+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Июнь 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2 Хикәйә. Туғыҙынсы бүлек.

Эх, иртәгә мәктәпкә барырғалыр инде. Ринат иркен итеп тын алды. Еңел булып ҡалды. Ул үҙенең сумкаһын күтәреп, урам буйлап килә. Атаһы ла бөгөн айныҡ хатта. – Улым, башҡа юғалып йөрөмә инде, – тип тороп ҡалды. – Яңы йылға Азат ҡустыңды алып ҡайтырбыҙ, – тине. Әй, бер үҙе урам буйлап килгән була инде... Һиҙеп тора, тәҙрә һайын баштар уның үткәнен ҡарайҙар. – Ринат, Ринат, бында кил әле! – тип алыҫтан кемдер өндәште, өҫтәп, ҡатлап-ҡатлап һүгенде, кемделер әрләне. Ә, былар бит теге Миша менән Роман ағай! Уларға тағы нимә ҡалмаған? Улар икеһе лә күрҙеләр, баҙарҙа Ринат уларға ярҙам итеп йөрөнө. Уның һымаҡ малайҙар бында етерлек ине. Ә тегендә ап-аҡ машина ҡар туҙҙырып килә. Әһә, Әхмәт ағай менән Гөлнур килә бит! Уны ултыртып алырҙармы икән? “Тойота” уның эргәһенән шыйлап үтеп китте лә, кире боролоп, туҡтаны.

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Хикәйә.
Туғыҙынсы бүлек.
Эх, иртәгә мәктәпкә барырғалыр инде. Ринат иркен итеп тын алды. Еңел булып ҡалды. Ул үҙенең сумкаһын күтәреп, урам буйлап килә. Атаһы ла бөгөн айныҡ хатта.
– Улым, башҡа юғалып йөрөмә инде, – тип тороп ҡалды. – Яңы йылға Азат ҡустыңды алып ҡайтырбыҙ, – тине.
Әй, бер үҙе урам буйлап килгән була инде... Һиҙеп тора, тәҙрә һайын баштар уның үткәнен ҡарайҙар.
– Ринат, Ринат, бында кил әле! – тип алыҫтан кемдер өндәште, өҫтәп, ҡатлап-ҡатлап һүгенде, кемделер әрләне. Ә, былар бит теге Миша менән Роман ағай! Уларға тағы нимә ҡалмаған? Улар икеһе лә күрҙеләр, баҙарҙа Ринат уларға ярҙам итеп йөрөнө. Уның һымаҡ малайҙар бында етерлек ине. Ә тегендә ап-аҡ машина ҡар туҙҙырып килә. Әһә, Әхмәт ағай менән Гөлнур килә бит! Уны ултыртып алырҙармы икән? “Тойота” уның эргәһенән шыйлап үтеп китте лә, кире боролоп, туҡтаны.
Ринат ултырайым тиһә, унда ҡыҙҙар-малайҙар йыйылған! Нисек һыйғандар! Ҡара әле, Марат иң алдағы, үткәнендә Ринат ултырған урынды эләктергән. Гөлнур бер генә өндәшкәйне, уныһы, шунда уҡ артҡа күсте. Ҡеүәтле “Тойота” алға ынтылды.
– Йә, ҡыҙҙар, малайҙар! – тине Әхмәт ағай. – Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
– Беҙ Яусапҡанға барабыҙ!
– Унда кемдәр бара?
– Унда ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бара!
– Барырға теләмәүселәр бармы?
– Барырға теләмәүселәр юҡ!
– Ә Ринат тигән малай бармы?
– Бар, бар! Бына ултыра ул!
Ринат, килеп, үҙе уңайһыҙлана, әйтерһең, Йыһанға сәйәхәт ҡылып ҡайтҡан инде! Әллә ни эш ҡырмаған, батырлыҡ ҡылмаған. Юғалғас, эҙләйҙәр инде. Эҙләгәс, таптылар. Иптәштәре әйткәйне, бағана һайын һинең һүрәтең эленеп торҙо, тип.
Бәй, күтәренеп, әсәһе килеп сыҡты. Терелгән, һауыҡҡан әсәкәйе. Һорарға ине, теге дарыуҙы уға кем табып бирҙе икән? Хәҙер аҡсаһын түләргә кәрәктер әле. Әгәр рөхсәт итһәләр, үҙе түләргә лә риза Ринат. Мал ҡарашыр, ҡар көрәр, утын ярыр.
Шул ваҡыт полицейский күренде, һыбыҙғыһын һыҙғыртты, ҡыҙыллы-зәңгәрле утын ялпылдатып, машинаһы килеп сыҡты һәм динамик аша былай тип өндәште: “Иғтибар, иғтибар! Һеҙҙең арала кеше баҡсаһынан тоҙланған помидор һәм ҡыяр урлап йөрөүсе малай бар. Һеҙ уны беҙгә бирергә тейешһегеҙ!”.
– Юҡ, юҡ! – тип ҡысҡырышты һабаҡташтары. – Ул башҡаса баҡсаларға бармаясаҡ.
– Был хаҡта ул үҙе әйтһен! – тине динамик асыулы тауыш менән.
– Әйт, әйт, бар, Ринат, ҡурҡма! Әйт! – тине һабаҡташтары.
Ринат торҙо, ауыҙын асты, нимәлер әйтергә теләне һәм уянып китте. Нисек уянды? Ул бит йоҡламаны! Был ҡараңғыла күпме ятырға мөмкин? Йә инде, уның өсөн был язаны кем уйлап тапҡан? Әсәһе ни хәлдә икән? Әллә терелдеме икән? Нисек терелһен? Уға бит дарыу алып барыусы булманы. Малай кәштәнән бер банка алды. Тоҙло булһа ла, эсеп ҡарарғамы икән? һыуһаны бит, ни хәл итергә? Банканы стенаға бәреп ҡараны, уныһы ватылып, сылтырлап, ҡойолоп төштө.
***
Әхмәт бөгөн көнө буйына эҙләү һәм ҡотҡарыу эштәрен ойоштороу менән мәшғүл булды. Үҙенең десантниктары күтәрелеп сыҡты, Өфөнән бер автобус булып ирекмәндәр килде. Уларҙың барыһын ҡарарға, урынлаштырырға, ашатырға кәрәк. Ә былай беҙҙең халыҡ берҙәм! Һүрәттәрен эшләп, көн эсендә бөтә ҡаланы тултырҙылар.
Кискә ҡарай Әхмәтте эҙләп Роман килде.
– Бер ваҡ ҡына тойолған деталь иҫкә төштө. Малай ни өсөндөр аҡса йыя ине, – тине Роман ниндәйҙер бер сер асҡан һымаҡ. – Бик күп эшләне. Шунан һуң нимә тип әйтте, беләһегеҙме? Ошонда ағай-энеләре йәшәй, кемдеңдер уларға бурысы бар. Ул малайға аҡса кәрәк ине.
Әхмәт уны битараф тыңланы. Аҡса йыйғанын ул үҙе лә белә ине. Мең тәңкә тоттороп китте.
– Аҡса эҙләгәнен беләм, – тине. – Хәҙер шул бурыслының үҙен йә адресын табырға кәрәк.
– Мин барып килә алам, – тине Роман. – Ауылын, адресын әйтһәләр, хәҙер эшләйем.
– Юҡ, һиңә ярамай. Беҙҙә ирекмәндәр етерлек, мин бер-ике кешене үҙем ебәрә алам. Шулай ҙа, Роман, әйт. Һин нимәнелер һөйләп еткермәйһең. Әгәр малайҙың мәнфәғәттәренә ҡағылһа, минең өсөн һәр мәғлүмәт мөһим, но һин әйтмәйһең. Әйт, ниңә тартынаһың? – тине Әхмәт.
– Әйтә алмайым. Миндә башҡа һеҙҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ мәғлүмәт юҡ.
– Юҡ икән, юҡ. Һуңынан үпкәләштән булмаһын.
Романға ауыр атлап, сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
***
Тәүҙә өйөп ҡар яуҙы, шунан көслө буран сыҡты. Юлдар өҙөлдө, шуға ҡарамаҫтан, ирекмәндәр ҡала эргәһендәге баҡса ширкәттәрен барлай башланы. Тап шул минуттарҙа Таһир ҡапсығын тотоп яңынан баҡсаға барырға сыҡты. Машинаһын ҡыҙҙырғайны, уныһы урынынан ҡуҙғалды ла, ҡорһағынан ҡарға күмелде. Көрәген табып, ҡарын ҡаҙып сығарғансы, ҡараңғы төштө. Машинаһын ҡалдырып, буш ҡапсығын күтәреп, өйөнә ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Өйөнә инһә, подъезда бер егет менән ҡыҙ көтөп тора. Егет: “Һеҙ Таһирмы?” – тип туҡтатты.
– Эйе, – тине тегеһе. – Ә мин һеҙҙе белмәйем.
– Беҙ – волонтерҙар, бында... Һеҙ Ринатты беләһегеҙме? – тип һораны ҡыҙ. – Беҙ уны эҙләйбеҙ. Һеҙҙе беҙҙең ҡотҡарыу-эҙләү отрядының штабында күрергә теләйҙәр.
– Ә миңә унда нимә ҡалмаған? Иртәгә эшкә, мин ял итергә тейеш, – тип фатирына инеп китергә теләгәйне, егет уны туҡтатты.
– Ҡыҫҡаһы, абзый, эштәр былайыраҡ: беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, ғәфү итегеҙ, һеҙҙең Ринаттың ғаиләһенә бурысығыҙ бар. Ә уның юғалыуы һәм һеҙҙең бурысығыҙ араһында бәйләнеш булыуы ихтимал. Беҙҙең етәкселәр ошо хаҡта һеҙҙең менән һөйләшергә теләй, – тине егет.
– Әпәт шул бурыс! Атаһына күпме эсерҙем, әсәһенә күпме әйбер ташыным, улына ла аҡса бирҙем. Юҡ минең бурысым, алып бөттөләр! Эҙләп тә йөрөмәгеҙ! Килмәһендәр! Кәрәктәре юҡ! Мин улар менән башҡа аралашмаясаҡмын, – тине Таһир ҡалтырана-ҡалтырана.
– Ярай, әгәр кәрәк булһа, һеҙҙе полиция аша эҙләп табырҙар. Һеҙгә минең һорауым ҡалды. “Йәшел нарат” баҡсасылар ширкәтендә һеҙҙең баҡсағыҙ бармы?
– Ниндәй баҡса? Юҡ минең баҡсам!
– Ә юғалған малайҙы көҙ шул баҡса ширкәтендә күргән кешеләр бар. Ул бер пенсионерға ярҙам иткән. Ҡарт уны һүрәтенән таныған, – тип ныҡышты егет.
– Таныһа ни, минең ни ғәйебем бар?
Ҡыҙ менән егет штабҡа китте.
Таһир ҡыҙ менән егеткә дөрөҫөн һөйләне. Ысынлап та, “Йәшел нарат” ширкәтендә уның баҡсаһы юҡ. Ысынында, баҡса бар, ләкин ул Таһирҙың исемендә түгел. 60-сы йылдарҙа уҡ алынған баҡса ҡәйнәһе исеменә яҙылған. Ә ҡәйнәһенең – үҙ мәшәҡәттәре. Мираҫты кемгә ҡалдырырға белмәй: өлкән улынамы, әллә кесе ҡыҙынамы. Быныһы – бер сәбәп. Таһир бик йүнсел һәм һыҡмыр кеше. Совет дәүере уны нимә ята, шуны ташырға өйрәтте. Баҡса йортоноң ҡыйығында, соланының бүленгән өлөшөндә, мунсаһының ял бүлмәһендә әллә күпме өр-яңы электр двигателдәре, төҫлө тимер сымдар, кәрәккән-кәрәкмәгән, ихтыяж тыуыуы мөмкин булған кәрәк-яраҡ өйөлөп-өйөлөп үҙ сәғәтен көтөп ята. Таһир белә: ҡыяр, помидор, картуф менән йыл һайын аҡса эшләргә була, ә тимер-томор ни тиклем оҙағыраҡ ятһа, шул тиклем ҡиммәтләнә. Хәҙер баҡса өйөн асып күрһәтһенме, шундағы тимер-томорҙо сығарып һалһынмы? Ул, күрәләтә үҙен фашларға, алйот түгел дә инде. Туҡта, Ғайсарға кереп, кәңәшләшеп ҡарайым әле. Бәлки тағы картуфы ла барҙыр әле. Тәүҙә кереп, магазиндан бер ярты алды һәм Ғайсарҙың ишеген шаҡыны.
– Ни хәл, күрше! Ни эшләп йөрөйһөң?
– Бына, бер ярты бар, эсә алмай йөрөйөм.
– Хәҙер эсергә ярҙам итәм мин һиңә!
– Картуфҡа тип сыҡҡайным, барып етә алманым, – тип зарланды Таһир.
– Кит, дүрәк! Бынау буранда ниндәй картуф? – тине күршеһе. – Ана, минекен алып тор.
– Әле тегеһен ҡайтармағанмын... –тип һөйләнде Таһир.
– Ярай, аҙаҡ түләрһең, – тине Ғайсар. Былтыр баҡса өйөнә мөгәрәпкә һалғайным, урлап бөттөләр. Быйыл өйгә генә алып ҡайттым. Ал, ал, һуңынан ҡайтарырһың. Хәйер, һиңә бирһәң, алырмын, тимә инде! Шулай ҙа, ал! Картуф шәп минең! Рәхәтен күр!
– Мөгәрәпкә төштөләр, тиһеңме? – Таһир тоҡто күтәреп ҡараны.
– Эйе, емереп асҡандар. Әллә күпме вәринйә, помидор, ҡыяр бар ине, уларын да урлап бөткәндәр.
– Минекен урламаҫтар! – тине Таһир, маҡтана башланы. – Беләһеңме, ҡапҡасы бишле тимерҙән, уныһы хәйлә менән. Тыштан ғына асып була. Төшһәләр, ҡапҡанға эләгәсәктәр, күр ҙә тор.
– Ҡара уны, ҡапҡаныңа үҙең эләгеп ҡуйма! Ҡана, теге осонан тот! Хәҙер үҙем оҙатып ҡуям. Аша, ныҡ аша. Йә асҡа үлеп ҡуйырһың.
***
Ә был ваҡытта Әхмәт ҡотҡарыу штабында ултыра ине. Төн уртаһы еткәс, ҡатыны борсолоп шылтыратты:
– Ни эшләп һаман ҡайтмайһың?
– Ҡайтҡым килмәй, – тине Әхмәт.
– Ни эшләп ҡайтҡың килмәй? Нимә булды? – тине ҡатыны аптыранып.
– Үҙең беләһең дә инде, Гөлнур минең ҡайтҡанымды йоҡламайынса көтөп торасаҡ. Ә мин ҡыҙымдың күҙҙәренә ҡарарға уңайһыҙланам. Һаман таптым, тип әйтә алмайым.
– Ҡайт, йоҡланы ул, – тине ҡатыны.
Аҙағы бар.

Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:


Читайте нас: