-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Июнь 2020, 11:00

ҮТКӘН ЗАМАНДА ҠАЛҒАН КЕШЕ... – 1.

Улар заманында иң өлгөлө парҙарҙың береһе ине. Икеһе лә матур, ипле, тыныс һәм ябай кешеләр. Ире техник ВУЗ бөттө, районға эшкә саҡырып ҡайтарҙылар. Тәүҙә –“Сельхозтехника” тирәһендә, аҙаҡ – райкомда инструктор, ҙур ғына хужалыҡта партком секретары, урта ҡул совхоздарҙың береһендә директор. “Кешеләр менән һөйләшә белә, ойоштороу һәләте бар, артабан үҫергә тейеш”, тинеләр һәм Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йылдан ҡайтып, партияның өлкә комитетында бер нисә ай һынау тотҡандан һуң үҙенең тыуған яғында район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланылар. Ошонда уның барлыҡ һәләте асылды, бығаса уртасаларҙан иҫәпләнгән район матди яҡтан нығынды, юлдар төҙөлдө, мәктәптәр, мәҙәниәт һарайҙары асылды. Ә ҡатыны уның эргәһендә тоғро ярҙамсы һымаҡ, эҫелә лә, һыуыҡта ла, йылыла ла ирен оҙатып йөрөнө. Табип булғас, һәр урында кәрәк, уңған, егәрле белгескә, күсенгән һайын, эше табылып торҙо. Илдар Ғәлиевич ҡатынын арҡаһынан һөйөп: “Мин һинһеҙ ни эшләр инем икән?”– тип әйтә килде.

Бер мәл шул яҡтарҙан командировканан йөрөп ҡайтҡайным, мәшһүр замандашыбыҙ Мостай Кәрим белеп ҡалды ла: “Илдар менән Фәриҙә ни хәлдә икән? Хәҙер күптән олатай-өләсәй булғандарҙыр инде. Үҙҙәренә иш – ике улдары, бер ҡыҙҙары үҫә ине”, – тип ентекләп һорашып торҙо. 80-се йылдар аҙағында районға барып, өйҙәрендә ҡунып, хатта шиғырҙар яҙып ҡайтҡан икән. Онотмаған шағир! Ана бит, һорашып, әле һаман бөтмәгән тәьҫораттары менән уртаҡлашып тора.
Эйе, Илдар Ғәлиевич беҙҙе лә өйөнә алып ҡайтты. Фәриҙә Мәхмүтовна менән ҡунаҡ иттеләр. Тап әле Мостай ағай һөйләгәнсә, кеше үҙгәрмәһә, үҙгәрмәй бит. Күпме үрләһә лә, элекке килеш ҡала. Аҙ булдымы ни арабыҙҙан сыҡҡан берәү, саҡ ҡына бүкәнгә үрләһә, холоҡ-фиғеле үҙгәреп, юҫығын юғалтып, таныу түгел, яҡындарының исемдәрен дә хәтерләмәүселәр. Юҡ, һүҙем улар хаҡында түгел. Илдар ағай менән Фәриҙә еңгә тураһында һағышлы бер хәтирә яҙғым килгәйне, ләкин иҫтә ҡалғандар һәр ваҡыт һоҡланғыс ҡына түгел.
Күптәр белә, эскегә, эсемлекле табындарға битараф түгел, ҡаршы кешеләрҙең береһе мин. Ҡаршымда тороп, йырлай-йырлай һыйлаған, эсергә ҡыҫтағандар бер генә маҡсат ҡуя – мине ҡунаҡ итергә, эсерергә һәм мотлаҡ – һуҙып һалырға.
Илдар ағай менән Фәриҙә еңгәне ҡунаҡ итергә теләүселәр ҙә байтаҡ булғандыр. Ә улар иң ҙур йорттарҙың түренең түрендә бик һирәктәр эләгер табындарҙы биҙәп ултырғандарҙыр. Уларҙың ябайлығы һәм ихласлығы берәүгә лә, “нимә эреләндең, әллә кем булып ултыраһың, нимә, ҡайҙан сыҡҡаныңды оноттоңмо әллә?” – тип ғәйеп ташларға, һуңынан ғәйбәт сәйнәргә мөмкинлек бирмәгәндер.
Ғайнановтарҙың тормошонда көтөлмәгән боролош үткән быуат аҙағында булды. Илдар Ғәлиевичты Өфөгә юғары вазифаға үрләттеләр. Үҙ районындағы алдынғы тәжрибәне, өлгәшелгәндәрҙе республика кимәлендә таратыу бурысы ҡуйылды уның алдына. Уны ҡотлаусылар араһында мин дә бар инем. Икенсе һулышы асылған һымаҡ, үҙенә генә хас ҡомар, дәрт һәм көс менән өр-яңы эшкә тотондо. Әле уйлап торам, яңы вазифала ул осор Илдар Ғәлиевичтан да ҡулай кеше юҡ ине. Ыңғай һөҙөмтәләр, өлкәнерәк етәкселәрҙең хуплауы үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Дәртләнеп эшләгән ағайыбыҙ бер килке сирләп алғайны, йөҙө асылып, йәшәреп киткәндәй булды һәм үҙен һаҡламай, һаулығын уйламай эшен дауам итте.
Тәүге күңелһеҙ хәбәр бер нисә йылдан ишетелде. Ағай өсөн районда эшләү дәүере бушҡа үтмәгән. Үҙен аямай эшләүҙе, арыуҙы ваҡыт-ваҡыт шайтан һыуы менән “дауалар” булған икән. Һәм был ғәҙәт, ғәҙәттә, кешене аҙағына тиклем оҙатып йөрөй. Унан арыныу ҡыйын, дөрөҫөн әйткәндә, мөмкин түгел. Хәйер, эскелектең ҡорбандары араһында ул –беренсеһе, ул – аҙаҡҡыһы түгел. Иң үкенеслеһе шул, ағай яңғыҙ ғына шешә бушатып ултырмай, һәр осраҡта еңгәбеҙ ҙә уға ҡушыла, хатта улдарының ҡулында ла рюмкалар йыш күренә икән.
Ваҡыт үтә, кешеләр алышына, вазифалар ҙа мәңгелек түгел, ул икенсе эшкә күсте. Хәҙер министрға тиңдәш түгел, ләкин яуаплы эш. Өфө эргәһендә генә йорт һалып инде, үҙенә күрә яңынан тормош башлағандай булды. Ләкин үҙеңдең үткәндәреңдән, әлеге алама ғәҙәттән, тип әйтәм, өҫтән кейемде сисеп ташлаған һымаҡ, һыпырып ташлап ҡына, ҡотолоп булмай шул.
Номенклатур үрҙәрҙең шундай игелекһеҙ, хатта мәрхәмәтһеҙ сифаты бар – һин һаулығыңды юғалтҡансы, һуңғы сиккә еткәнсе, стенаға тотоноп йөрөр кимәлгә төшкәнсе, ат һымаҡ эшләргә тейешһең. Әгәр саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтә башлаһаң, һине алыштырырға, урыныңды баҫырға, икенсерәк, әлбиттә,түбәнерәк эшкә төшөрөргә генә торалар. Шуға көс һалып эшләргә, үҙеңде аямаҫҡа, тура мәғәнәһендә, эш, йәшәү, тормош һәм, әлбиттә, вазифа өсөн көрәшергә тура килә. Юғары үрҙән үҙ ихтыяры менән киткәндәр юҡ, тип әйтерлек. Һәр кем тырышып эшләргә, үҙен тормошҡа ашырырға, бының өсөн бар холоҡ-фиғелен егергә мәжбүр.
Илдар Ғәлиевич менән дә шулай булды. Улдарын башлы-күҙле итте, ҡыҙын кейәүгә бирҙе. Хәҙер артына әйләнеп ҡараһа, күңеле тыныс булырға тейеш һымаҡ ине. Ләкин, киреһенсә килеп сыҡты. Иң тәүҙә Фәриҙә Мәхмүтовна ҡулдан ысҡынды. Ай эсеп, утыҙ көн айныҡ йөрөгән хеҙмәткәр берәүгә лә кәрәкмәй, хатта бик шәп белгес булған осраҡта ла. Уға бер нисә урынды ҡалдырырға тура килде. Ләкин еңгәбеҙ урын алыштырыу, эштән күсеү, ғаилә ҡарау менән генә сикләнмәне, күңелле мәжлестәр ойошторҙо һәм был табындарҙа ике улы ла ситтә ултырманы. Улар бергә эсеп, күңел асып, үҙҙәренең балаларын, ҡатындарын ситкә тибеп, иркен тормошто һайланылар.
Аҙағы бар.
Фото: Андрей Дзюбенко.

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: