+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Май 2020, 15:22

КИЛЕНЛЕККӘ ДӘҒҮӘСЕ. (Башы) Хикәйә.

Уф, Хоҙайым, 30 йыл ғүмер үткән дә киткән! Утыҙ йыл! Әйтеүе генә анһат. Әллә был хәл уның менән булманымы? Һинән башҡа, тағы кем менән булһын? Күҙ йәштәренә быуылып, ҡанһырап, йәш инә бүре һымаҡ, шыңшый-шыңшый, һин сығып китмәнеңме ни был ҡаланан? Бына, әле ҡайтып киләһең. Һине көтөп, ҡаршылап тороусы берәү ҙә юҡ. Шуныһы йәтеш, шул таныр, был таныр, тип ҡурҡаһы түгел. Иң мөһиме, һабаҡташтары күрмәһен. Юғиһә, күреп ҡалырҙар ҙа: – Бәй, оноттоңмо ни, теге, хакимиәт башлығы Мөнәүировтың өлкән улына кейәүгә сығам, тип йөрөгән Ғәзизә бит! – Эйе, эйе, берәү булды шул, ҡайҙа, күрәйем әле, күрәйем, – тип һонолоп, ултырырҙар ине, буғай. Элекке Ғәзизәнең “Ғ” хәрефе лә ҡалмағайны – Галина Нигматовна Яхина ул хәҙер, белгегеҙ килһә. Шундай-шундай заводтың генераль директоры урынбаҫары. Үҙ даирәһендә иң бай ҡатындарҙың береһе. Яңыса әйтһәк, топ-менеджер.

БҮЛЕКТӘР:
1 2 3.

КИЛЕНЛЕККӘ ДӘҒҮӘСЕ.
Хикәйә.
Беренсе бүлек.
Уф, Хоҙайым, 30 йыл ғүмер үткән дә киткән! Утыҙ йыл! Әйтеүе генә анһат. Әллә был хәл уның менән булманымы? Һинән башҡа, тағы кем менән булһын? Күҙ йәштәренә быуылып, ҡанһырап, йәш инә бүре һымаҡ, шыңшый-шыңшый, һин сығып китмәнеңме ни был ҡаланан?
Бына, әле ҡайтып киләһең. Һине көтөп, ҡаршылап тороусы берәү ҙә юҡ. Шуныһы йәтеш, шул таныр, был таныр, тип ҡурҡаһы түгел. Иң мөһиме, һабаҡташтары күрмәһен. Юғиһә, күреп ҡалырҙар ҙа:
– Бәй, оноттоңмо ни, теге, хакимиәт башлығы Мөнәүировтың өлкән улына кейәүгә сығам, тип йөрөгән Ғәзизә бит!
– Эйе, эйе, берәү булды шул, ҡайҙа, күрәйем әле, күрәйем, – тип һонолоп, ултырырҙар ине, буғай.
Элекке Ғәзизәнең “Ғ” хәрефе лә ҡалмағайны – Галина Нигматовна Яхина ул хәҙер, белгегеҙ килһә. Шундай-шундай заводтың генераль директоры урынбаҫары. Үҙ даирәһендә иң бай ҡатындарҙың береһе. Яңыса әйтһәк, топ-менеджер.
Ә бында, Өфөгә, ҡайтып төшөүе осраҡлы ғына булды. Өфөгә командировка тураһында һүҙ сыҡһа, ошо яҡтан икәнлеген белгәс, иң тәүҙә уға тәҡдим итә торғайнылар. Һәр ваҡыт баш тартыуын белһәләр ҙә. Аҙаҡ өндәшмәй башланылар. Был юлы барырлыҡ кеше шыпа булмағас, генераль директор үҙе һораны.
– Ну, Галина Нигматовна, барып килегеҙ, тыуған яҡтар бит. Министр үҙе шылтыратты, төплө генә кеше ебәрегеҙ, ти. Билләһи, үҙем бара инем, эшем күп, форумға әҙерләнергә кәрәк.
Ғәзизә ризалашты. Ә ҡайтырға теләмәүенең сәбәптәре бик тәрәндә ята. Ҡала ҡыҙы Нефть институтын ҡыҙыл дипломға тамамларға йөрөй. Аҙаҡҡы курста уҡығанда, Яңы йыл кисәһендә, бер егет менән таныштылар. Дим уға күптән күҙ һалып йөрөгән икән. Тәүҙә мөхәббәттәре ныҡ һәм ышаныслы һымаҡ ине. Егете лә инәлтеп торманы, туй, киләсәк тормош, баҡса үҫтереү хаҡында һөйләй башланы. Һөйләмәй, атаһы – йоғонтоло кеше, ҡаланың иң ҙур сәнәғәт предприятиелары тупланған райондың башлығы. Хатта президенттың үҙенә туранан-тура инеп йөрөйҙәр, тиме шунда? Әллә техникумда бер осор уҡығандармы?
Ҡыҫҡаһы, институтты бөткәс тә, йәмле йәйҙә туй үткәреү тураһында һөйләштеләр. Ғәзизәнең күңеле һиҙҙе, сығарылыш кисәһендә Дим бик кәйефһеҙ ине. Эсте, иҫерҙе, электән бәхәстә йөрөгән һабаҡташы булған, шуның менән һуғыштылар. Милиция килде, теге һабаҡташты алып киттеләр, Дим, иҫереп, ятып ҡалды, Ғәзизәгә эргәһендә һаҡлап ултырырға тура килде. Танауы ҡанағас, күлдәге, пинжәге тапланып бөттө. Ғәзизә өйөнә оҙатҡанда бығаса ишетмәгән һүҙҙәр ишетте. Ишек төбөнән үк әсәһе:
– Балаҡайым Нимә эшләткәндәр!? Хайуандар! – тип улына килеп йәбеште һәм шунда уҡ Ғәзизәгә тотондо. – Һин нимә, киленлеккә кандидат, ниндәй йортҡа төшөрөңдө, кемдәр менән аралашырыңды ла белмәйһеңме? Улыбыҙҙы эштән сығарып алып ҡайтҡанһың! Нимә ҡараның? Ә, үҙеңде килен итеп тояһыңмы? Не получится! Ты не выдержала экзамен! Ана, атаһына ҡара, ирҙе бына шулай тоторға кәрәк! Башҡа беҙҙең күҙебеҙгә күренеп йөрөмә!
Шул ваҡыт иҫерек Дим килеп торҙо ла, күҙҙәренә Ғәзизә салынды һәм:
– Она все тут что ли? Кто ее сюда вообще позвал? А ну-ка, вон! – тип һүгенә-һүгенә ҡыҙҙы төрткөләп сығарып ебәрҙе.
Күҙ йәштәренә быуылып, башлыҡ йәшәгән подъездан сыҡҡан ҡыҙҙы күптәр йәләп тороп ҡалды. Бер нисә көндән туй була, тип әхирәт ҡыҙҙары ҡалғайны, ҡайтһа, улары борсолоп тора. Сығарылыш кисәһендәге низағ тураһында ишеткәндәр, аптыранып торалар. Ғәзизә килен булып төшмәйенсә ҡыуылып сығырына ышанманы. Ишеткәндәрен алама төш һымаҡ ҡына ҡабул итте. Шулай ҙа бер 100 грамм араҡы эсте лә, шунда уҡ иҫереп, ятып йоҡланы. Күңеле уйнауына уҡшып уянып китте. Әхирәттәренең өлкәнерәге: “Ҡара әле, ҡыҙыҡай, һин ауырлы түгелме ул?” – тип һораны. Әхирәте хаталанмаған икән, хәлде аңлатып бирергә тура килде. Тегеләре тәгәрәп китерлек хәбәрҙе бер-береһе менән уртаҡлашып, ҡайғырғаны ҡайғырып, үсәгәне үсәп, ҡайтыр яҡтарына таралды. Ғәзизә көттө әле, һәм, бар көсөн йыйып, Димдең фатирына яңынан килде. Керетһәләр ҙә, ишек төбөнән ары үткәрмәнеләр. Күберәк Димдең әсәһе һөйләште.
– Мәсьәлә хәл ителде, ҡыҙым, – тине ул һауалы ғына. Туй булмаясаҡ, көтмәгеҙ, Дим әлегә өйләмәйәсәк. Һеҙ, ҡыҙым, уның алдында азат, хатта ул һеҙҙән ғәфү үтенә, – тине.
Ғәзизәгә ҡалтырана-ҡалтырана башлыҡтың ҡатыны алдына һуңғы дәлилде – үҙенең ауырлы икәнлеге хаҡындағы белешмәне сығарып һалырға тура килде.
Ханымдың йөҙө лә һелкенмәне:
– С кем не бывает. Аргумент у тебя слабенький. Беҙҙең өсөн был ҡағыҙҙың бер әһәмиәте лә юҡ.
Ғәзизәгә туп-тура гинекологка барыуҙан, илауҙан, ҡанһырап, сығып китеүҙән башҡа бер нимә лә ҡалманы...
(Дауамы бар)
Әҫәрҙең дауамын көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: