-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июнь 2020, 11:00

ҮТКӘН ЗАМАНДА ҠАЛҒАН КЕШЕ... – 2.

Был мәхшәр оҙаҡҡа барманы. Әгәр ғаиләлә атай эсһә, бер бәлә, ҡатын эсһә – ике бәлә икәнлеген тормош улар миҫалында тулыһынса раҫланы. Улдарының, кесеһенең, эсеүҙән тыш, наркотиктарға ла әүәҫ икәнлеге асыҡланғас, атай кеше һынды. Бар ғәйепте үҙенә алды һәм, ни эшләптер, быны яҡындары, беҙ түгел, үҙе лә аңлап бөтмәне, ғаиләһен ҡалдырҙы. Быны ул сәйер генә итеп, яңынан тормош ҡорорға тырышып ҡарау, тип аңлатты һәм Өфө эргәһендәге йорттарының береһендә бөтөнләйгә бикләнде. Барыбер кешеләрҙән ҡасып, йәшеренеп була, ләкин бер ваҡытта ла үҙеңдән ҡаса ла, йәшеренә лә, бикләнә лә алмайһың.

ҮТКӘН ЗАМАНДА ҠАЛҒАН КЕШЕ... – 2.
Был мәхшәр оҙаҡҡа барманы. Әгәр ғаиләлә атай эсһә, бер бәлә, ҡатын эсһә – ике бәлә икәнлеген тормош улар миҫалында тулыһынса раҫланы. Улдарының, кесеһенең, эсеүҙән тыш, наркотиктарға ла әүәҫ икәнлеге асыҡланғас, атай кеше һынды. Бар ғәйепте үҙенә алды һәм, ни эшләптер, быны яҡындары, беҙ түгел, үҙе лә аңлап бөтмәне, ғаиләһен ҡалдырҙы. Быны ул сәйер генә итеп, яңынан тормош ҡорорға тырышып ҡарау, тип аңлатты һәм Өфө эргәһендәге йорттарының береһендә бөтөнләйгә бикләнде. Барыбер кешеләрҙән ҡасып, йәшеренеп була, ләкин бер ваҡытта ла үҙеңдән ҡаса ла, йәшеренә лә, бикләнә лә алмайһың.
Ишетелеп ҡалды, бар мөлкәтен ҡатынына, балаларына яҙған, өйҙән кейем-һалымдан башҡа, бер нимә лә алмаған. Был – уның иң ҙур хатаһы булды. Сөнки байтаҡ йыйылған мал-мөлкәт, күсемле һәм күсемһеҙ милек ҡаты ҡуллы атай – идарасы етәкләгәндә генә йәшәй, һис юғы, һаҡлана. Ҡулдары ҡалтырап торған еңгәй, ҡайҙан эсергә табырға, наркотик ҡаҙарға белмәгән ике улы был тиклем мөлкәт менән эш итергә һәләтһеҙ булып сыҡты һәм ҡала уртаһындағы зиннәтле һәм элиталы фатирҙарын һатырға ҡуйыуҙан башҡа, бер нимә лә уйлап таба алманы.
Ошо арала инде улдары ҡатындарын һәм балаларын ҡалдырып, фатирҙарын ғаиләләренә яҙҙырып, арыу-арыу эш урындарын юғалтып, әле әсәләре йәшәп ятҡан, аталарынан ҡалған ялан һымаҡ фатирға килеп һыйындылар һәм әлеге торлаҡты мөмкин тиклем уңышлыраҡ һатыу эшенә ҡушылып киттеләр.
Социаль етешһеҙлектәре булған бындай ғаилә һәр риелтор өсөн хужаһыҙ ятҡан хазина һымаҡ. Бында ла шулай килеп сыҡҡандыр, тип фараз ҡылырға урын бар. Юғиһә, ул тиклем аҡсаға улдарының икеһенә берәр бүлмәле фатир (әлбиттә, Черниковкала һәм Инорста), үҙенә – Сипайловола ике бүлмәлене алып, ә аҡсаның ҙурыраҡ өлөшөн үҙе һымаҡ бер ҡатлы өлөшсөләр менән бергә күрәләтә алдыҡҡа ҡоролған торлаҡ төҙөлөшөнә һалмаҫ ине. Улдары ҡайҙа барһын, эсмәгән осраҡта ла, ашарға кәрәк, әсәләренән сыға белмәнеләр һәм күпселек ваҡыт эскеселек менән шөғөлләнделәр.
Шулай дауам итер ине, әгәр Фәриҙә еңгәй ауырып китмәһә, уның участка табибы бер осор уҡыған танышы булмаһа. Табип Фәриҙә еңгәйгә тиҙ арала дауаханаға ятырға ҡушып, йүнәлмә биргән. Бының менән генә сикләнмәгән, хәлен белергә тип, дауханаға барған. Барһа, уны берәү ҙә белмәй, ҡыҫҡаһы, ул бында килеп етмәгән. Таныш ҡатын бик намыҫлы булғандыр, юғиһә, әхирәтен эҙләп, өйөнә үк, был осраҡта – Сипайловолағы фатирына уҡ, барып етмәҫ ине. Килеп кергәс тә, өйҙә мөйөш һайын буш шешәләр һәм өлкән улын ғына күргәндәр.
– Әсәйең ҡайҙа? – тип һораған табип.
– Ана, йоҡлап ята. Ашарға ла бешермәй, – тип яуаплаған күп эсеүҙән аңы томаланған улы.
...Бик тиҙ ерләргә тура килгән. Беҙ, мәҫәлән, ишетмәй ҙә ҡалдыҡ. Йыназаһында Илдар Ғәлиевичты күрмәгәндәр. Кем белә, бәлки әйтмәгәндәрҙер, йә хәбәр итмәгәндәрҙер.
Ике-өс ай ҙа үтмәне, таныштарымдың береһе кесе улы тураһында ҡайғылы хәбәр еткерҙе. Үҙе һымаҡтар менән притонда ятҡан һәм наркотиктарҙы самаһыҙ ҡулланып, донъяны ҡалдырған. Ә өлкән улы, нисек кенә үкенесле булмаһын, тормоштан күптән ваз кискәйне инде. Айныманы, эшләмәне, балаларына ла ярҙам итмәне. Оҙаҡ йәшәмәне лә, тинеләр.
Мин был юғалтыуҙарҙы һис тә аталарының элек биләгән юғары вазифалары, муллыҡ, байлыҡ, тормош иркенлеге менән бәйләргә теләгем юҡ. Ундай ғаиләләр, киреһенсә, үҙҙәре күтәрелә, башҡаларҙы үҙҙәренә эйәртә, кәрәк булһа, ярҙам итә. Кем белә, беҙ ғүмер баҡый тар кәртәләр эсендә бикләнеп, тормош рәхәтлеген күрмәй йәшәп өйрәнгәс, бәлки, хөрлөк шарттарына яраҡлаша алмай йонсойбоҙҙор. Белмәйем. Кешеләр байҙарға һәм ярлыларға, уңғандарға һәм уңмағандарға, ҡомһоҙҙарға һәм йомарттарға бер ниндәй стандартһыҙ бүленгән саҡта, бөтәһенең дә нәфсеһенә, ихтыярына, талаптарына яуап биргән, уртаҡ күрһәткестәр табыуы ҡыйын, хатта мөмкин дә түгелдер.
Элек юғары вазифалар биләп, ваҡыты менән, абынған, яңынан торған, күтәрелгәндәрҙе байтаҡ беләм, хатта үҙем өсөн өлгө булырҙайҙары ла бар. Улар өсөн ғаилә – изге төшөнсә, мәңгелеҡ ҡиммәт, иң ауыр саҡта, һуңғы сиктә – һыйыныр, йылы һәм ризыҡ табыр урын. Ғаилә – тулы һәм бергә булған саҡта ғына көслө. Ир ҙә, ҡатын да үҙҙәре өсөн яуаплы эштәрҙе бүлешеп ала һәм тормоштоң бөтөнлөгөн тәшкил итә. Күпме генә ҡояш сыҡҡанын, уның байығанын күҙәтмә, һәр нәмәнең, хатта көндәрҙең дә, сиге һанаулы, бер заман артҡа әйләнеп ҡарарға, йомғаҡ яһарға, ҡылғандарыңды барларға ваҡыт етә. Ә унда нимә бар һуң?
Йыш ҡына Илдар Ғәлиевичты иҫкә төшөрәм, уртаҡ таныштарҙан һораштырам. Онотмағандар, беләләр, ҡыҙыҡһыналар. Бик һирәк күренә икән. Ҡыҙына йыш ҡына бара, уға ярҙам итә, тинеләр. Һуңғы 5-6 йылда бер генә тапҡыр осраштыҡ һәм хәл-әхүәл белештек. Тормошҡа, таныштарына битараф түгел. Шаҡтай ҡартайған, ә күҙҙәре элекке һымаҡ янып тормай, бик моңһоуҙар. Арлы-бирле генә һөйләштек, әйтерһең дә, ят кешеләр. Шуға төшөндөм, ул инде элекке Илдар Ғәлиевич түгел. Беҙ белгәне ҡатыны һәм ике улы менән теге ваҡыттарҙа уҡ тороп ҡалғайны инде, тип уйлағаным бар. Кем белә, бәлки хаталанамдыр...
Фото: Андрей Дзюбенко.

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: