ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...–2
Тоҡсайҙы ҡайҙа ҡуйырға? Ринат, тоғро малай, тоҡсайҙан бигерәк, уның эсендәге әйбер өсөн борсола. Бер мөйөшөн саҡ ҡына һүтеп, еҫкәп ҡарағайны, бер нимә лә тойолмай, тәмәкегә оҡшаған, ваҡланған әйбер инде шунда. Ринат тәүәккәлләне. Тоҡсайҙы ташлап китеп булмай, һорап килеүҙәре бар, еҙнәһенең баҡса өйөнә алып барып йәшерергә кәрәк!
Малай оҙаҡ уйлап торманы, баҡсаға илтеүсе автобусҡа ултырып, шул яҡҡа ыңғайланы. Ә ямғыр яуа ла яуа. Һалҡын автобус эсендә тәҙрә аша бер ни ҙә күренмәй. Туҡталыштан һуң байтаҡ атларға кәрәк бит әле. Курткаһы аша һыу үтә башланы, ярай, тоҡсайын ҡуйынына тыҡты. Еүешләнеп ҡуймаһын тағы. Өйгә барып еткәс, ҡойма аша һикереп төштө лә, солан ҡыйығындағы бер шиферҙы алып, эскә төштө һәм өй эсенә инеп, тәүҙә тоҡсайын мейес эсенә тығып ҡуйҙы. Ҡасан кәрәк, шунда килеп алыр. Тик бының өсөн Роман ағаһы менән һөйләшергә кәрәк бит әле. Инде сығырға йыйынғайны, иҫенә төштө: әгәр еҙнәһе килеп мунса яғып, йылынам, тип мейескә яға башлаһа, тоҡсайы харап була бит. Ярай, иҫенә төштө. Тоҡсайҙы кире алып, соланда ятҡан утын араһына тыҡты ла, ваҡ-төйәк утын менән ҡаплаштырып ҡуйҙы.
Ринат тәүҙә дауаханаға барып, әсәһенең хәлен белде. Әсәһе, улын күреү менән:
– Бындағылар дарыуға аҡса һорай. Еҙнәңде күрмәнеңме? Аҡса бирмәйме? – тип һораны. Һораманы, инәлеп-ялбарып үтенде.
Ринат эстән генә һананы: 8 көн ҡалды, әгәр ошо ваҡыт эсендә аҡса таба алмаһа, дарыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ...
Шуға күрә малай, күҙҙәрен ситкә алып:
– Әсәй, аҡса буласаҡ! – тип ышандырыуҙан башҡа һүҙ таба алманы.
Приютҡа ҡайтһа, теге ашнаҡсы апай туҙынып тора.
– Һинең арҡала ҡайта алмайым. Бер кеше өсөн тоталар! Йүнләп аҡса түләһәләр, тағы бер хәл, – тип һөйләнә.
Икенсе көнөнә мәктәптән һуң туп-тура баҙарға барып етте. Ә бындағы хәлдәр бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел икән. Романдың шайкаһына уның көндәштәре ялыу яҙған, депутаттарҙы һөсләтеп ебәргәндәр. Етмәһә, араларында бер-ике насвай ҡулланыусы табылған. Шуларға һылтап, байтаҡ кешене һөрөп сығарғандар. Хатта “Сыйылдаҡ”ты иҫкә төшөрөп, уның яҙмышы, ер туңғас, һыу инеп йөрөүе менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа табылған. Береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр ишеткәндә малайҙың йөрәге өлпөлдәп ҡуйҙы, ҡото осто. Бына, килеп сығырҙар ҙа, ҡулына бығау һалырҙар ҙа, алып китерҙәр һымаҡ тойолдо.
Ринаттың яҙмышы көндән-көн ҡатмарлашты. Иртән үк бер “фура” кереп туҡтаған икән. Малай-шалайҙы шуның ҡауынын бушатырға ялланылар. Тирләп-бешеп эшләп йөрөгәндә малай эргәләренә полицейскийҙың килеүен дә күрмәй ҡалды. Уныһы өндәшмәй генә ҡарап торҙо ла:
– Тәк, был малай ҡайһы мәктәптән? – тип ҡаты ғына өндәште.
– Мин мәктәптән түгел, интернаттан, – тип көс-хәл менән яуап бирҙе Ринат.
– Кил әле бында тиҙ генә!..
Ринат ике лә уйлап торманы, ергә һикерҙе һәм халыҡ араһында юҡ булды. Полицейскийҙың ҡысҡырғаны ғына ишетелеп ҡалды. Шулай итеп, Ринат өсөн баҙарға юл ябылды. Ләкин баҙар мажаралары бының менән генә бөтмәйәсәк. Унда күргәндәре-кисергәндәре малайҙы байтаҡ оҙатып йөрөйәсәк.
Хәҙер Ринат өсөн берҙән-бер юл – Таһир еҙнәһенә барып, баш эйеү генә – ҡала. Белә еҙнәһенең ҡаты кеше икәнлеген. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән аҙыҡ-түлеген үҙе ашамай, йәғни, үҙ ауыҙынан өҙөп, баҙарға ташыған кешенән тағы нимә көтәһең? Аҡса бит күп тә кәрәкмәй, 5 мең бирһә, артығы менән етәсәк. Сит аҡса ла түгел, үҙҙәренекен ҡайтармай. Күпме көтөргә була һуң?
Ишек төбөндә Ринат күренгәс, йөҙө шунда уҡ боҙолдо, өйгә лә саҡырманы. Аҫтыртын йылмайып, нимәлер һөйләнеп кенә ҡуйҙы. Исмаһам, әсәһенең хәлен һорашһа, әйтер ҙә бирер ине, юҡ, өндәшмәй. Улай ғына түгел, үҙе һөжүмгә күсте:
– Һин тағы аҡса һорап килгәнһеңдер инде. Аҡса буласаҡ. Аҡса бар. Май айында килерһең, байрамдар башланғас. Мин һеҙгә аҡса бирмәйем, тип әйтмәнем бит, бирәм, тинем. Алырһығыҙ.
Ринат уның һүҙҙәрен тыңлай-тыңлай төпкә үтте. Әһә, аҡса юҡ, тигән була, стенка алып ултыртҡан, телевизорҙы яңыртҡан, малайының ҡулында – өр-яңы телефон.
– Бик йәтеш килдең, ҡәйнеш, – тине еҙнәһе. – Әйҙә, кейен, бына, ваҡ-төйәкте баҡсаға илтеп киләбеҙ.
Баҡсаға килеүҙәренә, ҡараңғы төшкәйне. Электр уты янмай, Еҙнәһе бер үҙгәреште лә һиҙмәне. “Жигули”ҙан өй мөгәрәбенә байтаҡ әйбер ташынылар. Хужа фонарь яҡтыртып, мөгәрәп эсендәге байлыҡты барланы һәм күңелле генә көй һыҙғырып, кире килеп сыҡты. Шунан һуң, сыҡҡас, “Жигули”-һының тәгәрмәстәренә типкеләп:
– Эй, ҡәйнеш, машинаны яңыртырға ине, килер урын да юҡ, ни һеҙ ярҙам итмәйһегеҙ, – тине.
Нисек ярҙам итмәй? Кем ярҙам итмәй? Һуң, һин ҡайтармаған аҡса ярҙам түгелме ни? Был һүҙҙәр Ринаттың тел осонда тора. Тик меҫкенләнгеһе килмәй. Еҙнәһе – оло кеше – үҙе аңларға тейеш. Әсәһенең хәлен беләме һуң? Белә, бик яҡшы белә. Ләкин ярҙам итергә, ниндәй ярҙам, аҡсаны ҡайтарырға уйламай.
Машина приют эргәһенә килеп туҡтаны.
– Йә, ҡәйнеш, пока, – тине еҙнәһе, малайҙы машинанан этеп тигәндәй сығарып.
Һигеҙ көндөң тағы бер көнөн һыҙып ташларға тура килде. Ете көн ҡалды. Тимәк, ошо көндәрҙә дарыу табам, тигән һүҙ хыял ғына булып ҡала. Ләкин аҡса эҙләү бының менән генә бөтмәне.
Бер көн мәктәптән ҡайтып килһә, ҡаршыһына Роман килеп сыҡты.
– О, минең бәләкәс дуҫым! Ни хәлдә йөрөйһөң? – тип малайҙы ҡосаҡлап тигәндәй алды. – Хәлдәрең нисек? (Малайҙарға күрһәтте) Рәнйетмәйҙәрме?
– Юҡ, юҡ, – тине малай, – бында малайҙар һәйбәт.
– Ярай, шулай булһын, – тине ир һәм, – беҙҙең тауар ҡайҙа? – тип һораны. – Ҡара уны, әгәр юғалтһаң, 100 меңеңде әҙерлә.
– 100 мең? Шул тоҡсай – 100 меңме?
– Эйе, йөҙ мең. Эх, малай... Ата-әсәйең бармы?
– Нисек нимәгә? Ә һинең бурысыңды кем түләй? Ҡапсыҡты юғалтҡанһың бит?
– Кем әйтә юғалтты, тип? Юғалтманым.
– Ә ниңә, һине тотманылармы?
– Кем тотһон мине? – малай эре генә теш араһынан төкөрөп ҡуйҙы. – Тауар ышаныслы урында.
– Оһоһо! Бигерәк шәп! Ҡасан килтерәһең?
– Былай һөйләшәйек: мин ҡасан әйтәм, шул адрес буйынса алып бараһың. Әлегә һиндә ятып торһон. Ышаныслы урындамы?
– Ышаныслы, яңыраҡ ҡына барып, ҡарап килдем.
Был юлы тирә-яғын малай байҡаны;
– Туҡталышҡа тиклем – бар, артабан – йәйәү. Бер ярты сәғәт көтөргә.