-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Июнь 2020, 23:04

КИЛЕРМЕН, ТИП ХУШЛАШҠАЙНЫҢ...

27-лә тыуғандарҙың күбеһе Көнбайыш фронтҡа барып етә алманы. Уларҙы шунда уҡ Алыҫ Көнсығышҡа япон кампанияһына оҙаттылар. Фәтихтең Германияны күргеһе, Берлинды алыуҙа ҡатнашҡыһы килгәйне, яҙманы.Ләкин әле һуғышҡа китергә уға ярты йыл ваҡыт бар. Саҡыртып алдылар ҙа Яманлыға мәктәпкә уҡытырға барырға тәҡдим иттеләр.– Бер аҙ аҡса эшләрһең, донъя күрерһең, – тине РОНО мөдире. – Баш тартма, мәктәп ҙур түгел, ауыл урман эсендә, ашарға ла бар. Һәр хәлдә, асҡа үлмәҫһең. Фәтих ашауҙы ла уйланы. Ялан яғында иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – ана, башаҡ сиренән күпе кеше ятып үлде. Егеттең үҙенә йөҙләп кешене ерләүҙә ҡатнашырға тура килде. Ә бит, бер ҡараһаң, мәрхүмдәр исемлегендә ул да булырға тейеш ине. Башаҡ йыйырға барып етә алманы.Иртән иртүк сыҡҡайны, Яманлыға икенсе көнөнә төшкә саҡ барып керҙе. Ялан яғы түгел шул, өй ҡыйыҡтары, иҫке булһа ла, таҡта менән ябылған. Шулай ҙа Фәтих шыпа отолоуына төшөндө. Ашау яғы бында ла наҡыҫ икән. Мәктәпкә килеүенә шул күҙенә салынды, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һәлмәк. Дөрөҫөрәге, берәү ҙә бер ҡайҙа ла ҡабаланмай. Егет белә, ҡабаланмау, аҡрын атлау, баяғы, һәлмәклек – ашап еткермәү, йәки аслыҡ касафаты. Ә бит ҡасандыр мәктәптәр гөрләп, балаларҙың шат тауыштарынан дер һелкенеп тора ине.

КИЛЕРМЕН, ТИП ХУШЛАШҠАЙНЫҢ...
27-лә тыуғандарҙың күбеһе Көнбайыш фронтҡа барып етә алманы. Уларҙы шунда уҡ Алыҫ Көнсығышҡа япон кампанияһына оҙаттылар. Фәтихтең Германияны күргеһе, Берлинды алыуҙа ҡатнашҡыһы килгәйне, яҙманы.
Ләкин әле һуғышҡа китергә уға ярты йыл ваҡыт бар. Саҡыртып алдылар ҙа Яманлыға мәктәпкә уҡытырға барырға тәҡдим иттеләр.
– Бер аҙ аҡса эшләрһең, донъя күрерһең, – тине РОНО мөдире. – Баш тартма, мәктәп ҙур түгел, ауыл урман эсендә, ашарға ла бар. Һәр хәлдә, асҡа үлмәҫһең.
Фәтих ашауҙы ла уйланы. Ялан яғында иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – ана, башаҡ сиренән күпе кеше ятып үлде. Егеттең үҙенә йөҙләп кешене ерләүҙә ҡатнашырға тура килде. Ә бит, бер ҡараһаң, мәрхүмдәр исемлегендә ул да булырға тейеш ине. Башаҡ йыйырға барып етә алманы.
Иртән иртүк сыҡҡайны, Яманлыға икенсе көнөнә төшкә саҡ барып керҙе. Ялан яғы түгел шул, өй ҡыйыҡтары, иҫке булһа ла, таҡта менән ябылған. Шулай ҙа Фәтих шыпа отолоуына төшөндө. Ашау яғы бында ла наҡыҫ икән. Мәктәпкә килеүенә шул күҙенә салынды, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һәлмәк. Дөрөҫөрәге, берәү ҙә бер ҡайҙа ла ҡабаланмай. Егет белә, ҡабаланмау, аҡрын атлау, баяғы, һәлмәклек – ашап еткермәү, йәки аслыҡ касафаты. Ә бит ҡасандыр мәктәптәр гөрләп, балаларҙың шат тауыштарынан дер һелкенеп тора ине.
Мәктәп директоры, Әнисә апай, егеткә һынап байтаҡ ҡарап торҙо ла:
– Үҙемә генә алып ҡайтыр инем, өйөбөҙ бәләкәй, әсәйем сирләп ята, – тине.
– Ә фатир булырмы икән һуң? – тине Фәтих.
–Борсолма, фатир бар, – тине мәктәп директоры. Өҫтәленән бер ҡағыҙ алды. – Бына, ике-өс кеше кем булһа ла, миңә төшөрөгөҙ, тип өндәшкәйне.
Фәтих ас ине. Кемгә барып ҡунырға ла риза, тик аҙ ғына булһа ла, ашатһындар һәм ял иттерһендәр.
– Ярай, Зәйнәп еңгәгә урынлашырһың,. Күршеһендә Фәрихә апай йәшәй, оҡшамаһа, уға күсерһең, – тип ниңәлер икеле-микеле һөйләп ҡуйҙы. Фәтих быныһына иғтибар итте, әлбиттә.
– Шулай ҙа, кемгә төшәйем икән?
Күренеп тора, мәктәп директоры икеләнә:
– Ярай, Зәйнәп еңгәгә әйтерһең, Әнисә апай торған хәтле һеҙҙә йәшәп ҡараһын, тип әйтте, тиерһең, – тип өҙҙө мәктәп директоры. – Хәҙер һине оҙатып ҡуйырҙар.
Директорҙың: “Хәлит!” – тип өндәшеүе булды, ишек артында бер малай күренде: “Мин бында, Әнисә апай!”.
– Уҡытыусы ағайыңды Зәйнәп апайыңдарға алып барып ҡалдыр! – тип бойорҙо.
Фәтих тоғон күтәреп, Хәлиткә эйәрҙе. Хәлит үҙенең был йомошто бик еңел үтәйәсәген иҫбатларға теләгәндәй, алдан йүгерҙе, хатта бер-ике тапҡыр тәкмәс атып күрһәтте. Ҡар өйөмөнә менеп, шыуып төштө һәм бер күҙе менән генә уҡытыусыны күҙәтте. Йәнәһе, күрәһеңме, минең ниндәй һөнәрҙәрем бар.
– Маладис! – тине Фәтих. – Тәкмәс атыуың шәп! Ә фатирға тиклем йыраҡмы әле?
– Зәйнәп апаймы? Анау ғына тора. Мәктәпкә ике-өс минутта килеп етәсәкһең. Өйө ҙур түгел, ләкин йылы.
– Ә балалары нисәү?
– Әлләсе, һанағаным юҡ. Байтаҡ булыр. Ә һеҙгә күпме кәрәк?
– Белмәйем, – тип аптыранды Фәтих. – Дәрес әҙерләргә ҡамасауламаҫтармы икән?
– Әйтеп ҡуйырбыҙ, һин борсолма!
Зәйнәптең өйөнә инеп барғанда арғы йорттоң кәртәһе аша бер ҡатын күренеп ҡалды. Өйгә инделәр, Зәйнәп өтәләнеп килеп ҡаршы алды. Буйға әллә ни оҙон түгел, яғымлы ғына ҡатын. Фәтихтең әллә килгәнен белдеме икән? Матур күлдәк кейеп, башына яулыҡ ябынған.
– Үтегеҙ, үт. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, – тине тыйнаҡ ҡына.
– Директор апай торған хәтле торһон, тине, – тип бер тынала Хәлит һүҙен әйтте һәм, – дәрес әҙерләргә ҡамасауламағыҙ! – тип үҙенән өҫтәне.
– Юҡ, юҡ, беҙҙең балалар тыныс.
Шуны иҫбатлаған һымаҡ, һикелә ултырған өс малай, бер ҡыҙ урындарынан ҡуҙғалып ҡуйҙы.
Фәтихтең үҙенең дә ҡустылары-һеңлеләре ауылда ҡалды. Һәр хәлдә, бәләкәстәр менән уртаҡ тел таба белә, үҙ кеше икәнлеген раҫлар өсөн һәр береһе менән ҡул биреп күрешеп сыҡты.
– Юлдан арып, асығып килгәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ, ултырып ашап алығыҙ, сәй эсегеҙ.
Был осраҡта инәлтеп тотоуҙы Фәтих урынһыҙ, тип тапты һәм һике ситенә килеп ултырҙы.
– Ә балаларҙы ашатаһығыҙмы? – тип һораны Фәтих малайҙарға һәм ҡыҙыҡайға ҡарап.
– Улар өсөн борсолмағыҙ, улар ашаны, – тине хужабикә.
Һикеләге киндер ашъяулыҡ өҫтөндә ятҡан өс картуфты, бер һыныҡ икмәкте һәм шәшке эсендәге мәтрүшкә сәйен егет ҙур һый итеп ҡабул итте. Әлбиттә, бушҡа түгелдер, хаҡын һөйләшер, буш итмәҫ. Ә былай ас ултырғанға оҡшамағандар. Зәйнәп, бына беҙҙең әле тағы нимә бар, тигән һымаҡ, һелкәүес тулы он һәм иләк керетеп ҡуйҙы. Әһә, икмәк бешерергә йыйыналарҙыр. Малайҙарҙың уртансыһы булһа кәрәк, әсәһе эргәһенә килеп, итәгенән тартып-тартып, нимәлер һорарға ниәтләй.
– Әсәй, әсәй, ҡара әле, әсәй, – тине ул, – уҡытыусы ағай бөгөн һинең менән йоҡлаясаҡмы?
Әсәһе улын этеп ебәрҙе:
– Сеү! Урыныңда ғына ултыр, ана, дәресеңде ҡара!
Ҡышҡы ҡараңғы тиҙ төшә. Фәтих кейенеп һарай яғына сыҡты. Ғәҙәт буйынса тәмәкеһенә тығылды, иҫенә төштө, ул бит тартыуҙы ташларға булғайны. Шул ваҡыт һарай мөйөшөнән шым ғына бер шәүлә сыҡты.
– Һаумы! Исемең Фәтих бит әле... Әнисә әйткәйне. Һине килә, миңә төшөрәм, тигәйне, – тине ҡабалана-ҡабалана. – Уның нимәһен ашайһың? Дүрт балаһы бар, картуфы бөтөп бара, һыйыры ла ҡыҫыр, шикелле. Оҡшамай, тиген, миңә төш. Әйҙә, үҙемә алып керәм, минең балаларым икәү генә.
Шул ваҡыт өй ишеге шартлап асылды һәм ҡыйғыр ҡарсыға һымаҡ Зәйнәп килеп ябырылды:
– Фәрихә еңгә, йә, әйт, был ни эш була инде? Директор апай миңә ебәрҙе, хәҙер һин урлап алаһыңмы инде? Уполномоченныйың, Сәмиғуллинды әйтәм, бөгөн-иртәгә килергә тора, тинеләр, икеһен һуғыштырмаҡ булаһыңмы?
– Һуң, Сәмиғуллиның әллә килә, әллә юҡ, – тип иламһыраны Фәрихә. –Үткәнендә лә, үҙең күрҙең, иртән килде лә, кис ҡайтып китте.
– Унда минең эшем юҡ! – тип ныҡ торҙо Зәйнәп. – Фәтих бер ҡайҙа ла бармай!
Зәйнәп, етәкләп, тигәндәй, Фәтихте эйәртеп, өйгә кереп китте, тышта Фәрихәнең нимәлер тип ҡысҡырып һөйләнгәне генә ишетелеп ҡалды.
– Һин уға иғтибар итмәң, – тип тынысландырҙы егетте Зәйнәп. – һөйләнә-һөйләнә лә, тыныслана ул.
Тиҙ генә тынысланманы шул, бәләкәй ауыл өйөнөң Фәрихә яғындағы мөйөшө бер нисә тапҡыр шаҡылдап ҡуйҙы, әллә һуҡтылар, әллә утын ташланылар.
– Ә һеҙҙең ауылда клуб бармы? – тип һораны Фәтих киске ваҡытты нисек үткәрергә белмәй.
Ҡатын был һорауға тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәне:
– Ни эшләп булмаһын, бар. Клуб та бар, избач та бар. Үткәнендә зайымға йыйҙылар, – тип тырт-мырт һөйләште ҡатын, – унда һиңә нимә ҡалмаған? Беҙҙә егеттәр уҫал! Бер ни эшләтеп ҡуйырҙар. Һинең өсөн кем яуап бирә? Йоҡла! Ана урының!
– Иртә бит әле, 9 ҙа тулмаған.
– Бая үҙең, тәүлек ярым йәйәү киледем, арыным, тип һөйләндең, йоҡла, – тип ҡәтғи генә талап ҡуйҙы ҡатын. – Кәрәсин дә әҙ ҡалып бара.
Фәтихкә йоҡларға ятыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бына һиңә кәрәкһә, шулай ҙа була икән, был ҡатын бигерәк уҫалға оҡшаған. Хәйер, уҫал булмай, ҡайҙа барһын, дүрт бала үҫтерә, ире былтыр һуғышта һәләк булған, тинеләр. Егет, ятыу менән, йоҡлап барыуын һиҙҙе, бына йоҡо аяҡ, ҡул бармаҡтары аша бөтә тәнде, кәүҙәне йомшартып, солғап ала һәм аҡрынлап аңын томалай. Юҡ, Фәтих йоҡламаған әле, тик арыған һәм йонсоған ғына. Ә былай хужабикә һәйбәт ашатты, ялан яғында бындай табынды хан һыйы һымаҡ, тиҙәр. Ниңә, әгәр бында оҡшамаһа, Фәрихәгә күсер ҙә китер, балаларым икәү генә, тине, ашарына барҙыр әле. Егеткә рәхәт, ул арыған, ләкин туҡ. Бындай ашау һәр көн эләкмәй. Йоҡо баҫҡандан-баҫып бара, бына өй һелкенгәндәй булды. Таҙа, йомшаҡ түшәктән тәмле еҫтәр килгән һымаҡ. Әллә ул килеүгә шулай әҙерләнделәрме икән? Ә ауыл Фәтихкә оҡшаны. Кем белә, бәлки һуғыштан һуң ошонда килеп йәшәргә тура килер. Шул ваҡыт өй мөйөшө тағы шаҡ итеп ҡалды, хужабикәнең һөйләнгәне ишетелде:
– Бына бер әрһеҙ, һаман тынысланмай! Ишетәһеңме, – тип өндәште.
– Йоҡлап ҡына бара инем, – тип һөйләнде егет.
– Йоҡларһың, төн оҙон, иртәгә икмәк һалам. Мәктәптән ҡайтыуыңа мунса яғып ҡуйырмын, – тип ашҡыныулы өндәште ҡатын. – Тик һин миңә асыуланма инде, бала-саға түгелһең, мине аңларһың...
...Фәтих үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр осто. Бер үҙе түгел, Зәйнәп менән ҡулға-ҡул тотоношоп, икәүләшеп аҡрын ғына осоп йөрөнө. Инде осоп киттем генә, тигәндә Зәйнәп яңғыратып көлә лә, эргәһенә генә тарта ла төшөрә. Шулай ҙа була икән...
– Һин миңә үпкәләмә инде, егет, – тип ҡайнар бышылданы ҡатын. – Яратыуға шундай сарсағайным. Һин бит әле йәш, мине аңламаҫһың. Үҙем оялам, үҙем ут эсенә инеп барған күбәләк һымаҡ. Етмәһә, анауы Фәрихәһенең әрһеҙләшеп йөрөүен әйт. Уға һине бирәм буламы һуң инде.
– Кеше һүҙ итмәҫме һуң? – тип бышылданы егет ҡайнар ҡатынға һыйынып.
– Һөйләһә, һөйләй инде, – тине ҡатын. – Һөйләрҙәр ҙә, оноторҙар. Нимә, әллә үкенәһеңме?
– Юҡсы, – тине егет.
Улар тағы осто. Бер-береһенә тотоноп та, ер өҫтөнән дә, болоттар араһынан да берсә шашып, берсә талғын ғына остолар.
***
Яманлыла Фәтих ҡыш бөткәнсе уҡытты. Март аҙаҡтарында күләүектәрҙе кисә-кисә Мәләүезгә военкоматҡа барырға тура килде. Ике аҙнанан уларҙы тауар вагонында Алыҫ Көнсығышҡа оҙаттылар. Бында һуғыш ҡыҙмағайны әле. Ара-тирә булып торған атыштарҙы иҫәпкә алмағанда, һуғыш юҡ дәрәжәһендә. Зәйнәптән Фәтихкә бер генә хат килде. “Килермен, тип хушлашҡайның...” – тип яҙылғайны унда...
Фото: school-10.ru
Читайте нас в