-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Июнь 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2 Хикәйә. Һигеҙенсе бүлек.

Ринат күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, ваҡыттың осо юғалды. Хәйер, дөм ҡараңғы тотҡонлоҡтағы бала өсөн ваҡыт мәсьәләһе бөтөнләй ят ине. Ул әллә ниндәй төштәр күрҙе, сығып йөрөнө, дәрескә барҙы, класташтары менән уйнаны. Бер тапҡыр Миша килеп сыҡты, икенсеһендә Роман бармаҡ янап ҡалды. Ә Таһир еҙнәһе, инде, тамам шашты. Йоҡлағанда ла, уяу саҡта ла килә лә керә, килә лә керә. “Һин, малай, уйлама, бында вис һаналған. Бер банка етмәһә лә, аҡсағыҙҙан бишләтә тотоп ҡаласаҡмын. Әле мин һинән бер файҙа ла күргәнем юҡ. Әгәр бында кеше килтерер булһаң, әгәр берәр нәмә юғалһа, аҡсаңды күрмәйәсәкһең.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Хикәйә.
Һигеҙенсе бүлек.
Ринат күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, ваҡыттың осо юғалды. Хәйер, дөм ҡараңғы тотҡонлоҡтағы бала өсөн ваҡыт мәсьәләһе бөтөнләй ят ине. Ул әллә ниндәй төштәр күрҙе, сығып йөрөнө, дәрескә барҙы, класташтары менән уйнаны. Бер тапҡыр Миша килеп сыҡты, икенсеһендә Роман бармаҡ янап ҡалды. Ә Таһир еҙнәһе, инде, тамам шашты. Йоҡлағанда ла, уяу саҡта ла килә лә керә, килә лә керә. “Һин, малай, уйлама, бында вис һаналған. Бер банка етмәһә лә, аҡсағыҙҙан бишләтә тотоп ҡаласаҡмын. Әле мин һинән бер файҙа ла күргәнем юҡ. Әгәр бында кеше килтерер булһаң, әгәр берәр нәмә юғалһа, аҡсаңды күрмәйәсәкһең.
***
Тап ошо минуттарҙа Таһир еҙнәһе ҡатыны менән иртәнге аш ашайҙар ине. Һүҙ араһында ҡатыны: “Ринатты тапмағандармы?” – тип һораны. Тегеһе ҡул ғына һелтәне: “Табырҙар әле, беҙҙең эш түгел. Уның ҡайғыһы юҡ. Ана, һаулыҡты юғалтып барабыҙ, донъяның аҫты өҫкә килә. Бынау сиренең килеп сығыуын әйт.
Таһир, баҙарҙы иҫкә төшөрөп: “Ит ни хаҡ икән? – тип һораны, тешен соҡой-соҡой.
– Үткәнендә Нәзирә еңгәмдәр алған, йоғошло сиргә һылтанып, килоһын 400-гә күтәреп ебәргәндәр, тиме? Һум ит – 450 һум, ти. Белмәйем, нисек йәшәргә? – тине ҡатыны уфтана-уфтана.
Тегеһе, асыуы килеп, тәрилкәһен этеп ебәрҙе, ҡатлап-ҡатлап һүгенде:
– Белмәйем, нисек йәшәргә? Тамам бөлдөрҙөләр, – тип үсекләп тороп китте һәм, – әлегә ит алмай тор, – тине.
– Теге аҙнала ла әйткәйнем, картуф бөткән, алма вареньеһы ла самалы ғына, – тине ҡатыны.
– Ярай, ошо аҙнала йыйынам, ҡар бер аҙ ултырһын әле.
Шул ваҡыт ишек ҡыңғырауы шылтыраны.
– Таң менән кем йөрөй тағы? – Таһир һөйләнә-һөйләнә ишекте барып асһа, бажаһы Хәмит – Ринаттың атаһы, тора. Эсмәгән, ап-айныҡ. Хәйер, ҡалтыранып тора, шулай ҙа айныҡ килеш күреүе сәйер. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та, тегеһе ҡалтырана-ҡалтырана:
– Бажай, бер нәмәң юҡмы? Ишетмәнеңме ни? Ринат юғалған бит? – тип һытылып илай башланы.
Йорт хужаһы ҡатынына ҡараны, тегеһе әсегән ҡайнатманан сүпрә тамыҙып, әсей башлаған бер нәмә сығарҙы. Ир, эсеп бөтөр-бөтмәҫ, күҙ алдында иҫерҙе һәм ямаҡ итеп илай башланы:
– Ҡайҙарҙа ғына яталыр инде балаҡайым? Ярай, машина тапатып китмәһә. Мынау нәмәңде тағы ҡой әле. Полицияға бирергә ҡуштылар. Аҡса кәрәк була, бурысты бир.
– Ниндәй аҡса? Таһирҙың ҡатыны һикереп торҙо. Һин барыбер уны эсеп бөтөрәһең. Аҡсаны апайыма бирәм.
– Һы, берәүҙең апайы бар икән. Апайыңа хәҙер аҡсаның кәрәге бөттө. Врач әйтеп сығарған, килтереп, этләтмәгеҙ, тигән. Ә аҡсаны барыбер ҡайтарырға тура киләсәк!
– Юҡҡа бәйләндек шул аҡсағыҙ менән, – тине Таһир. – Хәҙер тиктомалға бурыслы булып йөрө инде. Теге иптәш, һеҙҙең итте алған дуҫ, Себергә киткәйне, һаман ҡайтмаған. Кисә лә барып килдем, – тип алдаштырҙы, – нисауа, миндә тутыҡмаҫ, ҡайтарырмын.
Ринаттың атаһы, кәртешкәһен тотоп, тәүҙә приютҡа, шунан мәктәпкә, аҙаҡ полицияға барып етте. Барған бер ерҙә бутала-бутала үҙенең хәлен һөйләне.
– Ә, теге приюттан ҡасҡан малаймы? – тинеләр полицияла. – Эҙләйбеҙ, табылыр. Малай-шалай ундай сәйәхәткә әүәҫ, ошо арала үҙе ҡайтып керер әле. Беҙҙә йыл һайын кеше юғалып тора, табылып тора.
Ә полиция кейемендәге бер ҡыҙыҡай Ринат тураһында ентекләп һорашты:
– Һеҙҙең улығыҙ бәлки наркомандыр? Түгелме? – тип һорап ҡуйҙысы.
Ир үҙе белгән урындарҙың барыһын да йөрөп сыҡты, һәр урында үҙенең зарын һөйләне, төшкә ҡарай яңынан Таһирҙың фатиры урынлашҡан йорт эргәһенә килеп сыҡты. Теге банка төбөндә әскелтем эсемлектең әле байтаҡ ҡалғанын иҫкә төшөрҙө һәм, ике лә уйлап тормай, фатир ишегенең ҡыңғырауына баҫты. Керһә, балдыҙы илап ултыра:
– Нимә булды тағы?
– Һин бында йөрөйһөң, – тине, – өйөңдә апайым үлеп ята...
– Нисек үлеп ята? Һин дә мин ятып ҡалды. – Ҡалтыранып, балдыҙына ҡушылып, иларға тотондо, ә үҙе күҙ йәштәре аша аш бүлмәһенең иҙәнен ҡапшаны. Ана, теге сирек, ултыра.
– Балдыҙ, ҡойоп бир әле, – тине ул иламһыраған тауыш менән.
***
Әхмәт баҙарға килеү менән, Романың офисына үтте. Уныһы десантсыны күреү менән, һикереп торҙо.
– Мин һеҙҙе көтә инем! – тине ул мөмкин тиклем ышаныслыраҡ тауыш сығарып.
– Көтөргә тейешһең! – тине тегеһе. – Мин был донъяла күпте күрҙем. Малай биш көндән артыҡ юҡ. Күңелем һиҙә, ул – иҫән-һау, тере. Һәр хәлдә, тере булыуын теләйем. Ҡала эсенән һәм ҡалаға яҡын урындарҙан эҙләргә кәрәк. Һеҙ беҙгә бик ныҡ ярҙам итә алаһығыҙ. Минең өсөн ул улым һымаҡ. Роман, әйҙә, ирҙәрсә һөйләшәйек. Уҡыусы малай биш көн юҡ. Беҙгә ярҙам ит, әйҙә, уны ҡотҡарайыҡ! Хәҙер һөйлә: һуңғы тапҡыр Ринатты һин ниндәй шарттарҙа күрҙең?
Роман, ҡулдан килгәнсә, яҙғылағайны. Ҡаланан 5-6 километр яланда нисек итеп селек ҡырҡыуҙарын һөйләне, хатта һеперткеләрҙе лә күрһәтте. Малайға йөҙ һум аҡса биреүен өҫтәне.
Әхмәт быларҙың барыһын да битараф тыңланы. Алдай, һөйләп бөтмәй. Бының мөнәсәбәте бар, шуның өсөн иғтибарҙы ситкә алып китергә тырыша. Десантсы сәғәтенә ҡараны:
– Роман, үпкәләмә, мин һине үтәнән-үтә күрәм. Ләкин һин белгәнеңдең яртыһын да әйтмәйһең. Шуны онотма: мин барыбер, малайҙы табасаҡмын, һинең ғәйебең асыҡланасаҡ, тик минең күҙемә күренмә! Сөнки һиңә бик ауыр буласаҡ. Һиндә ирлек намыҫы бармы, юҡмы? Һин йомош-юлға йүгерткән малай ауыр хәлдә. Уны ҡотҡарырға кәрәк, – тине һәм ишекте ябып, сығып китте.
***
Кисен Таһир еҙнәһе тоҡ күтәреп, баҡсаға барырға йыйынды. Көндөҙ ҡатыны менән йыназала булдылар, ҡәйенбикәһен ерләнеләр. Кеше байтаҡ йыйылғайны. Мәрхүмәнән бигерәк, улын һөйләнеләр. Юғалған малайҙың атаһы ла шунда бәрелеп-һуғылып йөрөнө. Өйгә ҡайтыу менән, ҡатыны, һаман картуф алып ҡайтмағанһың, ҡасандан бирле әйтәм, тип асыуланып алды.
– Һуң, яңы ғына алып ҡайттым түгелме һуң? – тине Таһир. Ҡар йырып, мөгәрәпкә барғыһы килмәне.
– Бөткәненә ҡасан? Ул картуфты кемгә үҫтергәнһеңдер?
Ир кешегә, һөйләнә-һөйләнә, һарайға йыйыныуҙан башҡа сара ҡалманы. Ярай, бер күнәк булһа ла, алып ҡайтыр. Тоғон күтәреп, автобус туҡталышына ҡарай атланы. Оҙаҡ та барманы, элек бергә эшләгән дуҫы осраны. Ғайсар кем менән эсергә белмәй, аптыранып йөрөй икән.
– Нимә булды? – тип һораны Таһир.
– Бәй, оноттоңмо ни? Бөгөн бит минең тыуған көн! Әйҙә, исмаһам, бер ярты эсәйек.
Шәп булыр ине, тип ҡуйҙы эстән генә Таһир. Бер ярты күпме ни ул? Икебеҙгә самый инде.
– Көтөп тор, хәҙер мин тиҙ генә өйгә картуф алып киләм, – тине Таһир иптәшен ҡулдан ысҡындырырға теләмәгәндәй.
– Һине көтһәң, көн үтер, – тегеһе кеҫәһенә шапылдатып һуғып ҡуйҙы, – кеше табылыр әле, бер үҙем эске килмәй. Тәүҙә Ғайсарҙың гаражына кереп эстеләр, етмәне. Тағы бер “ярты”* алдылар. Таһир иптәшен оҙатып өйөнә барҙы, тағы өҫтәнеләр. Таһир ни өсөн, ҡайҙа барырға сыҡҡанын онотмағайны әле.
***
Ринаттың аңы асылғандай булды. Ул кешеләр һөйләшкәнен ишетте, ҡыуанып, һикереп торҙо.
– Мин бында! Мин бында! Мин бында, – тип ҡысҡырҙы, ләкин ҡысҡырыуы бышылдау ғына булып сыҡты. – Ана, киләләр! Ура! Хәҙер уны ҡотҡаралар! Ә иртәгә мәктәпкә барырмы икән?
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: