+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Май 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2. Хикәйә Беренсе бүлек.

Ринат хәҙер көн дә дауахана юлын тапай. Малайҙың, үҙегеҙ беләһегеҙ, егәрле икәнлеге күптән мәғлүм. Бында эше лә табылып тора. Үҙен мәктәптә лә яратып өлгөрҙөләр. Иртән иртүк мәктәпкә барып ултыра, унда ашаталар, ҡайтыуына әпәт аш көтөп тора. Шунан һуң ҡала буйлап сыға Ринат, ваҡ-төйәк эш эҙләй. Бер мәл урындағы баҙарға эйәләшеп алды. Үҙенән тыш тағы ла бер 5-6 малай тегендә-бында йомош-юлға йөрөй, үҙҙәренсә ярҙам итә. Ә бында Ҡафтау аръяғынан килгән алыпһатарҙар байтаҡ. Күберәк еләк-емеш һаталар, аҡсалары ла мул. Әле самай ҡауын-ҡарбуздың өлгөргән сағы, халыҡ та күп, берәмләп тә, унарлап та, тоҡлап та алалар. Эшләһәң, табыла бит инде, Төштән һуң килгән малайҙар тегеләрҙең йомоштарын үтәп байтаҡ аҡса алып ҡайта. Хәйер, байтаҡ, тиһәң, мул булыр ул. Бындағылар өсөн 100 һум да, 50 һум да – ҙур дәүләт. Малайҙар, эш юҡ, тип ҡайтырға йөрөйҙәр ине, ҡарбуз тейәгән бер “фура” килеп туҡтаны. Машинаһынан саҡ ҡына бәләкәйерәк водитель төштө һәм үҙ телендә нимәлер һөрәнләне. Күренеп тора, ябай водитель түгел.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2.

Хикәйә
Беренсе бүлек.
Ваҡиғалар көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәреп торҙо, Ринат уҡыған мәктәпкә тикшереүселәр йышайҙы, директор бик кәйефһеҙ йөрөй, хатта ҡайһы ваҡыт уҡыусыларҙың көлгәне ишетелмәй, шаярғандары күренмәй. Берәүҙәр мәғариф идаралығын ғәйепләһә, икенселәр Ринатты әрләй. Шул инде, тиҙәр күптәр, ике һыныҡ икмәк өсөн дә тауыш күтәрмәһәләр... Ана, миллиардлап урлағандарға бер яза ла юҡ. Хатта кемдер ике һыныҡты күбәйтеп, тотош бер икмәк икән, тип тә һөйләгән. Шуныһы ғына мәғлүм, эш күләмдә түгел. Ринат үҙе йонсоу, ә ҡустыһы ас булған.
Атаһы менән әсәһен хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡаралды, Ринатты интернатҡа ебәрәләр икән, тип тә һөйләнеләр. Эйе, барҙылар, ләкин бик тиҙ кире ҡайтарҙылар. Сәбәбен үҙегеҙ беләһегеҙ – “балыҡ тотҡандарҙы” унда яҡын юллатмайҙар. Тик малай был хаҡта белмәй, сөнки бында яҡшы, ашаталар, ҡарайҙар, мәктәпкә йөрөргә лә була. Бында тигәнебеҙ – социаль приют тип атала һәм үҙенә ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе, ире рәнйеткән ҡатындарҙы һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы һыйындыра. Шунда беҙҙең Ринат та урындағы ҡаҙна иҫәбенә көн итә. Был хаҡта бәлки артабан һүҙ булыр.
Телефон ҡапыл шылтыраны. Атаһы шылтырата икән:
– Улым, ҡайтып ет, әсәйеңде больницаға алып китәләр. Оҙатып ҡалайыҡ, – тине иламһырап.
Еңел генә әйтә, “ҡайтып ет”. Аҡсаһын да табырға кәрәк бит әле. Ярай, аҡсаһы ла булыр, автобусы бармы икән һуң? Приют мөдиренә ғариза яҙғансы, уныһы килгәнсе, аҡсаһын тапҡансы ярты көн үтеп тә китте. Бында таныштары бар. Береһе 100 һум, икенсеһе 50 һум һонғайны, юллыҡ аҡса ла булды. Күстәнәс-маҙар алып торманы, ҡунаҡтан ҡайтып килмәй бит. Аҡса ла эшләп йөрөмәй, Азат ҡустыһы ла өйҙә юҡ. Әйткәндәй, ҡустыһын теге ваҡыт уҡ үҙе һымаҡтар эргәһенә, ярҙамсы мәктәпкә, урынлаштырҙылар. Ринат белә, ҡустыһына мәктәптә оҡшамай. Һағына, ҡайтҡыһы килә. Барған һайын, көс-хәл менән айырылашалар, шуға, күренмәүең хәйерле.
Ике сәғәт тә үтмәне, өйөнә ҡайтып етте. Атаһы, һәр ваҡыттағыса, ҡыҙмаса, һүгенә-һүгенә кемделер әрләй. Был юлы күберәк кейәүе Таһирға эләгә. Уныһы ла бер ҡомһоҙ, эшем эйәһе инде. Йүнләп ҡарамағас, һыйыр ятып үлгән. Ярай, бысаҡлап өлгөргәндәр. Юғиһә, әрәм булыр ине. Аталары һуҡмыш баштан итте һатыу менән шөғөлләнеп ҡараған да, айныҡ кеше башҡара алмағанды, иҫеректең нисек ҡулынан килһен инде, ярай әле, Таһир кейәүе килеп сыҡҡан һәм ярҙам итергә теләк белдергән. Таһирмы һуң инде ағай-энегә ярҙам итә торған кеше? Итең ябыҡ, алыусы юҡ, тип әллә күпме алдаштырып йөрөнө. “Бурысҡа өләштем, юҡҡа ҡатнаштым”, – тип зарланды. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, әле һаман аҡсаһын бирмәгән икән. Ҡыҫҡаһы, һыйыр һынлы һыйыр һатыуҙан быҙау хаҡы ла сыҡманы. Килгән-киткәндә кейәүҙәре ҡайнағаһына күпмелер аҡса тоттороп, арзанлы араҡы эсереп, уныһына ҡиммәт хаҡ ҡуйып әле һаман мутлашып йөрөй. Әллә кемдәр түләй, тиме шунда...
Әллә түләй, әллә алдаштыра инде.
– Бына, әсәйеңә ҡағыҙ бирҙеләр, район дауаханаһына һалырҙар. Үҙең алып барып, оҙатып ҡуй, хәлен белеп йөрө! Әсәйең бит ул! Һуңынан үкенерлек булмаһын! Иртәгә бергәләп китерһегеҙ инде. Мин яңғыҙ ҡалам, – тип хатта илап ебәрҙе.
***
Ринат хәҙер көн дә дауахана юлын тапай. Малайҙың, үҙегеҙ беләһегеҙ, егәрле икәнлеге күптән мәғлүм. Бында эше лә табылып тора. Үҙен мәктәптә лә яратып өлгөрҙөләр. Иртән иртүк мәктәпкә барып ултыра, унда ашаталар, ҡайтыуына әпәт аш көтөп тора. Шунан һуң ҡала буйлап сыға Ринат, ваҡ-төйәк эш эҙләй. Бер мәл урындағы баҙарға эйәләшеп алды. Үҙенән тыш тағы ла бер 5-6 малай тегендә-бында йомош-юлға йөрөй, үҙҙәренсә ярҙам итә. Ә бында Ҡафтау аръяғынан килгән алыпһатарҙар байтаҡ. Күберәк еләк-емеш һаталар, аҡсалары ла мул. Әле самай ҡауын-ҡарбуздың өлгөргән сағы, халыҡ та күп, берәмләп тә, унарлап та, тоҡлап та алалар. Эшләһәң, табыла бит инде, Төштән һуң килгән малайҙар тегеләрҙең йомоштарын үтәп байтаҡ аҡса алып ҡайта. Хәйер, байтаҡ, тиһәң, мул булыр ул. Бындағылар өсөн 100 һум да, 50 һум да – ҙур дәүләт.
Малайҙар, эш юҡ, тип ҡайтырға йөрөйҙәр ине, ҡарбуз тейәгән бер “фура” килеп туҡтаны. Машинаһынан саҡ ҡына бәләкәйерәк водитель төштө һәм үҙ телендә нимәлер һөрәнләне. Күренеп тора, ябай водитель түгел. Шуғамылыр, эргәһенә эркелешеп йыйылдылар. Ринат, бәлки берәй эш килеп сығыр, тигән ҡиәфәт менән әлегә ҡабаланмай, бер аҙ көтөргә булды. Ҡалала уның һымаҡ малайҙар күп түгел, шулай ҙа, бар икән. Әрһеҙләшеп, һәр эшкә тотонорға әҙер икәнлеген күргәс, йәштәштәре лә, бындағы алыпһатарҙар ҙа Ринатҡа ышаныс менән ҡарайҙар. Хатта бер мәл ҡаланан төшкән бер-ике асарбаҡ, малайҙарҙың эшен тартып алып, үҙҙәрен ҡыуырға самалағайнылар, сауҙагәрҙәр быға юл ҡуйманы. Хужаларға берәҙәктәрҙең алам-һаламға кейенеүе, ҡулдарын түгел, биттәрен дә йыумауҙары оҡшаманы. Хәҙер халыҡ таҙалыҡ ярата, улар бушатҡан ҡарбузды кем һатып алһын?
Тегеләр, үҙ-ара күпмелер һатыулашҡандан һуң, “фура”ны бушатырға булдылар. Унлап малай йыйылып, ваҡ-төйәк “Газель”дарға тултыра ла башланылар. Үҙҙәре үлсәгәс, малайҙар күпме бушатҡандарын белмәйҙәр. Барыһы менән дә бригадир һымаҡ бер етәкселәре идара итә. Ҡара мыйыҡлы оҙон ағай, былай малайҙарға иғтибарлы, ҙур бысағын сығарып ҡарбуздарҙы телеп тә ебәрә, малайҙарға берәмләп тоттороп сыға. Ҡайһы ваҡыт исемдәрен дә һораша. Ринат шуға төшөндө, ошо бригадирға яҡыныраҡ булырға кәрәк. Ул эш бирһә, була, әгәр оҡшатмаһа, яҡын да юлатмаясаҡтар.
Ҡарбузды күпмелер бушатҡандан һуң эште ҡапыл туҡтаттылар. Бригадир һыҙғырыуға, эргәһенә малайҙар йыйылды. Ул бармаҡтарын төкөрөкләп, йөк бушатыусыларҙың һәр береһенә икешәр йөҙлөк тоттороп сыҡты. Малайҙар ҡәнәғәт ине, ҡара әле, әҙ генә эшләнеләр, шул тиклем бирҙе лә ҡуйҙы. Улай ғына түгел әле, берәр ҡарбуз алырға ҡушты. Малайҙар кеҫәләренә аҡсаларын йәшереп, ҡарбуздарын ҡосаҡлап, туҡталышҡа ашыҡты. Ринат ҡарбуз һайлағансы, эргәһенә тағы ла бригадир килде һәм көтөп торорға ҡушты. Бәй, эш бөттө, тағы нимә кәрәк икән? Бригадир:
– Маладис, егет! Һин миңә оҡшайһың! Исфаханда минең һинең һымаҡ улым үҫә, һиңә улым һымаҡ ҡарайым. Иртәгә килә алаһыңмы?
– Төштән һуң киләм, – тине Ринат.
– Сәғәт өстән ҡалма! – тине тегеһе.
Ринат:
– Икенән һуң килә алам, – тине.
– Ярай, мин һеҙҙе икенән һуң көтәм.
Ринат ашығып, туҡталышҡа барһа, иптәштәре китеп бөткән, теге ике асарбаҡ ҡына ултыра. Береһе малайҙы күреү менән:
– Ана, беҙҙең ҡарбуз килде, – тип икенсеһенә өндәште.
– Беҙҙең ҡарбузды бир! – тип һикереп торҙо уныһы.
Ринатмы һуң инде уларға тоттора торған кеше? Күҙ асып, йомғансы, ҡарбузын ҡыҫып тотто ла, машиналар араһына кереп юғалды. Ул арала булмай, Ринат, тип өндәштеләр. Ҡараһа, бригадир тора:
– Ринат, нимә булды? – тип һораны.
Нимә тип әйтһен, асарбаҡтар ҡарбузымды талай, тиһенме? Мәктәптә уҡығанда ла Мараттың ошаҡлашыуҙарынан миктәгән малай ундайҙарҙы яратмай. Өндәшмәне. Шул ваҡыт теге ике асарбаҡ йүгерешеп килеп сыҡты һәм бригадирҙы күргәс, ҡурҡыштарынан шул ыңғай юҡ булдылар. Хатта бригадир үҙе көлөп ебәрҙе:
– Ҡарбузыңды талап алырға итәләрме ни? – тине ул көлөп. – Ҡалағамы? Әйҙә, беҙгә ултыр! Ҡайҙа тиклем бараһың?
Юл ыңғайы ҡайҙа уҡыуын, ғаилә хәлен һорашып барҙы. Ағай Ринатты дауахана эргәһендә үк ҡалдырып китте. Әсәһе эргәһенә олоғара ҡарбуз тотоп килеп кергәс, ҡыуаныуын күрһәгеҙ!
– Бына, улым ҡарбуз килтергән, – тип телеп, һәр береһенә өләшеп сыҡты.
Ринат һыуһағайны, үҙе лә ашаны. Ҡараңғы төшмәҫ борон приют яғына ыңғайланы. Малай мәктәбен, класташтарын һағына. Былай Гөлнур менән көн һайын телефон аша һөйләшеп, хәл белешеп тора, ҡулынан килгәнсә, дәрестәренән дә ярҙам итә. Шулай ҙа телефон аша ғына ярҙам итеп булмай шул, эргәһендә ултырып, бер-береңдең күҙенә ҡарап аралашыуға етәме һуң инде? Ринат әле бәләкәй, һағыныуҙың нимә икәнен белмәй, күңеленән юҡһыныуын, күрергә теләүен һиҙә.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: