+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Май 2020, 10:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Етенсе бүлек.

Ә бер көн күп итеп утын килтерҙеләр. О, ғәжәп бер байрам һымаҡ хәтерләй был көндө Ринат! Тәүҙә атаһын ҡайҙалыр саҡырып алдылар. Шунан һуң әйткәндәр: “Беҙ һиңә газ индереп йөрөй алмайбыҙ, өйҙө йылытҡан өсөн газды яндырырға кәрәк, ә яндырғас, түләргә тура килә. Ә түләй алмаһаң, шунда уҡ торбаларҙы өҙөп китәсәктәр. Ә ул һиңә кәрәкме?” “Кәрәкмәй, – тигән Ринаттың атаһы, – миңә утын бирегеҙ, минең өйөмдә балаларым өшөй”.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Хикәйә.
Етенсе бүлек.
Ә бер көн күп итеп утын килтерҙеләр. О, ғәжәп бер байрам һымаҡ хәтерләй был көндө Ринат! Тәүҙә атаһын ҡайҙалыр саҡырып алдылар. Шунан һуң әйткәндәр: “Беҙ һиңә газ индереп йөрөй алмайбыҙ, өйҙө йылытҡан өсөн газды яндырырға кәрәк, ә яндырғас, түләргә тура килә. Ә түләй алмаһаң, шунда уҡ торбаларҙы өҙөп китәсәктәр. Ә ул һиңә кәрәкме?” “Кәрәкмәй, – тигән Ринаттың атаһы, – миңә утын бирегеҙ, минең өйөмдә балаларым өшөй”.

Шунан һуң эргәләге элекке колхоздың фермаһын күрһәткәндәр. Шунда эшкинмәгән бер иҫке һарай бар икән, шуны һүтеп алырға ҡушҡандар. Үҙе ҡоро, бүрәнәләре уҫаҡтан, шығырҙап торған таҡталары ла бар икән. Ринаттың атаһы үҙе һымаҡ әшнәләре менән әллә ике-өс көн булаштылар, бөр көн ҡутарҙылар, икенсе көнөнә машина көттөләр, өсөнсө көнөнә лә машинаһы килмәне. Шунан һуң мәктәп директоры Әнүр ағай ҡайҙандыр “Камаз” һөйләшкән. Шуны тултырып, бүрәнәләр тейәнеләр. Хатта Ринат үҙе лә барҙы. Атаһы, ваҡ-төйәк ташып торорһоң, тип ҡушты. Бүрәнәләрҙе “Камаз” менән килтереп, бушаттылар. Утындың ҡәҙерен Азат та белә ул тәҙрәнән күреп, үрле-ҡырлы һикереп, ҡыуанып, ҡарап торҙо. Хатта әсәһе тороп, килеп сыҡты.
Утын урамға кереп ятыу менән генә, өй йылынмай бит әле. Уны бысырға, ярырға, тигеҙләп, өйөргә кәрәк. “Утын ғына булһын, беҙ уны бысырға ла, ярырға ла эшкинербеҙ”, – тине Ринат. Магазинға кергәйне, балтаһы ла бар, бысҡыһы ла. Йәшереп кенә йыйған аҡсаһы бар ине, һатып алды ла, утынды быса ла башланы. Ҡулдан ғына күпме бысаһың инде, атаһы ҡайҙандыр бер иптәшен алып килде. Әллә ике көн булаштылар, әллә күпме эстеләр. Үҙенә эшләй бит атаһы, эсмәһә лә була ла бит, юҡ. Шулай ҙа, бысып бөттөләр.
– Мин – быстырҙым, һин – яраһың! – тип мәтриләне Ринатты атаһы. – Миңә, утын юҡ, тип әйтмә! Утынығыҙ бар хәҙер! Минән бурыс төштө!
Утын булһын ғына, ярыу – үҙе бер мәрәкә! Ринат көндөкөн көнгә ярып, соланда байтаҡ ҡына урын бар ине, шунда утынды тултыра башланы. Өйҙәре йылынып, кәйефтәре күтәрелеп ҡалды. Мәктәптән килеп, Ринаттың уҡыу шарттары менән танышып киттеләр. Өй йылы, йыйыштырылған. Тик әсәһе генә ауырып ята. Һыуытҡыстары буш, икмәк менән картуфтан башҡа, бер нимә лә юҡ. Бик оҙаҡ итеп, күңелһеҙ генә һорашып торҙолар. Атаһы был ваҡыт ҡайҙалыр эсеп йөрөй ине. Ҡайҙа икәнлеген белештеләр.
– Һеҙ минең иргә теймәгеҙ! – тине әсәһе. – Балаларҙы бирмәйбеҙ! Аталары ҡарай. Бында эскән кешеләр, беҙҙән башҡа ла, бар. Әгәр ярҙам итәбеҙ, тиһәгеҙ, мине бальнисҡа һалығыҙ. Шул булыр ярҙамығыҙ.
Ринаттың үҙенә һүҙ әйтеүсе юҡ, сөнки – яҡшы уҡый. Ана, беренсе сиректе лә “отличник” булып тамамаланы. Төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡалаға барғайнылар, олимпиадала еңеп ҡайтты. Һүрәте маҡтау таҡтаһында тора. Үҙе егәрле. Атаһы, “ҡатынымды ҡарайым”, тип маҡтанһа ла, бар эш Ринаттың елкәһенә төшә.
Әле лә мейесте гөрләтеп, тоҡандырып ебәргәйне, эргәһенә ҡустыһы килеп һыйынды. Уға китап уҡып күрһәтте. Үҙенең: “Ағай, ағай”, – тип яратып тороуын әйт әле. Телефон шылтыраны. Кем шылтырата, тиһегеҙме? Кем шылтыратһын? Әлбиттә, Гөлнур. Ринаттың номерын ул ғына белә һәм ул ғына шылтырата. Әле лә өйгә эштәр хаҡында һөйләштеләр. Гөлнур яңы китап уҡыған икән, иртәгә шуны мәктәпкә алып килеп, Ринатҡа тоттормаҡсы.
Шулай итеп, икенсе сирек тә аҙағына яҡынлаша. Ринат, аптыранып, урам буйлап китте. Ҡустыһына бүләк алып, ҡыуандырырға теләй, ә кеҫәһендә бер тин аҡсаһы юҡ. Әмәлгә ҡалғандай, быйыл буран да юҡ, ҡар ҙа яумай. Элек әбейҙәр:
– Ринат, улым, ҡарымды көрәп бир әле, – тип көн һайын килә торғайнылар.
Үткәнендә Мөғлифә инәйҙең ҡарын, үҙенән һорап та тормайынса, көрәгәйне, аҡсаға ла иҫәп тотмағайны, былай ғына, ярҙам итәм, тигәйне, әбей үҙе эҙләп килеп, улым, бигерәк белеклеһең инде, рәхмәт, тип тәүҙә – йөҙ һум, быныһы ҡустыңа булыр, тип тағы йөҙ һум тоттороп китте. Шунан Ринат үҙен аҡларлыҡ эш эҙләй башланы. Буран булһа, ҡар яуһа, саҡырғандарын көтөп тормай, өлкәнерәк әбейҙәр, бабайҙар йәшәгән йорттоң ишек алдын ҡарҙан көрәй ҙә китә. Тәүҙә һуҡмаҡ һала, шунан һуң ишек алдын көрәй. Машина керерлек итеп урамды киңәйтә. Бына, Рамазан бабай, үҙе бында, ә малайҙары – Өфөлә. Ял һайын ҡайтмаһалар ҙа, ай һайын күренеп китәләр. Машиналарын урамда ҡалдырырға ярамай бит инде. Ринат әйткәндәрен көтөп тә тормай. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, көрәген тотоп, килеп етә. Ҡайһы ваҡыт кем көрәгәнен дә күрмәй ҡалалар. “Ринат, Ринат көрәне!” – тип әйтәләр икән. Ҡайҙа йәшәгәнен беләләр, аҡсаһын тотоп, килеп тә етәләр. Ринат һатыулашҡаны, хаҡ ҡуйғаны, аҡса һорағаны юҡ. Кем күпме теләй, күпме ҡулынан килә, шул хәтле бирә. Был хаҡта атаһы ла белеп ҡалды.
– Һин нимә, байҙарҙы байытып йөрөйһөң? – тине ул асыуланып. – Өркәк Мәһәҙи ни бары 100 һум бирҙеме? Килтер аҡсаһын, кире илтеп бирәм. Ялан хәтле ихатаға – 100 тәңкә! Баланы алдаштырып йөрөмәһә инде! – тип әллә күпме һөйләнде.
Ринат түҙә аҡса һорарға түгел, ҡар көрәргә ояла ине, хәҙер өйрәнеп алды. Иҫерек атайға ышанып, нисек йәшәйһең? Зиһенле малай эстән генә иҫәпләп сығара. Ике көн буран булды, ике көндә дүрт кешенең ихатаһын көрәй, йөҙәр һумдан, бына һиңә – 400 тәңкә! Ҡайһы ваҡыт үҙен эҙләп киләләр.
– Ошонда бер егет ҡар көрәй икән, – тип килде күрше урамдан бер бабай. Гаражынан машинаһын сығарырға булған икән. Ҡар байтаҡ ҡына өйөлгәйне, Ринатҡа ҡараңғы төшкәнсе көрәрәгә тура килде. Бабай сығып, эшен ҡарағас:
– Маладис, улым! Тағы яуһа, әйткәгнемде көтөп торма, кил дә, көрәп кит, – тип 500 һум аҡса тотторҙо ла ҡуйҙы. 500 һум! Шунда уҡ магазинға барып, ҡустыһына әллә күпме тәмлекәс алды, әсәһенә, ҡайтҡас, һөтләп, сәй эсерҙе.
– Аҡса ҡайҙан алдың, улым? – тип һораны әсәһе.
– Әсәй, мин хәҙер ҡар көрәйем, – тине. Ә бер көн, утын ярырға кеше кәрәк, тип һорап килделәр. Мунсаға яғырға утын килтергәндәр икән. Ринатмы һуң инде инәлтеп тора торған кеше, ике көн ярҙы, өсөнсө көнөнә мунсаның эсенә ташып, матур итеп өйөп ҡуйҙы. Хужалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Маҡтай-маҡтай аҡса тотторҙолар, бер банка бал бирҙеләр.
Ринат кешеләргә аптырай. Ярай, ҡышҡыһын, ваҡ-төйәк булһа ла, эше табылып тора, йәйгеһен ауырыраҡ. Элек мал-тыуар аҫырайҙар ине, көтөү көтөргә ярҙам итһәң, байтаҡ түләйҙәр. Ни эшләптер, хәҙер картуф ултырмай башланылар. Ә утаған, күмгән өсөн байтаҡ түләй торғайнылар. Ана, әбейҙәр, улым, картуфымды утап ҡына кит әле, тип килә торғайнылар, хәҙер улар кәзә-һарыҡ та тотмай, картуф та үҫтермәй.
Ринат тырыша, йәшәү өсөн, иртәнән алып, кискә тиклем көрәшә. Көрәшмәй, ҡайҙа барһын, Әсәһе – ята, сирләй, уны ҡарарға кәрәк, ҡустыһынан да күҙ яҙлыҡтырғаны юҡ. Атаһының айныҡ көнө бик һирәк, хәҙер элеккегә ҡарағанда ла, нығыраҡ эсә. Эсеп алһа, нимә эшләгәнен, ни һөйләгәнен белмәй. Төнө буйы өй буйлап йөрөй ҙә, йөрөй, һөйләнә. Ҡайһы ваҡыт айныҡ саҡтары ла була. Бәлки шул саҡта улдарын яратып, шуларҙы хәстәрләп, нимәлер эшләйҙер? Көтөп тор, киреһенсә, ҡап-ҡара булып, һөмһөрө ҡойолоп, бер туҡтауһыҙ мыжып, кемдәрҙелер әрләп, ҡарғанып тик ултыра. Әгәр уның һүҙәнә ышанһаң, унан да һәйбәт кеше юҡ, уның егәрле булыуын берәү ҙә яратмай, уны күрә алмайҙар, бер ҙә юҡҡа эҙәрлекләйҙәр икән. Күпме тырышып эшләгән, уға кеше булырға мөмкинлек бирмәгәндәр. Шул сәбәпле, ул эсергә мәжбүр булған.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: