-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Май 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Ун беренсе бүлек.

Тормошта төрлө хәлдәр, хатта тап килеүҙәр булып тора. Тап ошо ваҡытта Мараттың әсәһе, Анжелла ханым, район үҙәгендә мәғариф идаралығы эргәһенә килеп туҡтаны. – Ошонда кереп сығабыҙ! – тине ул шофёрына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе ҡабул итмәгән төҫ менән. – Ике пакетты алаһың да, миңә эйәрәһең. Элекке эшмәкәрлеге мәғариф өлкәһенә ҡарағас, был эште яҡшы белә һәм таныштарын эҙләй ине ханым. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышындағы (уныңса) ғәҙелһеҙлек ҡатындың тамам үҙәгенә үткәйне. Иртән улының бик күңелһеҙ ултырыуына ла иғтибар итте ул. – Тиҙерәк бул, – тигән һүҙенә улы Марат: – Мәктәпкә барғы килмәй, – тип әйтеп һалды. Элекке уҡытыусы кеше бының сәбәптәрен асыҡламай ҡалһа, бик ғәжәп тойолор ине. Бына һиңә – мә, тине ул, эстән генә. Эш, бизнес, тип, халыҡ, һатып алыусылар ихтыяжы менән йөрөп, үҙ малайҙарының ниндәй шарттарҙа уҡыуын, уф, Хоҙайым, тамам онотҡандар бит! Әсә кеше өҙгөләнеп, улынан бөтәһен дә төпсөп, һораша башланы. Бындай илтифатты, иғтибарҙы күптән көҫәгән малай булғанын да, булмағанын да ентекләп һөйләп бирҙе.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...

Хикәйә.
Ун беренсе бүлек.
Тормошта төрлө хәлдәр, хатта тап килеүҙәр булып тора. Тап ошо ваҡытта Мараттың әсәһе, Анжелла ханым, район үҙәгендә мәғариф идаралығы эргәһенә килеп туҡтаны.
– Ошонда кереп сығабыҙ! – тине ул шофёрына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе ҡабул итмәгән төҫ менән. – Ике пакетты алаһың да, миңә эйәрәһең.
Элекке эшмәкәрлеге мәғариф өлкәһенә ҡарағас, был эште яҡшы белә һәм таныштарын эҙләй ине ханым. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышындағы (уныңса) ғәҙелһеҙлек ҡатындың тамам үҙәгенә үткәйне.
Иртән улының бик күңелһеҙ ултырыуына ла иғтибар итте ул.
– Тиҙерәк бул, – тигән һүҙенә улы Марат:
– Мәктәпкә барғы килмәй, – тип әйтеп һалды. Элекке уҡытыусы кеше бының сәбәптәрен асыҡламай ҡалһа, бик ғәжәп тойолор ине.
Бына һиңә – мә, тине ул, эстән генә. Эш, бизнес, тип, халыҡ, һатып алыусылар ихтыяжы менән йөрөп, үҙ малайҙарының ниндәй шарттарҙа уҡыуын, уф, Хоҙайым, тамам онотҡандар бит!
Әсә кеше өҙгөләнеп, улынан бөтәһен дә төпсөп, һораша башланы. Бындай илтифатты, иғтибарҙы күптән көҫәгән малай булғанын да, булмағанын да ентекләп һөйләп бирҙе.
Уҡыу-уҡытыу тәртибен әле онотоп өлгөрмәгән ханым ишеткәндәренән тәгәрәп китә яҙҙы. Баҡ тиһәң, кластарҙа тәртип юҡ, айырым балаларҙы ғына уҡыталар, уларға – иң юғары билдә. Тәрбиә саралары бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Ҡыҫҡаһы, был класта бөтә хәл-ваҡиғалар өҫтөндә йүнле кейеме лә булмаған, ата-әсәһе эскән малай тирәһендә өйөрөлөп йөрөй икән. Юҡ, быны былай ҡалдырырға ярамай! Тиҙ арала, мөмкин булһа, бөгөн үк, һис кисекмәҫтән, хәл итергә, сараһын күрергә! Ә инде был ҡәтғи сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа бармағын күрһәтһә, кешенең ҡулын өҙөп ала торған ханым былай ғына ҡалдырмаясаҡ! Ул көндө башҡараһы эштәренең бөтәһен дә ситтә ҡалдырып, ханым, магазинына инеп, бер нисә ҡапсыҡ тултырып алды ла, мәғариф идаралығына уҡталды.
Да, тине ул эстән генә. Заманалар үҙгәрҙе. Элек улай булмай торғайны. Бизнесҡа батып, эшҡыуарлыҡ менән мауығып, хәҙерге мәктәпте бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырған икән. Шул ваҡыт иҫенә төштө: бәй, ул бит кластың ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Был мандат менән синыфтың аҫтын өҫкә әйләндерергә мөмкин! Тап шул ваҡыт, әмәлгә ҡалғандай, ҡаршыһына институтта бер осор уҡыған танышы килеп сыҡты. Ҡосаҡлашып күрештеләр, ваҡ-төйәкте иҫкә төшөрҙөләр. Рәхмәт, онотмаған, ярҙам итергә әҙер, мәктәпте яҡшы белә һәм улы уҡыған мәктәпте ҡурсалаған инспектор эргәһенә алып керҙе. Арттан шофёр тотоп кергән бер ҡапсыҡ – уңға, икенсеһе һулға урынлашыуға, Анжелла ханым бар эшен мәктәпте маҡтауҙан башланы. Һәм, маҡтаған һайын, тәрәнерәк төштө, яңынан-яңы дәлилдәр килтерҙе. Ғөмүмән алғанда, халыҡ – ҡәнәғәт, мәктәптәрҙә йылы, яҡты, ашаталар икән. Шуларҙың эшен күрергә, баһаларға кәрәк ине.
Ә башҡаса нимә тип әйтһен Анжелла? Мәктәптә улымдың класташы дәрестә һөйләшеп ултырып, ҡамасаулай, ҡасабаның иң шәп бизнесменының ҡыҙы менән ултыра. Ҡайҙандыр, әллә һуғышып, әллә туҡмалып килә, тип һөйләһенме? Юҡ инде, һеҙ бындай хәбәрҙе элекке педагогтан көтмәгеҙ. Ул – тормошто белгән, кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен ҡорорға өйрәнгән ҡатын – был эшкә әллә кемдәрҙе йәлеп итеп йөрөмәйәсәк. Бары тик, әгәр мөмкин булһа, һөйләшеү үҙ-ара ғына ҡалһа, малайҙы ҡотҡарыу, уның социаль яҡланғанлығын тәьмин итеү, йәғни, берәр приютҡамы (балалар йортонамы), һис юғы, интернатҡамы, урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрергә тейеш.
Инспектор эстән генә һоҡланып ҡуйҙы: их, ошондай изге күңелле, йомарт йөрәкле әсәйҙәр күберәк булһа ине. Эйе, был малайҙы ҡотҡарырға кәрәк! Уны дәүләт кенә ҡотҡара ала. Тик шуныһы, инспекторҙы шөбһәләндергән бер генә мәсьәлә бар. Ул да булһа, әлеге лә баяғы, өҫтәл аҫтында ултырған тос һәм ауыр ҡапсыҡ. Инспектор ханым беренсе йыл эшләмәй. Ҡышҡы һил ваҡыт, күстәнәс тотоп йөрөүселәр заманы түгел. Ә был ханым, бер яҡтан ҡараһаң, үҙенә шыпа мөнәсәбәте булмаған эш буйынса “көсөкләп” йөрөй, йәки бүләк тоттора. Аныҡлап әйткәндә – ришүәт.
Шулай ҙа, мәғариф идаралығында эшләгән яуаплы ханым икенсе ханымдың үтенестәрен тулыһынса ҡабул итте һәм ярҙам итергә ризалашты. Ошо бер нисә көн эсендә мәктәпкә барып (Анжелла ханым хатта машина ебәрәсәк), малайҙың йәшәү-көнкүреш шарттары менән танышып ҡайтырға әҙер.
Анжелла ханым шул хәтлем ышандырырлыҡ итеп һөйләне, борсолған, иламһыраған тауышы чиновник ханымды тамам арбаны, хатта икеһе лә танауҙарын мышҡылдатып, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, бер ыңғай күҙ йәштәрен дә һөртөп алдылар. Малайҙың хәҙерге хәл-торошона күҙ йәше тамыҙмайынса ҡарау мөмкин түгел ине...
Алға китеп, шуны әйтәбеҙ, инспекторҙың мәктәпкә килеп төшөүе, кластар буйлап бер үтеүе әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ тәьҫораттар уятманы. Ләкин көтмәгәндә Ринат уҡыған класҡа барып кереп, ҡурсаҡ һымаҡ ҡыҙ эргәһендә ултырған йонсоу малайҙан хәлен һорашыуы мәктәп тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндергән һымаҡ булды.
Көн үҙәгендә уҡыусы йәшәгән йортҡа барып ингән чиновник нимә күрергә тейеш ине? Дүрт аяҡлап йөрөгән малайҙымы, ауыр хәлдә ятҡан уларҙың әсәһенме, әллә айҙан артыҡ айнымаған атайҙымы? Инспектор ханым аш бүлмәһенә үтте һәм иң тәүҙә һыуытҡысты асып ҡараны. Һыуытҡыста, кисә бешерелгән бөтәүле картуфтан башҡа, бер нимә лә юҡ ине. Былары бер нисә көндән буласаҡ...
Әлегә был хаҡта берәү ҙә белмәй. Класта уҡытыусының телефоны юғалған, ә уғры оҙаҡламай тотоласаҡ.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: