Өфөләр ҡаршы ала белә ҡунаҡтарҙы. “Тойота” трап эргәһендә көтөп тора, генераль директор үҙе рауза сәскәләре менән ҡаршыланы. Ҡаршыламай, ҡайҙа барһын, газ өсөн лимиттар Галина Нигматовна ҡулында. Бығаса яҡташтарын мәхрүм иткәне юҡ. Өфөнөң иң ҙур ҡунаҡханаһына килтереп урынлаштырҙылар. Шунда уҡ үҙенә автомобиль һәм ярҙамсы беркеттеләр. Ярҙамсы тигәндәре бер осор уҡыған, саҡ ҡына һуңыраҡ тамамалаған икән. Ғәзизә күпме генә оноторға тырышмаһын, Өфө тиһәләр, иң тәүҙә күҙ алдына Дим менән уның әсәһенең йөҙҙәре килә лә, баҫа. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Ике меңенсе йылдарға тиклем Мөнәүиров эшләгәйне, хәҙер ни хәлдә икән? – тип һораны.
– Хөсәйен Әхиәр улы яңыраҡ үлде. Беҙҙә һуңғы йылдарын социаль мәсьәләләр буйынса зам булып эшләгәйне, беҙгә ерләргә тура килде, – тине ярҙамсы Ғәзизәнең ҡайғыһын уртаҡлашҡандай.
– Ҡайһылай ҡыҙғаныс... – тип кенә ҡуйҙы Ғәзизә нимә әйтергә белмәй. – Ҡатыны иҫән-һаумы икән?
– Шәмсинур апаймы, уға нимә булһын, һин дә мин йөрөп ята. Теләйһегеҙме, осраштыра алам?
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй, тип ҡото осто Ғәзизә. Әйтерһең, элекке башлыҡтың ҡатыны ишек артында көтөп тора инде.
– Ә малайы нисек икән, исеме нисек әле, онотҡанмын...
– Ә, Димде әйтәһеңме? Эсә. Аҙналар буйы, ятып эсә. Атай – башлыҡ, аҡса – мул, бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне.
– Ә әле нисек? Әле эшләйме?
– Эшләй һиңә. Беренсе эш хаҡына тиклем эшләй ҙә, шунан ысҡына инде, тыйып тоторлоҡ түгел. Атаһының дуҫтары һорағанға ғына тотабыҙ.
Икенсе көнөнә Ғәзизә түҙмәне, ярҙамсыға:
– Дим менән һөйләшеп булмаҫмы икән, – тип, уңайһыҙланып ҡына, үтенесен белдерҙе.
Күрәһең, ярҙамсы, кәрәк була ҡалһа, тип алдан уҡ телефондарын хәстәрләп ҡуйғандыр. Шылтырата ла башланы.
– Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы! Күптәр күренгәнегеҙ, килгәнегеҙ юҡ. Баҡсаның ҡоймаһы юғалған, тинегеҙме? Киләһе аҙнаға шылтыратығыҙ, әйтегеҙ, эшләтербеҙ. Дим Хөсәйенович ҡайҙа йөрөй икән? Юҡ, юҡ, эсергә түгел. Мин, ғөмүмән, эсмәйем. Бына, бергә уҡыған һабаҡташы килгән, һөйләшергә теләй. Ғәзизә Ниғмәт ҡыҙы. Әллә һеҙ танышмы? Ҡайһылай йәтеш! Әле ул эргәмдә ултыра, һеҙҙең менән һөйләшергә теләй.
Ғәзизә телефонды ҡалтыранған ҡулдары менән алды ла, көс-хәл менән:
– Алло, һаумыһығыҙ! – тине.
– Ә, Ғәзизә, ҡыҙым, һине иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ! Шул тиклем үкенесле булды, Дим һине ярата ине бит, – тип теҙеп һөйләп алып китте.
Ә Мөнәүировтар үткән йылдарҙа тик кенә ятмаған икән. Күрәһең, шым ғына Ғәзизәнең карьера яһауын, алыҫтан булһа ла, аңдып, күҙәтеп ятҡандар. Хатта, “ул үҫтерәһеңме, ҡыҙмы, уға утыҙ йәштәр булырға тейеш”, – тип белеп торалар, онотмағандар. Ҡарсыҡ Димдең уны нисек яратыуы, бер нисә тапҡыр уҡталып ҡуйыуы, ләкин уңайһыҙланыуы хаҡында ҡат-ҡат һөйләнде һүҙ араһында.
– Ул үҫтерҙем, өйләнде, ике балаһы бар, Италияла йәшәйҙәр, – тип һөйләнде Ғәзизә.
Ҡарсыҡ һоҡланыуын йәшермәне. О, минең ейәнем бүлә-бүләсәләрем менән Италияның үҙендә йәшәй! Эх, бер барып төшөргә ине, тип һөйләнеп тә алды. Һин, ҡыҙым, беҙгә фотоларын күрһәртерһең ул, бәлки бер нисәүһен ҡалдырырһың? –тине ул өмөт менән. – Үҙебеҙгә төш! Хәҙер үк кил, юғиһә, барып алам, тип ҡарсыҡ һөйләнгәс, Ғәзизә эргәләренә барырға ризалыҡ бирҙе. Киске һигеҙгә, тип һөйләштеләр.
– Донъя хәлен белеп булмай, тине ҡатын, ярҙамсыға. – Мөмкин булһа, бер-ике һаҡсы алығыҙ. Ҡарсыҡ бер аҙ “еңеләйә” башлаған, шикелле, – тип өҫтәне.
Килеп төштөләр. Алда – “Ленд-круизер”, артта – “Мерседес”, багажник тулы һый-хөрмәт, Быныһын, ярай, Ғәзизә, барғас, күреп ҡалды.
– Мин әйтмәйенсә, бер нимә лә сығармаясаҡһығыҙ! – тип күрһәтмә бирҙе. – Ул эсәсәк, Димде әйтәм, аҙаҡ беҙҙе ғәйепле итәсәктәр. Ә мин уны айныҡ килеш күрергә теләйем.
– Ә һин, ҡыҙым, беҙҙе онотманыңмы? Италиялағы Спартак ейәнебеҙ беҙҙең хаҡта беләме? –Һорауҙарына яуап биреп кенә өлгөр.
Әлбиттә, килендәре ҡайһы бер деталдәр хаҡында хәтерләй. Спартак уларҙы белә, хатта күргеһе килә, тип яуаплай. Нимә, Ғәзизә, алйыған ҡарсыҡҡа әйләнгән һайын, һеҙ ҡыуып сығарғас та, ауырымды төшөрттөм, тип ҡат-ҡат әйтеп торһонмо? Ә Дим ҡартайған, таушалған... Ныҡ эскәне йөҙөнә сыҡҡан. Ҡулдары ҡалтыранып тора. Ҡара әле, ҡосаҡларға итә бит әле, етмәһә. Эргәлә генә йәйге баҡса, шунда ниндәйҙер шикле ирҙәр шәшлек бешерә икән, шунда улттырҙылар. Күпме генә саҡырмаһындар, Ғәзизә өйгә кереүҙән баш тартты. Үҙен әрләп, мәсхәрә итеп сығарған тупһаны күрергә көсө етмәне. Ярҙамсы “Тойота”ның багажнигына бер нисә тапҡыр уҡталып ҡарағайны, Ғәзизә тыйҙы. Тегеһе үҙ урынын белә, аҙаҡ өндәшмәне.
Ғәзизә менән Дим баҡса буйлап йөрөп килделәр.
– Ә мин һине һаман төшөмдә күрәм, – тине ҡатын тегегә еңелсә һыйынып. Уныһы күҙ алдында ирене лә ҡуйҙы.
– Ә мин һине һаман яратам.
– Ҡуй һорама. Һинең һымаҡтар тура килмәне. Береһе – эсте, икенсеһе – ялҡау.
– Күрәһең бит, һине көтәм.
– Саҡырһам, минең менән китәһеңме?
– Мин һинең менән Ер сигенә йәйәүләп барырға ла риза хәҙер, ҡәҙерлем! Ә һин мине алып китәһеңме?
– Ошо минуттарҙы мин ғүмерем буйы көттөм. Миңә бит хәҙер пенсияға ла ваҡыт етеп килә. Ғүмеремдең аҙағында булһа ла, ир ҡатыны булып йәшәгем килә. – Был һүҙҙәрҙе ҡатын ихлас әйтте, хатта күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. – Мин бит һине шул тиклем яраттым, бәхетле булғым килде.
– Ана, күрәһеңме минең әсәйҙе, ул беҙҙе бәхетһеҙ итте, убырлы ҡарсыҡ! Бөтәһе лә шулай, ти.
Икенсе көнөнә кафе эргәһендә тағы осраштылар. Был юлы ҡатын тәүәккәлерәк булды:
– Әҙерләнеү өсөн нисә көн кәрәк?
– Бер сәғәт. Күп булһа, ике сәғәт. Паспорт үҙем менән, хеҙмәт кенәгәһен һуңынан алырбыҙ.
Йома кис күргәҙмә тамамланды, хушлашыу банкеты, иҫтәлеккә бүләктәр өләшеү, ҡунаҡханаға ҡарсыҡ менән улын тиҙ үткәрҙеләр. Улары Ғәзизә урынлашҡан номерҙы ҡарап, таң ҡалдылар. Ҡатын әйберҙәрҙе тейәп, аэропортҡа оҙатып ҡуйҙы, һаман да өтәләнеп, ярҙамсы йөрөй. Ҡарсыҡ менән улы алдына кофе, коньяк, һыра ултырттылар. Самолет осорға ла ваҡыт аҙ ҡалып бара. Ярҙамсы ашыҡтыра башланы, Димгә лә билет алып, ултыртып ебәрергә кәрәк бит әле. Уныһы шым ултыра беләме һуң инде, алдына затлы коньяк шешәһе килеп ултырғас, яртылаш бүҫкәртеп тә ҡуйҙы. Бүҫкәртһен, үҙе һатып алған түгел бит.
Ә Ғәзизә нимә эшләне? Сығып, “Тойота”ға ултырҙы ла, шоферға: “Аэропортҡа!” – тип бойороҡ бирҙе. Улар 20 минутта аэропортҡа килеп етте һәм ҡапҡа аша туп-тура трап эргәнә үтте. Шул ваҡыт Ғәзизә телефонын ҡараны. Туҡтауһыҙ ярҙамсы шылтырата икән.
– Һеҙҙең өсөн борсолабыҙ. Самолетҡа һуңламайһығыҙмы?
– Минең өсөн борсолмағыҙ, – тине Ғәзизә ҡоро ғына. – Ә ҡунаҡтарҙы үҙең оҙатып ҡуй.
– Төшөндөм, Ғәзизә Ниғмәтовна. Тимәк, ул ҡала?
– Ҡалмай, кемгә кәрәк ул? Айныҡ сағында үҙенә әйтерһең, Галя, ничья – 1:1 булды, – тип әйтте, тиерһең.
– Аңлашылды-ы, тине тегеһе һуҙып ҡына. – Ә былар, Италияға барабыҙ, тип ултыралар ул.
Ғәзизә ҡыуаныу ҙа, үс ҡаныу ҙа тойғоһо кисермәне. Уның күңеле буш ине…