринат ныҡ итеп. – Һин беҙҙең кейемдәрҙе һатма! Ана, минең курткамды Марат кейеп йөрөй, ә мин алама менән йөрөйөм. Минән кешеләр көлә.
–Кеше көлә? – тигән булды атаһы. – Һин уларҙы миңә әйт. Ярай, бына бер эш сығырға тора, курткаңды алып бирәм, икенсе куртка...
Алып биреп өлгөрмәне, икенсе көнөнә, кискә ҡарай, өйҙәренә мәктәп директоры – Әнүр ағай килеп керҙе.
– Ниңә ошаҡланың?! – тип атаһы шунда уҡ Ринатҡа яҫҡына башланы. – Кисә һөйләштек бит, куртканы үҙем алып бирәм!
– Ағай, асыуланма, улығыҙҙың ғәйебе юҡ, – тип тынысландырҙы уны Әнүр ағай. – Ишбаевтың магазинына 100 һумға һатып киткәнһегеҙ. Бына ул куртка. Аҡсаһын үҙем түләнем. Миңә аҡса биреүегеҙ кәрәкмәй.
– Башым ауырта ине... – тип аҡланды атаһы.
– Баш ауыртҡан һайын улдарығыҙҙың әйберҙәрен һата башлаһағыҙ, уларҙың ҡыш урамға сығырлыҡ та кейеме булмаясаҡ. Һеҙгә нисек оят түгел?
– Оят, шул тиклем оят, билләһи, үҙем өсөн ғәрләнәм, – тип иламһыраны атаһы.
– Шулай булғас, ниңә балаларығыҙҙың кейемдәрен һатаһығыҙ? – тип ныҡышты мәктәп директоры.
– Һуң, директор ҡустым, күреп тораһың бит, донъямдың рәте юҡ: эшһеҙ ҡалдым, ҡатыным – ята, улым – атламай. Был тормоштоң бер мәғәнәһен дә күрмәйем. Исмаһам, бер эш бирегеҙ.
– Мин белештем, һеҙгә эш биргәндәр, һеҙ – эскәнһегеҙ.
– Һуң, бер мин генә эсәмме? Кем эсмәй? Ана, Хәйри ҙә – эсә, Фәнәүи ҙә – эсә. Уларҙы күрмәйҙәр, мине – күрәләр.
– Һеҙгә бит, ағай, улдарығыҙҙы үҫтерергә кәрәк. Хәҙер яҙып ҡына бирәйек, уларҙың икеһен дә алып китәләр. Һеҙ бит әле уларға биргән пособие иҫәбенә йәшәйһегеҙ.
– Эй, уларҙың ғына аҡсаһы инде, – тип ҡул һелтәне атаһы. – Хөкүмәткә балалар кәрәкме ни? Ана, мин бер баҡса картуф ҡаҙһам, күберәк алам.
– Юҡ, ағай, былай булмай. Беҙ уртаҡ тел таба алманыҡ. Шулай булғас, мәғариф идаралығына әйтмәй, булмаҫ.
– Ҡустым... Директор ағай... Көтөп тор әле, һин бит минән йәшерәк. Мин ошо балалар булғанға ғына йәшәйем. Шуларҙы кеше итергә тырышам. Ана, әсәләре –ята, уны кем ҡарай? Мин ҡарайым бит, эргәһенән китмәйем.
– Айныҡ ҡына йәшәп булмаймы ни? – тин ныҡышты директор.
– Йәшәп була, ҡустым, йәшәп була. Үҙеңә гонаһ алма. Балаларҙы тартып алһаң, Аллаһ ҡәһәрләр. Һин уларҙы тере етем итәһең. Атыу, минең бисәне, килеп, һин ҡарайһыңмы? Уны бит мин ҡарайым, һин түгел. Шулай булғас, ауыҙыңды үлсәп кенә ас. Үҙең минең көнгә ҡалып ҡуйма, Хоҙайҙан көн дә һора – балаларың йүгереп йөрөһөн, ҡатының иҫән-һау булһын...
Ошондайыраҡ һөйләшеү барҙы ике ир араһында. Береһе – мәктәп директоры, икенсеһе – балалар атаһы исемен йөрөтә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, эскән кешегә, араҡынан башҡа, бер нимә лә кәрәк түгел. Намыҫын, йәнен, балаларын араҡыға алыштырған кеше илап, алдап, меҫкенләнеп, ышандыра һәм шуның менән алдыра. Ә былай, миңә ҡалһа, эскән кеше йәлләүгә мохтаж түгел. Уның ихтыяжын араҡы ғына ҡәнәғәтләндерә. Атаһына ышанып, уға һыйынып ултырған ике бала ла аталарын сикһеҙ ярата һәм уның яҙмышы өсөн икһеҙ-сикһеҙ борсола. Сөнки әле атай эргәлә – улар ҡурсаулы һәм ҡараулы һымаҡ. Тәбиғәт шулай ҡоролған: балалары ата-әсәһен һәр ваҡыт ярата һәм уларға ышыҡланып, уларға таянып йәшәргә күнеккән. Бер ни аңламаған, сабый хөкөмөндәге Азат та, нимәлер төшөнөргә ынтылған, инде үҫеп килгән Ринат та директорға ҡарата ҡурҡыу һәм хөрмәт менән ҡарай. Сөнки ул, директор, атаһын ҡурҡырға мәжбүр итте. Ә шул эшкинмәгән атайҙан мәхрүм итеү ҡурҡынысы менән янай. Бында әле күбеһен балалар түгел, өлкәндәр аңларлыҡ түгел. Кеше ни сәбәпле эсә? Спиртлы эсемлекте үҙ балаларынан өҫтөн күрә? Әлеге осраҡта өлкәндәр балалар иҫәбенә үҙ аңын томалай.
Тик быны Ринат та, Азат та белмәй. Улар, ысын мәғәнәһендә, йәшәү өсөн көрәшә. Ике баланы көн һайын ашатырға, кейендерергә, йылы һүҙ әйтергә, уларҙы кеше итеп үҫтерергә кәрәк.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ринаттың телефоны. Директор алан-йолан ҡаранғансы, атаһы, “был ниндәй тауыш”, тип аптырағансы, Ринат олпат ҡына итеп кеҫәһенән телефонын сығарҙы һәм һуҙып ҡына:
– Һаумы, һабаҡташ! Һиңә Гөлнур шылтырата.
Ринаттың ауыҙ йырылды, күҙҙәр янып ките.
– Ә мин һиңә үҙем шылтыратам, тип тора инем.
– Бер һорау мөмкинме? – тине ҡыҙ.
– Математиканан нисәнсе күнегеү бирҙеләр ул? Шуны һинең ярҙам менән сисеп булмаҫмы икән?
– 43 менән 44. Ә 45-кә телдән әҙерләнергә. Өйгә эшен хәҙер эшләйбеҙ.
Кисен мәктәп директоры йоҡларға ятыр алдынан ҡатынына зарланып алды: “Ярты көн йөрөп, курткаһын юллап алдым. Өйөндә – буш һыуытҡыс. Ашарға, икмәк менән картуфтан башҡа, бер нимәләре лә юҡ, ә улының ҡулында – минекенән текәрәк телефон. Аптырарһың беҙҙең халыҡҡа”.