ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Әхмәт шым ғына кереп ятты. Будильнигын иртәнге алтыға ҡуйҙы. Шулай ҙа, биштән үк уянды һәм арлы-бирле ҡапҡыланы ла, кейенәм, тип сыҡһа, Гөлнур көтөп тора.
– Эй, ҡыҙым, ниңә йоҡламайһың? – тине атаһы.
– Атай, һин бөгөн Ринатты табаһыңмы? – тине ҡыҙы. – Малайҙар әйтә, хәҙер класта математиканан мәсьәлә сисерлек кеше лә ҡалманы.
– Ҡыҙым, табабыҙ. Беҙ уны табасаҡбыҙ, – тине атаһы ҡабаланып.
– Беҙ көтәбеҙ! – тип тороп ҡалды ҡыҙы.
Әхмәт штабҡа килеүгә, байтаҡ кеше йыйылғайны инде. Әхмәт эргәһенә бер егет керҙе. Кисә үк килергә теләгән, тик һуң ҡайтҡас, өлгөрмәгән. Автобус водителе булып эшләй икән, Вадим исемле. Ун көндәр самаһы элек киске рейс менән Петровский яғына барған. Баҡса ширҡәте туҡталышында ошо һүрәттәге малай һымаҡ берәү төшөп ҡалған. Әле эҙләү хаҡында ишеткәс, хәбәр итергә булған. Бәлки шул яҡтан эҙләп ҡарарға кәрәктер?
Әхмәт водителгә рәхмәт әйтте:
– Беҙ бөгөн тап шунда барабыҙ. Бәлки беҙгә ҡушылырһың, урынын да теүәлерәк күрһәтерһең?
Вадим бер һүҙһеҙ ризалығын бирҙе.
Оҙаҡламай, ике автобус килә, тинеләр. Шул ваҡыт десантсының телефоны шылтыраны. Ҡараһа, Роман шылтырата икән.
– Хәйерле иртә! – тип башланы Әхмәт. – Мин һеҙҙең шылтыратыуығыҙҙы көтә инем. Һеҙ, Роман, миңә баҡса өйө хаҡында әйтергә теләгәйнегеҙме?
– Эйе, эйе. Баҡса өйө тураһында түгел, ул малай миңә помидор, тоҙланған ҡыяр килтерәм, тине. Еҙнәһенең баҡсаһында күп икән, – тине Роман бутала-бутала.
– Дөрөҫ әйтәһең, ләкин һин һуңланың. Беҙ эҙләү эштәрен хәҙер шул баҡса ширҡәтендә башлайбыҙ, – тине Әхмәт ҡоро ғына итеп.
– Нисәлә башлайһығыҙ? Миңә һеҙгә ҡушылһам яраймы?
– Ярҙам итергә теләйһегеҙме? Үҙең ҡара. Һеҙгә бында йәшәргә. Мин ҡаршы түгелмен.
Таһир һаташып уянды. Һаташмай, төшөндә баҡсаһына барһа, унда икенсе кешеләр хужа булып йөрөй. Етмәһә, баҡса өйөндәге тегенән-бынан йыйған тимер-томорҙарын, моторҙарын ташып бөткәндәр. Был ни ғиллә булыр икән? Әллә баҡсаһына төштөләрме? Кисәге, ҡыҙ менән егет тә шомландырып китте. Шул ваҡыт кемдер башына һуҡҡан һымаҡ булды. Әгәр теге малай мөгәрәбенә төшкән булһа... Уның юғалыуына байтаҡ булды, тиҙәр. Ҡайҙа барһын, моғайын, шунда яталыр. Ҡалтыранып килеп торҙо, һалҡын һыу эсте, бер аҙ тынысланғандай булды. Барырға кәрәк. Автобустар йөрөй башланы.
Ул арала булмай, ҡатыны ла килеп торҙо.
– Иртүк ҡайҙа йыйындың? – тине уныһы иренең кейенгәнен күреп.
– Тағы эсеп ҡайтырға итәһеңме? Кеше ай буйы баҡсаға йыйынамы ни?
– Әйҙә, әтеү үҙең дә минең менән. Вәринйә, банкаларҙы тоторһоң.
– Хәҙер, шул ғына ҡалғайны! Унда ҡар баҫҡандыр инде.
Төш тә, өн дә, көн дә, төн дә – буталды. Ринат барыһына ла битараф. Ҡыҙыҡ, нисә көн үтте икән? Мөгәрәп стенаһына һөйәлеп, бер аҙ ойоп алды. Еҙнәһенең хәйләкәр йөҙө салынып ҡалғандай булды. Һуң, ошонда картуф, кишер, ҡайнатма-тоҙланған ҡыяр-помидор һаҡлағас, уларҙы ашарға кәрәк бит? Ниңә, исмаһам, бер килеп китмәй икән? Малай, үҙе лә һиҙмәҫтән, һикереп торҙо ла, банкалар урынлашҡан кәштәне һәрмәп тапты. Хәлһеҙ ҡулдары менән бер банканы тотто һәм, мә, аша тип йән көсөнә мөйөшкә бәрҙе. Уныһы сылтырлап ватылды, һыу аҡҡаны ишетелде. Тәмләткес япраҡтар еҫе тағы ла мөгәрәпкә таралды. Быныһы түләнмәгән бурыс өсөн булыр! Мә, быныһы – дарыу өсөн! Яңы машина кәрәкме? Мә, һатып ал! Малай асырғаланып быяла һауыттарҙы ырғытты ла, ырғытты. Ватылғаны ватылды, ватылмағаны шунда аунап ятты. Хәле бөттө һәм илай-илай картуф өйөмөнә ҡапланып ятты. Ни өсөн кешеләр шул тиклем ҡомһоҙ була икән?
Яҡтырыр-яҡтырмаҫ, ике ҙур автобус юл ситенә килеп туҡтаны һәм уларҙан йөҙләп кеше төштө. Әхмәт ирекмәндәрҙең барыһын да үҙенең эргәһенә яҡыныраҡ килеүҙәрен һораны:
– Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ринатты ошо баҡса ширҡәтендә күргәндәр. Өсөнсө тыҡырыҡ, 68-се баҡса йорто – әлегә теүәл координата ошо. Бишәр, унар метрҙа баҫып, сылбыр булып, “Йәшел нарат” ширҡәтен уратып алабыҙ һәм күҙгә күренерҙәй нимә бар – асыҡ ишек, тәҙрә, йорттар, мунсалар – һәр береһен айырым ҡарап үтәбеҙ. Ҡабаланмаҫҡа, сәбәләнмәҫкә, мөмкин тиклем тәртип һаҡларға, кеше әйберҙәрен урындарынан күсермәҫкә, һәр берегеҙҙә минең телефон бар, иғтибарға лайыҡ шикле әйбер күрһәгеҙ, шунда уҡ миңә хәбәр итәһегеҙ. Берәүҙәр уң яҡтан керһә, икенселәр һул яҡтан ярҙам итә. Баҡса ширҡәтендә электр уты һүндерелгән, ҡапҡалар ябылған, шуға күрә шәхси баҡсаларға ҡойма аша төшөргә тура киләсәк. Хәүефһеҙлек һәм именлек сараларын тәьмин итеүегеҙҙе һорайым…
Ошо урында Әхмәт саҡ ҡына тын ҡалды, күңеле тулды һәм артабан дауам итте:
– Күңелем һиҙә, әле һуң түгелдер. Ринаттың ошондағы баҡса йорттарының береһендә беҙҙең ярҙамға мохтаж булып ятыуы бик мөмкин. Тиҙ ярҙам машинаһы килдеме?
– Беҙ – бында! – тип өндәштеләр.
– Яҡшы! Хәҙер, ширҡәткә яҡыная барған һайын, уңға ла, һулға ла таралабыҙ. Беҙ – күмәк, беҙ – көслө. Ринат – бер үҙе. Ул беҙҙең ярҙамға мохтаж. Кисә кис һәм бөгөн иң кәмендә өс сығанаҡтан Ринаттың ошонда булыу мөмкинлеге хаҡында бер-береһенә оҡшаш мәғлүмәттәр килде. Һәр минут ҡәҙерле. Ҡуҙғалабыҙ! Үҙебеҙҙең сылбырға ситтән бер кешене лә керетмәйбеҙ! Баҡсалар араһында осраһа, сығармайбыҙ. Төшөндөрә белдемме?
– Төшөндөк! – тип яуап бирҙеләр.
– Ҡуҙғалдыҡ! – тип ҡысҡырҙы десантсы һәм үҙе, көрт йырып, иң алдан атланы.
Үтеп барған маршрут автобусынан тағы бер кеше төшөп ҡалды. Уның ҡулында – тоҡ һалынған тоҡсай ине. Сылбырға эйәреп киткән бәндәгә берәү ҙә иғтибар итмәне...
Кешеләрҙән торған тере сылбыр “Йәшел нарат”ты уратып алды.