+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Май 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Унынсы бүлек.

... Уң ҡулы менән икмәкте алды, өләсәһе өйрәткәнсә, бисмиллаһын әйтте һәм ашай башланы. Бутҡаның тәмлелеге!.. Ниңә уны ҡарабойҙай, тип әйттеләр икән? Ауыҙҙа эреп тора, ашаған һайын, ашағы килә. Ул арала сәй килтерҙеләр. Хатта берәр кәнфит өләштеләр. Ринат кәнфитте шунда уҡ кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Бына бит, ҡустыһына ла күстәнәс булды. – Мә, Ринат, минекен дә ал, тип Гөлнур кәнфитен малайҙың алдына һалды. – Алмайым. Малай кәнфитте ҡыҙыҡай яғына этеп ҡуйҙы. – Һиңә түгел, Азатҡа бирерһең, – тип ныҡышты Гөлнур. – Ә миңә ярамай, минең тешем һыҙлай. – Мә, минекен дә ал! Марат кәнфит ҡағыҙын Ринатың бутҡаһына ташланы. Ташланы ла, супылдатып, һура ла башланы...

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Хикәйә.
Унынсы бүлек.
Маҡтау ҡағыҙын йыуабыҙ, тип кенә башлағайны атаһы, айҙан артыҡ айнығаны юҡ. Хәҙер эш икмәккә һәм мәктәп ашханаһындағы бутҡаға ғына ҡалды. Күптән ҡар ҙа яуғаны юҡ, Гөлбикә инәйҙән теге ваҡыт йөҙ тәңкә алып ҡалғайны, ул ҡалалағы ҡыҙҙарына киткән, тиҙ генә ҡайтмаҫ, тинеләр.
Математика дәресе. Таҡтаға Маратты саҡырҙылар. Уҡытыусы апай әллә күпме аңлатты, шунан һуң ябайыраҡ эш ҡушты. Малай тирләне, бышлыҡты, ләкин һис тә рәт сығырлыҡ түгел.
– Марат, исмаһам, Ринаттан һорар инең. Ринат, ниңә ярҙам итмәйһең?
Ә Ринаттың – үҙ хәстәре. Ул кисә – ике картуф, бөгөн ике картуф ашаны. Икмәк алырға аҡса юҡ. Атаһы өйгә ҡунырға ғына ҡайтып йөрөй. Беренсе дәрес үтте, хәҙер – икенсеһе. Икенсе тәнәфестә уларҙы ашатасаҡтар. Ринат берәй яҡҡа сығып ҡына китер ине, әсәһе менән ҡустыһы йәл. Икенсе дәрес – рус әҙәбиәте. Хәҙер инде Ринатты нимә һорауҙары ҡыҙыҡһындырмай. Башы әйләнеп, ашханала йығылып китмәһә, ярар ине. Күңеле лә уйнап торған һымаҡ. Уҡытыусы апай һиҙеп ҡалды. Эргәһенә килеп, маңлайын тотоп ҡараны.
– Ринат, әллә температураң бармы?
– Юҡ, юҡ, – тине ул.
– Ә ни эшләп күңелһеҙ ултыраһың?
– Апай, мин күңелһеҙ түгел.
Мин ике-өс көн йүнләп ашағаным юҡ, тип әйтһенме? Ярай, ҡустыһы түҙемле, ағаһы нимә алып ҡайта, шуға ҡәнәғәт. Юҡ, бындай тормош менән йәшәп булмай. Малай күңеле менән һиҙә, ләкин үҙендә ҡаршылашырлыҡ көс таба алмай. Гөлнур ҙа, уның хәлен һиҙгән һымаҡ, күңелһеҙ генә ултыра. Ни эшләптер, бөгөн малайға һыйынып та ултырманы. Ринаттың кәйефе уға ла күсте, буғай. Ә уҡытыусы Ринатҡа шиғыр уҡырға ҡушты. Малай шиғырҙы уҡып сыҡты ла, нимә тураһында һүҙ барғанын һөйләп бирҙе.
– Молодец, Ринат, тебе – “5“! – тине уҡытыусы. Шул уҡ эште хәҙер Маратҡа тапшырҙылар. Йоҡомһорап ултырған малай Ринатты ла тыңламаған икән. Нимә тураһында яҙылғанын да аңлата алманы.
Хәҙер ҡыңғырау шылтырарға тейеш. Ринат күҙ алдына тип-тигеҙ рәт булып теҙелгән тәрилкәләрҙе килтерҙе. Бутҡа еҫе аңҡып тора, икмәк – өйөлөп ята. Хәҙер шәкәрле сәй бирәләр! Эх, ҡустыһын да алып килгәндә, исмаһам, тамағы туйып ҡалыр ине. Бында ҡустылар менән килергә ярамай шул. Бөгөн уға берәй нәмә табып булырмы икән? Ярай, уныһы күндәм, илап, ашарға таптырмай. Ниһайәт, күктән көтөлгән моң һымаҡ, ҡыңғырау шылтыраны. Ринат инде, ашханаға йүгереп, уҡтай атылып барырлыҡ ине. Юҡ, ҡабаланмай тор, уҡытыусы апай нисә ҡуйҙы икән? Түбәһе күккә тейгәндәй булды. Уның фамилияһы эргәһендә һимеҙ “бишле” тора. Шул ыңғай күҙенә Мараттың билдәһе лә салынды. Йонсоу ғына “өслө”. Ана, үҙе менеп тә килә. Нимә, “бишле”ң менән маҡтанырға итәһеңме? – ти ул йәне көйөп, тештәрен ыржайта.
– Бишенселәр, ашарға!
Өлгөрөрбөҙ. Ринат ҡабаланмай. Ул бутҡа тарата торған ергә иң һуңғы булып килә. Сөнки ул белә: күптән күргәне бар, сиратҡа тәүге булып баҫҡандарға аҙыраҡ һалалар, ә аҙаҡтан килгәндәргә мулыраҡ эләгә. Бутҡа өләшеүсе апай Ринаттың хәлен яҡшы белә, йәлләп тормай, бутҡаһын да, майын да мулыраҡ тумыра. Ҡайҙан беләлер? “Аша, улым, аша”, – ти ул Ринатҡа, йәлләп ҡарап.
– Ринат, беҙҙең эргәгә кил! – тип саҡыра уны Гөлнур.
Барып еткәйне, аптырап ҡалды. Бында һоғаланып, Марат ашап ултыра. Уның менән ултырырға яратмай Ринат. Шулай ҙа, башҡа урын күренмәгәс, ултыраһы итте. Уртала өйөлөп ятҡан икмәккә күҙ ташланы Ринат. Мул һалғандар, етергә тейеш. Уң ҡулы менән икмәкте алды, өләсәһе өйрәткәнсә, бисмиллаһын әйтте һәм ашай башланы. Бутҡаның тәмлелеге!.. Ниңә уны ҡарабойҙай, тип әйттеләр икән? Ауыҙҙа эреп тора, ашаған һайын, ашағы килә. Ул арала сәй килтерҙеләр. Хатта берәр кәнфит өләштеләр. Ринат кәнфитте шунда уҡ кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Бына бит, ҡустыһына ла күстәнәс булды.
– Мә, Ринат, минекен дә ал, тип Гөлнур кәнфитен малайҙың алдына һалды.
– Алмайым. Малай кәнфитте ҡыҙыҡай яғына этеп ҡуйҙы.
– Һиңә түгел, Азатҡа бирерһең, – тип ныҡышты Гөлнур. – Ә миңә ярамай, минең тешем һыҙлай.
– Мә, минекен дә ал! Марат кәнфит ҡағыҙын Ринатың бутҡаһына ташланы. Ташланы ла, супылдатып, һура ла башланы.
Ҡуй инде, ошо Маратты, ашағанда ла тынғы юҡ. Һаман да бәйләнә. Үҙенсә үс ала инде.
– Әллә кем булмаһын! Отличникмын, тигәс тә, – тип һөйләнде Марат.
– Ашағанда һөйләшмәйбеҙ! – тип Гөлнур кәнфитен икмәк өйөмөнә һалды ла, Ринатҡа иғтибарап ҡараны. – Ҡустың ни хәлдә, Азатты әйтәм?
– Өйҙә, өйҙә ултыра, – тине Ринат һоғаланып ашай-ашай.
– Ә ниңә уны алып сыҡмайһың? – тине Гөлнур.
– Нисек алып сығырға? Ярай, теге арба бар ҙа ул, ә ҡайҙа барырға?
Тамағын туйҙырырға тырышҡан малай көсөргәнешле уйлай.
– Әйҙә, бөгөн киноға барайыҡ? – тине Гөлнур.
Кино? Ниндәй кино һөйләйһең, Гөлнур? Минең ҡустымды ашатырға аҡса юҡ. Атайым бар аҡсамды тартып алып, эсеп тора.
– Юҡ, юҡ бармайым, – тине Ринат. – Ваҡыт та юҡ.
– Ә клубта “Маша һәм айыу” була, – тип ҡыҙыҡтырҙы Гөлнур. – Һуңынан – балалар дискотекаһы.
– Ҡуй, Гөлнур, булмаҫ. Үҙең генә бар.
Етмәһә, эргәлә сәпелдәп, Марат ултыра.
– Ә мин – барам, – ти ул кирелеп.
– Ну, Марат, һөйләшергә ҡамасаулайһың! – тине Гөлнур Ринаттың эргәһенә күсеп ултырҙы.
– Харап бынау малай, – тине Марат. – Инәлткән була. Мин барыр инем.
Гөлнур әллә үпкәләне, ашап та бөтмәйенсә, сығып китте.
Ринат өндәшмәй. Ул ашай, еренә еткереп, бар сағында туйып ҡалырға тырыша. Ул әле бәләкәй, уға үҫергә кәрәк. Көнөнә бер эләккән бутҡа менән генә ыратып булмай. Марат менән бәхәсләшеп ултырғансы, ашап ултырыуың мең артыҡ.
Эргәнән ашнаҡсы апай үтеп китте һәм, ашағыҙ, балалар, тип икмәк өҫтәне. Оһо! Бөгөн мул булмаҡсы! Бынауы Марат ҡына һаман ирәгәләшеп ултыра. Икмәктәре ҡайһылай тәмле. Ринат йоҡа ғына теленгән тағы бер һыныҡ алды. Эх, тәмле, йомшаҡ, хуш еҫле!
– Әй, һин, йолҡош! Тәрилкәңде йоҡартаһың бит! – Марат һаман ҡуҙғалмай, бәйләнеүен белә. – Мә, минекен дә ашап бөт, – тип тәрилкәһен Ринат алдына уҡ этеп ҡуйҙы.
Ҡара, тамағы туҡтыр инде, бутҡаһының яртыһын да ашамаған.
– Ә мин һинең һымаҡ ас түгел, – тине Марат. – Иртән генә бер ҡаҙ бото кимереп килдем. Теләһәң, һөйәген алып киләм, мөнйөп ҡуйырһың.
Ринатмы һуң инде бирешеп тора торған малай.
– Ә һин һөйәгеңде “икеле”ләреңә, “өслө”ләреңә мөнйөт, атыу бына-бына аяҡ һуҙырға торалар.
Марат һөйләнә-һөйләнә тороп китте. Ашханала Ринаттың һуңғы булып ҡалыуына өйрәнгәндәр. Малай ҡабаланманы. Тәүҙә сәйен эсте, аҙаҡ ике һыныҡ икмәк менән баҫтырып ҡуйҙы. Әпәр әйтеп, торғас, аҙға ғына өҫтәл эргәһендә туҡталды. Тирә-яҡҡа күҙ ташланы. Тағы ла икмәккә үрелде. Шул ваҡыт, мин бында, тигән һымаҡ, Гөлнур ҡалдырған кәнфит килеп сыҡты. Ҡыҙыҡ, кәнфиттән дә туйған кеше булыр икән! Үҙе лә һиҙмәҫтән, тағы ла тирә-яҡты байҡаны, Бәй, бер үҙе ҡалған, бөтәһе лә сығып киткән икән. Ринат – бер үҙе. Ул тағы ла икмәккә үрелде.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: