+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Май 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Һигеҙенсе бүлек.

Ринат һиҫкәнеп уянып китте. Уянмаҫ ине, кемдер төрткөләй түгелме һуң? – Тор, тор, мынау малай, ни эшләп йоҡлап ятаһың? Тор, күпме ятырға була? Атаһы уятырға итә икән. Нимә кәрәк булған төн уртаһында? – Атай, нимә кәрәк? – тине Ринат йоҡоло-уяулы. – Уяндыңмы? Ой, маладис, минең улым, атаһына оҡшап, егәрле. Атаһының помощнигы! Минең улым һымаҡ малай берәүҙә лә юҡ! – Атай, йоҡом килә, – тине Ринат күңеле менән атаһына нимәлер кәрәк булыуын һиҙеп. – Хәҙер йоҡларһың,– тине атаһы. – Атай, нимә кәрәк һиңә? – Ой, молодец минең улым! “Атай, нимә кәрәк?” – тип тора бит әле. Улым, миңә аҡса кәрәк.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Хикәйә.
Һигеҙенсе бүлек
Ә аҡ машина ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы ултыртҡан да, алға елдерә.

– Бында кемдәр бар? – тип һорай өлкән ағай.
– Бында ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бар, – тип яуап бирә балалар.
– Ҡайҙа бара улар? – тип һорай ағай.
– Улар Яусапҡан яланына елдерә, – тиҙәр малайҙар һәм ҡыҙҙар.
– Ә беҙ унда ни эшләйбеҙ? – тип һорай Гөлнурҙың атаһы.
– Ә беҙ унда тирмә ҡорабыҙ, уйнайбыҙ, балыҡ тотабыҙ!
– Ҡайһылай күңелле буласак!
Араларында Ринат менән Азат та бар. Ә Азатҡа теге арбаны һалып алдылар. Ҡайһы арбаны, тиһегеҙме? Әхмәт ағай бүләк иткән арбаны. Күңелле көй яңғырай, ҡурайҙа уйнайҙар.
Ринат һиҫкәнеп уянып китте. Уянмаҫ ине, кемдер төрткөләй түгелме һуң?
– Тор, тор, мынау малай, ни эшләп йоҡлап ятаһың? Тор, күпме ятырға була?
Атаһы уятырға итә икән. Нимә кәрәк булған төн уртаһында?
– Атай, нимә кәрәк? – тине Ринат йоҡоло-уяулы.
– Уяндыңмы? Ой, маладис, минең улым, атаһына оҡшап, егәрле. Атаһының помощнигы! Минең улым һымаҡ малай берәүҙә лә юҡ!
– Атай, йоҡом килә, – тине Ринат күңеле менән атаһына нимәлер кәрәк булыуын һиҙеп.
– Хәҙер йоҡларһың,– тине атаһы.
– Атай, нимә кәрәк һиңә?
– Ой, молодец минең улым! “Атай, нимә кәрәк?” – тип тора бит әле. Улым, миңә аҡса кәрәк.
– Атай, ниндәй аҡса? Миндә аҡса юҡ. Миңә кем аҡса бирһен?
– Әй, егәрле инде минең улым! Ҡарын да көрәй, утынын да яра, малын да ҡараша. Шуның өсөн һиңә аҡса бирәләр бит. Атайыңа бер аҙ өлөш сығар, – тип тегеһе ярамһаҡлана.
– Атай, мин аҡсаны тотоноп бөттөм бит, – тине улы нимә әйтергә белмәй.
– Кит, емтек! Атайыңды алдап ятма. Маңҡа малай! Хәҙер кәрәгеңде бирәм! Әйт, аҡсаңды ҡайҙа йәшерҙең?
Малай ҡайҙа барырға белмәй. Әллә аҡсаһы барлығын берәйһе әйттеме икән? Ринат атаһына әшнәләренең береһенең уның ҡайһы ваҡыт ҡар көрәп, утын ярып, ваҡ-төйәк аҡса эшләүе хаҡында тишеүҙәрен белмәй ине. Шуға, ныҡлап, аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанырға булды.
Ә атай кеше ышанамы һуң инде, махмурҙан башы ярылып килә, ә улы, аҡсам юҡ, тип алдаштырырға итә. Тәүҙә кисәгенән айнып та бөтмәгән атаһы 2-3 тапҡыр алдап, йәүкәләп, маҡтаған булып, әүрәтеп ҡараны. Ләкин Ринат, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, алдаштырыуға бик ымһынып барманы. Эйе, уның аҡсаһы бар. Күп түгел, ләкин бар. Бер биш йөҙлөк, эгәһендә – ике йөҙлөк, күңелде йылытып, билдәле сәғәтен көтөп ята. Ринат ҡустыһына бүләк алырға теләй. Оҙаҡламай, тыуған көнө. Үҙен бер бүләк менән ҡыуандырырға теләге бар.
Иҫерек атай аҡрынлап ҡыҙа. Ҡара, үҙенең улы, “родной” атаһына аҡсаһын йәлләһен әле! Билләһи, ғәрлегеңдән ятып үлерлек! Юҡ, былай булмай! Был малайҙы тәрбиәләргә кәрәк! Ул һүгенә-һүгенә соланға сығып китте һәм сыбыҡ эҙләй башланы.
– Хәҙер мин һинең кәрәгеңде бирәм! – тип бер нимә лә тапмайынса, кире килеп керҙе һәм йән асыуына малайҙы һөйрәп алып, иҙәнгә ырғытты.
Атаһы сыҡҡан арала йоҡлап киткән малай, гөрһөлдәп, иҙәнгә килеп төштө.
– Атай, ни эшләйһең ул?
– Бир аҡсаны, йүнһеҙ малай! Атайыңды үлтерергә итәһең бит!
Иҫерек йорт хужаһы ҡараңғыла малайының ябыҡ муйынынан эләктереп алды, һөйәк кенә ҡулдарын шаҡарҙы һәм туҡтауһыҙ һөрәнләне:
– Күрмәйһеңме ни, атайың үлеп бара!? Ни эшләп аҡсаңды йәлләйһең? Мин үлгәс, һеҙҙе кем ҡарай? Бир аҡсаны! Үлтерәм! – тип битенә, башына һуҡты.
Туҡмалыуҙан бигерәк, ҡурҡыуҙан малай яуап биреү һәләтен юғалтҡайны, хатта башының ауыртыуын да тойманы, атаһының көслө ҡулдарына тотоноп ҡына торҙо.
– Атай, башым ауырта! – тип малай, асырғаланып, илап ебәрҙе.
– Хәҙер башыңды өҙөп алам! Дүрәк яһайым үҙеңдән! Ни эшләп атайыңа аҡса бирмәйһең? – тип һөрәнләне атаһы.
Малай иҫенә килгән һымаҡ булды. Атаһының ҡулдарына йәбеште һәм ыңғыраша-ыңғыраша:
– Атай, аҡсамды вис алып бөтмә, – тине.
Атай кеше улының еңелеүгә дусар ителеүенә төшөндө һәм һөжүмде дауам итте:
– Һиңә аҡса тейеш түгел! Аҡсаңды һәр ваҡыт атайыңа бир! Һеҙҙе мин – ҡарайым, мин – ашатам, мин – ҡыш буйы йылытам. Бынан һуң аҡсаңды, тиненә тиклем, миңә биреп тораһың! – тине лә утты яҡтыртты.
Утты яҡтыртты һәм улын күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Уның алдында бите тырналған, күҙҙәре күгәргән, танауы ҡанаған, сәстәре йолҡолған улы баҫып тора ине. Ир шунда уҡ айныны, ҡайҙандыр сепрәк тапты, улының танауын һөрттө, сәстәрен рәтләштергән булды:
– Эй, улым, ҡыҙып кителде шул. Күрмәйһеңме, үлеп барам бит. Шунда уҡ бирһәң дә була инде.
– Атай, минең башым ауырта... – Малай стенаға һөйәлде. – Күңелем болғана.
– Күреп торам, үҙең тиҫкәреләштең! Хәҙер атайҙы тыңлау юҡ инде ул. Килтер аҡсаңды, атыу тағы ла туҡмайым! Бирәһеңме, юҡмы? – тип ир тағы ҡыҙа башланы.
– Атай, аҡса соланда...
– Йә, улым, йә. Бар, алып кер. Ошонда ғына көтөп торам.
Малай итеген кейҙе лә, сығып китте.
Ҡара, өйгә лә түгел, соланға йәшергән бит әле! Әйтәм, ҡарамаған ере ҡалманы, ә таба алманы. Нимә, оҙаҡлай инде, хәҙер һуғырға ла ҡурҡыта. Ир алпан-толпан атлап барып, ишекте асты һәм утты яндырҙы. Ринат солан иҙәнендә хәрәкәтһеҙ ята ине. Атаһының шунда уҡ ҡото осто, малайҙы күтәреп, өйгә индерҙе һәм карауатына һалды. Бәй, быға ни булған? Үлеп ҡуймаһын тағы, бәләһе булыр. Былай тын ала, йөрәге тибә, ир малайҙың сикәһенә һуҡҡылап ҡараны.
– Йә, йә, улым, атайыңды ҡурҡытма, хәҙер бальнисҡа ебәрәм, “скорый” саҡыртам. Һин китһәң, Азатты кем ҡарай? Һәүкәшкә кем һыу эсерә?
– Нимә булды? – тип әсәһе килеп сыҡты. – Ринат ни эшләгән?
– Бер ни ҙә юҡ, – тип улын ҡапланы атаһы. – Соланға сыҡҡайны, оҙаҡланы. Ярай, ҡарайһы иттем, билләһи, туңып үлер ине. Тиҙ генә индереп һалдым, әле йоҡлай, шикелле.
Малай иҫенә килде, торорға итте, шым ғына илап ебәрҙе һәм уҡшый башланы.
– Улым, әллә ауырыйһыңмы? – тип әсәһе эргәһенә килде. – Уф, Хоҙайым! Һин бит уны туҡмағанһың! Шау һөйәк сабыйҙы... Нисек ҡулың барҙы? Һорашып, күҙәтеп торалар. Хәҙер төрмәгә ултыраһың бит.
– Йә, юҡты һөйләмә! Бер-ике генә һыпырҙым, үҙе ҡаршылашты бит. Әһә, бына бит аҡсаһы! – тип ир әле һаман иҫенә килә алмаған улының усынан аҡсаһын тартып алды, – һин малайҙы ҡарай тор, әсәһе, мин хәҙер ҡайтам, – тип сығып йүгерҙе.
Әсәһе сепрәк алып, битен һөрттө, сәсен тараны, сәй ҡайнатып бирҙе. Ринат бер нөктәгә текәлеп, хәлһеҙ генә ята бирҙе.
– Улым, әллә “скорый” саҡыртайыҡмы? – тине әсәһе улының башынан һыйпап.
– Юҡ, әсәй, кәрәкмәй, – тине улы хәлһеҙ генә.
Ринат бер аҙна буйы мәктәпкә бара алманы. Гөлнур шылтыратҡайны, “тамағым шешкән, температурам бар”, тип ҡотолдо. Сирек аҙағы еткәс, контроль эш булған, ҡыҙыҡайға өслө ҡуйғандар.
– Һин булмағас, ярҙам итеүсе юҡ шул, – тине ҡыҙ күңелһеҙ генә.
Уҡырға барғанда ла битенең һыҙырылған урындары бөтмәгәйне әле, күҙенең күге лә китмәгәйне. Быны иң тәүҙә Марат күреп ҡалды.
– Әһә, кәрәгеңде биргәндәр икән! Шул кәрәк һиңә! Әллә кем булып йөрөй ине, үсемде алғандар! Һөйрәп йөрөтөп, типкеләп, туҡмағандар. Күрһәң, әйт, минән дә өҫтәһендәр!
Ринат бер һүҙ ҙә өндәшмәне, дәреслегенә ҡапланып ултырҙы. Тик был хәлде йәшереп буламы һуң инде, директор кабинетына керергә ҡуштылар.
– Йә, Ринат, хәлдәр нисек? – тип һорашты директор малайҙы ентекләп ҡарап.
– Тамаҡ шеште, ауырып яттым, – тине малай шым ғына.
– Ә ҡасанан бирле тамаҡ шешкәндә күҙ күгәрә, йүткергәндә бит ҡыҙара? – тине директор аҙ ғына ла ышанмайынса.
– Малайҙар менән уйнаныҡ, – тине Ринат башын аҫҡа эйеп.
– Ә хәҙер һиңә малайҙарҙың фамилияларын әйтергә тура киләсәк, – тине Әнүр ағай.
– Әйтмәйем! – тине Ринат.
– Әгәр полицияға ҡушһаҡ, әйтмәй, бер сараң да юҡ.
– Юҡ, Әнүр ағай, әйтмәгеҙ. Беҙ малайҙар менән үҙ-ара ғына уйнағайныҡ.
Директор урынынан тороп, малайҙың эргәһенә килде.
– Ринат, әйт дөрөҫөн, һине атайың туҡманымы?
– Юҡ, Әнүр ағай, атайым беҙҙе ярата. Беҙҙе туҡмағаны юҡ.
– Белмәйем, бик шикле күренәһең. Һинән, әлбиттә, Павлик Морозов сыҡмаҫ, ләкин дөрөҫөн һөйләп өйрән.

Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: