-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Май 2020, 11:06

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2. Хикәйә Икенсе бүлек.

Әмәлгә ҡалғандай, быйыл көҙ иртә килде. Һыуыҡтар башланды, оҙаҡ ҡына ямғыр яуып алды. Приюттан – мәктәпкә, мәктәптән яңынан приютҡа, аҙаҡ – дауаханаға, баҙар араһында ямғырҙан күшегеп, йүгереп йөрөгән малайға бик аҙҙар ғына иғтибар итте. Ринат – тырыш, аҡыллы малай – “4”-“5”-кә генә уҡығас, тәртипле булғас, ҡайҙа һораһа ла, ебәрҙеләр. Ана бит, әсәһе дауаханала ята, көн һайын Ринат уға барып етергә лә өлгөрә. Ярай, Азатын да матур ғына урынлаштырҙылар. Кем белә, бәлки уныһы атлап та китер. Ә бына атаһына ышаныс юҡ. Баҙарға килтереп, һыйырын да һата алмаған кешенән нимә көтәһең инде? Хәйер, аҡса ҡулына эләкһә лә, барыбер эсеп бөтөрөр ине. Ринаттың әсәһе тәҙрә тупһаһына һөйәнеп, ямғырҙан күшеккән ағастарға ҡарай. Һап-һары ҡайын япраҡтары, алтын япма һымаҡ, ерҙе ҡаплаған. Кем йүгереп килә ята унда? Эй, Ринат бит, уның улы! Ҡулына тоҡсай тотҡан бит әле, күстәнәс килтерәйем, тиҙер инде. Ринат килеп тә керҙе, әсәһенә күстәнәстәре менән тоҡсайын тотторҙо ла, сығып та йүгерҙе. “Баҙарҙа иптәштәрем көтә”, – тигән була...

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2.

Хикәйә
Икенсе бүлек.
Әмәлгә ҡалғандай, быйыл көҙ иртә килде. Һыуыҡтар башланды, оҙаҡ ҡына ямғыр яуып алды. Приюттан – мәктәпкә, мәктәптән яңынан приютҡа, аҙаҡ – дауаханаға, баҙар араһында ямғырҙан күшегеп, йүгереп йөрөгән малайға бик аҙҙар ғына иғтибар итте. Ринат – тырыш, аҡыллы малай – “4”-“5”-кә генә уҡығас, тәртипле булғас, ҡайҙа һораһа ла, ебәрҙеләр. Ана бит, әсәһе дауаханала ята, көн һайын Ринат уға барып етергә лә өлгөрә. Ярай, Азатын да матур ғына урынлаштырҙылар. Кем белә, бәлки уныһы атлап та китер. Ә бына атаһына ышаныс юҡ. Баҙарға килтереп, һыйырын да һата алмаған кешенән нимә көтәһең инде? Хәйер, аҡса ҡулына эләкһә лә, барыбер эсеп бөтөрөр ине.
Ринаттың әсәһе тәҙрә тупһаһына һөйәнеп, ямғырҙан күшеккән ағастарға ҡарай. Һап-һары ҡайын япраҡтары, алтын япма һымаҡ, ерҙе ҡаплаған. Кем йүгереп килә ята унда? Эй, Ринат бит, уның улы! Ҡулына тоҡсай тотҡан бит әле, күстәнәс килтерәйем, тиҙер инде. Ринат килеп тә керҙе, әсәһенә күстәнәстәре менән тоҡсайын тотторҙо ла, сығып та йүгерҙе. “Баҙарҙа иптәштәрем көтә”, – тигән була...
Теге, бригадир тигәндәре, Роман, давай, давай, тип көтөп тора. Ҡарбуз бушатыу анһат эш түгел, ныҡ тоторға кәрәк. Еүешләнгәс, ҡулдарҙан шыуып сығырға ғына тора. Әгәр төшөрөп ярһаң, үҙеңә түләргә тура килә. Ринат ныҡ тотондо. Әле уның ҡулынан бер ҡарбуз да ысҡынғаны юҡ. Был эш ваҡ, әҙ түләйҙәр, ололар бик тотоноп бармай. Ана, малай-шалайға ҡушығыҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә малай-шалай шуны көтөп кенә тора. “Камаз”ды бушатып бөтөп киләләр инде. Роман үҙенең эргәһенә Ринатты саҡыртып алды һәм келәттең теге башындағы бүлмәһенә саҡырҙы:
– Һин, малай, ышаныслы күренәһең, – тине ул ауыр ҡулдарын Ринаттың елкәһенә һалып. – Мин һиңә эш тәҡдим итәм. Бына, тоҡто күрәһеңме, ҡара. Эре һыҙатлы тоҡ, һары төҫтә. Ошо тоҡ һымаҡ, төптән өсәү сығасаҡ. Унда нимә икәнлеген беләһеңе?
– Белмәйем, Роман ағай, – тине Ринат.
– Белмә! Белеүең кәрәкмәй. Ҡамыштар менән бергә һыпырып алып, бынау тимер йәшниккә һалаһың. Ҡара уны, бынауһына һалаһың, бутап ҡуйма!
Ринат – тыңлаусан малай. Ринатҡа ышанысты яуларға кәрәк. Тоҡ эсендә нимә икәнлеге уны ҡыҙыҡһындырмай. Роман ағай: “Мин һиңә ышанам”, – тине. Ринат уның ышанысын аҡлаясаҡ.
Тап шулай булды ла. Теге оҙонса тоҡтар килеп сығыу менән, Ринат уларҙы, ҡамыш менән бергә, күтәреп алды ла, теге тимер йәшниккә илтеп тә һалды. Шунан, кире менеп, тағы ла соҡондо. Бәлки тороп ҡалғандыр. Төшөүенә, теге йәшник юҡ ине. Роман эргәһенән үтеп барғанда, арҡаһынан һөйөп үтте:
– Маладис, егет! Һинең менән ат урларға була, – тине.
Ҡайтыр алдынан малайҙарға аҡса тотторҙолар. Ринат үҙенә бирелгән 100 һум эсендә тағы ике йөҙәрлек күреп, телдән ҡала яҙҙы. Был байтаҡ аҡса ла инде! Роман арҡаһынан тағы ла яратты:
– Иртәгә тағы кил, иртәгә һуң да көтәм. Башҡаларға эш булмаһа, булмаҫ, һиңә эш һәр ваҡыт буласаҡ, – тип ышандырҙы.
Тышта ямғыр ҡоя. Был ямғыр ғына нимә инде ул, кәйеф күтәренке, кеҫәлә 300 тәңкә аҡса бар, әсәһенә берәй нәмә алып барырға кәрәк ине. Мәктәптә уҡып йөрөгән малайға күп кәрәкме инде, Ринат дәртләнеп туҡталышҡа йүгерҙе.
Ҡайтыуына уны юллап, мәктәп директоры килгән икән.
– Һине алып ҡайтырға ҡуштылар, – тине Әнүр ағаһы. – Әйберҙәреңде йый, хәҙер ҡайтып китәбеҙ.
Нисек ҡайтырға? Уның бит бында әллә күпме эше бар. Ә әсәһен кем ҡарай? Ринат ҡайтырға риза, ауылын, класташтарын, мәктәбен һағынып та өлгөрҙө. Ә әсәһенең хәлен кем белеп торор? Директор, приют мөдире менән оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң, шундай фекергә килде: малай әлегә бында ҡаласаҡ. Әсәһен дауахананан сығарғанда, ул әсәһе менән бергә ҡайтасаҡ.
Ике-өс көндән Ринат дауаханаға барыуға, уны табип көтөп тора ине.
– Әсәйеңде мин дауалайым, – тине ул төшөнкө генә итеп, – бер ҙә алға китеш тойолмай. Бына, яңы дарыу сыҡҡан, ул Өфөлә бар, тик бик ҡиммәт. Атайың менән һөйләш, аҡса табығыҙ, һатып алығыҙ. Тик тиҙ кәрәк. Ошо аҙна-ун көн эсендә хәл итеп ҡуйһағыҙ, әсәйеңде дауалап буласаҡ.
Ринат дарыу яҙылған ҡағыҙҙы тотоп, иң тәүҙә Таһир еҙнәһенә йүгерҙе. Уныһы, әйтерһең, Ринатты көтөп кенә торған:
– Әйҙә, минең менән, баҡсаға барабыҙ, бынау ҡайнатмаларҙы, ҡыярҙы, помидорҙы баҡса баҙына бушатырға кәрәк. Өҫтән биреп торорһоң, мин аҫтан алып торормон, – тине. Юл буйына аҡса тураһында һөйләне. Белеп тора инде Ринаттың аҡса юллап килгәнен, һиҙә.
– Мәңге бәйләнерлек кеше түгел икәнһегеҙ, – тине малайға Таһир еҙнәһе. – Атайың аҡса һорап йөҙәтә, әсәйеңә нимә ҡалмаған, дауаханала һоранып ята, хәҙер һин килгәнһең. Оят түгелме һеҙгә, шул аҡсаны ла таптыраһығыҙ? – тип һөйләнде лә һөйләнде. Ринаттарҙың һыйырҙарын һатҡандан сыҡҡан аҙмы-күпме аҡса тураһында әйтә инде.
Баҡсаһына барып еттеләр, ҙур ғына өй. Ситтән ҡараһаң, мөгәрәбе барлығы ла һиҙелмәй. Ә мөгәрәптең эсе туп-тулы ҡайнатма ла, ҡыяр ҙа, помидор. Бер мөйөштә, өйөлөп, кишер ята, мөгәрәп эсе тулы картуф, ә еҙнә кеше, аҡса юҡ, тип зарлана. Ошо аҡса түгелме ни? Балалыҡ аҡылы менән Ринат та аңлап тора, һатыр өсөн эшләгәс, баҙарға сығарып һат та, бурысыңды кире ҡайтар. Аңламай еҙнәһенең хәлен Ринат. Һорарға ла шикләнеп тора. Еҙнәһе нисек аңламаһын, әсәһенең ауырығанын белә, тиҙ арала дарыу кәрәк. Бөгөн булмаһа, иртәгә кәрәк. Дауаханала әйттеләр бит, һуңларһығыҙ, аҙаҡ аҡсағыҙ булыр, ләкин дарыуығыҙҙың кәрәге булмаясаҡ, тинеләр. Ҡайтырға сыҡҡайнылар, берәү мискә сығарып ташлаған, еҙнәһе ҡомһоҙ инде, шул тишек мискәне баҡсаһына кереттереп ҡуйҙырҙы. Шулай ҙа, Ринат батырсылыҡ итте:
– Еҙнә, ә ниңә быларҙы сығарып һатмайһың? – тине.
– Аҡылың алтын икән! Хәҙер һатһаң, хаҡы юҡ, ә Яңы йылдан һуң, яҙға табан, ҡиммәтләнәсәк. Һин, ҡәйнеш, уйлайһың инде, еҙнәм бер ҡатлы, бушҡа өләшеп сыға ла, ваҡ-төйәк аҡсаға бурысын түләй, тип. Моғайын, атайың әйткәндер. Ул алкашҡа, күпме бирһәң дә, етмәҫ. Әйтеп ҡуй, аҡса булғас та, ҡайтарам, ә әлегә аҡса юҡ, – тип кеҫәһенән ун һум алып тотторҙо ла, малай менән хушлашты.
Ринат йүгерә-атлай баҙарға барып еткәндә ҡапҡа аша аҙаҡҡы һатып алыусылар сығып килә ине. Ул арала булмай, үҙен Роман күреп ҡалған:
– Ринат, кил әле бында, тип саҡырып алды ул. Бына һиңә тоҡсай, бына адрес яҙылған. Ҡайтышлай, фатирына инеп, ҡалдырып сығырһың. Ишек шаҡыма, ҡыңғырауға өс тапҡыр баҫып ҡына ал. Ә аҡсаһын иртәгә бирермен. Ҡара уны, һаҡ бул! Йорт тирәһендә полиция машинаһы, йә полицейский-маҙар күренһә, ҡалдырып торма, үҙең алып ҡайт! Һөйләштекме?
– Һөйләштек. Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: