ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Әхмәттә күптән кисермәгән, инде онотолоп барған һунарсы ҡомары уянды. Ҡыҙыу нөктәләрҙә байтаҡ хеҙмәт иткәс, юғалтыуҙар күргәс, армияға алынғанға тиклем ауылда билдәле генә һунарсы ине, отставкаға сыҡҡас, үҙенә һүҙ бирҙе: тере йән эйәһенә атмаҫҡа, ҡан ҡоймаҫҡа. Хатта өйөндә мылтыҡ түгел, һунар хәнйәре лә юҡ. Ләкин өҫтәлендәге көндәлеккә яҙып ҡуйырға онотманы: “Гөлнурға әйтергә, Ринатҡа шылтыратырға – дарыу кәрәкмәй..”. Күп тә үтмәне, бошонҡо ҡиәфәт менән ҡыҙы килеп керҙе.
– Нимә булған минең Гөлнурыма, күҙ нурыма? – тине атаһы көйләп-көйләп һәм ҡыҙын ҡосаҡлап алды.
– Атай, – тине ҡыҙы иларҙай булып, – беҙҙең һабаҡташ юғалған...
– Һабаҡташ юғалған? Кем ул?..
– Һуң, теге Ринат инде. Бөгөн, эҙләп, мәктәпкә килделәр.
– Әллә дүрт көн, әллә – биш...
– Юҡ, яуап бирмәй. “Не доступен для связи...”
– Телефонының геолокацияһы бармы?
– Юҡ, теге ваҡыт һин алған телефон ине бит.
– Ә, уныҡы – юҡ. – тине һәм, эстән генә, хәл ҡатмарлаша, тип уйлап ҡуйҙы.
Әхмәт бындай осраҡта ашығыс һәм етди ҡарарҙар ҡабул итергә тейешлеген яҡшы белә.
– Һиндә уның фотографияһы бармы?
– Бар, алып кил, күбәйттереп алайыҡ. Мин, бәлки, һуңыраҡ ҡайтырмын, – тине атаһы. – Хәҙер ҡалаға барып киләм. – Кейенде лә, ашығып сығып та китте.
Иң тәүҙә баҙарға барып килергә кәрәк. Бер сәғәт тә үтмәне, уның “Тойота”һы баҙар эсенә кереп тә туҡтаны. Әхмәт иң тәүҙә йәшелсә һаҡлағыстар артындағы Романдың офисына үтте. Миша ла ошонда икән, тирләп-бешеп сәй эсәләр. Һаһылдашҡандарына ҡарағанда, эскәндәре, һәр ваҡыттағыса, сәй генә түгел һымаҡ.
– Сәләм, егеттәр, – тине десантсы, килеп инеү менән. Тегеләр уның мөһабәт кәүҙәһен күреү менән, бер-бер арты һикерешеп торҙолар һәм иҫәнләштеләр.
– Ниндәй яңылыҡтар бар? – тине Әхмәт. – Һеҙгә ышанып тапшырылған биләмәлә ул-был хәлдәр юҡмы? Алдан уҡ әйтеп ҡуям: мин бик ныҡыш кеше, аҙағына тиклем алып барып еткереү – минең бурысым. Быны һеҙ белергә тейеш. Ҡайҙа ул малай?
– Эйе, беләбеҙ, – тип ыңғыраша-тотлоға һөйләнә башланы Миша. Ул тиҙ генә курткаһын эләктерҙе, кәпәсен кейҙе. – Бында бер малай булған, ул юғалған. “Ошонда йөрөнө”, – тинеләр.
Әхмәт кеҫәһенән бер төркөм малайҙар һәм ҡыҙҙар төшкән фотоны сығарып, Мишаның алдына һалды.
Полицейский бысраҡ бармағын шунда уҡ Ринаттың йөҙөнә төрттө:
– Яҡшы, – тине Әхмәт. – Тимәк, һин уны беләһең. Хәҙер ентекләп һөйләп бир: һин уны ҡайҙа ҡуйҙың?
– Нисек ҡайҙа ҡуйҙың? Эйе, мин уны беләм, күргәнем бар, – тине полицейский һәм ярҙам эҙләгән һымаҡ, Романға меҫкен ҡараш ташланы.
– Бәлки миңә сығып торорғалыр? – тине. Йәнәһе, уның малайҙың юғалыуына мөнәсәбәте юҡ, тигән һымаҡ.
– Сығаһың, ләкин юғалмайһың! – тине Әхмәт ҡәтғи рәүештә. – Ишек артында көт!
– Ярай, – тип Роман ауыр атлап икенсе бүлмәгә сыҡты.
– Йә, мин ентекле доклад көтәм, – тине Әхмәт полицейскийға тишерҙәй итеп ҡарап.
– Һеҙ беләһегеҙҙер, тип уйлайым, – тине Миша. – Ул приютҡа урынлашҡан, әсәһе дауаханала булған. Ул көн һайын ошонда килә, эшләй торғайны. Нимә ҡылғандыр, белмәйем, ниңә юғалғандыр, әйтә алмайым. Миңә задание еткерелде, малай күренһә, тоторға һәм мәғариф идаралығына илтергә. Мин уны үтәргә әҙер. Һәйбәт малай ине. Аҡыллы, егәрле, – тине Миша ҡайғылы төҫ менән.
– Ә ни өсөн һәйбәт малай ине? – Әхмәт шунда уҡ полицейскийҙы боғаҙынан алған һымаҡ булды. – Ни өсөн үткән заманда?
– Ғәфү итегеҙ, яңылыш ысҡынды. Мин уны тере, тип уйлайым.
– Ә һеҙҙең уның тере икәнлеген раҫларлыҡ дәлилдәрегеҙ бармы?
– Юҡ шул. Ул килеп сыҡһа, мин уны ҡосаҡлап алырға әҙер. Нисәмә кеше борсолоп, уны эҙләй. Һәйбәт егеттер. Насар булһа, эҙләмәҫтәр ине. Баҙар эсен ҡарамаған еребеҙ ҡалманы. Анауында мөгәрәптәр бар, хатта шуны төшөп ҡараныҡ, юҡ, күренмәй, тойолмай. Тимәк, ҡайҙалыр икенсе урында йөрөй. Үҙемдең дә шундай улым үҫә. Ну, йылғыр инде, тотоуы ҡыйын.
Баҙарҙа тәртип һаҡлауҙы ла ойоштора белмәгән полицейский менән эш итеүе еңел түгел. Әхмәт быны яҡшы аңлай. Шуға Мишаны, келәт мөдире керһен, тип сығарып ебәрҙе. Роман кергәс, Әхмәт оҙаҡ ҡына уның күҙҙәренә ҡарап торҙо. Уның менән нимә хаҡында һөйләшергә? Күренеп тора, Ҡаф тау артынан. Милләте мөһим түгел, унда уның күпме дуҫтары ҡалды. Кемдәрҙер, аҡсаға һатылып, ҡоралға тотона, икенселәр тыныс хеҙмәттә эшләй, өсөнсөләр, бына, сауҙа итәләр. Ни хәл итәһең, араларында законды инҡар итеүселәр ҙә, урындағы закондарҙы һәм йолаларҙы танымаусылар ҙа бар. Әхмәт күңеле менән һиҙә, Роман белә, саҡ ҡына, нимә лә булһа, белә. Бер-береһенә ҡарашып, оҙаҡ ултырҙылар. Роман шуға төшөндө: ул бында оҙаҡланы, һуңғы сиккә етте. Ошо бәләнән ҡотолһа, ҡайтып килер ҙә, икенсе ҡалаға барыр ине. Сөнки бында тәртип нығынды. Алдашыуы, урлашыуы ҡыйын. Ә мутлашмағас, байып буламы ни? Ана, өйөлөп помидор серей, эргәһендә күпме алма ята, улары нисәмә кешенең ҡулынан үтә, һәр береһе кемгәлер ҡырҡып ала, уныһын да бүлә, телгән һайын, бысаҡҡа күпмер йоғоп ҡала. Юҡ, бында ауырлашты. Ҡышы ла һыуыҡ. Кешеләре һәйбәт, әлбиттә. Кешеләре һәйбәт, һүҙ юҡ. Ихлас, егәрле, уңған халыҡ, тимәк, аҡсалы. Ләкин Романға ла йәшәргә кәрәк. Ҡаф тауҙа – бер ғаилә, бында – бер ғаилә, нисәмә малай, ҡыҙ үҫә, шуларҙы үҫтерергә кәрәк.
– Роман, әйт миңә дөрөҫөн, – тине Әхмәт байтаҡ ултырғандан һуң. – Малай ҡайҙа?
– Мин полицияла булдым, бөтәһен дә һөйләп бирҙем, шунан артығын әйтә алмайым.
– Ә һин миңә полицияға нимә әйтмәнең, шуны һөйлә.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе күргәс, эйе, һеҙҙе күргәс, мин малайға ипләп кенә, йомшаҡ ҡына итеп аңлаттым, билләһи, тип әйтәм. Беҙгә бәйләнеште өҙөргә кәрәк, тинем. Ул аңланы, ҡайтып китәм, тине. Беҙ уға тырнаҡ менән дә сиртмәнек. Мин уға һәр ваҡыт ярҙам иттем,– тине Роман һәм күңеле шул хәтлем йомшарҙы, ышаныслы килеп сыҡты, ул ысын күҙ йәштәре менән илап ебәрҙе:
– Минең дә шундай улым үҫеп килә бит...
Күҙ йәштәрен түгел, ҡанды күберәк күргән элекке хәрби һелкенмәне лә.
– Мине һинең бындағы тормошоң, балаларың ҡыҙыҡһындырмай, – тине ул һәр һүҙен дәһшәтле итеп, теш араһынан ҡыҫып сығара-сығара. – Малайҙы нисек файҙаланғаның, ҡайҙарға йүгерткәнһең миңә кәрәкмәй. Һин иҫеңә төшөр: ул юғалыр алдынан һин уны бында күргәнһең, һин уның менән һөйләшкәнһең, тимәк, уны ҡотҡарырлыҡ, ярҙам итерлек берҙән-бер кеше – һин. Ә һиңә мин ярты тәүлек – иртәнгә тиклем ваҡыт бирәм, барыһын да иҫкә төшөр. Иртәгә осрашабыҙ. Төшөндөңмө?
– Яҡшы, яҡшы. Мин бөтәһен дә эшләйем. Мин хәтерләйәсәкмен, нимә һөйләшкәнде иҫкә төшөрәсәкмен.
Роман төнө буйы йоҡламаны. Һуңғы көндәрҙә нимәләр эшләгәнен яҙып сыҡты, сәғәтләп иҫәпләне. Ринат менән ҡайҙарға барғанын иҫкә төшөрҙө. Баҡса өйөнә барҙыҡ. Ну, был полковник ныҡ тора. Баҡса өйөнә барғас, унда нимә эшләнегеҙ, тип һораясаҡ. Ул нимә тип яуап бирергә тейеш? Барманыҡ, уйламаныҡ та! Малай тере генә булһа ярар ине. Уның баҡсаға барғанын күреүсе булдымы? Юҡ, булманы. Юҡ, ҡаланан сыҡҡан ерҙә видеокамера тора бит. Иртәгә полковник, килеү менән, түшенән аласаҡ: “Бына – һинең машинаң, бына – һандарың, шул шул көндә шунда барғанһың, бына – камера, бына малай ултыра”, – тип әйтәсәк. Юҡ, был ҡаланы ҡалдырырға кәрәк. Ярай, барҙым, тиер. Һепертке... һепертке ҡырҡтыҡ. “Ҡайҙан алдың һепертке?” – тип һораясаҡ. Һуң, бөткәнме ни унда селек? Малай үҙе килде, нимәлер тәҡдим итте. Роман ваҡ-төйәкте иҫкә төшөрөрлөк хәлдә түгел ине.
Был десантсы ябай кеше түгел. Тупаҫлыҡ менән түгел, аҡыл менән эш итә. Полицейский булһа, шунда уҡ күҫәген болғай башлар ине. Ну, хәҙер килеп туласаҡтар! Хеҙмәттәштәре күптер инде, йыйыласаҡтар... Роман, оҙаҡ уйлағандан һуң, барыһын да ентекләп, тип әйтерлек, һөйләп бирергә булды. Әлбиттә, ҡайһы бер деталдәрҙе ҡалдырғандан һуң. Баҡса өйөнә барып насвай тултырылған тоҡсай алдыҡ, тип әйтеп булмай бит инде.