+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Май 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Хикәйә. Ун икенсе бүлек.

Өсөнсө дәрес, рус әҙәбиәте, башланды. Тамаҡ туйҙы, Ринаттың донъяһы түңәрәкләнде. Ҡайһылай, ашағас, кәйеф күтәрелә икән, хатта сығып, уйнағы килә. Эргәһендә Гөлнур ултыра шым ғына. Киноға барайыҡ, тине. Әллә саҡырамы икән? Бер ҙә Маратҡа өндәшмәне. Атаһы менән килерме икән? Юҡ, һәр ваҡыт йөрөмәҫ атаһы. Уның да эше күп бит. Киноға, тине лә ул, тик кем аҡса бирер икән? Өләсәй тере саҡта ҡайһылдай күңелле булған, кинолыҡ аҡсаһы һәр ваҡыт үҙе менән ине. Былай, үҙенең дә, ҡустыһының да яңы кейемдәре бар. Гөлнур менән һөйләшеп ҡарағанда... – Бөгөн киноға бараһыңмы? – тине Ринат бышылдап ҡына. – Әгәр һин барһаң, эйе, әгәр һин бармаһаң – юҡ. Шулай эшең күпме ни? – тине Гөлнур. – Эш тә күп, ваҡыт та юҡ. Азатты алып барғанда, һәйбәт булыр ине. Кино күргәне юҡ. Арттан Марат һөрәнләп ебәрҙе. – Апай, апай! Ринат киноға барыу тураһында һөйләй. Уҡытыусы уның ошаҡлашыуына иғтибар итмәне. – Балалар, бынауында минең телефон ята ине, күрмәнегеҙме? Ринат һиҫкәнде. Телефон?..

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...

Хикәйә.
Ун икенсе бүлек.
Өсөнсө дәрес, рус әҙәбиәте, башланды. Тамаҡ туйҙы, Ринаттың донъяһы түңәрәкләнде. Ҡайһылай, ашағас, кәйеф күтәрелә икән, хатта сығып, уйнағы килә. Эргәһендә Гөлнур ултыра шым ғына. Киноға барайыҡ, тине. Әллә саҡырамы икән? Бер ҙә Маратҡа өндәшмәне. Атаһы менән килерме икән? Юҡ, һәр ваҡыт йөрөмәҫ атаһы. Уның да эше күп бит. Киноға, тине лә ул, тик кем аҡса бирер икән? Өләсәй тере саҡта ҡайһылдай күңелле булған, кинолыҡ аҡсаһы һәр ваҡыт үҙе менән ине. Былай, үҙенең дә, ҡустыһының да яңы кейемдәре бар. Гөлнур менән һөйләшеп ҡарағанда...
– Бөгөн киноға бараһыңмы? – тине Ринат бышылдап ҡына.
– Әгәр һин барһаң, эйе, әгәр һин бармаһаң – юҡ. Шулай эшең күпме ни? – тине Гөлнур.
– Эш тә күп, ваҡыт та юҡ. Азатты алып барғанда, һәйбәт булыр ине. Кино күргәне юҡ. Арттан Марат һөрәнләп ебәрҙе.
– Апай, апай! Ринат киноға барыу тураһында һөйләй.
Уҡытыусы уның ошаҡлашыуына иғтибар итмәне.
– Балалар, бынауында минең телефон ята ине, күрмәнегеҙме?
Ринат һиҫкәнде. Телефон?..
– Ҡайһығыҙ алды? Яҡшы саҡта бирегеҙ.
Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап, шаулашып алды. Телефон хәтле телефон юғалһын әле!
– Тәнәфес ваҡытында һеҙҙең өҫтәл тирәһендә Ринат күренеп ҡалды, ул ғына алғандыр, – тип ҡысҡырҙы Марат.
– Үҙең күрҙеңме? – тип ҡабатлап һораны уҡытыусы.
– Күрҙем, һеҙҙең өҫтәл эргәһендә тора ине.
– Ярай, Марат, ултыр. Әйҙәгеҙ, портфелдәрҙе сығарайыҡ та, ҡарайыҡ, нимәләр бар икән?
Уҡыусылар портфелдәрен асты, китаптарын сығарып теҙҙе, Ринаттың күҙ алдары ҡараңғыланды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, портфелен ныҡлап ҡосаҡланы. Бөттө, харап булды!
– Апай! Ринат портфелен асмай! – Марат һаман күҙәтеп тора икән.
– Шаулама, Марат. Ринат портфелен күрһәтәсәк.
Ни эшләргә? Хәҙер һиҙәләр бит. Ниңә генә бөгөн мәктәпкә килде икән? Ринат башын эйҙе, портфелен нығыраҡ ҡосаҡланы.
– Ринат, йә, күрһәт әле портфелеңде, ҡарайыҡ нимәләр бар икән?
Уҡытыусы Гөлнурҙың портфелен ҡарап та торманы, шунда уҡ Ринат эргәһенә килде.
– Йә, Ринат, һин һәйбәт малай ҙа инде, күрһәт, моғайын, яңылыш алғанһыңдыр? – тине уҡытыусы, инәлгәндәй.
– Алманым, апай. — Малай илап ебәрә яҙҙы, портфелен нығыраҡ тотто.
– Улай булғас, ниңә асмайһың? – Уҡытыусы һаман ныҡыша, ипле генә итеп өндәшә, үҙе уңайһыҙлана ине буғай. – Мин һиңә асыуланмайым да инде.
– Алманым, сумкамды бирмәйем, – Ринат кластан сығырға уҡтала башланы. Шул арала Марат менән ике малай уны тотоп алды ла мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.
Аптыранған уҡытыусы кластан сығып китте һәм күп тә үтмәй физрук Сабир ағайҙы эйәртеп килеп инде.
– Ринатмы ни? Үәт, уғры малай! Хәҙер беҙ уны. – Сабир ағай Ринатты елтерәтеп класс уртаһына һөйрәп сығарҙы. Малай йән көскә тартышты, ағайҙың ҡулын тешләргә маташты. Тибешә башланы. – Ҡара, тешләргә итә, собакы. Тыпырсынма, ҡуян. Хәҙер ошо силғау менән ағасҡа аҫып ҡуям.
Мәрәкә һүҙҙе ишеткән класс гөр итеп көлөп ебәрҙе, ҡайһылары кем уҙарҙан шиғырҙы ҡабатларға тотондо.
– Ҡуян, ҡуян, аҫам да ҡуям.
Марат барыһынан да нығыраҡ һөрәнләй, шырҡылдап көлә. Ҡыҙарған, бүртенгән Ринат һаман сәбәләнде, портфелен ысҡындырманы. Физрук уның башын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырғас, Ринат класс яғына ҡараны. Бер генә күҙ ташланы, барыһы ла шым, өндәшмәйҙәр, тик малайҙың күҙенә Гөлнур ғына салынды. Ҡыҙыҡай ирендәрен тешләп, аҫҡа ҡарап ултыра. Ринаттың ҡапыл хәле бөттө, портфелен ысҡындырҙы, быуындары бушаны, ҡолаҡтары шауланы.
Портфелде тартып алдылар, Ринатты ысҡындырҙылар, шуны ғына көткән малай бәләкәй йыртҡыс һымаҡ бер генә талпынды ла кластан юҡ булды. Ишектең шартлап ябылғаны ғына ишетелеп ҡалды.
– Йә әле, ҡарайыҡ. – Уҡытыусы ағай, портфелде түңкәреп, өҫтәлгә бушатты. Иң тәүҙә "тып" итеп ике кәнфит төштө. Китаптар араһынан аҡ ҡағыҙға уралған төргәк табып алдылар.
– Ошо түгелме?
Тағатып ҡаранылар. Төргәк эсенән йомшаҡ, хуш еҫле ике телем... икмәк сыҡты, тегеләр аптырашып, бер-береһенә ҡарашты. Уҡытыусы апай, үҙе лә һиҙмәҫтән, өҫтәлдең аҫҡы кәштәһен ҡараны һәм... телефонын килтереп сығарҙы.
... Ә был мәлдә Ринат йән-фарман өйҙәре яғына йүгерә ине.
Дауамы бар...

Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: