Барҙы ла ҡайтты, онотолоп, эшкә күмелде. Шулай шул, олоғайыу ғәләмәтелер, эш тип, тыуған яҡтарҙы бөтөнләй хәтерҙән сығарҙы. Хәйер, кисә иҫенә төштө, алып ҡайтҡан бүләктәрен барлап, стенкаға ултыртмаған икән. Бөгөн шул эш менән мәшғүл була ине, аҫтан консьерж шылтыратты.
–Һеҙгә яҡташтарығыҙ килгән, – тине ишек төбөндә ултырған ҡатын.
– Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙе лә көтмәйем, – тине Ғәзизә һәм трубканы һалып ҡуйҙы. Ул үҙенең хоҡуҡтарын белә.
Күңелендә шик яралды. Кем килеүе ихтимал? Еңелсә кейенде лә, тиҙ генә аҫҡа төштө һәм тышҡа сыҡҡас, аптырап ҡалды. Подъезд алдындағы ултырғыста Димдең әсәһе – Шәмсинур ҡарсыҡ – ултыра. Ғәзизә һелкенмәне лә. Тормошта эҫеһен-һыуығын күп татыған ҡатын саҡ ҡына ла аптыраманы, хатта күңелендә ниндәйҙер бер мәкерле тойғо – үс алыу тойғоһо – яралғандай булды. Ҡара әле, ҡасандыр үҙен эт урынына әрләп, ишек төбөнән ҡыуып сығарған ҡарсыҡ үҙе килеп мөлдөрәп торһон әле! Ҡул бирештеләр, күрештеләр, артыҡ хис-тойғо белдермәнеләр.
– Көтмәгәнеңде беләм, – тине ҡарсыҡ. – Поезд менән килгән булғайным. Вахтасылар йонсотто, сәй ҙә эсә алманым. Бер генә сынаяҡ сәй эсер ҙә, сығарып ебәрерһең. Йомошом да әллә ни ҙур түгел.
Өйөндә барыһы ла бар, Ғәзизә Шәмсинур ҡарсыҡты өйөнә саҡырҙы. Үҙе саҡырылмаған ҡунағының һәр аҙымын ентекләп күҙәтеп торҙо. Ҡатындың иркен, уңайлы фатиры ҡарсыҡта әллә ни хис-тойғолар уятманы, шикелле. Ни тиһәң дә, иң ҙур түрәнең ҡатыны сифатында донъяның артына тибеп йәшәп өйрәнгән кеше, бындайҙы ғына күргәне барҙыр.
Ғәзизә һаман аңлай алмай: адресты ҡайҙан тапҡан, нисек килгән һәм, иң мөһиме, ни өсөн килгән? Улы менән килһә, тағы бер хәл, яңғыҙ бит әле.
– Поезда һорашҡайным, һине белмәгән кеше юҡ икән, ҡыҙым, – тине аптырап ҡарсыҡ. Бына бит, бында килеп, ҙур кеше булғанһың. Өфөлә, белмәйем, белмәйем, бындай карьера яһай алыр инеңме икән? Беҙҙә түрәлеккә ҡатын-ҡыҙҙы бик үҫендермәйҙәр, үҙең беләһең.
Туҡта, был ҡарсыҡ, әгәр беҙ ҡыуалап сығарып, ошонда килеп йығылмаһаң, әлегеләй карьера яһай алмаҫ инең, тип ымлай түгелме һуң? Шулай ҙа, Ғәзизә өндәшмәне.
Өҫтәл артына ултырҙылар, Ғәзизә үҙе өсөн шундай ҡарарға килде: ни тиһә лә, яҡташы, үткән тормошонда, насар булһа ла, ниндәйҙер урын тотҡан ҡарсыҡ, аҙмы-күпме тәрбиә күрһәтеп, оҙатырға кәрәк булыр. Ғәзизәлә үҙе бығаса кисермәгән килен ҡомары уянды.
– Әйҙәгеҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы, иң тәүҙә душҡа инеп сығығыҙ, – тип, Ғәзизә, ҡарсыҡты, етәкләп тигәндәй, йыуыныу бүлмәһенә әйҙәне. Ваннаһына күбекләтеп һыу тултырҙы. Йыуынып сығыуына, өр-яңы халат менән көтөп торҙо. Ә инде ҡунаҡ бүлмәһенә индереп, карауатҡа урынлаштырғас, ҡунаҡ ҡарсыҡ тамам ирене лә ҡуйҙы. Өтәләнеп йөрөп, эргәһендәге өҫтәлгә сәй ҡуйҙы, үҙебеҙҙең башҡорт балы, тип (һуңғы командировканан күстәнәсе) яңы һауыт асты.
Шәмсинур ҡарсыҡ, эҫетте, ахыры, тигәс, тиҙ генә елләткесен эшләтеп ебәрҙе.
Әллә төнө буйы һөйләшеп ултырҙылар инде? Әллә күпме сәй эстеләр. Ғәзизә, ҡунаҡ хөрмәтенә, тип шешәгә ымлағайны, ҡарсыҡ сәсрәп, тигәндәй китте:
– Юҡ, юҡ! Ауыҙға алаһым юҡ! Етте, эскән кешене күп күрҙем инде. Атаһы шуның менән ғүмерен ҡыҫҡартты, улы хәҙер шешә төбөнән уҙа алмай...
Таңға ҡарай ғына бер килке йоҡлап алдылар. Шунан һуң Ғәзизә Ниғмәтовна эшенә шылтыратып: “Ашығыс эштәрем юҡ, төштән һуң ғына булам”, – тип осрашыуҙарын күсереп тороуҙарын һораны. Магазинға төшөп, әйберҙәр алғанда консьерж ҡатын: “Ҡайһылай йәшәреп киттегеҙ, Ғәзизә Ниғмәтовна!”– тип йылы һүҙ әйтеп ҡалды. Баяғы, ниндәй ҡарсыҡ килде ул һеҙгә, тип һорашҡыһы, белешкеһе килә инде. Ошонда ун йыл йәшәп, бер кем килмәгәнен, ҡапыл ҡарсыҡтың килеп төшөүен әйт әле. Магазиндан әйбер алып, шым ғына ишектән инеүенә, Шәмсинур ҡарсыҡ залда телевизор ҡарап ултыра ине.
– Ә мин һине, ҡыҙым, эшкә киткәнһеңдер, тип уйлаһам, – тине ул Ғәзизәне өйҙә күреп.
Тағы элекке таныштарҙы иҫкә төшөрҙөләр, кисә онотолғандарын барланылар. Шунан һуң ҡарсыҡ ҡатындың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Һин, ҡыҙым, һаман мине, был алйыған ни эшләп килде икән, тип аптырайһыңдыр инде.
Ғәзизә өндәшмәне. Ниңә килгәнен үҙе әйтер әле.
– Әгәр, ҡыҙым, һин мине ғәфү үтенергә килгән, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Сөнки шуны беләм, минең ғәфү үтенеүем һиңә кәрәк түгел. Һәм ҡоро һүҙҙәр менән генә бер нимәне лә төҙәтеп булмай. Шуны бел, ҡыҙым: атаһы менән беҙ һине йыш иҫкә төшөрә, хәтерләй торғайныҡ.
– Ҡуйығыҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы. Ниңә хәҙер үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп торорға? – тине Ғәзизә. – Мин былар хаҡында күптән онотҡайным инде. Эшкә күмелдем. Эш араһында, бәлки ара-тирә хәтергә төшкәндер, ә былай – юҡ.
– Ышанмайым, – тине ҡарсыҡ. – Әгәр онотҡан булһаң, шылтыратып аҙапланмаҫ инең. Ә миңә нимәлер кәрәк, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Миңә бер нимә лә кәрәкмәй, – тине ҡарсыҡ. Минең бер генә үтенесем бар. Мөмкин булһа, ейәнемдең, бүлә-бүләсәрҙәремдең фотоһын ғына күрһәт.
Ошо урында Ғәзизә телһеҙ ҡалды. Юҡҡа теге ваҡыт дөрөҫөн һөйләмәне. Был шыпа ышанған да ҡуйған.
Ғәзизә тәрән итеп тын алды. Етмәне. Тағы бер тапҡыр тын алды. Тыныс бул, тип эстән генә үҙен дәртләндерҙе. Һин әйтер һүҙеңде әйтергә тейешһең. Һеҙ, һеҙҙең арҡала мин яңғыҙ ҡалдым. Юҡ, юҡ, былай түгел. Ғәзизә бар көсөн йыйып, ҡарсыҡҡа ҡараны. Тегеһе һаман мөлдөрәп, көтөп ултыра. Фотоһүрәттәргә өмөт итә була инде.
– Юҡ, – тине Ғәзизә ҡаты итеп. – Мин һеҙгә теге ваҡыт дөрөҫөн һөйләмәнем. Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе алданым. Шулай булғас, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Беҙҙе бәйләүсе бер нимә лә юҡ, йәнегеҙ теләгәнсә ҡунаҡ булығыҙ, Шәмсинур апай. Теләһәгеҙ, мин һеҙҙе урындағы профилакторийға бер-ике аҙнаға урынлаштыра алам. Ял итеп, һаулығығыҙҙы нығытып ҡайтырһығыҙ. Әгәр юҡ икән, мин һеҙҙе оҙатып ҡуя алам.
Ғәзизә ҡарсыҡҡа ҡараны һәм аптырап ҡалды. Ҡарсыҡтың йөҙө – электән яратып уйнаған уйынсығын юғалтҡан баланыҡы һымаҡ, ә күҙҙәренән өнһөҙ генә йәш аға ине.